Список материалов
ҺЫУ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ
ҺЫУ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ, ҡулланыусыларҙы (халыҡ, сәнәғәт, транспорт һ.б.) һыу м‑н тәьмин итеү б‑са саралар йыйылмаһы. Ер өҫтө һыуҙарын һәм ер аҫты һыуҙарын файҙаланыу нигеҙендә башҡарыла. Һ.м.т.и. системаһы (һыу үткәргес) эсенә һыу алыу ҡоролмаһы, насос станциялары, һыу үткәргестәр, таҙартыу ҡоролмалары,...
ҺЫУ МОТОЦИКЛЫ
ҺЫУ МОТОЦИКЛЫ, г и д р о ц и к л, карбюраторлы двигателе булған бәләкәй судно. Яҡшы хәрәкәтләнә: бер нисә секунд эсендә тулы тиҙлеген арттыра һәм 180° корпусы оҙонлоғона тигеҙ аралыҡта борола ала. Ял итеү, спорт м‑н шөғөлләнеү һәм һыу акваторияһында патруллек итеү өсөн тәғәйенләнгән. 1997 й. ӨМЭПБ‑ла...
ҺЫУ МЫРЫ
ҺЫУ МЫРЫ (Ephemeroptera), бөжәктәр отряды. 23 ғаиләһе, 2 меңдән ашыу төрө билдәле; Башҡортостанда яҡынса 40 төрө осрай. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 0,2—4 см, һомғол, төҫө һарынан алып ҡуйы һороға тиклем. Башы ҙур түгел, күҙҙәре ҙур. Мыйыҡтары ҡыҫҡа, беҙ формаһында. Ауыҙ аппараты редукциялана. Ҡорһағы оҙонса,...
ҺЫУ РЕСУРСТАРЫ
ҺЫУ РЕСУРСТАРЫ, хужалыҡта һәм көнкүрештә файҙаланырға яраҡлы төрлө фаза хәлендәге ер өҫтө һыуҙарының һәм ер аҫты һыуҙарының дөйөм запасы. Һыу алмашыныуы актив (йылғалар һыуы) һәм аҡрын (быуаттар буйына) барған (ер аҫты һыуҙары, һаҙлыҡтар, күлдәр, һыуһаҡлағыстар, боҙлоҡтар) Һ.р. айырыла. Һ.р. арауыҡта...
ҺЫУ СӘТЛӘҮЕГЕ
ҺЫУ СӘТЛӘҮЕГЕ, б а т м а н с ы ҡ (Trapa), һыу сәтләүеге һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияла, Африкала таралған. Башҡортостанда себер Һ.с. үҫә. Бер йыллыҡ һыу үҫемлеге. Һабағы нәҙек, тарбаҡлы, оҙонлоғо 150 см тиклем. Оҙон ҡабарынҡы һаптары булған ябай, ромб формаһындағы,...
ҺЫУ СЫҒЫМЫ
ҺЫУ СЫҒЫМЫ, гидрологияла: ваҡыт берәмеге эсендә йырҙаның (ағымдың) арҡыры киҫелеше аша ағып үткән һыу миҡдары. Һ.с. м3/с м‑н, бәләкәй һыу ағымдары өсөн л/с м‑н күрһәтелә; йылғаларҙың, ер аҫты һыуы сығанаҡтарының һ.б. һыу күләмен билдәләү өсөн ҡулланыла. Тәбиғи һыу ағымдарында һыуҙың һыу йыйыу бассейнынан...
ҺЫУ ТАҘАРТЫУ
ҺЫУ ТАҘАРТЫУ, хужалыҡты һәм сәнәғәтте һыу менән тәьмин итеү өсөн тәбиғи сығанаҡтарҙың һыуын таҙартыуҙағы технологик процестар йыйылмаһы. Һ.т. төп стадиялары: һыуҙы тондороу һәм төҫһөҙләндереү (ваҡ онтаҡ хәлендәге һәм коллоид өлөшсәләрҙе бөтөрөү), зарарһыҙландырыу (төрлө микроорганизмдарҙы, ш. иҫ. ауырыу...
ҺЫУ ТАУЫҠТАРЫ
ҺЫУ ТАУЫҠТАРЫ (Rallidae), торна һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 52 заты, яҡынса 150 төрө билдәле, Арктиканан тыш бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 7 төрө осрай. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 16—35 см, ауырлығы 40—460 г, ата ҡоштар эрерәк. Ҡауырһыны йомшаҡ, кәүшәк. Төрлө төҫтә була: ҡыҙғылт...
ҺЫУ ТУҘБАШ ЙЫЛАНЫ
ҺЫУ ТУҘБАШ ЙЫЛАНЫ (Natrix tessellata), туҙбаш йыландар ғаиләһенә ҡараған йылан. Үҙәк һәм Көньяҡ Европала, Кесе һәм Урта Азияла, Кавказ аръяғында, Көньяҡ Волга буйында, Ҡаҙағстандың көнсығышында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 140 см тиклем; ҡойроғо ҡыҫҡа. Кәүҙәһенең һәм ҡойроғоноң тәңкәләрендә бәләкәй ҡабырғалар...
ҺЫУ ТУРҒАЙЫ
ҺЫУ ТУРҒАЙЫ (Cinclus cinclus), турғай һымаҡтар отрядының һыу турғайы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла (төньяҡ‑көнсығыш Себерҙән тыш), Көньяҡ‑Көнбайыш Африкала таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 14—20 см, ауырлығы 50—85 г, ҡанат йәйеме 25—30 см. Ҡауырһыны тығыҙ, ҡуйы көрән, түше һәм тамағы...
ҺЫУ ҮЛӘНЕ
ҺЫУ ҮЛӘНЕ (Potamogeton), һыу үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 15 төрө үҫә: альп Һ.ү., быуынлы Һ.ү., ҡыяҡлы Һ.ү. һ.б. Күбеһенсә йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ һыу үләндәре (гидрофиттар). Һабағы ғәҙәттә цилиндр...
ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ
ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ, г и д р о б и о н т т а р, бөтә ғүмере буйына йәки ғүмеренең бер өлөшөндә (ҡарышлауыҡ стадияһында) һыуҙа йәшәгән хайуандар. 2 төркөмгә бүленә: боронғо ваҡытта һыу аҫтында йәшәгән беренсел Һ.х. (иң ябайҙар, болоттар, эсәкҡыуышлылар һ.б.); боронғо ваҡытта ер өҫтөндә йәшәгән, һуңынан һыу...
ҺЫУ ХУЖАЛЫҒЫ
ҺЫУ ХУЖАЛЫҒЫ, һыу ресурстарын иҫәпкә алыу, рациональ файҙаланыу һәм һаҡлау, уларға мөмкин булған зарарлы тәьҫирҙәрҙе иҫкәртеү м‑н шөғөлләнгән халыҡ хужалығы тармағы. Һыуҙы комплекслы файҙаланыу бөтә һыуҙы файҙаланыусылар һәм һыуҙы ҡулланыусыларҙың мәнфәғәттәрен оптималь берләштереү (ҡара: Һыуҙы файҙаланыу),...
ҺЫУ ҺАҠЛАУ ЗОНАҺЫ
ҺЫУ ҺАҠЛАУ ЗОНАҺЫ, һыу объекттарының акваторияларына сиктәш булған махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы. Ер өҫтө һыуҙарының һыу режимын көйләү, уларҙың бысраныуына, һайығыуына, ләмләнеүенә, ҡыйланыуына һәм ярлыланыуына юл ҡуймау; үҫемлек һәм хайуандар донъяһы объекттарының йәшәү мөхитен...
ҺЫУ‑МОТОР СПОРТЫ
ҺЫУ‑МОТОР СПОРТЫ, аҫылмалы моторҙары йәки стационар двигателдәре булған судноларҙа тиҙлеккә ярыштар. Аквабайктарҙа (һыу мотоциклы), уҙышыу һәм сәнәғәт төҙөлөшлө судноларҙа ярыштар айырыла. Башҡортостанда Һ.‑м.с. 20 б. 60‑сы йй. башында “Батыр” спорт клубында, һуңыраҡ Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт...
ҺЫУҒА БАТЫУСЫЛАРҘЫ ҠОТҠАРЫУ ЙӘМҒИӘТЕ
ҺЫУҒА БАТЫУСЫЛАРҘЫ ҠОТҠАРЫУ ЙӘМҒИӘТЕ, Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. 1872 й. “Рәсәй карап һәләкәттәрендә ярҙам итеү йәмғиәтенең” (1880 й. алып “Рәсәй һыуға батыусыларҙы ҡотҡарыу йәмғиәте”, 1892—1914 йй. “Император Рәсәй һыуға батыусыларҙы ҡотҡарыу йәмғиәте”) Өфө губерна идараһы төҙөлә. 1925 й. башлап...
ҺЫУҘА ЙӨРӨҮ САРАЛАРЫ
ҺЫУҘА ЙӨРӨҮ САРАЛАРЫ, башҡорттарҙа традицион йөрөү саралары. Кәмә, һал һәм борам киң таралған. Кәмә һәм борам күк тирәк, өйәңке, йүкә, уҫаҡ, ҡарағай, ҡарағастан; һал ағастың төрлө төрҙәренән һәм ҡамыштан яһалған. Әҙерләмәне балта, кәмәсабыр (ҡупы, ҡубыл), бөрөз, өҫтөн кәкере йышҡы һ.б. м‑н эшкәрткәндәр....
ҺЫУҘЫ ҠУЛЛАНЫУ
ҺЫУҘЫ ҠУЛЛАНЫУ, һыу ресурстарын һыу объектынан йәки һыу менән тәьмин итеү системаһынан алып ҡулланыу. Хужалыҡ‑коммуналь һәм эсәр — халыҡтың көнкүреш ихтыяждарына бәйле һәм торама пункттарҙы төҙөкләндереүҙе тәьмин итеү өсөн һыу ҡулланыу; производствола (техникала) — сәнәғәттә, ауыл хужалығында, транспортта, энергетикала...
ҺЫУҘЫ ФАЙҘАЛАНЫУ
ҺЫУҘЫ ФАЙҘАЛАНЫУ, һыу ресурстарын файҙаланыуҙың тәртибе (юридик), шарттары һәм формалары. Һыу кодексы м‑н көйләнә, уға ярашлы һыуҙы ҡулланыусылар һыуҙы рациональ тотоноуҙы һәм һаҡлауҙы, сығарылған ағынты һыуҙарҙың сифатын һәм уларҙың һыу объекттарына йоғонтоһон контролдә тотоуҙы, һыу һаҡлау зоналарында,...
ҺЫУЛЫ ЙЫРЫН
ҺЫУЛЫ ЙЫРЫН, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2010). Бишбүләк р‑ны Сухоречка а. көнбайышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта Ҡыҙылшишмәнең (Кама й. басс.) һәм уның ҡушылдығы Һыулы йырындың үрге ағымдарында урынлашҡан. Майҙаны 52,2 га. Ҡазан ярусы эзбизташтарынан тора. Рельефы арҡаларҙан ғибәрәт, йылға үҙәндәре м‑н бүлгеләнгән....