Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФТОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

ФТОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулаларында С—F бәйләнеше булған органик берләшмәләр. Тәбиғәттә африка ҡыуаҡтарында (фторолеин к‑таһы) осрай. Фтор атомдары һаны б‑са моно‑, поли‑ һәм перфторлы; ҡатлы бәйләнеше б‑са — туйындырылған (ағыулы түгел), туйындырылмаған (ныҡ ағыулы) берләшмәләр айырыла. Органик...

ФУЗАРИУМ

ФУЗАРИУМ (Fusarium), дейтеромицеттар класына ҡараған бәшмәк заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда 10‑дан ашыу төрө бар. Мицелийҙары төклө, аҡ, аҡһыл, алһыу миләүшә йәки һоро төҫтә; айырым төрҙәрҙә хламидоспоралар (гифтарҙың ҡалын тышсалы бер күҙәнәкле өлөштәре) барлыҡҡа килтерә....

ФУЗЕЕВ Борис Дмитриевич

ФУЗЕЕВ Борис Дмитриевич (26.3. 1923, Абдулла ҡ. — 21.9.1997, Өфө), скульптор. БАССР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1969) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1954). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү ҡулланма һәм биҙәү сәнғәте ин‑тын тамамлаған (1952; педагогы М.Г.Манизер). 1953...

ФУЛЛЕРЕНДАР

ФУЛЛЕРЕНДАР, углеродтың Сn дөйөм формулалы аллотроп модификацияһы. Шунгитта табылған (1•10-3%). Өсләтә координацияланған йоп һанлы атомлы 5 (пентагон) йәки 6 (гексагон) быуынлы ҡулсаларҙан торған ябыҡ күпҡыр (сфероидтар) сифатындағы ҡыуыш эсле молекулалар. Тотороҡлолоғо төҙөлөшөнә бәйле. С60 Ф. (20...

ФУНГИЦИДТАР

ФУНГИЦИДТАР (лат. fungus — бәшмәк һәм caedo — үлтерәм), пестицидтар төркөмөнә ҡараған химик матдәләр, үҫемлек ауырыуҙарын тыуҙырған патоген бәшмәктәр м‑н көрәшеү өсөн ҡулланыла. Химик үҙенсәлектәре б‑са — органик булмаған (баҡыр, көкөрт, терегөмөштөң ҡайһы бер берләшмәләре) һәм органик (тиокарбамин...

ФУНДАМЕНТТАР

ФУНДАМЕНТТАР (лат. fundamentum — нигеҙ), йөкләмәне биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың ер өҫтөндәге өлөшөнән тәбиғи йәки яһалма грунтҡа тапшырыусы өлөшө (башлыса ер аҫтындағы). Ҡоролоу ысулдары б‑са Ф. һай (нигеҙ соҡорҙарында) һәм тәрән һалынғандарға; типтары б‑са — таҫма һымаҡ, айырым торған (бағана һымаҡ),...

ФУНКЦИОНАЛ

ФУНКЦИОНАЛ, киң мәғәнәлә — ниндәйҙер арауыҡта (өҙлөкһөҙ кәкре һыҙыҡ м-н сикләнгән өлкәнең майҙаны, көс ҡырының теге йәки был юлда башҡарған эше һ.б.) билдәләнгән һанса функция; тар мәғәнәлә — ирекле алынған күмәклектең ысын йәки комплекслы һандар күмәклегенә сағылышы. Баштағы күмәклектәрҙең структураһына...

ФУНКЦИОНАЛЬ АНАЛИЗ

ФУНКЦИОНАЛЬ АНАЛИЗ, математиканың аргументтары сикһеҙ күп үлсәмле арауыҡҡа (топологик, векторлы, метрик арауыҡтар, Гильберт һәм Банах арауыҡтары) ҡараған функцияларҙы, уларҙың сағылыштарын, ш. уҡ был структуралар т-дағы мәғлүмәттәрҙе билдәле мәсьәләләргә ҡарата ҡулланылыу ысулдарын өйрәнгән бүлеге....

ФУНКЦИОНАЛЬ ГРАММАТИКА

ФУНКЦИОНАЛЬ ГРАММАТИКА, тел берәмектәре төҙөлөшө функцияларын һәм уларҙың йәшәү законлыҡтарын өйрәнгән грамматика төрө. Ф.г. семантик функциялары дөйөмлөгө нигеҙендә берләшкән төрлө тел кимәлдәре саралары системаһын тикшерә. Тел материалын тасуирлағанда функциянан сараларға (төп) йүнәлеше сараларҙан...

ФУНКЦИОНАЛЬ СТИЛДӘР

ФУНКЦИОНАЛЬ СТИЛДӘР, кешенең билдәле аралашыу сфераһында ҡулланылған әҙәби тел төрҙәре. Китап сфераһында — әҙәби‑художестволы, фәнни, публицистик, рәсми эш, эпистоляр, дини Ф.с., ш. уҡ ауыҙ-тел ижады стиле һәм реклама стиле; йәнле һөйләштә һөйләү стилдәре айырыла. Шулай уҡ стиль төрҙәре һәм Ф.с. телмәр...

ФУНКЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫНЫҢ ТУЛЫЛЫҒЫ

ФУНКЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫНЫҢ ТУЛЫЛЫҒЫ, функциялар системаһының үҙсәнлеге. Ниндәйҙер ҡыр өҫтөндәге векторлы топологик функциялар арауығының теләһә ниндәй функцияһы ошо системаның сикләнгән һыҙыҡлы комбинациялары м-н аппроксимацияланыуынан ғибәрәт. Ф.с.т. (тригонометрик, экспоненциаль һ.б.) аппроксимация, интерполяция,...

ФУРЛЕЙ Иван Иванович

ФУРЛЕЙ Иван Иванович (2.6.1939, Одесса өлк. 1‑се Николаевка а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1990). Одесса ун‑тын тамамлағандан һуң (1962) Органик химия ин‑тында (1980 й. алып лаб. мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре электрондарҙы резонанс эләктергәндә ыңғай һәм кире иондарҙың масс‑спектрометрияһын, фотоэлектрон...

ФУТБОЛ

ФУТБОЛ (ингл. foot — аяҡ, ball — туп), спорт төрө, ҡапҡалы махсус яланда туп м‑н команда уйыны. Башҡортостанда Ф. үҫеше 1907 й. Өфө уҡыу йорттары уҡыусыларын физик тәрбиәләү йәмғиәте асылыуға бәйле. 1912 й. Стәрлетамаҡ ҡ., 1913 й. — Бөрө ҡ. 20‑се йй. аҙ. — Бәләбәй ҡ., 30‑сы йй. аҙ. Ишембай р‑нының Ишембай...

ФУТОРЯНСКИЙ Леонид Иосифович

ФУТОРЯНСКИЙ Леонид Иосифович (6.5.1928, Киев ҡ. — 23.7.2019, Ырымбур ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1974), профессор (1977). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1978), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1974). Чкалов педагогия институтын тамамлағандан һуң (1952)...

ХАВКИН Юлий Ахиллович

ХАВКИН Юлий Ахиллович (11.1. 1931, Харьков ҡ.),биотехнолог. Биол. ф. д-ры (1973), проф. (1989). Ташкент мед. ин-тын тамамлағандан һуң (1954) шунда уҡ эшләй (1957 й. башлап лаб. мөдире). 1964–2000 йй. Биохимия һәм генетика ин-тында: лаб. мөдире, 1988 й. алып баш ғилми хеҙм-р; бер үк ваҡытта 1964–72 йй....

ХАДЖИЕВ Сәләмбәк Наиб улы

ХАДЖИЕВ Сәләмбәк Наиб улы (7.1. 1941,Чечен-ИнгушАССР-ы Шали а.), инженер-технолог. РФА акад. (2008), БР (1991) һәм ТР (2007) ФА-ның почётлы акад., химия ф. д-ры (1981), проф. (1984). РФ Яғыулыҡ-энергетика комплексының атҡ. хеҙм-ре (2001), Чечен-Ингуш АССР-ының атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР-ҙың...

ХАДЖИЕВ Сәләмбәк Наиб улы

ХАДЖИЕВ Сәләмбәк Наиб улы (7.1.1941,Чечен-Ингуш АССР-ы Шали а. — 2.3.2018, Израиль), инженер-технолог. РФА академигы (2008), БР (1991) һәм ТР (2007) ФА-ның почётлы академигы, химия фәндәре докторы (1981), профессор (1984). РФ Яғыулыҡ-энергетика комплексының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2001), Чечен-Ингуш...

ХАЖ

ХАЖ (ғәр. — изге урындарға ғибәҙәт ҡылыу), Мәккә ҡ. (Сәғүд Ғәрәбстаны) һәм уның боронғо Ҡәғбә ҡорамына барыу. Исламдағы 5 фарыздың береһе булып тора, Ҡорбан байрамы ваҡытына тура килә. Х. йолалары, мосолман риүәйәте б-са, Мөхәммәт тарафынан 632 й. изге урындарға һуңғы ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында билдәләнә....

ХАЖИ АҠҠУСҠАРОВ

ХАЖИ АҠҠУСҠАРОВ, башҡорт ихтилалы (1704—11) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорто. Баш күтәреүселәргә ҡораллы ярҙам күрһәтеү т-да һөйләшеү өсөн 1706 й. йәйендә Алдар м-н бергә Ҡырым ханлығына һәм Төркиәгә илселәр ебәргән. Ихтилал ваҡытында Х.А. башҡорт ханы тип иғлан ителгән. 1708...

ХАЖИЕВ Ризуан Закирхан улы

ХАЖИЕВ Ризуан Закирхан улы (30.9.1939, БАССР-ҙың Мәсетле р-ны Һөләймән а. – 26.10.2013, БР-ҙың Дыуан р-ны Мәсәғүт а., тыуған яғында ерләнгән), журналист, яҙыусы. Филол. ф. канд. (1987). БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1993). Журналистар союзы (1969), Яҙыусылар союзы (1992) ағзаһы. БДУ-ны тамамлаған (1969)....