Список материалов
ҺӨҘМӘ, һөт аҙығы
ҺӨҘМӘ, башҡорт аш‑һыуының традицион һөт аҙығы. Яңы ҡатыҡты иләк йәки киндер тоҡҡа һалып һарҡытып эшләнә. Ашар алдынан Һ. тәменә ҡарап шәкәр йәки тоҙ, ҡайһы берҙә ҡаймаҡ, һөт өҫтө, яңы һауған йәки ҡайнатылған һөт, бал, еләк ҡушалар. Башҡортостандың Урал алдында һәм тау‑урман райондарында таралған. Шулай...
ҺӨҘҺӨТ
ҺӨҘҺӨТ (Upupa epops), күк ҡарға һымаҡтар отрядының һөҙһөттәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 28—32 см, ауырлығы 45— 85 г, ҡанат йәйеме 42—49 см. Ҡанаттарында һәм арҡаһында киң арҡыры ҡара‑аҡ һыҙыҡтар була, башы, муйыны, түше һәм ҡорһағы асыҡ ерән, ҡойроғо...
ҺӨЙӘНТӨҘ
ҺӨЙӘНТӨҘ, 18 б. Себер даруғаһының Балыҡсы улусындағы (хәҙ. БР‑ҙың Асҡын р‑ны терр‑яһы) ауыл. 1735—36 йй. ихтилал [ҡара: башҡорт ихтилалдары (1735—40)] осоронда башҡорттар күпләп һәләк булған урын. 1736 й. 24 ғин. А.И.Тәвкилевтең хөкүмәт командаһы тарафынан 1 меңгә яҡын ауыл кешеһе атып һәм һөңгө м‑н...
ҺӨЙӘРҒОЛ ЯМАНАЕВ
ҺӨЙӘРҒОЛ ЯМАНАЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И. Пугачёв полковнигы. Башҡорт. 1774 й. майында Пугачёв тарафынан Исәт провинцияһы башҡорттары делегацияһы составында ҡаҙаҡтарҙың ихтилалға ҡораллы ярҙам күрһәтеүе т‑да һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Урта йөҙ ханы Әбләйгә ебәрелгән. Артабанғы...
ҺӨЙӘРҒОЛ, Учалы р‑нындағы ауыл
ҺӨЙӘРҒОЛ, К ү ҙ ә й, Учалы р‑нындағы ауыл, Яңы Байрамғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 63 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 182 кеше; 1920 — 245; 1939 — 210; 1959 — 197; 1989 — 108; 2002 — 113; 2010 — 90 кеше. Башҡорттар йәшәй...
ҺӨЙӘРҒОЛОВ Муллайән Зыяитдин улы
ҺӨЙӘРҒОЛОВ Муллайән Зыяитдин улы (21.11.1934, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Байназар а.), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1986) һәм атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1984). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В. Бибиков, О.И.Пыжова курсы) БАДТ актёры.
Көслө характерлы комедия актёры. Һ. халыҡсан...
ҺӨЙӘРҒОЛОВ Нурмөхәмәт Әлибай улы
ҺӨЙӘРҒОЛОВ Нурмөхәмәт Әлибай улы (9.2.1937, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ҡабыҡҡыуыш а.), тел белгесе. Филол. ф. канд. (2004). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997). БАХИ‑ны тамамлаған (1978). Әбү ән‑Нур ун‑тында уҡыған (Дәмәшҡ, 1993). 1974 й. алып Ейәнсура р‑нындағы Һаҡмар с‑зының, 1984 й. — Ишембай р‑нындағы...
ҺӨЙКӘЛЕШ
ҺӨЙКӘЛЕШ, ҡылымдың грамматик категорияһы, уның формалары уй‑фекер йөкмәткеһенең ысынбарлыҡҡа йәки һөйләүсенең уй‑фекер йөкмәткеһенә ҡарата мөнәсәбәтендәге айырмалыҡтарҙы белдерә. Модаллекте белдергән грамматик ысулдарҙың береһе.
Башҡорт телендә түбәндәге Һ. айырыла: 1) ҡылым замандары категорияһының...
ҺӨЙӨНДӨК, Баҡалы р‑нындағы ауыл
ҺӨЙӨНДӨК, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Урманай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 36 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 519 кеше; 1939 — 567; 1959 — 432; 1989 — 243; 2002 — 182; 2010 — 147 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...
ҺӨЙӨНДӨК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл
ҺӨЙӨНДӨК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡортлокүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 57 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 102 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1067 кеше; 1920 — 1134; 1939 — 817; 1959 — 677; 1989 — 269; 2002 — 216; 2010 — 158 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...
ҺӨЙӨНДӨК, Учалы р‑нындағы ауыл
ҺӨЙӨНДӨК, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 86 км һәм Устиново т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 299 кеше; 1920 — 441; 1939 — 283; 1959 — 292; 1989 — 152; 2002 — 157; 2010 — 117 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...
ҺӨЙӨНДӨКОВ Йәлил Төхвәт улы
ҺӨЙӨНДӨКОВ Йәлил Төхвәт улы (20.9.1960, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Үрге Мәмбәт а.), эколог. БР ФА академигы (2016), биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. 1990 й. алып Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары...
ҺӨЙРӘЛЕҮСЕЛӘР
ҺӨЙРӘЛЕҮСЕЛӘР, рептилиялар (Reptilia), умыртҡалылар класы. 4 отряды (суҡышбаштар, крокодилдар, гөбөргәйелдәр, тәңкәлеләр), 7100‑ҙән ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда гөбөргәйелдәр һәм тәңкәлеләр отрядына ҡараған 10 төр осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 25—150 см, оҙонса, кеҫәрткеләрҙеке — яҫы, йыландарҙыҡы — йомро;...
ҺӨЛӘЙМӘН, Мәсетле р‑нындағы ауыл
ҺӨЛӘЙМӘН, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ләмәҙтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 21 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 106 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 536 кеше; 1920 — 530; 1939 — 473; 1959 — 483; 1989 — 402; 2002 — 489; 2010 — 472 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
ҺӨЛӘЙМӘН, Учалы р‑нындағы ауыл
ҺӨЛӘЙМӘН, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 82 км һәм Устиново т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта Мейәс й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 372 кеше; 1920 — 452; 1939 — 294; 1959 — 296; 1989 — 214; 2002 — 225; 2010 — 179 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
ҺӨЛӨКТӘР
ҺӨЛӨКТӘР (Hirudinea), балдаҡлы селәүсендәр класы. 3 отряды, яҡынса 400 төрө билдәле; Ер шарында диңгеҙҙә һәм сөсө һыуҙа таралған. Башҡортостанда томшоҡло Һ. һәм томшоҡһоҙ Һ. отрядына ҡараған 13 төр осрай. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 0,2—15 см, ҡара, көрән, йәшкелт һ.б. төҫтә, яҫы, һирәк цилиндр формаһында,...
ҺӨМБАШ ҺЫМАҠТАР
ҺӨМБАШ ҺЫМАҠТАР (Salmoniformes), һөйәкле балыҡтар отряды. 26 ғаиләһе, 350‑нән ашыу төрө билдәле, Донъя океаны басс. субарктик, субантарктик, уртаса һәм тропик һыуҙарында таралған. БР‑ҙа алабалыҡтар, бәрҙеләр, һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған 6 төрө бар. Кәүҙәһе 25—150 см оҙонлоҡта, циклоидаль тәңкә м‑н...
ҺӨНӘРҒОЛОВ Тимерхан Сәлимйән улы
ҺӨНӘРҒОЛОВ Тимерхан Сәлимйән улы (3.1.1931, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Шишмә а. — 5.1.1976, Өфө), патологоанатом. Мед. ф. д‑ры (1968), проф. (1969). БДМИ‑ны тамамлаған (1952), 1955 й. алып шунда уҡ эшләй: 1963 й. башлап педиатрия ф‑ты деканы; 1965 й. — патологик анатомия каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1968...
ҺӨНӘРИ АУЫРЫУҘАР
ҺӨНӘРИ АУЫРЫУҘАР, һөнәри патология, уңайһыҙ хеҙмәт шарттарының организмға тәьҫире һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Химик (органик һәм органик булмаған матдәләр, уларҙың берләшмәләре), физик (вибрация, тауыш, ультра‑, инфратауыш, нурланыш, һауаның юғары йәки түбән т‑раһы һ.б.), биол. (ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдар,...
ҺӨНӘРИ АУЫРЫУҘАР
ҺӨНӘРИ АУЫРЫУҘАР, һөнәри патология, уңайһыҙ хеҙмәт шарттарының организмға тәьҫире һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Химик (органик һәм органик булмаған матдәләр, уларҙың берләшмәләре), физик (вибрация, тауыш, ультра‑, инфратауыш, нурланыш, һауаның юғары йәки түбән т‑раһы һ.б.), биол. (ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдар,...