Список материалов
ФОМИЧЁВ, Өфө р‑нындағы ауыл
ФОМИЧЁВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Булгаков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 36 км һәм Өршәк т. юл ст. К.-Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 160 кеше; 1920 — 236; 1939 — 449; 1959 — 218; 1989 — 118; 2002 — 211; 2010 — 234 кеше. Урыҫтар, украиндар, татарҙар, мордвалар йәшәй (2002).
Ауылға...
ФОНДТАР
ФОНДТАР, 1) билдәле маҡсаттарға тәғәйенләнгән аҡса йәки матди средстволар; 2) ағзалары булмаған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (ҡара: Йәмәғәт фонды).
Макроиҡтисади кимәлдә иҡтисадтың яңыртып етештереү потенциалын баһалау өсөн тупланыу (милли килемдең тотонолмай торған һәм төп капиталды арттырыу өсөн...
ФОНЕТИКА
ФОНЕТИКА (гр. phōnētikós — өнлө, тауышлы), телдең өн системаһын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Ф. телдең тәғәйенләнешен, телмәр аппараты ағзаларының эшен, өндәр яһалышының урынын һәм ысулдарын, ш. уҡ акустик характеристикаһын, көсөн, тембрын, һуҙылыуын һ.б. өйрәнә. Өн күренештәре һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе...
ФОРМАЛЬДЕГИД ЫҪМАЛАЛАРЫ
ФОРМАЛЬДЕГИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, формальдегид нигеҙендәге олигомер продукттар. Икенсе компонент тибына бәйле амин-(амид)‑, (анилин‑, гуанамин‑, дициандиамид‑, меламин‑, мочевина‑) һәм фенол‑ (саф фенол‑, ш. уҡ крезол‑, резорцин‑); ш. уҡ ҡатнаш (гуанамин-мочевина‑, гуанамин-меламин‑, фенол‑анилин-, фенол-ксиленол‑,...
ФОСФОГИПС
ФОСФОГИПС, дигидрат ысулы м‑н етештерелгән экстракцион фосфор кислотаһы ҡалдығы. Апатиттар һәм фосфориттарҙы тарҡалмаған фосфаттар, фосфор к‑таһы, балсыҡлы һәм һыуҙа эреүсән фторлы берләшмәләр, ауыр металдар ҡушылмалары м‑н көкөрт к‑таһында тарҡатҡанда барлыҡҡа килгән көлһыу аҡ төҫтәге онтаҡ (к‑таның...
ФОСФОР
ФОСФОР (Phosphorus), P, Д.И. Менделеев периодик системаһының V төркөм химик элементы. Тотороҡло изотобыбар. Тәбиғәттә фосфаттар сифатында осрай (200‑гә яҡын минерал). Аҡ, ҡыҙыл (уртаса тотороҡло; диэлектриктар), ҡара (тотороҡло; ярым үткәргес, 8,6•1010 Па юғарыраҡ баҫымда — үткәргес, 4,7—10 К түбәнерәк...
ФОСФОР КИСЛОТАЛАРЫ
ФОСФОР КИСЛОТАЛАРЫ, +1-ҙән алып +5‑кә тиклем окисланған дәрәжәле фосфорҙың кислородлы к‑талары. XYP(O) OH (X, Y — кислород, фосфор, водород атомдары йәки органик радикал) структура берәмектәренән тора (ҡара: Фосфорорганик берләшмәләр). Уларға ш. уҡ юғары фосфор к‑талары инә (ҡара: Органик булмаған пероксидтар)....
ФОСФОРИТТАР
ФОСФОРИТТАР, 10%‑тан ашыу апатит төркөмө фосфаттарынан торған экзоген тау тоҡомдары. Составына балсыҡлы, саҡматашлы, карбонатлы материалдарҙың ҡушылмалары, глауконит, кварц һ.б. инә. Ултырма Ф. ҡатлаулы, массив, төйөрлө, бөртөклө, ҡырсынташлы текстуралар, һоро төҫ (органик матдәләр иҫәбенә) хас. Фосфаттар...
ФОСФОРЛЫ АШЛАМАЛАР
ФОСФОРЛЫ АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн фосфор сығанағы булараҡ ҡулланылған органик һәм минераль берләшмәләр. Ф.а. етештереү өсөн башланғыс сеймал — апатиттар һәм фосфориттар. Ф.а. сифатында ш. уҡ органик матдәләр (тиреҫ, фосфатшлак, һөйәк оно һ.б.) файҙаланыла. Ф.а. һыуҙа (аммофос, диаммофос,...
ФОСФОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР
ФОСФОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, фосфор атомы туранан‑тура углерод атомы йәки гетероатом (азот, кислород, көкөрт һ.б.) аша бәйләнгән органик берләшмәләр. Тере организмдарҙа нуклеин кислоталары, нуклеотидтар, моно‑ һәм дифосфорлаштырылған шәкәрҙәр, нуклеозидмоноциклофосфаттар, глицеро‑ һәм сфингофосфолипидтар,...
ФОТОРӘССАМДАР СОЮЗЫ
ФОТОРӘССАМДАР СОЮЗЫ, БР‑ҙағы ижади берекмә. 1992 й. Өфөлә ойошторола. Төп маҡсаттары һәм бурыстары — БР‑ҙа фото сәнғәте үҫешенә, уның художество‑эстетик потенциалын, ижт. әһәмиәтлелеген күтәреүгә, Союз ағзаларының соц.-хоҡуҡи һәм проф. ҡыҙыҡһыныуҙарын яҡлауға булышлыҡ итеү. ФРС документаль һәм художестволы...
ФОТОРЕДУКЦИЯЛАУСЫ ПЛЁНКАЛАР
ФОТОРЕДУКЦИЯЛАУСЫ ПЛЁНКАЛАР, УФ‑нурланышты инфраҡыҙылға әйләндереү өсөн люминофорлы полимер плёнкалар (ҡара: Полимерҙарға химикат‑өҫтәмәләр, Люминесценция). Фотосинтез тиҙлеге йәшел төҫкә төшөүсе яҡтылыҡ тулҡынының оҙонлоғона бәйле булғанға, әүерелгән нурланыштың өҫтәмә миҡдары (иң юғары эффект 600—...
ФОТОСӘНҒӘТ
ФОТОСӘНҒӘТ, әҫәрҙәре фотоға төшөрөү юлы м‑н ижад ителгән художестволы ижад төрө. Ф. документаль һәм ҡулланма (плакатта, китап графикаһында, рекламала һ.б. ҡулланыла), художестволы фотография төрҙәренә бүленә.
Башҡорт йәйләүҙәрен кәүҙәләндергән, ш. уҡ Өфө өйәҙендә төшөрөлгән боронғо, иң тәүге фотографиялар...
ФОТОХИМИЯ
ФОТОХИМИЯ, химияның матдәләрҙең яҡын УФ (яҡынса 100—400 нм) һәм инфраҡыҙыл (0,8—1,5 мкм), күренгән (400—800 нм) нурҙарҙы йотҡандағы әүерелеүҙәрен өйрәнгән бүлеге. Оптика, фотофизика, химик кинетика, квант химияһы, молекулаларҙың төҙөлөшө теорияһы һәм физик химияның башҡа бүлектәре м‑н тығыҙ бәйле. Бәләкәй...
ФРАГМИДИУМ
ФРАГМИДИУМ (Phragmidium), тут бәшмәктәре заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө бар. Роза һымаҡтарҙың бер хужалы паразиттары. Пикниялары яҫы, япраҡтың өҫкө яғының кутикулаһы аҫтында урынлашҡан. Эцидияларының тышсаһы юҡ. Уредоспораларының (йәйге споралары) бер...
ФРАЗЕОЛОГИЯ
ФРАЗЕОЛОГИЯ (гр. phrásis, эйәлек килештә phraseos — әйтем һәм ...логия), 1) телдең хәҙ. торошондағы һәм тарихи үҫешендәге фразеологик составын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Фразеологизмдарҙың тәбиғәтен һәм уның категориаль билдәләрен тикшереү, уларҙың телмәрҙә йәшәү законлыҡтарын асыҡлау Ф. предметы булып...
ФРАНКЕНИЯ
ФРАНКЕНИЯ (Frankenia), франкения һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 80 төрө билдәле, башлыса Ер шарының уртаса һәм субтропик бүлкәттәренең сүллек өлкәләрендә таралған. Башҡортостанда шырт Ф. (төклө тармаҡлы ярым ҡыуаҡ) һәм кершәнләнгән Ф. (ныҡ тармаҡлы, һирәгерәк тармаҡһыҙ бер йыллыҡ үлән)...
ФРАНС ЯРУСЫ
ФРАНС ЯРУСЫ, девондың өҫкө бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Живе ярусында ята, фамен ярусы м‑н ҡаплана. Фран а. (Бельгия) янында Ж.Омалиус д’Аллуа тарафынан айырып күрһәтелә (1862). Стратотибы һәүерташтарҙан һәм риф эзбизташтарынан тора; ҡалынлығы 600 м тиклем. Ф.я. ултырмалары БР терр‑яһында киң таралған....
ФРАНЦЕВИЧ Иван Никитович
ФРАНЦЕВИЧ Иван Никитович (3.8. 1905, Полтава ҡ. — 14.2.1985, Киев), физик‑химик, материалдарҙы өйрәнеүсе. Украина ССР‑ы ФА акад. (1961). Химия ф. д‑ры (1961). Соц. Хеҙмәт Геройы (1969). Фәнни хеҙмәттәре өҫкө йөҙ күренештәре электрохимияһы һәм химияһы, металлургия, металдарҙы өйрәнеү ғилеме һәм металлофизика...
ФРАНЦИЯ
ФРАНЦИЯ, Ф р а н ц и я Р е с п у б л и к а һ ы, Көнбайыш Европалағы дәүләт. Майҙаны — 551,5 мең км2. Баш ҡалаһы — Париж. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 66,4 млн кеше (2014), 94%‑ы — француздар. Рәсми тел — француз теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар. БР‑ҙың Ф. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Ф. мөнәсәбәттәре...