Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХӘБИБУЛЛИН Равмер Хәсән улы

ХӘБИБУЛЛИН Равмер Хәсән улы (10.7.1933, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Саҡмағош а. — 31.8.2011, Өфө), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1983). ӨНИ‑не тамамлаған (1961). 1954—55 йй. “Бавлынефть” тресында; 1961 й. алып “Альметьевнефть” НГДУ‑һында эшләй: нефть сығарыу операторы, нефть ҡыуҙырыу...

ХӘБИБУЛЛИН Радик Ғабдулла улы

ХӘБИБУЛЛИН Радик Ғабдулла улы (5.12.1934, Өфө — 7.3.2017, шунда уҡ), пианист. БАССР‑ҙың халыҡ(1985) һәм атҡ. (1972) артисы. Ә.С.Шайморатованың улы. 1953—57 йй. Мәскәү консерваторияһында уҡыған (Я.И.Мильштейн класы). Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1968; М.А.Зайдентрегер класы). 1958...

ХӘБИБУЛЛИН Рәйес Рәхмәтулла улы

ХӘБИБУЛЛИН Рәйес Рәхмәтулла улы (27.12.1938, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Балыҡлы а. — 28.7.2012, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1994). БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1979), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1976, 1979). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) “Салаватнефтеоргсинтез”...

ХӘБИБУЛЛИН Руслан Әмин улы

ХӘБИБУЛЛИН Руслан Әмин улы (27.3.1966, Бәләбәй ҡ.), йырсы (лирик‑драматик баритон). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (2002) атҡ. артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1994; Л.Ә.Кәримова класы) БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 2008 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта. Яғымлы тембрлы тауышҡа, сағыу сәхнә ҡиәфәтенә, артистизмға эйә....

ХӘБИБУЛЛИНА Гөлсөм Инсаф ҡыҙы

ХӘБИБУЛЛИНА Гөлсөм Инсаф ҡыҙы (5.3.1943, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Хантағы ҡсб — 22.12.2016, Өфө), эстрада артисы. БАССР‑ҙың халыҡ (1987) һәм атҡ. (1977) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1964; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) 2004 й. тиклем Башҡорт филармонияһының һөйләү жанры артисы. Юмор һәм сатира оҫтаһы. Х....

ХӘБИРЙӘНОВ Илфир Хәбирйән улы

ХӘБИРЙӘНОВ Илфир Хәбирйән улы (16.9.1934, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Мәскәү а. — 14.1.2007, Өфө), төҙөүсе. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1989). 1952—54 йй. һәм 1957 й. алып Куйбышев т. юлының Башҡ‑н бүлексәһе подразделениеларында мейессе‑штукатур булып эшләй. 1964 й. башлап Өфө механика з‑дының слесарь‑йыйыусыһы,...

ХӘБИРОВ Әнғәм Хәйбрахман улы

ХӘБИРОВ Әнғәм Хәйбрахман улы (6.9.1936, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Тайнаш а.), тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. канд. (1972). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1997). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (1966). 1956 й....

ХӘБИРОВ Ғамир Әхмәтғәле улы

ХӘБИРОВ Ғамир Әхмәтғәле улы (21.7.1949, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Ҡараҡашлы а.), агроном‑иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) 1976 й. тиклем Шаран р‑нының “Правда” к‑зында иҡтисадсы булып эшләй. 1979 й. алып БДАУ‑ҙа: 1993—2000 йй....

ХӘБИРОВ Илгиз Ҡәүи улы

ХӘБИРОВ Илгиз Ҡәүи улы (8.4.1951, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Ҡом а.), агроном‑тупраҡ белгесе. Биол. ф. д‑ры (1992), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Яңауыл р‑нының Беүә с‑зында агроном булып эшләй. 1973 й. алып РФА Өфө ФҮ‑нең Биология ин‑тында: 1983 й. башлап...

ХӘБИРОВ Илдус Хәйбулла улы

ХӘБИРОВ Илдус (Индус) Хәйбулла улы (10.10.1935, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Йәнәби‑Урсай а. — 29.5.2007, Өфө), балет артисы, балетмейстер. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1963). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1955; педагогы А.Л.Кумысников) 1978 й. тиклем БДОБТ‑ның балет солисы, бер үк ваҡытта 1975—76...

ХӘБИРОВ Илсур Сәғит улы

ХӘБИРОВ Илсур Сәғит улы (30.6.1962, БАССР‑ҙың Архангел районы Тирәкле а.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2021) һәм атҡаҙанған (2006) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1989; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) БР‑ҙың Милли йәштәр театры актёры.   Төрлө пландағы актёр. Сәхнә һөйкөмлөлөгө, музыкаллеге, деталдәргә иғтибарлығы...

ХӘБИРОВ Камил Шәймулла улы

ХӘБИРОВ Камил Шәймулла улы [2.12.1933, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Әмир а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны)], торба һалыу краны машинисы. 1952 й. алып “Востокнефтепровод­строй” ААЙ‑ында эшләй: 1957 й. тиклем бульдозер машинисы, 1960 й. башлап СУ‑4, 1966—95 йй. СУ‑5 торба һалыу краны машинисы. Ишембай—Белорет—Магнитогорск,Уренгой—По­мары—Ужгород,...

ХӘБИРОВ Радий Фәрит улы

ХӘБИРОВ Радий Фәрит улы [20.3.1964, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы Һайран а. (БР‑ҙың Ишембай районы)], дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Башлығы. Юридик фәндәр кандидаты (1998). БР‑ҙың атҡаҙанған юрисы (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1989) шунда уҡ эшләй: уҡытыусы, 1998 й. алып юридик факультет...

ХӘБИРОВ Рәшит Солтан улы

ХӘБИРОВ Рәшит Солтан улы (13.7. 1953,Стәрлетамаҡҡ.), рәссам.БР‑ҙың атҡ.рәссамы (2013). Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлаған (1977; педагогы В.Г.Цыплаков). Хәҙ. башҡорт һынлы сәнғәтенең сағыу вәкилдәренең береһе, реалистик рәсем сәнғәте традицияларында эшләй....

ХӘБИРОВ Рәшит Солтан улы

ХӘБИРОВ Рәшит Солтан улы (13.7.1953, Стәрлетамаҡ ҡ.), рәссам. РФ‑тың (2019) һәм БР‑ҙың (2013) атҡаҙанған рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). В.И.Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын тамамлаған (1977; педагогы В.Г.Цыплаков). Хәҙерге башҡ. һынлы сәнғәтенең сағыу вәкилдәренең береһе, реалистик...

ХӘБИРОВ Салауат Вәли улы

ХӘБИРОВ Салауат Вәли улы (24.2. 1947, Красноярск крайы Пировское а.), механик. Физика­матем. ф. д‑ры (1992), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2017). Новосибирск ун‑тын тамамлаған(1970).1974й.алыпӨАИ‑ла эшләй,1983 й. башлап СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Физика һәм матем. бүлегендә өлкән ғилми хеҙм‑р, 1992...

ХӘБИРОВА Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы

ХӘБИРОВА Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы (17.8.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Малаяҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны Татар Малаяҙы а.), ортопед‑травматолог. Мед. ф. д‑ры (1982). ТАССР‑ҙың атҡ. табибы (1985), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1956)...

ХӘБИРОВА Рәйсә Нәғим ҡыҙы

ХӘБИРОВА Рәйсә Нәғим ҡыҙы (2.10. 1948, Новороссийск ҡ.), балет артисы. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1998). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1967; педагогы И.А.Трофимова) БДОБТ солисы, 1988—89 йй. Өфө резина‑техник изделиелар з‑дының Мәҙәниәт һәм техника һарайында халыҡ бейеүҙәре ансамбле...

ХӘБИРОВА Светлана Әсхәт ҡыҙы

ХӘБИРОВА Светлана Әсхәт ҡыҙы (12.3.1978, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). Урал физик культура акад. тамамлаған (2000). “Каучук” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ;...

ХӘҘЕРГЕ БИШБӘЙГЕ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ

ХӘҘЕРГЕ БИШБӘЙГЕ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1969 й. Хәҙ. бишбәйге б‑са ДЮСШ булараҡ ойошторола, 1983 й. алып Хәҙ. бишбәйге б‑са респ. балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Ат спорты һәм хәҙерге бишбәйге бүлектәре эшләй. Мәктәптә 240‑тан ашыу уҡыусы...