Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЛЛЕЛОПАТИЯ

АЛЛЕЛОПАТИЯ (гр. аllelon — үҙ‑ара һәм ...патия), төрлө органик матдәләр (антибиотиктар, колиндар, фитонцидтар һ.б.) бүлеп сығарыу һөҙөмтәһендә үҫемлектәрҙең, микроорганизмдарҙың бер‑береһенә тәьҫире. А. үҫемлек бергәлектәренең барлыҡҡа килеүенә, үҫешенә һәм алмашыныуына тәьҫир итә, тупраҡ барлыҡҡа килеү...

АЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ

АЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ, организмдың аллергендар тәьҫиренә яуап биреү һәләтлеге үҙгәргәндә барлыҡҡа килә. А.а. поллиноз, атопик дерматит, бронхиаль астма, кесерткән биҙгәге, Квинке шешенеүен һ.б. индерәләр. А.а. барлыҡҡа килеү сәбәптәре: тире ҡатламдарының һәм лайлалы тиресәләрҙең үткәреүсәнлеге артыуы,...

АЛЛЕРГОЛОГИЯ

АЛЛЕРГОЛОГИЯ (алло..., гр. ergon — тәьҫир һәм ...логия), аллергия ауырыуҙарының һәм реакцияларының барлыҡҡа килеү сәбәптәрен, үҫеш механизмдарын һәм клиник барышын өйрәнеүсе, уларҙы иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау алымдарын эшләүсе медицина фәнебүлеге. Башҡортостанда А. б‑са тикшеренеүҙәр 1934 й....

АЛЛИЛ СПИРТЫ

АЛЛИЛ СПИРТЫ, 2‑пропен‑1‑ол, CH2=CHCH2OH, иң ябай туйындырылмаған спирт. Төҫһөҙ, еңел тоҡаныусан зәһәр еҫле шыйыҡса; tиреү –129°С, tҡайнау 96,9°С, тығыҙлығы 852 кг/м3; тоҡаныу концентрацияһы сиктәре 2,5—18%. Һыу һәм органик эреткестәр м‑н ҡатнаша. Тирене, тын алыу һәм күреү ағзаларының лайлалы тиресәһен...

АЛЛИЛХЛОРИД

АЛЛИЛХЛОРИД, ҡара: Хлорорганик берләшмәләр.

АЛЛО...

АЛЛО... (гр. allos — башҡа), ҡушма һүҙҙәрҙең “икенсе”, “башҡа” мәғәнәләрен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., аллоплант, аллохтон). Тәрж. Р.М.Шәрипова  

АЛЛОПЛАНТ

АЛЛОПЛАНТ (алло... һәм лат. plantо — ултыртам), кеше һәм хайуандың коллагенлы туҡымаларынан алынған биотрансплантация материалы. Э.Р.Мулдашев етәкс. Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә эшләнә, 1987 й. РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан клиник ҡулланыуға тәҡдим ителә. А. эшләү өсөн төп сеймал булып...

АЛЛОХТОН

АЛЛОХТОН (алло... һәм гр. chthón — ер), шарьяж, тектоник япма, наволок, напп, тәүге ятыш урынынан горизонталь йүнәлештә күскән тау тоҡомдары пластинаһы. Күсеү йыраҡлығы тиҫтәнән алып йөҙәрләгән км тиклем тирбәлә. Геологик төҙөлөшөнөң ҡатмарлылығы менән айырылып тора. Уралда А. барлығы тураһындағы фараздар...

АЛЛЮВИАЛЬ ТУПРАҠ

АЛЛЮВИАЛЬ ТУПРАҠ, йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙарында аллювий (ташылдыҡ) ултырмаларынан барлыҡҡа килгән тупраҡ төрө. Башҡортостанда аллювийҙың тупланыу процесына, кәҫ, глей һәм торф барлыҡҡа килеүенә ҡарап, йылға үҙәне буйында — аллювиаль кәҫле (ҡатламлы ябай, ҡатламлы йоҡа) һәм аллювиаль болон (ярмалы‑ҡатламлы);...

АЛМАҒАС

АЛМАҒАС (Malus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 25—30 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, башлыса Урта һәм Көнсығыш Азияла, Кавказда таралған. Башҡортостанда урман А. үҫә. 5—10 м бейеклектәге япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры тармаҡлы, олоно аҡһыл һоро йәки көлһыу ҡайырлы. Бер...

АЛМАЕВ Рауил Әсхәт улы

АЛМАЕВ Рауил Әсхәт улы (10.1.1938, Өфө), инженер-механик. Техник ф. канд. (1967), проф. (1993). РФ‑тың почётлы юғары белем биреү хеҙм‑ре (2008), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). БАХИ‑ны тамамлаған (1959). 1966 й. алып шунда уҡ эшләй: 1979—85 йй. гидромелиорация һәм урман хужалығы ф‑ты деканы, 1995—96 йй....

АЛМАЕВ Рафаил Хәтмулла улы

АЛМАЕВ Рафаил Хәтмулла улы (26.3.1946, Анжеро‑Судженск ҡ. — 6.5.2008, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (2000). БР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1998). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләгән. 1977 й. алып (өҙөклөк м-н) Башҡ-н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында: 1986—92...

АЛМАЗОВ Владимир Андреевич

АЛМАЗОВ Владимир Андреевич (27.5.1931, Тверь өлкәһе Русанов а. — 3.1.2001, Санкт‑Петербург ҡ.), кардиолог. Рәсәй медицина ФА академигы (1995), БР ФА-ның почётлы академигы (1991). Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1969). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). 1‑се Ленинград медицина институтын...

АЛМАЛЫ, Ҡарасәй, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай

АЛМАЛЫ, Ҡарасәй, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 45 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Ҡарасәй й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 218 кеше; 1959 — 236; 1989 — 137; 2002 — 102; 2010 — 73 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1930 й....

АЛМАЛЫҠ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Боҙаяҙ а/с ҡарай

АЛМАЛЫҠ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Боҙаяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 44 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 58 кеше; 1959 — 145; 1989 — 198; 2002 — 250; 2010 — 236 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б....

АЛМАС, минерал

АЛМАС, минерал, углеродтың куб формаһындағы кристаллы модификацияһы, C. Кристалдары октаэдр, тетраэдр, куб формаһында. Төҫһөҙ йәки төрлө кимәлдә һары, алһыу, йәшел, зәңгәр, күк, аҡ һәм һоро (ҡараға тиклем) төҫтәргә буялған. Үтә күренеүсән, ярым үтә күренеүсәнлеге йәки үтә күренмәүсән булыуы графит һәм...

АЛМАШ

АЛМАШ, үҙ аллы һүҙ төркөмө, телмәрҙә исем, сифат, һан, рәүеште алмаштырып, мәғәнәләрен дөйөмләштереп килә. Хәҙ. башҡорт телендә А., белдергән мәғәнәләренә ҡарап, түбәндәге төркөмсәләргә бүленә: 1) зат (өҫтәлмә һан мәғәнәһенә эйә): “мин”, “һин”, “ул” — берлектә; “беҙ”, “һеҙ”, “улар” — күплектә; 2) күрһәтеү:...

АЛМАШҺЫҘ КУЛЬТУРА

АЛМАШҺЫҘ КУЛЬТУРА, һөрөнтө ерҙең бер үк урынында бер төр үҫемлектәрҙе туҡтауһыҙ оҙаҡ үҫтереү. А.к. ваҡытында тупраҡтың структураһы боҙола, серетмә миҡдары кәмей, тупраҡ ашлама элементтарының береһенә ярлылана, специфик ҡоротҡостар, ауырыу тыуҙырыусылар, ҡый үләндәре артыуы күҙәтелә, һөҙөмтәлә а.х. культураларының...

АЛПАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Ерекле а/с ҡарай

АЛПАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Ерекле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 26 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Сармышйылға й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 640 кеше; 1920 — 685; 1939 — 592; 1959 — 285; 1989 — 175; 2002 — 122; 2010 — 103 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

АЛПАМЫША, башҡорт мифологияһында батыр

АЛПАМЫША, башҡорт мифологияһында батыр. “Алпамыша менән Барсынһылыу” эпосының һәм “Алып батыр”, “Алпамыша батыр” һ.б. әкиәттәрҙең үҙәк персонажы. Олоғайған ата-әсәнән тыуа; ай үҫәһен көн үҫә; ғәйәт оҙон буйлы, көслө, һылыу була. Башҡорт риүәйәттәре б‑са, А. урман буйлап үлән өҫтөнән йөрөгән кеүек йөрөй,...