Список материалов
ШАМРАТОВА Валентина Ғосман ҡыҙы
ШАМРАТОВА Валентина Ғосман ҡыҙы (11.8.1950, Ашхабад), физиолог. Биол. ф. д‑ры (2002), проф. (2004). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) 1974 й. тиклем Йәрмәкәй р‑нының Спартак урта мәктәбендә уҡыта. 1977 й. алып БДУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре патология...
ШАМУҠОВ Ғабдулла Рухулла улы
ШАМУҠОВ Ғабдулла (Абдулла) Рухулла улы (11.12.1909, Сембер губ. Әсән а. — 22.12.1981, Ҡазан), актёр. СССР‑ҙың (1980), РСФСР‑ҙың (1957), ТАССР‑ҙың (1950) халыҡ артисы, БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1943). Башҡорт сәнғәт техникумын (1930; В.Мортазин-Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев курсы), Ҡазан пед. ин‑тын (1952) тамамлаған....
ШАМУН Фидаи
ШАМУН Фидаи (ысын исеме Шакирйәнов Ҡасим Хәсән улы, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Мөхәмәтйән улы; 15.6.1902, Ырымбур ҡ. — 1920 й. июне, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡамышлы а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Ҡамышлы а., эргәһендә ерләнгән), шағир. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған....
ШАНСКИЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл
ШАНСКИЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡананикольский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 86 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 136 км алыҫлыҡта Шанский й. (Ҡана й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 82 кеше; 1959 — 408; 1989 — 277; 2002 — 272; 2010 — 203 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар...
ШАНХАЙ ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ОЙОШМАҺЫ
ШАНХАЙ ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ОЙОШМАҺЫ, даими эшләгән хөкүмәт‑ара халыҡ‑ара ойошма. 2001 й. 15 июнендә Шанхай ҡ. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Рәсәй Федерацияһы, Тажикстан, Үзбәкстан (ағза илдәр) дәүләттәренең башлыҡтары тарафынан ойошторола. Ш.х.о. төп маҡсаттары һәм бурыстары: ағза илдәр араһында үҙ‑ара ышанысты,...
ШАНЬГИН Евгений Сергеевич
ШАНЬГИН Евгений Сергеевич (25.6. 1944, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2004). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) ӨПЭЗ‑дә эшләй. 1975 й. алып “Геофизприбор” Өфө ПБ‑ның Махсус КБ‑нда: өлкән ғилми хеҙм‑р, ғилми‑тикшеренеү секторы мөдире. 1981 й. башлап Двигателдәр етештереү технологияһы һәм уны ойоштороу...
ШАПИРО Семён Вольфович
ШАПИРО Семён Вольфович (22.5. 1932, Мәскәү — 30.7.2018, Өфө), инженер‑электротехник. Техник ф. д‑ры (1992), проф. (1995). Мәскәү энергетика ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) 426‑сы почта йәшниге пр‑тиеһында (Мәскәү), 1957 й. алып Горький политехник ин‑тында эшләй. 1970 й. башлап ӨАИ‑ла: 1972 й. — электр...
ШАПКИНА Людмила Васильевна
ШАПКИНА Людмила Васильевна (4.3.1952, Хабаровск ҡ.), балет артисы, педагог. БР‑ҙың халыҡ артисы (1994), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1985). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). Пермь хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1970; педагогы Л.П.Сахарова) БДОБТ солисы, 1998 й. алып педагог‑репетиторы, бер үк...
ШАПОШНИКОВ Борис Михайлович
ШАПОШНИКОВ Борис Михайлович [20.9.1882, Златоуст ҡ. — 26.3. 1945, Мәскәү], хәрби эшмәкәр. Проф. (1935). Советтар Союзы Маршалы (1940). Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Император Николай хәрби акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1910). 1903 й. алып рус армияһында, полк. (1917);...
ШАРАН РАЙОНЫ
ШАРАН РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡ‑көнсығышта — Саҡмағош, көнсығышта һәм көньяҡ‑көнсығышта — Бүздәк, көньяҡта — Туймазы р‑ндары, көнбайышта ТР м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Баҡалы, Саҡмағош һәм Туймазы р‑ндарын бүлеүгә бәйле ойошторола (ҡара: Административ район). 1962...
ШАРАН, ауыл, Шаран р‑нының үҙәге
ШАРАН, ауыл, Шаран р‑нының (1935—63 йй. һәм 1966 й. алып) һәм Шаран а/с үҙәге. Өфөнән Көнб. 201 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында, Шаран—Төмәнәк, Шаран—Яңы Балтас—Андреевка автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,4; 1920...
ШАРАНБАШ‑КЕНӘЗ, Шаран р‑нындағы ауыл
ШАРАНБАШ‑КЕНӘЗ, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 22 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 974 кеше; 1920 — 1291; 1939 — 1280; 1959 — 965; 1989 — 547; 2002 — 448; 2010 — 429 кеше. Башҡорттар...
ШАРАП ҠЫУЫУ ЗАВОДТАРЫ
ШАРАП ҠЫУЫУ ЗАВОДТАРЫ, аҙыҡ сеймалынан спирт һәм спиртлы эсемлектәр етештереү пр‑тиелары. Башҡортостанда тәүге Ш.ҡ.з. 18 б. 40—50‑се йй. барлыҡҡа килә. 40‑сы йй. аҙ. П.И.Рычков тарафынан Ырымбур губернаһы Спасский а. (ТР‑ҙың Бөгөлмә р‑ны) завод төҙөлә. 60‑сы йй. аҙ. — 70‑се йй. И.Л.Тимашевтың (ҡара:...
ШАРАПОВА Лиана Ишмөхәмәт ҡыҙы
ШАРАПОВА Лиана Ишмөхәмәт ҡыҙы (29.1.1969, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Илсе а.), физик. БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) 20‑се урта мәктәп, 1990 й. алып 119‑сы урта мәктәп (икеһе лә — Өфө) уҡытыусыһы. 1995 й. башлап БР ФА‑ның Нефтехимия һәм катализ ин‑тында ғилми хеҙм‑р. 1999 й. алып “Башҡорт энциклопедияһы”...
ШАРБАШ, Бүздәк р‑нындағы ауыл
ШАРБАШ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Килем а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 26 км алыҫлыҡта Шарбаш й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 242 кеше; 1959 — 160; 1989 — 129; 2002 — 124; 2010 — 120 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй...
ШАРКОВ Гаврил Антонович
ШАРКОВ Гаврил Антонович [1.1. 1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Анновка а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 18.3.2002, Күмертау ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР‑ҙың атҡ. шахтёры (1981). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1951— 82 йй. “Башкируголь” ПБ‑нда: “Башуглеразрезстрой” тресының Ермолаевка шахта төҙөү...
ШАРЛАУЫҠ
ШАРЛАУЫҠ, һыуҙың йылға йырҙаһындағы текә һикәлтәнән ағып төшөүе. Бик текә булмаған (30—40°) һикәлтәлә гөрләүек, киртләсле һикәлтәлә каскад барлыҡҡа килә. Һикәлтәләр тектоника, эрозия, карст һ.б. һөҙөмтәһендә килеп сыға. Һикәлтәнең яйлап емерелеүе арҡаһында Ш. йылға ағымы буйлап өҫкә сигенә. Һикәлтәнең...
ШАРОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл
ШАРОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Шаровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Глуховская т. юл ст. Т. табан 3 км алыҫлыҡта Үтәй й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 851 кеше; 1920 — 1276; 1939 — 1052; 1959 — 369; 1989 — 297; 2002 — 341; 2010 — 365 кеше. Урыҫтар, сыуаштар,...
ШАРТЛАТЫП ҠЫРҠЫУ
ШАРТЛАТЫП ҠЫРҠЫУ, ғәмәлдәге үткәргес торбаларҙы һәм резервуарҙарҙы реконструкциялау һәм уларға яңы төҙөлгән участкаларҙы тоташтырыу, авариялы участкаларҙы ремонтлау, нефть резервуарҙарын демонтажлау ваҡытында һ.б. ҡулланылған ҡырҡыу ысулы. Ут файҙаланыу м‑н бәйләнгән эштәр һанын кәметә һәм хәүефһеҙлекте...
ШАРТЛАУСАН МАТДӘЛӘР
ШАРТЛАУСАН МАТДӘЛӘР, тышҡы тәьҫир аҫтында (бәрелеү, ышҡылыу, йылытыу һ.б.) күп миҡдарҙа йылылыҡ бүлеп сығарған һәм газ хәлендәге продукттар барлыҡҡа килтергән химик реакцияға һәләтле айырым матдәләр йәки ҡатышмалар. Уларға ҡайһы бер ароматик нитроберләшмәләр (тринитротолуол, тринитроксилол), нитраминдар...