Список материалов
УРБАНИЗАЦИЯ
УРБАНИЗАЦИЯ (лат. urbanus — ҡала), ҡ а л а л а ш ы у, йәмғиәт үҫешендә һәм ҡалала йәшәү рәүешен таратыуҙа ҡалаларҙың ролен арттырыу процесы. Етештереү көстәрен урынлаштырыуҙағы, халыҡтың урынлашыуы һәм тығыҙлығындағы, соц.‑проф. һәм демографик структуралағы, йәшәү рәүешендәге, халыҡ мәҙәниәтендәге һ.б....
УРБАНОБОТАНИКА
УРБАНОБОТАНИКА, ҡалаларҙың флораһын һәм үҫемлектәр донъяһын өйрәнгән ботаника бүлеге. Башҡортостанда 20 б. башында А.К.Носков тарафынан тәүге тапҡыр Бөрө һәм Өфө ҡҡ., 1923 й. С.Ю.Липшиц тарафынан Өфөнөң һәм уның тирә-яғының (мосолман зыяраты терр‑яһынан алынған үҫемлектәрҙең гербарий өлгөләре МДУ‑ла...
УРҒАҘА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл
УРҒАҘА, Я к о в л е в к а, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 45 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 52 км алыҫлыҡта Оло Уртаҙым й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 171 кеше; 1939 — 290; 1959 — 1322; 1989 — 2956; 2002 — 2902; 2010 — 2257 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй...
УРҒАЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл
УРҒАЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Урғалы а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Оло Урғалы й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 154 кеше; 1939 — 321; 1959 — 1024; 1989 — 1512; 2002 — 1736; 2010 — 1672 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002)....
УРҒЫШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл
УРҒЫШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Урғыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) Көньяҡҡа табан 110 км алыҫлыҡта Урғыш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 816 кеше; 1920 — 966; 1939 – 547; 1959 — 391; 1989 — 549; 2002 – 654; 2010 – 704...
УРҘАЙБАШ, Бүздәк р‑нындағы ауыл
УРҘАЙБАШ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Урҙай й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2387 кеше; 1920 – 2337; 1939 – 1525; 1959 – 1045; 1989 – 792; 2002 – 756; 2010 – 713 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй...
УРЖУМ МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ
УРЖУМ МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Бөрө р‑ны Бәләкәй Соҡаяҙ а. көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Сөгәҙе й. (Бөрө й. ҡушылдығы) үҙәнендә урынлашҡан. Үҙәндең һул битләүе нигеҙе һәм 1‑се һыубаҫар туғай өҫтө киртләсе буйлап субмеридиональ йүнәлештә 6 минераль һыу сығанағы урғылып сыға,...
УРЖУМЦЕВТАР
УРЖУМЦЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Мартемьян Тимофеевич У. 17 б. башында яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр) исемлеге б‑са 250 сирек поместье оклады м‑н түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби...
УРКАРТ Лесли
УРКАРТ (Уркварт) Лесли (11.4.1874, Төркиә — 13.3.1933, Лондон), инглиз сәнәғәтсеһе, финансист. Эдинбург ун‑тын (Бөйөк Британия) тамамлаған. 1896 й. алып тау инженеры, инглиз нефть компаниялары (Баҡы) идарасыһы, 1906 й. — “Англия-Себер компанияһы”нда (Лондон): 1908 й. башлап “Ҡыштым корпорацияһы”ның...
УРМАН БОНИТЕТЫ
УРМАН БОНИТЕТЫ, урман продуктлылығы күрһәткесе. Ағастарҙың үҫеү шарттарына һәм тоҡомдарына бәйле. Ултыртылған ағастарҙың йәшен иҫәпкә алып уртаса бейеклеге б‑са билдәләнә. Рәсәйҙә 1911 й. алып М.М.Орловтың бонитировка шкалаһы ҡулланыла (кластарға бүлеүҙең нигеҙе итеп 100 йәшлек ағастарҙың бейеклеге...
УРМАН КӨЛӘПӘРӘҺЕ
УРМАН КӨЛӘПӘРӘҺЕ (Sanicula), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, башлыса Евразияның һәм Американың уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда урал У.к. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы яңғыҙар, ябай, бейеклеге 30—60 см. Япрағы оҙон һаплы, 3—5 бүлемле,...
УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ
УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ, ағас һәм ҡыуаҡ тоҡомдарын яһалма сәсеү йәки ултыртыу юлы м‑н булдырылған ултыртмалар. Тотош (урмандың тәбиғи яңырыуы булмағанда йәки урман булмаған урында), өлөшләтә (урманды яңыртыу ҡәнәғәтләнерлек булмағанда), алдан ултыртылған (киләһе 1—3 йыл эсендә ҡырҡыуға тәғәйенләнгән урманда)...
УРМАН МӘКТӘБЕ
УРМАН МӘКТӘБЕ, урман кондукторҙары әҙерләү өсөн ойошторолған ябыҡ башланғыс а.х. уҡыу йорто. 1888 й. Минзәлә өйәҙе Биклән а. асыла. Игенселек һәм дәүләт милке министрлығы ҡарамағында була; бөтә ҡатламдарға тәғәйенләнгән. Уҡыу курсы — 2 йыл. 16 йәше тулған, 2 класлы ауыл уч‑щеһын тамамлаған үҫмер егеттәр...
УРМАН МУЗЕЙЫ
УРМАН МУЗЕЙЫ. Өфөлә “Башҡортостан урманы” дәүләт учреждениеһы эргәһендә урынлашҡан. 1981 й. ойошторолған. Музей фондында 70‑тән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. солоҡсолоҡ һәм һунар өсөн әйберҙәр, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, бөжәктәр коллекцияһы, Башҡортостанда йәшәгән йәнлек һәм ҡош толоптары, Шүлгәнташ...
УРМАН ПАРКТАРЫ
УРМАН ПАРКТАРЫ, ҡалалар һ.б. торама пункттар сиктәрендәге тәбиғи урман массивтары участкалары. Рекреацион һәм ландшафт функцияларын үтәй, үҫемлектәрҙең үҫеү һәм хайуандарҙың йәшәү урыны булып тора. Бер нисә йөҙҙән алып 2—3 мең га тиклем майҙанды биләй. У.п. санитар һәм ландшафт ҡырҡыуҙар үткәрелә, ағас...
УРМАН ПИТОМНИГЫ
УРМАН ПИТОМНИГЫ, 1) урманда үҫкән ағас һәм ҡыуаҡ тоҡомдарының ултыртыу материалын (үҫенте һәм үрсетмәлектәрен) үҫтереү хужалығы. 2) Урман тоҡомдарының ултыртыу материалын үҫтергән ер участкаһы. Биләгән майҙандың ҙурлығы б‑са — ваҡ (5 га тиклем), уртаса (5—15 га) һәм эре (15 га ашыу), эшмәкәрлек ваҡыты...
УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҠТАРЫ
УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҠТАРЫ, ағас әҙерләү, ташыу, киҫеү һәм тейәп ебәреү, ш. уҡ беренсел ағас ағыҙыу (ҡара: Ағас әҙерләү сәнәғәте) м‑н шөғөлләнгән урман сәнәғәте пр‑тиелары. Күпселек У.с.х. ш. уҡ ағасты механик эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра (ҡара: Ағас эшкәртеү сәнәғәте); халыҡ ҡулланыуы тауарҙары (мебель,...
УРМАН ТӘЖРИБӘ СТАНЦИЯҺЫ
УРМАН ТӘЖРИБӘ СТАНЦИЯҺЫ. Урман тергеҙеү, урман культуралары селекцияһы, гибридизацияһы, орлоҡсолоғо, һаҡлағыс ағас үрсетеү, урманды һаҡлау, урман гидрологияһы, фенологияһы һәм урман хужалығы иҡтисады б‑са эштәр башҡарған. 1931 й. Өфөлә Башҡ‑н ҒТИ‑ның урман бүлеге базаһында Башҡ‑н У.т.с. булараҡ ойошторола,...
УРМАН ТЕРГЕҘЕҮ
УРМАН ТЕРГЕҘЕҮ, урманды яһалма юл м‑н яңыртыу, ш. уҡ уның тәбиғи юл м‑н яңыртылыуына һәм тоҡом составын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән саралар. У.т. барышында ҡырҡыу, янғын, дауыл арҡаһында юҡҡа сыҡҡан урман майҙандарында ағастар ултыртыла. Башҡортостанда У.т. 1990 й. — 33 мең га, 1995 й. — 29,1, 2000 й....
УРМАН ХОҠУҒЫ
УРМАН ХОҠУҒЫ, урман ресурстарын файҙаланыу һәм һаҡлау б‑са ижт. мөнәсәбәттәрҙе көйләгән хоҡуҡи нормалар системаһы. У.х. — ҡануниәттең үҙ аллы тармағы; фәнни-хоҡуҡи һәм уҡыу дисциплинаһы; экологик хоҡуҡтың түбәнге тармағы. Башҡ. урмандарын һаҡлау б‑са тәүге норматив документтар араһында Пётр I “Айырыуса...