Список материалов
УРАЛ БАТЫР, эпос
“УРАЛ БАТЫР”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Төп версияһы (шиғри‑сәсмә формала) 1910 й. М.А.Буранғолов тарафынан Ғәбит сәсәндән һәм Х.Х.Әлмөхәмәтовтан яҙып алынған. “У.б.” проза версияһы Ә.И.Харисов тарафынан теркәлгән. Эпоста ваҡиғалар ҡәҙимге кеше мөмкинселектәренән өҫтөнөрәк һәләткә эйә булған...
УРАЛ ВАҠЫТЛЫ ӨЛКӘ ХӨКҮМӘТЕ
УРАЛ ВАҠЫТЛЫ ӨЛКӘ ХӨКҮМӘТЕ, 1918 й. 19 авг. Екатеринбург ҡ. Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһы, Социал-революционерҙар партияһы, Халыҡ азатлығы партияһы, Халыҡ-социалистик хеҙмәт партияһы вәкилдәре комиссияһы һәм Урал буржуазияһының партияла тормаған лидерҙары тарафынан төҙөлә. Хөкүмәт составына...
УРАЛ ҒӘСКӘРҘӘРЕ ТӨРКӨМӨ
УРАЛ ҒӘСКӘРҘӘРЕ ТӨРКӨМӨ, Рус армияһында, 1919 й. июнендә Юғары баш командующий адмирал А.В.Колчак бойороғо б‑са 3‑сө Урал тау уҡсылары корпусы базаһында ойошторола. У.ғ.т. составына 6‑сы һәм 7‑се Урал тау уҡсылары див., 11‑се һәм 12‑се Урал уҡсылар див., 1‑се айырым уҡсылар бригадаһы һәм 2‑се Өфө кавалерия...
УРАЛ ДӘҮЛӘТ ФИЗИК КУЛЬТУРА УНИВЕРСИТЕТЫ
УРАЛ ДӘҮЛӘТ ФИЗИК КУЛЬТУРА УНИВЕРСИТЕТЫ. Силәбе ҡ. урынлашҡан.
Башҡорт физик культура институты (филиал) 1989 й. Өфөлә уҡыу‑консультация пункты булараҡ асыла, 1994 й. башлап ситтән тороп уҡыу ф‑ты, 2000 й. — филиал, 2005 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Ин‑т составына 3 ф‑т (адаптив физик...
УРАЛ ДӘҮЛӘТ ЮРИДИК АКАДЕМИЯҺЫ
УРАЛ ДӘҮЛӘТ ЮРИДИК АКАДЕМИЯҺЫ. Екатеринбург ҡ. урынлашҡан. Өфөләге филиалы 2001 й. вәкиллек булараҡ асыла, 2002 й. алып хәҙ. статусын ала. Китапханаһы, 2 компьютер класы, полиграфия бүлеге һ.б. бар. Тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр дәрәжәһе бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу...
УРАЛ ИҠТИСАДИ РАЙОНЫ
УРАЛ ИҠТИСАДИ РАЙОНЫ, РФ‑тың макроиҡтисади районлаштырыу берәмеге. Башҡортостан Республикаһы, Удмуртия, Ҡурған өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Пермь крайы, Свердловск өлкәһе һәм Силәбе өлкәһен үҙ эсенә ала. Майҙаны — 824 мең км2. Халҡы — 18922,2 мең кеше. У.и.р. урбанизацияның юғары кимәле м‑н айырылып тора...
УРАЛ ИҠТИСАДИ ТӨБӘГЕ
УРАЛ ИҠТИСАДИ ТӨБӘГЕ, Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ, Белорет, Сибай, Учалы ҡҡ., Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла, Әбйәлил административ райондарын берләштерә. Иҡтисади төбәктең майҙаны 40062 км2 (БР майҙанының 27,9%‑ы). 2007 й. халыҡ һаны 419,5 мең кеше (респ. халҡы һанының 10,4%‑ы),...
УРАЛ КАЗАК ҒӘСКӘРЕ
УРАЛ КАЗАК ҒӘСКӘРЕ, 16—17 бб. Яйыҡ казак ғәскәре булараҡ, Волга й. буйынан күсеп ултырған казак общиналарынан Яйыҡ й. түбәнге ағымында ойошторолған; 1775 й. алып У.к.ғ. исемен ала. 1816 й. алып Ырымбур айырым корпусы составында булған. Ырымбур сик һыҙығында Яйыҡ ҡаласығы — Гурьев ҡ. араһында хеҙмәт...
УРАЛ ӨЛКӘҺЕ
УРАЛ ӨЛКӘҺЕ, 1923 й. 3 нояб. РСФСР составында ойошторола. Өлкәгә Екатеринбург губернаһы, Пермь губернаһы, Төмән һәм Силәбе губерналары инә. Төньяҡ-көнсығышта — Көнсығыш Себер крайы, көнсығышта — Көнбайыш Себер крайы, көньяҡ-көнсығышта — Ҡаҙаҡ АССР‑ы, көньяҡ-көнбайышта — БАССР, ТАССР, көнбайышта — Горький...
УРАЛ ТАУ ИДАРАЛЫҒЫ
УРАЛ ТАУ ИДАРАЛЫҒЫ, коллегиаль учреждение (идара), 1886 й. алып Урал тау өлкәһендә тау сәнәғәте м‑н урындағы идара итеү органы. Тәүҙә 1714 й. Тау эштәре канцелярияһы (үҙәге — Көңгөр ҡ.) — Берг-коллегияның башҡарма органы (ҡаҙна з‑дтары м‑н идара иткән, шәхси з‑дтарҙы контролдә тотҡан; ҡара: Тау сәнәғәте);...
УРАЛ ТАУ ӨЛКӘҺЕ
УРАЛ ТАУ ӨЛКӘҺЕ, тау ведомствоһының адм.‑терр. берәмеге. 1886 й. 10 мартындағы указ м‑н ойошторола. Өлкә составына Вятка губернаһы, Ырымбур губернаһы, Пермь губернаһы, Өфө губернаһы, Турғай өлкәһе, Вологда губ. (Никольск, Соль-Вычегодск, Усть-Сысольск, Яренск өйәҙҙәре) һәм Урал өлк. (Ҡалмыҡ, Урал өйәҙҙәре)...
УРАЛ ТАУ УҠСЫЛАРЫ КОРПУСЫ
УРАЛ ТАУ УҠСЫЛАРЫ КОРПУСЫ 3‑сө, 1918 й. июлендә Силәбе ҡ. Урал армия корпусы булараҡ ойошторола; 14 июлдән — Айырым Урал, авг. алып 3‑сө Айырым Урал, сент. — 3‑сө Урал армия, 1919 й. ғин. башлап 3‑сө У.т.у.к. Корпус составына 6‑сы һәм 7‑се Урал тау уҡсылары див., 25‑се Екатеринбург, 26‑сы Шадринск,...
УРАЛ ТӘБИҒӘТ БЕЛЕМЕН ЯРАТЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ
УРАЛ ТӘБИҒӘТ БЕЛЕМЕН ЯРАТЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ, Урал тарихын, этнографияһын һәм тәбиғәтен өйрәнеү б‑са ғилми йәмғиәт. 1870 й. 29 дек. Екатеринбург ҡ. асыла. Ойоштороусыһы — О.Е.Клер. Етәксе органы — президент етәкселегендәге комитет. Йәмғиәт 12 комиссиянан торған: метеорология, археология, тәбиғәт ҡомартҡыларын...
УРАЛ ТӨБӘК ЭКСПЕРИМЕНТАЛЬ УҠЫТЫУ‑ҒИЛМИ КОМПЛЕКСЫ
УРАЛ ТӨБӘК ЭКСПЕРИМЕНТАЛЬ УҠЫТЫУ‑ҒИЛМИ КОМПЛЕКСЫ, дәүләт ҡарамағында булмаған белем биреү учреждениеһы. 1989 й. Өфөлә асыла. Комплекс составына компьютер мәктәбе, Белем биреү‑һауыҡтырыу үҙәге, “Аверс информ” (бөтәһе лә — Белорет ҡ.), “Аверс плюс” (Өфө) ЯСЙ‑лары инә. 2009 й. 85 кеше эшләгән. Эшмәкәрлегенең...
УРАЛ ЯНЫ СЫУАШ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ
УРАЛ ЯНЫ СЫУАШ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ. 1918 й. Өфөлә сыуаш уҡытыусылар семинарияһы булараҡ асыла, 1920 й. алып 3 йыллыҡ пед. курстары, 1922 й. — У.я.с.п.т., 1937 й. башлап пед. уч‑щеһы. 1930 й. Бәләбәй ҡ. күсерелә, 1941 й. Бәләбәй пед. уч‑щеһы (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы) составына инә. Сыуаш һәм...
УРАЛ-АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ
УРАЛ-АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ, гипотеза б‑са урал (фин‑уғыр телдәре һәм самодий теле) һәм алтай (төрки телдәр, монгол телдәре һәм тунгус‑манжур телдәре) тармаҡтарынан торған телдәр макроғаиләһе; ҡайһы бер ғалимдар ш. уҡ корея һәм япон телдәрен индерә. У.‑а.т. генетик ҡәрҙәшлеге т‑да гипотеза Б.Я.Владимирцов, Ж.Ғ.Кейекбаев,...
УРАЛ-ВОЛГА БУЙЫ ТӨРКИ ТЕЛЕ
УРАЛ-ВОЛГА БУЙЫ ТӨРКИ ТЕЛЕ, и ҫ к е т ө р к и т е л е, 13 б. уртаһы — 20 б. башы китап‑яҙма теле, төрки теленең төбәк төрҙәренең береһе. Ҡараханлы‑уйғыр һәм харәзм‑төрки әҙәби телдәре (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) нигеҙендә формалашҡан. Башҡорттар һәм татарҙар тарафынан ҡулланылған....
УРАЛ-ВОЛГА МЕТАЛЛУРГИЯ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ
УРАЛ-ВОЛГА МЕТАЛЛУРГИЯ АКЦИОНЕРҘА ЙӘМҒИӘТЕ, 1896 й. Париж халыҡ-ара, С.‑Петербург халыҡ-ара, С.‑Петербург иҫәп һәм ссуда банкылары тарафынан ойошторола. Идараһы — Парижда, Баш идаралығы С.‑Петербургта урынлашҡан була. 1896 й. төп капиталы 18 млн франк тәшкил итә. Йәмғиәт Әүжән-Петровск заводына һәм...
УРАЛ-ВОЛГА ШТАТЫ
УРАЛ-ВОЛГА ШТАТЫ, И ҙ е л - У р а л ш т а т ы, РСФСР составында башҡорттар м‑н татарҙарҙың күҙалланған милли дәүләт ҡоролошо. У.‑В.ш. ойоштороу проекты Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының милли йыйылышы тарафынан төҙөлә, 1917 й. 29 нояб. раҫлана. Парламент формаһында идара ителгән терр. автономияға...
УРАЛ-СЕБЕР МАГИСТРАЛЬ НЕФТЬ ҮТКӘРГЕСТӘРЕ
УРАЛ-СЕБЕР МАГИСТРАЛЬ НЕФТЬ ҮТКӘРГЕСТӘРЕ, “У р а л с и б н е ф т е п р о в о д”, ААЙ. Магистраль нефть үткәргестәре буйлап нефть ташыу, пр‑тиеның резервуар парктарында нефть һаҡлауҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составына Туймазы (1947, Туймазы р‑ны Собханғол а.), Арлан (1964, Ҡалтасы р‑ны Күтәрем...