Список материалов
ФИН-УҒЫР ХАЛЫҠТАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ
ФИН-УҒЫР ХАЛЫҠТАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ, БР‑ҙа йәшәгән фин-уғыр халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә булышлыҡ итер өсөн ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан була. 1993—2013 йй. эшләй. Фин-уғыр халыҡтарының Халыҡ-ара йәштәр ассоциацияһына ҡараған. Ассоциация тарафынан “Фольклорҙың бер...
ФИН‑УҒЫР ТЕЛДӘРЕ
ФИН‑УҒЫР ТЕЛДӘРЕ, у ғ ы р - ф и н т е л д ә р е, ҡәрҙәш телдәр төркөмө. Скандинавия ярымутрауынан алып Уралға тиклем, Волга һәм Кама йылғалары араһында, Обь й. урта һәм түбәнге ағымы басс. терр‑яларында, Дунай й. басс. бер өлөшөндә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 24 млн яҡын кеше (1970). Грамматик төҙөлөшө...
ФИНАНС МАТЕМАТИКАҺЫ
ФИНАНС МАТЕМАТИКАҺЫ, финанс структураларының матем моделдәрен өйрәнгән ғәмәли математика бүлеге. Төп йүнәлештәре: классик (һөҙөмтәләрен алдан билдәләп була торған, йәки кредит математикаһы; банк эштәрендәге, кредитлауҙағы, инвестициялауҙағы һәм тикшеренеүҙәрҙәге векселдәр, депозит сертификаттары, облигациялар...
ФИНАНС СИСТЕМАҺЫ
ФИНАНС СИСТЕМАҺЫ, аҡса фондтары һәм финанстарға идара итеү органдары м‑н бәйле булған финанс мөнәсәбәттәре тармағы һәм өлкәһе йыйылмаһы. РФ‑тың Ф.с. дәүләт һәм муниц. финанстарҙан (бюджет системаһы, дәүләт, муниц. кредит), хужалыҡ итеү субъекттары (коммерция, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, аралашсылар...
ФИНАНС УНИВЕРСИТЕТЫ
ФИНАНС УНИВЕРСИТЕТЫ. Мәскәүҙә урынлашҡан. Өфө филиалы 1930 й. уҡытыу‑консультация пункты булараҡ асыла, 1958 й. алып Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑ты филиалы (1967—97 йй. факультеты), 2012 й. — РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Ф.у. Филиал составына 4 ф‑т (финанстар һәм кредит, иҫәп-статистика,...
ФИНАНС‑ИҠТИСАД КОЛЛЕДЖЫ
ФИНАНС‑ИҠТИСАД КОЛЛЕДЖЫ, 1931 й. июнендә Өфөлә Башҡ. финанс‑иҡт. техникумы булараҡ асыла, 1945 й. мартынан Өфө финанс‑иҡт. техникумы, 1945 й. июненән финанс техникумы, 1992 й. алып Өфө финанс‑иҡт. колледжы, 2005 й. — РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс ун‑ты (Мәскәү) филиалы. 1931—33 йй. сент. Бөрө ҡ....
ФИНК Любовь Петровна
ФИНК Любовь Петровна (29.7.1953, Өфө — 1.11.2010, шунда уҡ), тренер. Тау саңғыһы спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1991). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1998). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1988). 1980 й. алып тренер‑уҡытыусы, 2002—08 йй. тау саңғыһы спорты б‑са СДЮШОР‑ҙың дир. урынбаҫары....
ФИНЛЯНДИЯ
ФИНЛЯНДИЯ, Ф и н л я н д и я Р е с п у б л и к а һ ы, Европаның төньяғындағы дәүләт. Майҙаны — 338,1 мең км2. Баш ҡалаһы — Хельсинки. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 5,4 млн кеше. (2012), 94%‑ы — финдар. Рәсми телдәр — фин һәм швед телдәре. Диндарҙарҙың күпселеге — лютерандар.
БР‑ҙың Ф. м‑н бәйләнештәре...
ФИНОГЕНТОВ Валерий Николаевич
ФИНОГЕНТОВ Валерий Николаевич (5.7.1953, БАССР‑ҙың Ҡандра районы Ҡандра-Әмин а., хәҙер БР‑ҙың Туймазы районы Ҡандра а.), философ. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1995). РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2021). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) БДПИ‑ла, 1980 й. алып Өфө планетарийында,...
ФИРМА
ФИРМА (итал. firma), иҡт. һәм юридик яҡтан үҙ аллы хужалыҡ итеү субъекты; ҡайһы бер илдәрҙә Ф. термины ширҡәт мәғәнәһендә ҡулланыла. Ф. юридик шәхес булып тора һәм хужалыҡ ҡарамағында йәки идаралығында айырымланған мөлкәте булған ойошманы һынландыра. Ф. милке бер кешенеке, ширҡәттеке йәки корпорацияныҡы...
ФИРСОВ Николай Алексеевич
ФИРСОВ Николай Алексеевич (27.10. 1831, Пермь ҡ. — 24.4.1896, Ҡазан), тарихсы. Рус тарихы д‑ры (1869), проф. (1869). Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1855), Пермь ир балалар гимназияһында, 1859 й. алып Беренсе һәм 1863—67 йй. Икенсе Ҡазан ир балалар гимназияларында, бер үк ваҡытта...
ФИРСОВ Николай Николаевич
ФИРСОВ Николай Николаевич [18.9.1864, Ҡазан — 7.4.1934 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 7.6.1933), шунда уҡ], тарихсы. Рус тарихы д‑ры (1903), проф. (1903). Н.А.Фирсовтың улы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1888), 1891—1920 йй. (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ, 1914—16 йй. Мәскәү археология ин‑тында уҡыта. 1920—22 йй. Көнсығыш...
ФИСИНИН Владимир Иванович
ФИСИНИН Владимир Иванович (20.12.1939, Омск өлк. 358‑се совхоз), зоотехник‑селекционер. В.И.Ленин ис. Бөтә Союз а.х. фәндәре акад. академигы (1988), БР ФА‑ның почётлы акад. (2002), а.х. ф. д‑ры (1979), проф. (1980). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1999), Рәсәйҙең почётлы агросәнәғәт комплексы хеҙм‑ре (2011)....
ФИТО..., ...ФИТ
ФИТО..., ...ФИТ (гр. phytón — үҫемлек), ҡушма һүҙҙәрҙең үҫемлектәргә йәки үҫемлектәр т‑дағы фәнгә — ботаникаға мөнәсәбәтен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., галофиттар, фитогормондар, эпифиттар).
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов
ФИТОГОРМОНДАР
ФИТОГОРМОНДАР (фито... һәм гормондар), ү ҫ е м л е к т ә р ҙ е ң г о р м о н д а р ы, үҫемлектәрҙең бер өлөшөндә микрокүләмдәрҙә синтезланған һәм икенсе өлөшкә күскән органик берләшмәләр, үҫеү һәм форма барлыҡҡа килтереү процестарын көйләй. Хайуандарҙың гормондарынан айырмалы рәүештә, синтезланған урындарҙа...
ФИТОДИЗАЙН
ФИТОДИЗАЙН (фито... һәм дизайн), интерьерҙарҙы биҙәгәндә, биналарҙы йәшелләндергәндә, ҡышҡы баҡсалар һәм баҡса‑парк ландшафтары яһағанда үҫемлек композицияларын төҙөү. Тере һәм яһалма үҫемлектәр, ҡоро сәскәләр, ҡырҡып алынған сәскәләрҙән композициялар, ш. уҡ уларҙың комбинациялары ҡулланыла. Үҫемлек...
ФИТОФТОРА
ФИТОФТОРА (Phytophthora), оомицеттар класының пероноспоралылар тәртибенә ҡараған түбән төҙөлөшлө бәшмәк заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа бер нисә тиҫтә төрө бар. Мицелийҙары яҡшы үҫешкән, йыуан, аҡ төҫтә, үрмәксе ауы һымаҡ, хужа-үҫемлектең күҙәнәк араларында урынлаша, гаусториялар барлыҡҡа...
ФИТОФТОРОЗДАР
ФИТОФТОРОЗДАР, үҫемлектәрҙең фитофтора заты бәшмәктәре тыуҙырған инфекцион ауырыуҙары. Бөтә ерҙә осрай. Башҡортостанда иң зыян килтергәне — картуф Ф. Япраҡ, һабаҡ һәм бүлбеләрҙә, төрлө ҙурлыҡтағы тиҙ таралған көрән таптар барлыҡҡа килә. Бүлбене ҡырҡҡанда ситенән үҙәккә табан телсәләр рәүешендә таралған...
ФИХТЕ И.Г. ИСЕМЕНДӘГЕ ӨФӨ ЙӘМҒИӘТЕ
ФИХТЕ И.Г. ИСЕМЕНДӘГЕ ӨФӨ ЙӘМҒИӘТЕ, Т р а н с ц е н д е н т а л ь м ә к т ә п, мәҙәни-ағартыу һәм филос. берекмә. 1992 й. БДУ‑ла асыла. Мәскәү, С.‑Петербург, Ҡазан, Ырымбур, Стәрлетамаҡ ҡҡ., ш. уҡ Германия һәм Италияның филос. берекмәләре м‑н хеҙмәттәшлек итә. И.Г.Фихте философияһын тәү сығанаҡтарҙан...
ФИШЕР Римма Лазаревна
ФИШЕР Римма Лазаревна (5.4.1900, Полтава ҡ. — 4.4.1968, Өфө), вокал б‑са педагог, йырсы (колоратуралы сопрано). Фп. класы б‑са С.‑Петербург консерваторияһын тамамлаған (1921), 1939—40 йй. Гнесиндар ис. Дәүләт муз.‑пед. ин‑тында (Мәскәү) вокал класы б‑са уҡыған. 1921—39 йй. Украина баш ҡала операһы (Харьков...