Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺИЛЕЙӘ, һырт

ҺИЛЕЙӘ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Салауат р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап Оло Һатҡы й. (Әй й. ҡушылдығы) киңлек бүлеменән Сильга й. (Йүрү­ҙән й. ҡушылдығы) тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 50 км, БР‑ҙа — 16 км, төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәренең киңлеге 1,5—3 км,...

ҺИНД‑ЕВРОПА ТЕЛДӘРЕ

ҺИНД‑ЕВРОПА ТЕЛДӘРЕ, генетик ҡәрҙәшлек м‑н берләштерелгән эре телдәр ғаиләһе (ҡара: Телдәр классификацияһы). Һ.‑е.т. Евразия, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка, Австралия һәм Африка терр‑яһында таралған. Фонетик, морфологик һәм синтаксик кимәлдә типологик яҡтан оҡшаш структуралар осрай. Фонетикаһына [а], [о],...

ҺИНД‑ИРАН ҠӘБИЛӘЛӘРЕ

ҺИНД‑ИРАН ҠӘБИЛӘЛӘРЕ, археологик һәм тарихи‑лингвистик тикшеренеү мәғлүмәттәре б‑са, Көньяҡ Уралда тимер быуаттан алып билдәле. Тикшеренеүселәрҙең күпселеге аргиппейҙарҙың, аримасптарҙың, иирктарҙың, исседондарҙың, дайҙарҙың, савроматтарҙың, саҡтарҙың, сарматтарҙың һ.б. килеп сығыуын Һ.‑и.ҡ. м‑н бәйләй....

ҺИНДОСТАН

ҺИНДОСТАН, Һиндостан Республикаһы, Һиндостан ярымутрауындағы Көньяҡ Азия дәүләте. Майҙаны — 3,3 млн км2. Баш ҡалаһы — Дели. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 1220,2 млн яҡын кеше (2012): һиндтар, телугулар, бихарҙар, бенгалдар һ.б. Рәсми телдәре — һинди, инглиз теле. Диндарҙары — индустар (81,3%),...

ҺИРӘКТАЖ

ҺИРӘКТАЖ (Erigeron), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 200‑ҙән ашыу төрө билдәле, күбеһенсә ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер (канада Һ.), ике йәки күп йыллыҡ (подолия Һ.) төклө үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тарбаҡлы, бейеклеге...

ҺИРГЕ ЗАВОДТАРЫ,

ҺИРГЕ ЗАВОДТАРЫ, 1740 й. Ҡазан губернаһы Көңгөр провинцияһының Терһәк һәм Өпәй улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Һирге й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында Н.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан Үрге һәм Түб. суйын иретеү һәм тимер етештереү з‑ды булараҡ төҙөлә. Хужалары: Демидовтар, 1789 й....

ҺИРГЕ‑ӨПӘЛЕ ТАУ ЗАВОДТАРЫ ШИРҠӘТЕ

ҺИРГЕ‑ӨПӘЛЕ ТАУ ЗАВОДТАРЫ ШИРҠӘТЕ, Уралдың тау‑ҡаҙылма һәм металлургия сәнәғәтендә пайсылар йәмғиәте. 1881 й. 6 нояб. “Э.М.Мейер һәм К°”, “И.Е.Гинзбург һәм К°” сауҙа йорттары, “Урыҫ һәм Француз банкы” аноним йәмғиәте тарафынан асыла. 1860 йй. башында Һирге (Һирге заводтары, Әтек заводы, Кәзә һәм Михайловка...

ҺОЛО

ҺОЛО (Avena), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда буш Һ. (ҡара һоло) һәм шырт Һ. үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр. Һабағы (һаламы) төҙ, шыма, төкһөҙ, бейеклеге 100—120 см. Япрағы ҡыяҡ, яҫы. Башағы эре, ҡыҫҡа, 2—4 сәскәле. Аҫҡы...

ҺОЛО ТУРҒАЙҘАРЫ

ҺОЛО ТУРҒАЙҘАРЫ (Emberizidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 200 төрө билдәле, Австралиянан тыш бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 9 төрө осрай. Аҡбаш һоло турғайы, ваҡ һоло турғайы, ҡамыш турғайы, ҡоролдай, һаҙ турғайы, һарымтамаҡ турғай оя ҡорорға осоп ҡайта, буран турғайы,...

ҺОЛОБАШ

ҺОЛОБАШ (Helictotrichon), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Евразияла, Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда сүл Һ., Шелль Һ., ялбыр Һ. үҫә. Төрлө тығыҙлыҡтағы кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 60—100 см тиклем. Япраҡтары яҫы...

ҺОМАЙ, персонаж

ҺОМАЙ, мифологик образ, башҡорт фольклоры персонажы. “Урал батыр” эпосында Һ. — ҡоштар батшаһы Самрау м‑н Ҡояштың ҡыҙы. Әсәһе уны Йәншишмә һыуы м‑н ҡо­йондороп, үлемһеҙ итә. Ул йә әсәһендә һауала, йә атаһында ерҙә йәшәй, аҡҡош йәки алтын сәсле ҡыҙ ҡиәфәтенә инә ала. Иблестәр Әзрәҡә, Зәрҡүм Һ. ҡулдарына...

ҺОРАУ ҺӘМ ТӘҠДИМ

ҺОРАУ ҺӘМ ТӘҠДИМ, иҡтисад теорияһының һатып алыусылар һәм һатыусыларҙың үҙ‑ара бәйләнешен билдәләгән категорияһы. Һорау — һатып алыусының хаҡы төшә барған тауарҙарҙы арта барған күләмдәрҙә һатып алыу һәләтлеген, тәҡдим етештереүсенең хаҡы арта барған тауарҙы арта барған күләмдәрҙә һатырға әҙер булыуын...

ҺОРНАЙ, музыка ҡоралы

ҺОРНАЙ, башҡорт тынлы музыка ҡоралы. Телле (гобойға оҡшаш; бер йәки ике көбәкле ағас йәки металл төрөпкә, оҙонлоғо яҡынса 400 мм, 4—6 тишекле, өҫкө осона — ҡамыш һыбыҙғы, аҫҡыһына мөгөҙҙән раструб индереп эшләнә) һәм мөштөк (мөгөҙҙән яһала, 1—2 тишекле йәки тишекһеҙ була) Һ. айырыла. Тауыш сығарыу өсөн...

ҺОРО АЙЫУ

ҺОРО АЙЫУ (Ursus arctos), йыртҡыстар отрядының айыуҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла, Төньяҡ Америкала, Төньяҡ Африкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 250 см тиклем, ауырлығы 150—250 кг, инә Һ.а. вағыраҡ. Төҫө һоро; ҡыш көнө йөнө оҙон, ҡуйы, йәй көнө — ҡыҫҡа, һирәк. Кәүҙәһе тығыҙ, ауыр. Башы ҙур,...

ҺОРО КҮМЕР

ҺОРО КҮМЕР, ҡаты янар файҙалы ҡаҙылма, торф һәм таш күмер араһындағы форма. Күмерләнеүҙең түбән дәрәжәһе хас. Структураһы тупраҡлы (кәүшәк) йәки тығыҙ. Төҫө тоноҡ һары, көрән йәки ҡара. Асыҡ һауала һоро төҫкә тиҙ инә һәм ярыла. Яғыулыҡ итеп файҙаланыла. Башҡортостанда Һ.к. петрографик типтары (торфҡа...

ҺОРО КҮМЕР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

ҺОРО КҮМЕР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, респ. көньяғында Көйөргәҙе р‑ны сиктәрендә урынлашҡан. Көньяҡ Урал һоро күмер бассейнының төньяҡ өлөшөнә тура килә. Макс. күмергә ту­йындырылыуы — 1 км2 36,6 млн т (Бабай ятҡылығы), макс. йыллыҡ һоро күмер сығарыу — 10,2 млн т (1976). Бабай Һ.к.я., Күмертау ҡ. көнсығышҡа табан...

ҺОРО ҠОМАҠ

ҺОРО ҠОМАҠ (Rattus norvegicus), сысҡандар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Бөтә Ер шары буйлап таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 15—27 см, ауырлығы 570 г тиклем. Арҡаһының һәм ян‑яҡтарының йөнө күбеһенсә ерәнһыу һоро, ҡорһағы аҡһыл (йөн төптәре ҡара төҫтә). Мороно сағыштырмаса йәйенке, киң. Ҡолаҡтары ҙур түгел. Ҡойроғо...

ҺОРО ӨКӨ

  ҺОРО ӨКӨ (Strix nebulosa), ябалаҡ һымаҡтар отрядының ябалаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 63—70 см, ата ҡоштарҙың ауырлығы 0,6—1,1, инә ҡоштарҙың — 0,7—1,9 кг, ҡанат йәйеме 130—158 см. Ҡауырһыны аҡһыл һәм ҡуңыр таптар менән сыбарланған...

ҺОРО ТОРНА

ҺОРО ТОРНА (Grus grus), торна һымаҡтар отрядының торналар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көньяҡ Америка һәм Антарктиданан башҡа бөтә Ер шары буйлап таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 115—125 см, ауырлығы 4—7 кг (ата ҡош эрерәк), ҡанат йәйеме 200 см ашыу. Ҡауырһыны һоро, ҡанат остары ҡара төҫтә. Башы һәм муйыны...

ҺОРО УРМАН ТУПРАҒЫ

ҺОРО УРМАН ТУПРАҒЫ, ваҡытлы йыуынты һыу режимындағы континенталь климат шарттарында башлыса делювиаль ултырмаларҙағы болон‑дала үҫемлектәре м‑н япраҡлы урмандар аҫтында формалашҡан тупраҡ тибы. Һ.у.т. өсөн өҫкө горизонттарҙа органик матдә һәм минераль элементтар тупланмаһы, ләмдең, тимер һәм алюмин...