Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХЕҘМӘТ БҮЛЕНЕШЕ

ХЕҘМӘТ БҮЛЕНЕШЕ, ижт. хеҙмәт процесында төрлө хеҙмәт эшмәкәрлегенең айырымланыуы. Дөйөм (ижт. производство тармаҡтары б-са: ауыл хужалығы, сәнәғәт һ.б.), шәхси (тармаҡтар эсендә, мәҫ., сәнәғәттә: еңел, ауыр, аҙыҡ-түлек һ.б.), айырым (пр-тиела: функциональ, технологик һәм функциональ-квалификация) Х.б....

ХЕҘМӘТ ГЕРОЙЫ

ХЕҘМӘТ ГЕРОЙЫ, РСФСР-ҙа һәм СССР-ҙа 1918—38 йй. хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бирелгән почётлы исем. Тәүҙә пр-тие коллективтары, 1921 й. алып эшселәр йыйылышы тәҡдиме м-н губ. профсоюздар советтары, 1927 й. башлап СССР ҮБК Президиумы тарафынан бирелгән. Башҡортостанда В.Д.Галанов, Л.А.Галанова, Э.И.Корлейс,...

ХЕҘМӘТ ДАНЫ ОРДЕНЫНЫҢ ТУЛЫ КАВАЛЕРҘАРЫ

ХЕҘМӘТ ДАНЫ ОРДЕНЫНЫҢ ТУЛЫ КАВАЛЕРҘАРЫ. Хеҙмәт Даны ордены СССР ЮС Президиумының 1974 й. 18 ғин. указы м-н бер пр-тиела, ойошмала, колхозда йәки совхозда күп йылдарға һуҙылған юғары етештереүсәнле хеҙмәте өсөн материаль производствоның бөтә тармаҡтары эшселәрен һәм мастерҙарын, ш. уҡ производствоға...

ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ

ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ, етештереү процесында хеҙмәттең һөҙөмтәлелеге. Тауарҙың конкуренцияға һәләтлелеген арттырыуҙың нигеҙе булып тора. Етештерелгән продукция күләме (башҡарылған эш күләме) һәм сарыф ителгән эш ваҡыты (сәғәт, смена, ай, квартал, йыл) йәки продукция берәмеген етештереүгә киткән ваҡыт...

ХЕҘМӘТ МЕДИЦИНАҺЫ ҺӘМ КЕШЕ ЭКОЛОГИЯҺЫ ИНСТИТУТЫ

ХЕҘМӘТ МЕДИЦИНАҺЫ ҺӘМ КЕШЕ ЭКОЛОГИЯҺЫ ИНСТИТУТЫ. 1955 й. Өфө профпатология клиник дауаханаһы һәм Магнитогорск ҡ. күсерелгән Хеҙмәт гигиенаһы һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ нигеҙендә Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ булараҡ асыла,1992 й. алып Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ҒТИ, 2005 й. – Ҡулланыусылар...

ХЕҘМӘТ РЕСУРСТАРЫ

ХЕҘМӘТ РЕСУРСТАРЫ, хеҙмәткә яраҡлы йәштәге халыҡ (эшләмәгән инвалидтарҙан һәм льготалы шарттарҙа пенсия алған шәхестәрҙән тыш), пенсия йәшендәге эшләп йөрөгән граждандар һәм үҫмерҙәр, эшләп йөрөгән сит ил мигранттары. РФ-та хеҙмәткә яраҡлылыҡ ир-егет өсөн 16—59 йәш, ҡатын-ҡыҙ өсөн 16—54 йәш (ҡара: Халыҡтың...

ХЕҘМӘТ ТЕРАПИЯҺЫ

ХЕҘМӘТ ТЕРАПИЯҺЫ, хеҙмәт процестарын дауалау маҡсатында ҡулланыу. Формаһы б-са түбәндәге төрҙәргә айырыла: аяҡҡа баҫтырыусы хеҙмәт эшмәкәрлеге (хәрәкәт боҙолоштарын иҫкәртеүгә йәки боҙолған функцияларҙы тергеҙеүгә йүнәлтелә), дөйөм нығыныу (ауырыу оҙаҡҡа һуҙылған осраҡта функциональ хәлде һәм хеҙмәткә...

ХЕҘМӘТ ХОҠУҒЫ

ХЕҘМӘТ ХОҠУҒЫ, граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуғын һәм иреклеген, хеҙм-рҙәрҙең һәм эш биреүселәрҙең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен дәүләт тарафынан яҡлау маҡсатында хеҙмәт һәм уға бәйле мөнәсәбәттәрҙе көйләгән хоҡуҡ тармағы. 1882 й. 1 июнендәге “Заводтарҙа, фабрика­ларҙа һәм мануфактураларҙа эшләүсе балалар...

ХЕҘМӘТ ҺӘМ СОЦИАЛЬ МӨНӘСӘБӘТТӘР АКАДЕМИЯҺЫ

ХЕҘМӘТ ҺӘМ СОЦИАЛЬ МӨНӘСӘБӘТТӘР АКАДЕМИЯҺЫ. Мәскәүҙә урынлашҡан. Башҡ-н соц. технологиялар ин-ты (филиалы) 1963 й. Өфөлә уҡыу-консультация пункты булараҡ асыла, 1998 й. алып Башҡ-н филиалы, 2004 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә (БСТИ). Ин-т составына 3 ф-т (финанс-иҡт., юридик, ситтән тороп...

ХЕҘМӘТЛЕ КЕШЕЛӘР

ХЕҘМӘТЛЕ КЕШЕЛӘР, 14—18 бб. Рәсәйҙә дәүләт файҙаһына адм. йәки хәрби хеҙмәт үтәргә тейешле кешеләр. Нәҫелдән килгән Х.к. (хеҙмәт башлыса атаһынан улына күскән) [баярҙар, дворяндар (ҡара: Дворянлыҡ), баяр балалары, окольничийҙар, стольниктар аҫабалыҡ йәки поместье хоҡуғында ер һәм крәҫтиәндәргә хужа...

ХЕҘМӘТТЕ ҺАҠЛАУ

ХЕҘМӘТТЕ ҺАҠЛАУ, хеҙмәт итеү процесында хеҙм-рҙәрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау системаһы; хоҡуҡи, соц.-иҡт., ойоштороу, техник, санитария-гигиена, дауалау-иҫкәртеү, реабилитациялау сараларын һ.б. үҙ эсенә ала. Х.һ. хәүефһеҙлек техникаһы, хеҙмәт гигиенаһы, хеҙмәтте фәнни яҡтан ойоштороу һ.б. айырыла....

ХЕМИЛЮМИНЕСЦЕНЦИЯ

ХЕМИЛЮМИНЕСЦЕНЦИЯ, ҡуҙғытылған хәлдә химик реакцияларҙың продукттары килеп сығыуға бәйле барлыҡҡа килгән тигеҙләнешмәгән нурланыш. Ҡуҙғытыу энергияһы молекула тәүге хәленә квантлы күсеүе ваҡытында фотондар рәүешендә бүленеп сыға (ҡара: Люминесценция). Тәбиғәттә яҡтылыҡ атмосфераның юғары ҡатламдарында,...

ХИЗБУЛЛИН Фәйез Фәрүәз улы

ХИЗБУЛЛИН Фәйез Фәрүәз улы (22.9.1956, БАССР-ҙың Дыуан районы Мәсәғүт а.), физик. Химия фәндәре докторы (2006). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй. 1980 й. алып ӨНИ-лә, 1981 й. – Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология институтында (1990 й....

ХИКӘЙӘ

ХИКӘЙӘ, бәләкәй эпик жанр, ҡағиҙә булараҡ, герой тормошоноң бер йәки бер нисә ваҡиғаһы һүрәтләнгән, күләме б-са ҙур булмаған сәсмә әҫәр. Х. ҡатнашыусылар даирәһе сикле, тасуирланған ваҡиғаның ваҡыты ҡыҫҡа. Башҡорт Х. көләмәс, легенда, риүәйәт, хикәйәт, әкиәт һ.б. сәсмә фольклор жанрҙары нигеҙендә үҫешә....

ХИКӘЙӘТ

ХИКӘЙӘТ (ғәр.), Яҡын, Урта Көнсығыш һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия халыҡтарында теләһә ниндәй ҙур сюжетлы сәсмә йәки шиғри әҫәрҙе аңлатҡан әҙәби термин. Тар мәғәнәлә — күләме б-са хикәйә һәм новелла м-н тиң булған бәләкәй эпик жанр. Романтик стиль, тарихи ваҡиғаға йәки легендаға нигеҙләнгән хикмәтле сюжет...

ХИКМӘТ

ХИКМӘТ (ғәр.), көнсығыш әҙәбиәте жанры, күләме б-са ҙур булмаған, күпселек осраҡта фәлс. йәки тормош тәжрибәһен, фәһемле һығымтаны үҙ эсенә алған шиғри әҫәр. Ҡайһы берҙә ҙур әҫәрҙәрҙә (мәҫ., С.Сараиҙың “Гөлөстан бит‑төрки” дастанында) структура яһаусы элемент булып тора. Башҡорттар араһында С.Баҡырғани,...

ХИЛАЖЕВ Мәүлит Хилаж улы

ХИЛАЖЕВ Мәүлит Хилаж улы [5.5. 1916, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Мансур а. (БР-ҙың Учалы р-ны) — 30.8.1997, шунда уҡ], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1928 й. алып “Башзолото” тресының алтын приискыларында эшләй. 1941 й. окт. башлап Ленинград фронтының 14-се атлы артиллерия полкында...

ХИМИК АНАЛИЗ

ХИМИК АНАЛИЗ, матдәнең химик составын (элемент, изотоп, молекуляр һәм фаза) асыҡлау өсөн ҡулланылған ысулдар һәм принциптар йыйылмаһы. Х.а. фәнни нигеҙе – аналитик химия. Сифат (компоненттарын – атомдарын, иондарын, молекулаларын, функциональ төркөмдәрен билдәләү) һәм һан б-са (уларҙың һанын иҫәпләү)...

ХИМИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ

ХИМИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, химик реакцияларҙы ҡулланыуға нигеҙләнгән. Һан һәм сифат б-са Х.а.ы. айырыла. Һан б-са Х.а.ы. реакция продуктының массаһы (гравиметрия), билдәләнә торған компонент м-н реакцияға ингән матдә эретмәһенең һан б-са күләме (титриметрия), реакция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән газдың...

ХИМИК БЫСРАНЫУ

ХИМИК БЫСРАНЫУ, тирә‑яҡ мөхиттә химик матдәләрҙең (органик берләшмәләр, пестицидтар, ауыр металдар, радионуклидтар, пластик массалар, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, нефть продукттары һ.б.) норманан артыҡ йәки уға хас булмаған концентрацияларҙа тупланыуы. Х.б.–биосфера процестарының тигеҙләнеше боҙолоуҙың,...