Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШАБАТ Алексей Борисович

ШАБАТ Алексей Борисович (8.8.1937, Мәскәү ҡ. — 24.3.2020, Майкоп ҡ.), математик. Физика‑математика фәндәре докторы (1977), профессор (1979). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) СССР ФА Себер бүлексәһенең Гидродинамика институтында (Новосибирск ҡ.) өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1973 й. алып БДУ‑ла уҡыта, 1980 й....

ШАБИЕВ Салауат Ғәли улы

ШАБИЕВ Салауат Ғәли улы (11.5. 1948, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Яңы Күскилде а.), архитектор. Архитектура д‑ры (1994), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. архитекторы (1998), РФ‑тың почётлы архитекторы (2009), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы (1977). Свердловск...

ШАВАНОВ Станислав Сергеевич

ШАВАНОВ Станислав Сергеевич (13.5.1942, Шымкент ҡ. — 19.2.2006, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер‑технолог. Химия ф. д‑ры (1989). Ҡаҙаҡ химия‑технология ин‑тын тамамлаған (Шымкент, 1968). 1959 й. алып “Металлист” артелендә, 1960—61 йй. химия‑фарм. з‑дында, 1966 й. — фосфор тоҙҙары з‑дында, 1967 й. — Ҡаҙаҡ ССР‑ы...

ШАВШУКОВА Светлана Юрьевна

ШАВШУКОВА Светлана Юрьевна (24.11.1971, Өфө), биотехнолог. Техник ф. д‑ры (2009). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1994) Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтары ҒТИ‑нда (Өфө) эшләй. 2007 й. алып ӨДНТУ‑ла. Фәнни хеҙмәттәре микротулҡын нурланышының органик синтезға тәьҫирен, сәнәғәт процестарын интенсивлаштырыу...

ШАГИНЯН Мариэтта Сергеевна

ШАГИНЯН Мариэтта Сергеевна (21.3.1888, Мәскәү — 20.3.1982, шунда уҡ), яҙыусы. Әрмән ССР‑ы ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1950). Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). “Тәүге осрашыуҙар” (“Первые встречи”; 1909), “Orientalia” (1913) шиғырҙар йыйынтыҡтары, “Тәнәфес” (“Перемена”; 1922—1923) повесы, “Гидроцентраль” (1930—1931),...

ШАДРИНСК ӨЙӘҘЕ

ШАДРИНСК ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Пермь наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Исәт провинцияһының көньяҡ өлөшө инә. 1796 й. алып Пермь губернаһы (өйәҙгә Пермь наместниклығы Далмат өйәҙенең бер өлөшө ҡарай), 1919 й. — Екатеринбург губернаһы составына инә. 19 б. аҙағында төньяҡта — Пермь губернаһының Ҡамышлы...

ШАИМОВА Маһинур Әйүп ҡыҙы

ШАИМОВА Маһинур Әйүп ҡыҙы (14.6.1905, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Ҡуйһары а., хәҙ. Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Бикҡол а., — 25.11.1991, ш. уҡ өлкәнең ш. уҡ р‑ны Ҡолой а.), халыҡ йырсыһы. Ш. репертуарында бәйеттәр, мөнәжәттәр, сеңләүҙәр, “Ағиҙелкәй буйы”, “Арғужа”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡолой кантон”, “Тәфтиләү”,...

ШАЙБАЛЫ ХОККЕЙ

ШАЙБАЛЫ ХОККЕЙ, спорт төрө, махсус разметкалар яһалған майҙансыҡта сәкәндәр һәм шайба м‑н команда уйыны. Башҡортостанда Ш.х. 1953 й. Өфөлә 628‑се з‑д (ҡара: “БЭТО”) һәм 656‑сы Дәүләт союз з‑ды (ҡара: “Электроаппарат”) эргәһендәге тәүге командалар төҙөлөүгә бәйле үҫешә. 1955 й. “Б” класындағы СССР чемпионатында...

ШАЙДАКОВ Владимир Владимирович

ШАЙДАКОВ Владимир Владимирович (17.10.1955, Черниковск ҡ., хәҙ. Өфө эсендә), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1978) “Башнефть” ПБ‑нда эшләй. 1979 й. алып ӨНИ‑лә: 1987 й. — “Азимут” ҒПП‑нда өлкән ғилми хеҙм‑р, 1989 й. — бүлек мөдире, 1991 й. — ген. дир. урынбаҫары. 1993...

ШАЙҘАЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

ШАЙҘАЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Билән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 62 км һәм Наҙыпетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 41 км алыҫлыҡта Шайҙалы й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 101 кеше; 1959 — 368; 1989 — 178; 2002 — 108; 2010 — 48 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй...

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы (15.8.1899, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Биштәкә а., хәҙер БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов а., — 23.2.1943, Украина ССР‑ының Петровское ҡсб ерләнгән), хәрби эшмәкәр. Генерал‑майор (1942). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы....

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы (15.8.1899, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Биштәкә а., хәҙер БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов а., — 23.2.1943, Украина ССР‑ының Петровское ҡсб ерләнгән), хәрби эшмәкәр. Генерал‑майор (1942). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы....

ШАЙМОРАТОВ УРТА МӘКТӘБЕ

ШАЙМОРАТОВ УРТА МӘКТӘБЕ, Ҡырмыҫҡалы р‑нында урынлашҡан. 1912 й. Биштәкә земство урыҫ-башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1924 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1940 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1964 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 1967 й. хәҙ. статусын...

ШАЙМОРАТОВ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ШАЙМОРАТОВ, Б и ш т ә к ә, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Шайморатов а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Ҡабаҡ т. юл ст. К. табан 20 км алыҫлыҡта Иштиле й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1838 ке­ше; 1920 — 2685; 1939 — 1803; 1959 — 1094; 1989 — 812; 2002 — 982; 2010 — 776 кеше....

ШАЙМОРАТОВА Әсмә Сабир ҡыҙы

ШАЙМОРАТОВА (Хәбибуллина) Әсмә Сабир ҡыҙы [9.12.1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Арыҫлан а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 11.1.1992, Өфө], йырсы (лирик‑колоратура сопраноһы). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1950). Башҡорт сәнғәт технику­мын (1932) һәм Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһын (1942; М.В.Владимирова...

ШАЙТАН

ШАЙТАН (ғәр.), 1) ҡара: Иблес. 2) башҡорт мифологияһында яуыз көс, ендәр затынан. Кеше йәки башҡа тере йән эйәләре сүрәтендә күренә. Ҡайһы бер хөрәфәттәр б‑са, ғаиләләре м‑н тирмәләрҙә, икенселәре б‑са — күмәкләшеп мәмерйәләрҙә йәшәй. Йоҡлағанда ауыҙынан ут сыға. 40 көнө тулмаған бәпестәрҙе урлай, урламаһын...

ШАЙТАН ЗАВОДТАРЫ,

ШАЙТАН ЗАВОДТАРЫ, Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Оло Шайтан й. (Чусовая й. ҡушылдығы) буйында Н.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан нигеҙ һалынған, тип фараз ителә, Түб. Шайтан суй­ын иретеү һәм тимер етештереү з‑ды 1732 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1731), Үрге Шайтан ярҙамсы...

ШАЙТАН ЗАВОДЫ

ШАЙТАН ЗАВОДЫ, 1727 й. Шайтан й. (Чусовая й. ҡушылдығы) буйында А.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан тимер етештереү з‑ды булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Демидовтар, 1769 й. алып Яковлевтар, 1862 й. — Н.А.Стенбок‑Фер­мор һәм урың вариҫтары. Үрге Исәт тау округына ингән. 1727 й. эшләй башлай. 1760...

ШАЙТАН КҮБӘЛӘГЕ

ШАЙТАН КҮБӘЛӘГЕ (Endromis versicolora), күбәләктәр отрядының шайтан күбәләктәре ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта таралған. Ҡанаттарының йәйеме 30—75 мм, төк һымаҡ тәңкәләр менән ҡапланған. Алғы ҡанаттары ерән‑көрән (инә күбәләктәрҙеке аҡһыл) төҫтә, уртаһында ике ҡара тар һыҙыҡ,...

ШАЙТАН КҮБӘЛӘКТӘРЕ

ШАЙТАН КҮБӘЛӘКТӘРЕ, төн күбәләктәре (Noctuidae), күбәләктәр ғаиләһе. Яҡынса 35 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 700‑ҙән ашыу төрө осрай: йәйғор күбәләк, кәбеҫтә Ш.к., өндәшле Ш.к., ужым Ш.к. һ.б. Ҡанат йәйеме 2,3—4,3 см (эре Ш.к. — 9 см тиклем); алғылары — оҙонса, өсмөйөшлө,...