Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҮҪЕШ КӘМСЕЛЕГЕ

ҮҪЕШ КӘМСЕЛЕГЕ, ү ҫ е ш а н о м а л и я л а р ы, организмдың нормаль төҙөлөшөнән тайпылыш, ҡарында саҡта үҫеү процесында (башлыса йөклөлөктөң 6—12 аҙнаһында) барлыҡҡа килә. Эске ағзаларҙағы (ашҡаҙан‑эсәк юлдары, бәүел‑енес системаһы, йөрәк етешһеҙлектәре), терәк‑хәрәкәт системаһындағы (тыумыштан быуын...

ҮҪМЕРҘӘР КИТАПХАНАҺЫ

ҮҪМЕРҘӘР КИТАПХАНАҺЫ, Милли китапхана филиалы (1988). Үҫмерҙәр уҡыу үҙәге (2009). Өфөлә урынлашҡан. 1974 й. 6‑сы ҡала китапханаһы базаһында Респ. үҫмерҙәр китапханаһы булараҡ ойошторола. Фондта 180 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 172 мең баҫма документ, 14 мең аудио- һәм видеодокумент; 61 ваҡытлы...

ҮҪМЕРҘӘР КЛУБТАРЫ ҺӘМ ЙӘШТӘР ҮҘӘКТӘРЕ

ҮҪМЕРҘӘР КЛУБТАРЫ ҺӘМ ЙӘШТӘР ҮҘӘКТӘРЕ, 11—12 йәштән 15—16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандар һәм 30 йәшкә тиклемге йәштәр араһында ҡарауһыҙлыҡты һәм закон боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, реабилитациялау, ялды ойоштороу, социалләштереү өсөн тәғәйенләнгән махсус учреждениелар. РФ‑тың “Етем балаларҙы һәм ата‑әсә ҡарауынан...

ҮҪТЕМ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

ҮҪТЕМ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 30 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 50 км алыҫлыҡта Соҡай й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 545 кеше; 1920 — 523; 1939 — 555; 1959 — 357; 1989 — 220; 2002 — 190; 2010 — 179 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй...

ҮТ ТАШЫ АУЫРЫУЫ

ҮТ ТАШЫ АУЫРЫУЫ, үт ҡыуығында (холецистолитиаз) һәм (һирәгерәк) үт юлдарында (холелитиаз) таш барлыҡҡа килеүгә бәйле ауырыу. Ү.т.а. үҫеш сәбәптәре: матдәләр алмашыныу (холестерин, углевод һ.б.), үттең ағышы боҙолоу, үт тулышыу, үт юлдарында һәм үт ҡыуығында шешеү процестары, паразитар ауырыуҙар (аскаридоз,...

ҮТӘ ҺЫҒЫЛМАЛЫЛЫҠ

ҮТӘ ҺЫҒЫЛМАЛЫЛЫҠ, поликристаллик ҡаты есемдәрҙең һуҙыу ваҡытында ғәҙәттән тыш пластик деформацияланыу һәләте. Был ваҡытта өлгөләр бер нисә мең процентҡа тиклем һуҙыла, ғәҙәти пластик деформация ваҡытында поликристаллик материалдар бер нисә тиҫтә процентҡа тиклем генә оҙоная. Структур һәм фаза үҙгәреү...

ҮТӘ ЮҒАРЫ ЙЫШЛЫҠЛЫ ТЕХНИКА

ҮТӘ ЮҒАРЫ ЙЫШЛЫҠЛЫ ТЕХНИКА, фән һәм техниканың үтә юғары йышлыҡ (300 МГц — 3000 ГГц) диапазонындағы электромагнит тирбәлеүҙәрҙе һәм тулҡындарҙы өйрәнеү, файҙаланыу м‑н бәйле өлкәһе. Ү.ю.й.т. ҡоролмаларының үҙенсәлектәре: эш тулҡындарының оҙонлоғо — ҡоролмаларҙың һыҙыҡлы үлсәмдәре, тирбәлеү периоды —...

ҮТӘБАЕВ Мөхлис Суфиян улы

ҮТӘБАЕВ Мөхлис Суфиян улы (5.2.1888, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҫке Кинйәбулат а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Буранбай а., — 28.12. 1970, шунда уҡ), дин әһеле. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Таулыҡай мәҙрәсәһендә уҡыған, “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған. Төрки, ғәрәп...

ҮТӘБАЙ Әхмәр

ҮТӘБАЙ Әхмәр (ысын исеме Үтәбаев Әхмәр Ғүмәр улы; 29.1.1960, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Буранбай а.), яҙыусы, журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2014). Яҙыусылар союзы (1992), Журналистар союзы (2006) ағзаһы. БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) төрлө киң мәғлүмәт сараларында эшләй, 1994—96 йй. һәм 1999—2002...

ҮТӘБАЙ-КӘРИМИ Рауил Алексей улы

ҮТӘБАЙ-КӘРИМИ (Үтәбаев) Рауил Алексей улы (30.8.1933, ТАССР‑ҙың Казаклар а. — 4.3.2005, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), шәрҡиәтсе. Мәскәү Шәрҡиәт ин‑тында уҡыған (1950—52), Ҡазан пед. ин‑тын тамамлаған (1956). 1956 й. алып Омск өлк. урта мәктәптәре уҡытыусыһы, халыҡ мәғарифы бүлегенең милли мәктәптәр...

ҮТӘГӘН, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ҮТӘГӘН, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 82 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 314 кеше; 1920 — 500; 1939 — 344; 1959 — 376; 1989 — 328; 2002 — 428; 2010 — 447 кеше. Башҡорттар...

ҮТӘГӘН, Борай р‑нындағы ауыл

ҮТӘГӘН, Борай р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 8 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Әзәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 592 кеше; 1920 — 505; 1939 — 389; 1959 — 332; 1989 — 144; 2002 — 147; 2010 — 135 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҮТӘГӘН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ҮТӘГӘН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡыйышҡы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Таҙлар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 632 кеше; 1920 — 680; 1939 — 639; 1959 — 650; 1989 — 431; 2002 — 464; 2010 — 438 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

ҮТӘҒОЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ҮТӘҒОЛ, Ҡ ы у а т, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Үтәғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 77 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.-Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Ҡаҫмарт й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 277 кеше; 1920 — 273; 1939 — 291; 1959 — 411; 1989 — 583; 2002 — 591; 2010 — 478 кеше. Башҡорттар...

ҮТӘҒОЛОВ Зөбәй Төхвәт улы

ҮТӘҒОЛОВ Зөбәй Төхвәт улы [15.9. 1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Баҡый а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 15.1.1943, Ростов өлк. Донской ҡсб ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1939). 1932 й. алып Белорет, Малаяҙ, Мәләүез р‑ндары...

ҮТӘЕВ Рәшит Зиннәт улы

ҮТӘЕВ Рәшит Зиннәт улы [10.1. 1940, БАССР-ҙың Матрай р-ны Матрай а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1981). Журналистар союзы ағзаһы (1969). БАХИ‑ны тамамлаған (1964). 1965 й. алып әҙәби хеҙм‑р, 1968—2005 йй. “Баймакский вестник” гәз. мөхәррир урынбаҫары. Агросәнәғәт...

ҮТӘЙ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

ҮТӘЙ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Максим Горький а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Глуховская т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Үтәй й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 420 кеше; 1920 — 717; 1939 — 537; 1959 — 442; 1989 — 123; 2002 — 102; 2010 — 86 кеше. Урыҫтар...

ҮТӘЙМУЛЛА, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

ҮТӘЙМУЛЛА, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Нуғаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 29 км һәм Төкөн т. юл ст. К.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Cитйылға й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 514 кеше; 1920 — 488; 1939 — 500; 1959 — 436; 1989 — 358; 2002 — 389; 2010 — 379 кеше. Башҡорттар...

ҮТӘК, Ғафури р‑нындағы ауыл

ҮТӘК, Ү р г е  Ә р м е т, Ғафури р‑нындағы ауыл, Үтәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Егән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1867 кеше; 1920 — 2353; 1939 — 1778; 1959 — 1166; 1989 — 741; 2002 — 660; 2010 — 567 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

ҮТӘМЕШЕВТӘР

ҮТӘМЕШЕВТӘР, сауҙагәрҙәр. Билдәле булғандары: Зариф Ибраһим улы Ү., 19 б. аҙ. Стәрлетамаҡ ҡ. тирмән, колониаль тауарҙар магазины, типография тотҡан; татар телендә китаптар һәм дәреслектәр сығарған. Хәйриә м‑н шөғөлләнгән. Стәрлетамаҡ йәмиғ мәсетенең һәм Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһенең попечителе булған. Уның...