Список материалов
ҺАН
ҺАН, предметтарҙың йәки заттарҙың һан яғынан характеристикаһын белдергән грамматик категория. Һ. исемдәргә һәм зат алмаштарына хас, һүҙҙәрҙең башҡа лексик‑грамматик төркөмдәре Һ. синтаксик категорияһына эйә (Һ. формаһы исем һәм зат алмаштары формалары м‑н яраша). Башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, башҡорт...
ҺАН МЕНӘН ПРОГРАММАЛАНҒАН ИДАРА ИТЕҮ СТАНОГЫ
ҺАН МЕНӘН ПРОГРАММАЛАНҒАН ИДАРА ИТЕҮ СТАНОГЫ, металл ҡырҡыу станогының бер төрө, индивидуаль, аҙ сериялы һәм сериялы етештереү шарттарында деталдәрҙе юғары етештереүсәнле механик эшкәртеү өсөн ҡулланыла. Һ.м.п.и.и.с. төп технологик төркөмөнә ҡырыу, тишеү һәм киңәйтеү, фрезерлау, шымартыу станоктары,...
ҺАН, һүҙ төркөмө
ҺАН, предметтың иҫәбен һәм уның һан яғынан билдәһен аңлатҡан һүҙ төркөмө. Һ. лексиканың иң боронғо ҡатламдарының береһе булып тора. Башҡа күп телдәрҙәге кеүек, башҡорт теле нигеҙендә кешеләр һанарға өйрәнгән 10 бармаҡҡа нигеҙләнгән унаулы система ята. Һ. яҙма рәүештә биреү өсөн интернациональ идеограммалар...
ҺАНДУҒАС, Яңауыл р‑нындағы ауыл
ҺАНДУҒАС, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Һандуғас а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Һандуғас й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 482 кеше; 1920 — 494; 1939 — 529; 1959 — 484; 1989 — 415; 2002 — 437; 2010 — 431 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...
ҺАНДУҒАСТАР
ҺАНДУҒАСТАР, былбылдар (Luscinia), барҡылдаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар заты. 6 төрө билдәле: көйәҙ Һ., көньяҡ, йәки көнбайыш Һ., ябай, йәки көнсығыш Һ. Евразияла, күк Һ., һыҙғырыусы Һ. — күбеһенсә Алыҫ Көнсығыштың көньяғында һәм Себерҙә, ҡыҙыл Һ. Себерҙә таралған. Башҡортостанда 3 төрө осрай. Күсәр...
ҺАҢҒЫРАУ БӘШМӘК
ҺАҢҒЫРАУ БӘШМӘК (Lycoperdon), базидиомицеттар класының һаңғырау бәшмәк һымаҡтар тәртибенә ҡараған бәшмәк заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Көньяҡ Американан башҡа бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 10‑ға яҡын төрө осрай. Емешлек тәненең бейеклеге 1—7 см, киңлеге 2 см тиклем; груша, суҡмар, һирәгерәк шар...
ҺАҢҒЫРАУ КЕСЕРТКӘН
ҺАҢҒЫРАУ КЕСЕРТКӘН (Lamium), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 40‑тан ашыу төрө билдәле, Европала, тропик булмаған Азияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда аҡ Һ.к., димгелле Һ.к., пурпур Һ.к., һабаҡҡосҡан Һ.к. үҫә. Бер, ике йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары тарбаҡлы,...
ҺАҢҒЫРАУ‑ТЕЛҺЕҘҘӘР УЧИЛИЩЕҺЫ
ҺАҢҒЫРАУ‑ТЕЛҺЕҘҘӘР УЧИЛИЩЕҺЫ, һаңғырау‑телһеҙ балалар өсөн башланғыс проф. уҡыу‑тәрбиә йорто. 1902 й. 17 февр. Өфө һаңғырау‑телһеҙҙәр уч‑щеһы булараҡ асыла. Нигеҙ һалыусыһы — Н.А.Котельников. Епархия Преосвященныйының Баш идаралығы ҡарамағында тора. Императрица Мария Фёдоровнаның Өфө һаңғырау‑телһеҙҙәр...
ҺАҢҒЫРАУҘАР ЙӘМҒИӘТЕ
ҺАҢҒЫРАУҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы. Һ.й. БР буйынса төбәк бүлексәһе 1926 й. Бөтә Рәсәй һаңғырау‑телһеҙҙәр берекмәһенең Өфө ҡала бүлеге булараҡ ойошторола, 1928 й. алып Башҡортостан өлкә бүлеге; 1950 й. башлап Һ.й. Башҡортостан бүлеге, 1996 й. — Башҡортостан республика ойошмаһы,...
ҺАРАЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл
ҺАРАЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Торонтайыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта Ҡорһаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1288 кеше; 1920 — 1608; 1939 — 1378; 1959 — 1049; 1989 — 552; 2002 — 462; 2010 — 342 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...
ҺАРАЙҒЫР БҮЛЕКСӘҺЕ АУЫЛЫ
ҺАРАЙҒЫР БҮЛЕКСӘҺЕ АУЫЛЫ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Уртакүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 126 кеше; 1959 — 259; 1989 — 174; 2002 — 224; 2010 — 213 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Бинаһында балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...
ҺАРАЙЛЫ, Благовар р‑нындағы ауыл
ҺАРАЙЛЫ, Благовар р‑нындағы ауыл, Балышлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Благовар т. юл ст. К.‑Көнс. табан 11 км алыҫлыҡта Балышлы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1147 кеше; 1920 — 974; 1939 — 796; 1959 — 615; 1989 — 335; 2002 — 280; 2010 — 264 кеше. Башҡорттар йәшәй...
ҺАРАЙҪА, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл
ҺАРАЙҪА, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Һарайҫа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 41 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 222 кеше; 1920 — 256; 1939 — 467; 1959 — 363; 1989 — 250; 2002 — 321; 2010 — 283 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
ҺАРАУЫС
ҺАРАУЫС, башҡорт ҡатын‑ҡыҙының традицион маңлай биҙәүесе (ҡара: Башҡорт кейеме). Киндер туҡыманан (оҙонлоғо 25—40 см, киңлеге 8—16 см) эшләнә, өҫкө һәм аҫҡы ситтәренә ҡыҙыл, һирәгерәк көрән төҫтәге кизе‑мамыҡ йәки киндер ҡайма тегелә. Һ. алғы өлөшө төрлө төҫтәге ебәк йәки йөн ептәрҙән сигеү м‑н биҙәлә....
ҺАРҒАЙЫ, һырт
ҺАРҒАЙЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Яманғыр һыртынан алып Үҙән й. тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Ҡыраҡа тау массивына ҡарай. Оҙонлоғо яҡынса 11 км, киңлеге 6—8 км, абс. бейеклеге 943 м. Формаһы яйла һымаҡ, бейеклеге 702—943 м булған 6‑ға яҡын түбәһе бар. Рельефы...
ҺАРҒАМЫШ, Салауат р‑нындағы ауыл
ҺАРҒАМЫШ, Салауат р‑нындағы ауыл, Миәшәгәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 112 кеше; 1920 — 103; 1939 — 247; 1959 — 785; 1989 — 359; 2002 — 303; 2010 — 256 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...
ҺАРҒАЯ, Бөрйән р‑нындағы ауыл
ҺАРҒАЯ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ҡолғана а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 49 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Оло Һарғая й. (Үҙән й. ҡушылдығы) буйында, Башҡорт ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 134 кеше; 1959 — 148; 1989 — 137; 2002 — 168; 2010 — 146 кеше....
ҺАРНАУ
ҺАРНАУ (речитатив м‑н йырлау), башҡорт фольклоры жанры, арбау‑имләү формулалары (ҡара: Арбау). Исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа. Ҡамлау йолаһы ваҡытында баҡсы тарафынан әйтелә. Аныҡ ритмға һалынған текст махсус хәрәкәттәр м‑н оҙатыла. Дөңгөр, ҡумыҙ йәки ҡыл ҡумыҙға ҡушылып һамаҡ стилендә...
ҺАРТ‑ЛАБАУ, Иглин р‑нындағы ауыл
ҺАРТ‑ЛАБАУ, Иглин р‑нындағы ауыл, Үктәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Лабау й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 306 кеше; 1920 — 431; 1939 — 835; 1959 — 576; 1989 — 403; 2002 — 424; 2010 — 423 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...
ҺАРТ‑НАУРЫҘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл
ҺАРТ‑НАУРЫҘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Прибельский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 25 км һәм Шәкәр заводы т. юл ст. Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 741 кеше; 1920 — 879; 1939 — 920; 1959 — 743; 1989 — 494; 2002 — 467; 2010 — 404 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...