Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЛАҠАС ТУРҒАЙҘАР

АЛАҠАС ТУРҒАЙҘАР (Fringillidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 140 төрө билдәле. Австралия, Океания, Мадагаскар һәм Яңы Гвинея утрауҙарынан башҡа, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 16 төрө иҫәпләнә. Шыршы турғайы, ҡыҙылтүш, һары турғай, ҡупшы турғай йыл әйләнәһенә...

АЛАСЫҠ

АЛАСЫҠ, башҡорт йәйләүҙәрендәге тура мөйөшлө, 2 йәки 4 яҡлы һөҙәк яҫы ҡыйыҡлы, ер иҙәнле ваҡытлыса торлаҡ. Күсмә А. тура мөйөшлө ҡабыҡ (һирәгерәк кейеҙ) м‑н көпләнгән дүрт ҡыҫандан торған, уларҙың өҫкө остары уртаға бөгөлөп, ҡыйыҡ барлыҡҡа килтергән. Стационар А. стеналарҙың мөйөштәренә һәм стена һыҙығы...

АЛАТАНА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

АЛАТАНА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Алатана а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 460 кеше; 1920 — 485; 1939 — 461; 1959 — 345; 1989 — 187; 2002 — 132; 2010 — 137 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, мәҙәниәт...

АЛАТАУ СВИТАҺЫ

АЛАТАУ СВИТАҺЫ, урындағы ташкүмер системаһының стратиграфик бүлексәһе (ҡара: Карбон). Д.В.Наливкин (1926) Алатау тауы районында айырып күрһәтә. Ултырмаларҙың тасуирламаһын А.П.Тяжёва (1940), Г.В.Вахрушев (1951), А.К.Крылова (1958), З.А.Синицина (1974), В.Н.Пазухин (1980) бирә. Ултырмалар төньяҡта Ләмәҙ й....

АЛАТАУ, һырт

АЛАТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Белорет райондары буйлап Үрек й. үрге ағымынан Оло Шешәнәк й. (Еҙем й. ҡушылдығы) тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 40 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 4—5 км, көньяҡ өлөшөнөкө 2—3 км, абсолют бейеклеге 845 м. А. — Еҙем һәм...

АЛАТАУБАЛА, һырт

АЛАТАУБАЛА, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Алатау һырты армыты. Ишембай районы буйлап Үрек й. үрге ағымынан Ҡолғона а. тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км, киңлеге 3 км тиклем, абсолют бейеклеге 548 м ашыу. Алатауайыры һәм Ҡалыуайыры йй. (Еҙем й. бассейны) һыу айырғысы булып...

АЛАТОР, Иглин р‑нындағы ауыл

АЛАТОР, Иглин р‑нындағы ауыл, Ҡалтыман а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Тыуыш й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 903 кеше; 1920 — 825; 1939 — 832; 1959 — 583; 1989 — 611; 2002 — 666; 2010 — 718 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

АЛАТОРЦЕВА Алевтина Ивановна

АЛАТОРЦЕВА Алевтина Ивановна (7.3.1935, Стәрлетамаҡ ҡ. — 21.8.1993, Мәскәү), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1991). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) РФА‑ның Рәсәй тарихы ин‑тында (Мәскәү) эшләй (1993 й. төп ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре СССР‑ҙа тарих фәне тарихына арналған. Хеҙм.: Изучение истории СССР...

АЛАФУЗОВ БУҪТАУ ФАБРИКАҺЫ

АЛАФУЗОВ БУҪТАУ ФАБРИКАҺЫ, 1852 й. Бәләбәй өйәҙе Түбәнге Троицк Заводы а. Түбәнге Троицк буҫтау ф‑каһы булараҡ Д.Е.Бенардаки (ҡара: Бенардакиҙар) тарафынан нигеҙ һалына. Хужалары: 1852 й. алып Бенардаки, 1870 й. — А.А.Бенкендорф, 1883 й. — И.И.Алафузов, 1894 й. — Алафузов Түбәнге Троицк буҫтау ф‑каһы...

АЛБАҪТЫ

АЛБАҪТЫ, башҡ. мифологияһында яуыз иблис. Хөрәфәти хикәйәләр персонажы. Туҙған оҙон һары сәсле, имсәге тубығына тиклем һалынып төшкән ҡатын‑ҡыҙ, һирәк осраҡта оҙон һаҡаллы ир ҡиәфәтендә һүрәтләнә. Хөрәфәттәргә ярашлы, А. — бәлә-ҡаза һөҙөмтәһендә үлгән йәки ерләү йолаларын үтәмәйенсә ерләнгән кешенең...

АЛГЕБРА

АЛГЕБРА (ғәр.), һан системаларының дөйөм үҙенсәлектәрен һәм тигеҙләмәләр ярҙамында мәсьәләләр сисеүҙең дөйөм ысулдарын өйрәнеүсе математика бүлеге. Арифметиканың төп операцияларын йомғаҡлау А. төркөм, һыҙыҡлы арауыҡ, майҙан, ҡулса, есем, идеал, модуль, Ли алгебралары кеүек төп төшөнсәләрен барлыҡҡа...

АЛГОЛЬ, йондоҙ

АЛГОЛЬ, Персей β‑һы, үҙгәреүсе тотолоусы-ҡуш (зәңгәрһыу һәм һары) йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 69 сәғ эсендә 2m,2—3m,5 сиктәрендә даими рәүештә үҙгәреп тора. Ерҙән яҡынса 88 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ ярымшар йондоҙлоғона ҡарай. БР терр‑яһында байымай торған яҡтыртҡыс, йыл әйләнәһенә...

АЛҒА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Алға а/с үҙәге

АЛҒА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Алға а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Асылыкүл тәбиғи паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 219 кеше; 1959 — 276; 1989 — 274; 2002 — 293; 2010 — 295 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡоръятмаҫ урта...

АЛҒА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Суйынсы а/с ҡарай

АЛҒА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Суйынсы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 196 кеше; 1959 — 164; 1989 — 126; 2002 — 95; 2010 — 88 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). 1922 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1925 й. һуң) Бәләбәй кантонында ш....

АЛҒА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Максимовка а/с ҡарай

АЛҒА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Максимовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 58 км алыҫлыҡта Ерекле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 236 кеше; 1959 — 229; 1989 — 182; 2002 — 201; 2010 — 206 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Максимовка...

АЛҒА, сығанаҡ

АЛҒА, Асылыкүл төркөмөнә ҡараған урғылыусы сығанаҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Дәүләкән р‑ны Алға а. төньяҡ-көнбайышҡа табан 300 м алыҫлыҡта Асылыкүл тәбиғи паркында урынлашҡан. Үрге пермдең өфө ярусы тоҡомдарынан (алевролиттар, конгломераттар, ҡомташтар, мергелдәр һәм эзбизташтар) торған үҙән төбөнән...

АЛҒА, сығанаҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы

АЛҒА, Асылыкүл төркөмөнә ҡараған урғылыусы сығанаҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Дәүләкән районы Алға а. төньяҡ-көнбайышҡа табан 300 м алыҫлыҡта Асылыкүл тәбиғи паркында урынлашҡан. Өҫкө пермдең өфө ярусы тоҡомдарынан (алевролит, конгломерат, ҡомташ, мергель һәм эзбизташ) торған үҙән төбөнән сыға. Дебиты...

АЛҒАҘЫ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Әбделкәрим а/с ҡарай

АЛҒАҘЫ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Әбделкәрим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 91 км алыҫлыҡта Кесе Юлыҡ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 294 кеше; 1920 — 637; 1939 — 209; 1959 — 220; 1989 — 199; 2002 — 223; 2010 — 194 кеше. Башҡорттар...

АЛҒЫШ, фольклор жанры

АЛҒЫШ, фольклор жанры, башҡорт йола фольклорында ҡыҫҡа итеп матур теләктәр әйтеү. Һамаҡлап башҡарыла. Һүҙҙең тылсымлы көсөнә ышаныуға бәйле ислам динен ҡабул иткәнгә тиклемге ҡараштарға барып тоташа. Кеше тормошондағы мөһим ваҡиғалар (тыуыу, туй, һуңғы юлға оҙатыу, сәфәр, мөһим эштең башы йәки аҙағы,...

АЛДАР, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Никифар а/с ҡарай

АЛДАР, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Никифар а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 263 кеше; 1920 — 348; 1939 — 288; 1959 — 275; 1989 — 114; 2002 — 119; 2010 — 105 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 18 б....