Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХӘСӘНОВ Ришат Фәүҡәт улы

ХӘСӘНОВ Ришат Фәүҡәт улы (5.9. 1954, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Ҡомъяҙы а.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (2006). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2005), БР‑ҙың мәға­риф отличнигы (2000). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй: 1986 й. алып филол. ф‑тында декан урынбаҫары, 1987—92...

ХӘСӘНОВ Сафа Хөзәм улы

ХӘСӘНОВ Сафа Хөзәм улы [26.6. 1916, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Өмөтбай а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) — 24.9.1973, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Йәлембәт а.], кавалерист, өлкән лейтенант (1946). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курсын тамамлаған (1942). 1933 й. алып...

ХӘСӘНОВ Хәмит Кәли улы

ХӘСӘНОВ Хәмит Кәли улы [10.10. 1908, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Теләүембәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 28.12.1983, Өфө], агроном. А.х. ф. канд. (1952). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан һуң (1932) БНИИСХ‑ла...

ХӘСӘНОВ Юлай Иҙрис улы

ХӘСӘНОВ Юлай Иҙрис улы (23.2. 1931, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Дауыт а. — 21.1.2010, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Йәнгел а.), педагог. РСФСР (1976), БАССР (1980) мәктәптәренең атҡ. уҡытыусыһы, СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлаған (1956)....

ХӘСӘНОВА Винира Ғиниәт ҡыҙы

ХӘСӘНОВА Винира Ғиниәт ҡыҙы (15.2.1948, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2005) һәм атҡ. (1993) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1974; Р.М.Әйүпов курсы) 2012 й. тиклем Салауат драма театры актрисаһы. Актрисаға дәртлелек, тәьҫирлелек...

ХӘСӘНОВА Зилара Муллайән ҡыҙы

ХӘСӘНОВА Зилара Муллайән ҡыҙы (5.12.1935, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Яңы Мөслим а.), үҫемлектәр физиологы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), биол. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны...

ХӘСӘНОВА Лилиә Әнәс ҡыҙы

ХӘСӘНОВА Лилиә Әнәс ҡыҙы (29.6. 1962, Өфө), микробиолог. Биол. ф. д‑ры (1996), Реймс ун‑ты д‑ры (Франция, 1998), проф. (1999). З.М.Хәсәнованың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1984) ЛДУ‑ла эшләй. 1989 й. алып БДУ‑ла (1995 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р), 2004 й. башлап БДПУ‑ла (2006–10 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р),...

ХӘСӘНОВТАРҘЫҢ ҒАИЛӘ ФОЛЬКЛОР АНСАМБЛЕ

ХӘСӘНОВТАРҘЫҢ ҒАИЛӘ ФОЛЬКЛОР АНСАМБЛЕ. 1981 й. Баймаҡ р‑ны Түб. Яйыҡбай а. ойошторола, 1983 й. алып Халыҡ ижады үҙәгенә (Баймаҡ ҡ.) ҡарай. 2002 й. “халыҡ” исемен ала. Составына 2—80 йәшлек 70‑тән ашыу кеше инә. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары (“Буранбай”, “Сибай”, “Урал”, “Эскадрон”) һәм таҡмаҡтар...

ХӘСӘНШИН Данил Дәүләтша улы

ХӘСӘНШИН Данил Дәүләтша улы (22.8.1937, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Сүлте а.), композитор. РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1973). Ҡазан консерваторияһын тамамлаған (1972; А.С.Леман класы). 1957 й. алып Илеш р‑нының Үрге Йәркәй урта мәктәбендә, 1964—65 йй....

ХӘТИРӘ, хикәйә‑иҫтәлек

ХӘТИРӘ, башҡорт фольклорында яңыраҡ булған һәм хәҙ. реаль ваҡиғалар т‑дағы йыш ҡына уйҙырма элементтар м‑н байытылып телдән һөйләнгән хикәйә‑иҫтәлек. Ябай хикәйәнән билдәле бер урында йәшәгән халыҡ араһында таралған булыуы м‑н айырыла. Хикәйәләү ғәҙәттә ваҡиғаны күргән‑белгән йәки унда ҡатнашҡан кеше...

ХӘТИРӘ”, башҡорт халыҡ йыры

“ХӘТИРӘ”, башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1934 й. С.Ғәбәши яҙып ала, Х.Ф.Әхмәтов яҙмаһында “Башҡорт халыҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Артабанғы варианттары З.Ғ.Исмәғилев, Ф.Х.Камаев, Л.Н.Лебединский, Ғ.З. Сөләймәнов тарафынан яҙып алына. Шаян таҡмаҡ. Ғашиҡ булған егеттең монологы рәүешендә...

ХӘТМУЛЛИН Флүр Хәким улы

ХӘТМУЛЛИН Флүр Хәким улы (11.3.1941, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Ябалаҡ а.), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1998). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1977), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1982). ӨНИ‑не тамамлаған (1964). 1965—2005...

ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ТЕХНИКАҺЫ

ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ТЕХНИКАҺЫ, кешеләргә травма йәки һаулыҡтың ҡапыл насарланыуына килтергән производство факторҙарын булдырмау ысулдары һәм саралары йыйылмаһы. Х.т. ойоштороу сараларына (инструктаж үткәреү, хәүефһеҙ эшләү, зыян күргән кешеләргә беренсе ярҙам күрһәтеү ысулдарына өйрәтеү; хәүефле производство...

ХВОЛЬСОН Даниил Абрамович

ХВОЛЬСОН Даниил Абрамович (21.11.1819, Вильна ҡ. — 23.3.1911, С.-Петербург), шәрҡиәтсе, тарихсы. Император С.-Петербург ФА-ның Көнсығыш телдәр бүлеге мөхбир ағзаһы (1858) һәм почётлы ағзаһы (1908), филос. д-ры (1855). Бреславль ун-тын тамамлаған (1848). 1855—94 йй. Им­ператор С.-Петербург ун-тында,...

ХВОРОВА Ирина Васильевна

ХВОРОВА Ирина Васильевна (21.2. 1913, Красноярск ҡ. — 25.12.2003, Мәскәү), инженер-геолог. Геол.-минералогия ф. д-ры (1952), проф. (1971). РСФСР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин-тын тамамлағандан һуң (1935) “Востокнефть” тресының геологы. 1937 й....

ХВОРОСТЯНКА, Хәйбулла р-нындағы ауыл

ХВОРОСТЯНКА, Хәйбулла р-нындағы ауыл, Һамар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 35 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.-Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында, Таналыҡ һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 209 кеше; 1920 — 303; 1939 — 132; 1959 — 150; 1989 — 217; 2002 — 263; 2010 —...

ХВОСТЕНКО Виктор Иванович

ХВОСТЕНКО Виктор Иванович (17.11.1933, Жлобин ҡ. – 21.3.1996, Өфө), физик. Физика­матем. ф. д-ры (1975),проф.(1979). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1982). ЛДУ-ны тамамлағандан һуң (1955) Ленинград физика-техник ин-тында эшләй. 1959 й. алып Химия ин-тында (1968 й. башлап лаб. мөдире), 1980 й. – СССР ФА...

ХВОСТЕНКО Ольга Григорьевна

ХВОСТЕНКО Ольга Григорьевна (5.7.1946, Өфө), физик. Физика-матем. ф. д-ры (2005). Одесса ун-тын тамамлаған (1971). 1972 й. алып Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин-тында: 1998 й. – өлкән, 2005 й. – төп ғилми хеҙм-р. Фәнни эшмәкәрлеге нейтраль молекулаларҙың һәм кире иондарҙың электрон төҙөлөшөн өйрәнеүгә...

ХЕДЕРҘАР

ХЕДЕРҘАР (боронғо йәһүдсә — бүлмә), йәһүдтәрҙең дини башланғыс уҡыу йорттары. Яҡынса 13 б. барлыҡҡа килә. 3—5 йәшлек малайҙар ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була. Дәрестәр уҡытыусының (меламед, ребе) өйөндә үтә. Түбәнге төркөмдә (3 йәштән) әлифба һәм иврит телендә текстар уҡырға (тәржемәһеҙ) өйрәтәләр, урта...

ХЕҘМӘТ БАҘАРЫ

ХЕҘМӘТ БАҘАРЫ, эшсе көсө баҙары. Х.б. ситуация хеҙмәткә һорау һәм тәҡдимдең нисбәте м-н билдәләнә, уның һөҙөмтәһендә баҙарҙа эшсе көсөнә тиң хаҡ урынлаша һәм иҡтисадта мәшғүллек (эшһеҙлек) кимәле асыҡлана. Хеҙмәткә һорау – түләй алыу һәләтен һәм производство ихтыяждарын иҫәпкә алып эш биреүселәргә талап...