Список материалов
УРАЛ‑БАТЫР, ҡытай шыҡтымы сорты
УРАЛ‑БАТЫР, ҡытай шыҡтымы сорты. 20 б. 60‑сы йй. О.А.Кравченко, Л.Н.Миронова, А.А.Реут (Ботаника баҡсаһы; ҡара: Ботаника баҡса‑институты) тарафынан Victoire de la Marne сортын ирекле һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла. Йыш ултыртылған ҡуйы япраҡлы ҡыуаҡ, бейеклеге 70 см тиклем. Һабағы нәҙек. Япрағы уртаса...
УРАЛ‑ТАУ, колонна рәүешле алмағас сорты
УРАЛ‑ТАУ, колонна рәүешле алмағас сорты. 2009 й. Ғ.Ә.Мансуров, З.Х.Шиһапов (БДАУ) тарафынан Сеянец Титовки һәм Арбат сорттарын енси гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарыла. Ярым кәрлә ағас, бейеклеге 3 м тиклем, сатыры тар пирамида формаһында, диам. 40—50 см. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта йәки йыуан, ҡыҙғылт...
УРАЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл
УРАЛ, Гусев, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Әлмөхәмәт а/с ҡарай. Р‑н үҙәгенән К.‑Көнс. 58 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 147 кеше; 1989 — 151; 2002 — 125 кеше. Башҡорттар йәшәй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.
Ауылға 20 б. 50‑се йй. сиҙәм һәм ҡалдау...
УРАЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл
УРАЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 70 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнс. табан 75 км алыҫлыҡта Урал й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 136 кеше; 1959 — 267; 1989 — 280; 2002 — 303 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй. Халҡы “Йылайыр” ДУАХП‑нда эшләй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...
УРАЛ, йылға
УРАЛ, Яйыҡ, йылға. Уралтау һыртының көнсығыш битләүендә, Йомро сусаҡ тауының итәгендә башлана. БР‑ҙың Учалы р‑ны, Силәбе, Ырымбур өлк. буйлап төньяҡтан көньяҡҡа, артабан Ырымбур өлк. буйлап көнбайышҡа һәм Ҡаҙағстан буйлап көньяҡҡа ҡарай аға. Каспий диңгеҙенә ҡоя. Оҙонлоғо 2534 км, басс. майҙаны 220 мең км2....
УРАЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл
УРАЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡарлыман а/с ҡарай. Р‑н үҙәгенән Т.‑Көнс. 4 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 147 кеше; 1959 — 399; 1989 — 257; 2002 — 272 кеше. Татарҙар йәшәй. Халҡы “Эван” ЯАЙ‑нда эшләй. Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...
УРАЛ, тамырсалы суҡҡыяҡ сорты
УРАЛ, тамырсалы суҡҡыяҡ сорты. 1998 й. Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Йәнекәев (БНИИСХ) тарафынан Башҡортостан флораһы үрнәктәренән экотипик күп тапҡыр киң һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һыубаҫар туғай экотибына ҡарай. Күп һабаҡлы ҡыуаҡ. Һабағының бейеклеге 1,7—2,2 м, төҙ, йығылмай. 65,0—76,1%‑ын япраҡ ҡаплаған....
УРАЛ, У р а л т а у ҙ а р ы
УРАЛ, У р а л т а у ҙ а р ы, У р а л т а у с и с т е м а һ ы, У р а л й ы й ы р с ы ҡ л ы т а у ҙ а р ө л к ә һ е, таулы ил, Карский диңгеҙенән Урал й. киңлек ағымына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 2000 км ашыу, киңлеге 40—60 км (урыны м‑н 100 км тиклем). Төньяҡ‑көнбайышта Пай‑Хой...
УРАЛ, Урал тауҙары
УРАЛ, У р а л т а у ҙ а р ы, У р а л т а у с и с т е м а һ ы, У р а л й ы й ы р с ы ҡ л ы т а у ҙ а р ө л к ә һ е, таулы ил, Карский диңгеҙенән Урал й. киңлек ағымына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 2000 км ашыу, киңлеге 40—60 км (урыны м‑н 100 км тиклем). Төньяҡ‑көнбайышта Пай‑Хой...
УРАЛ, Учалы р-нындағы ауыл
УРАЛ, Учалы р-нындағы ауыл, Иманғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Учалы т. юл ст. К. табан 27 км алыҫлыҡта Ҡалынташ й. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 283 кеше; 1959 — 256; 1989 — 153; 2002 — 161 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы “Мансуров” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй....
УРАЛ” Башҡорт халыҡ үҙәге
“УРАЛ” Башҡорт халыҡ үҙәге, башҡорттарҙың мәҙәниәтен, телен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙы республиканың ижт.‑сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашыуға йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. “Аҡ тирмә” респ. башҡ. мәҙәниәте клубы инициативаһы м‑н ойошторола. Иң...
УРАЛТАУ ЗАКАЗНИГЫ
УРАЛТАУ ЗАКАЗНИГЫ. 1981 й. Ағиҙел, Урал йй. башланған урындарҙы һәм уларҙың тирә‑яғындағы тәбиғәт комплекстарын һаҡлау маҡсатында ландшафт заказнигы булараҡ ойошторола. Учалы р‑ны терр‑яһында Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 52,4 мең га, яҡынса 80%‑ын урман ҡаплаған,...
УРАЛТАУ ЗОНАҺЫ
УРАЛТАУ ЗОНАҺЫ, У р а л т а у а н т и к л и н о р и й ы, Көньяҡ Уралдың ҙур ыңғай тектоник структураһы. Д.Г.Ожиганов тарафынан айырып күрһәтелә, А.А.Алексеев, С.С.Горохов, Н.Л.Добрецов, А.А.Захаров, О.А.Захаров, В.И.Козлов, Д.Д. һәм В.М.Криницкийҙар, И.В.Ленных һ.б. тарафынан өйрәнелә. Төп Урал һынылышының...
УРАЛТАУ, һырт
УРАЛТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Волга һәм Урал йй. басс. һыу айырғысы. БР‑ҙың Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Учалы р‑ндары һәм Силәбе өлк. буйлап төньяҡ‑көнсығышта субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 300 км, көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәренең киңлеге 10—12 км, үҙәк өлөшөнөң...
УРАЛТАУ, цитрон сорты.
УРАЛТАУ, цитрон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Һалынҡы сатырлы ағас, бейеклеге 3—3,5 м. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, һарғылт йәшел, яланғас. Япрағы эре, киң овал формаһында, кирткәсле. Сәскәһе бокал рәүешле, яңғыҙар йәки сәскәлектәрҙә...
УРАЛЬСК, Учалы р‑нындағы ауыл
УРАЛЬСК, Учалы р‑нындағы ауыл, Уральск а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 48 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта Урал й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 722 кеше; 1959 – 946; 1989 — 1938; 2002 – 1856; 2010 – 1717 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар сәнғәт мәктәбе,...
УРАН
УРАН, Ҡояштан алыҫлығы б‑са етенсе урында торған планета‑гигант. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 2869 млн км (19,19 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 84,02 йыл. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 17 сәғ. 14 мин. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы 7°55′12′′. Диам. 52,4 мең км. Массаһы 8,7∙1025...
УРАН, башҡ. ҡәбиләһе
УРАН, башҡ. ҡәбиләһе. Тамғалары: . Этник яҡтан Алтай һәм Урта Азияның монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Уран” этнонимы монголдарҙа, уғыҙҙарҙа, туваларҙа билдәле. Көньяҡ Уралға ҡәбилә көньяҡтан Мейәс й. буйына күсенә, һуңынан Кама һәм Беүә йй. араһында таралып, гәрә, ғәйнә, ирәкте, ҡатай,...
УРАН, Бүздәк р‑нындағы ауыл
УРАН, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 19 км алыҫлыҡта Киәҙе й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 877 кеше; 1920 — 929; 1939 — 730; 1959 — 407; 1989 — 348; 2002 — 444; 2010 — 419 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...
УРАУТ
УРАУТ (Myriophyllum), тоҙло еләк һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, бөтә Ер шарында тиерлек таралған. Башҡортостанда башаҡлы У. һәм таҡыялы У. үҫә. Грунтҡа беркетелгән күп йыллыҡ һыу үләндәре. Һабаҡтары оҙонлоғо 30—150 см. Япраҡтары таҡыяларҙа 4—6‑шар, ябай, 4—24 еп рәүешле...