Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШӘХСИ ЙЫЙҒАН АҠСА

ШӘХСИ ЙЫЙҒАН АҠСА, халыҡтың аҡса килеменең һаҡлыҡҡа йыйған өлөшө. Ойошторолған (банкыларҙағы вкладтар, ҡиммәтле ҡағыҙҙарға һалыу, страховкалау фондтарына взностар) һәм ойошторолмаған (ҡулаҡса) Ш.й.а. айырыла. Ойошторолған Ш.й.а. ил иҡтисады өсөн — инвестиция сығанағы, хужаһы өсөн өҫтәмә килем (вкладтар...

ШӘХСИ ЯРҘАМСЫ ХУЖАЛЫҠ

ШӘХСИ ЯРҘАМСЫ ХУЖАЛЫҠ, эшҡыуарлыҡҡа ҡарамаған һәм һалымдан бушатылған а.х. эшмәкәрлеге формаһы; граждандарҙың аҙыҡ‑түлеккә һәм башҡа ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙең өҫтәлмә сығанағы булып хеҙмәт иткән бәләкәй а.х. производствоһы. Башҡортостанда Ш.я.х. РФ, БР Конституцияларына, РФ‑тың һәм БР‑ҙың гражданлыҡ...

ШӘҺӘР Шиһабетдин Шәһәретдин улы

ШӘҺӘР (Шәһәретдинов) Шиһабетдин Шәһәретдин улы (17.4.1904, Ҡазан губ. Сирмешән а. — 21.10.1941, Мәскәү), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик ун‑тын тамамлаған (Мәскәү). 20‑се йй. аҙ. алып Өфөлә йәшәй. БАССР Яҙыусылар союзын ойоштороуҙа ҡатнашҡан....

ШӘҺӘРОВА Раушания Ғизетдин ҡыҙы

ШӘҺӘРОВА Раушания Ғизетдин ҡыҙы (1.4.1972, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Баҙытамаҡ а.), спортсы. Дзюдо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). Стәрлетамаҡ ҡ. СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Ю.В.Зубков). Күреү б‑са инвалидтар араһында шәхси зачётта Рәсәй чемп. (2003, 2005—06), донъя чемпионаттарының...

ШӘҺӘРОВА Сания Вәли ҡыҙы

ШӘҺӘРОВА Сания Вәли ҡыҙы (17.3.1947, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Наурыҙ а.), педиатр, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу­сы. Мед. ф. д‑ры (2004). РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Учалы ҡ. үҙәк дауаханаһында эшләй. 1972 й. башлап Өфөлә: 4‑се дауаханала бүлек мөдире, 1984...

ШӘҺИЕВ Абдулла Фәйзрахман улы

ШӘҺИЕВ Абдулла Фәйзрахман улы (23.2.1907, Уральск ҡ. — 4.5.1993, Ағиҙел ҡ., БР‑ҙың Краснокама районы Яңы Ҡабан а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1944, 1959 й. званиеһы алына, 1992 й. ҡайтарыла). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Атлы армия исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы кавалерия училищеһын тамамлаған (Шадринск ҡ.,...

ШӘҺИЕВ Альберт Хазар улы

ШӘҺИЕВ Альберт Хазар улы (14.8. 1959, Ишембай ҡ.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1998) артисы. 1977 й. алып Ишембайҙың төрлө пр‑тиеларында һәм учреждениеларында эшләй. 1995 й. башлап Стәрлетамаҡ филармонияһы солисы, 2000 й. — Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артисы, 2013 й. — Стәрлетамаҡ театр‑концерт...

ШӘҺИЕВ Эдуард Мөстәҡим улы

ШӘҺИЕВ Эдуард Мөстәҡим улы (17.3.1944, Омск ҡ.), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1983). РСФСР‑ҙың Рәссамдар со­юзы ағзаһы. И.Д.Шадр ис. Свердловск художество уч‑щеһын (1965), Юғары художество‑сәнәғәт уч‑щеһын (Мәскәү, 1971) тамамлаған. 1945 й. алып Өфөлә, 1967 й. башлап Мәскәүҙә йәшәй. “Рәссам” татар‑башҡорт...

ШӘШКЕЛӘР

ШӘШКЕЛӘР, һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр. 2 төрө билдәле: европа Ш. Европала, Көньяҡ‑Көнбайыш Себерҙә, америка Ш. Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда ике төрө лә йәшәй (америка Ш. климатҡа яраҡлашҡан). Кәүҙәһе һуҙылған, тар, һығылмалы; европа Ш. оҙонлоғо 45 см, ауырлығы 800 г тиклем,...

ШВАЙШТЕЙН Михаил Ефимович

ШВАЙШТЕЙН Михаил Ефимович (Моисей Хаимович; 2.10.1936, Витебск ҡ.), скрипкасы, педагог. Проф. (1993). БР‑ҙың халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡ. (1972) артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1959; М.Б.Питкус класы) БДОБТ оркестры солисы, 1962 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1972—2001 йй. ӨДСИ‑лә...

ШВАРЦ Евгений Львович

ШВАРЦ Евгений Львович (9.10.1896, Ҡазан — 15.1.1958, Ленинград), яҙыусы, драматург. “Иҫке балалайка хикәйәһе” (“Рас­сказ старой балалайки”; 1925) шиғырҙар йыйынтығы, “Шура һәм Маруся мажаралары” (“Приключения Шуры и Маруси”), “Сит ҡыҙ бала” (“Чужая девочка”; икеһе лә — 1937) повестары, “Ундервуд” (1930),...

ШВЕЦОВ Дмитрий Филимонович

ШВЕЦОВ Дмитрий Филимонович (10.6.1906, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡазан ҡсб — 2.11.1978, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). П.Ф.Швецовтың ағаһы. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Өлкә партия мәктәбен тамамлағандан һуң (Өфө, 1930) 1934 й. тиклем һәм 1936—40 йй. Өфөлә комсомол һәм партия...

ШВЕЦОВ Пётр Филимонович

ШВЕЦОВ Пётр Филимонович (14.1. 1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡазан ҡсб — 9.6.1992, Мәскәү), инженер‑гидрогеолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1953), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1951), проф. (1965). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Д.Ф.Швецовтың ҡустыһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү геол.‑разведка...

ШЕВЕРЛЕ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

ШЕВЕРЛЕ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Семёнкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Түрҫәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 422 ке­ше; 1920 — 498; 1939 — 434; 1959 — 406; 1989 — 382; 2002 — 362; 2010 — 360 кеше....

ШЕВЧЕНКО Тарас Григорьевич

ШЕВЧЕНКО Тарас Григорьевич (25.2.1814, Киев губ. Моринцы а. — 26.2.1861, С.‑Петербург), украин яҙыусыһы, рәссам. “Катерина” (1838), “Гайдамактар” (“Гайдамаки”; 1841), “Неофиттар” (“Неофиты”; 1857) поэмалары, “Кобзарь” (1840) шиғырҙар йыйынтығы, “Назар Стодоля” (1843) драмаһы, “Кенәз ҡатыны” (“Княгиня”;...

ШЕВЧУК Юрий Юлианович

ШЕВЧУК Юрий Юлианович (16.5. 1957, Магадан өлк. Ягодный ҡсб), музыкант, йырҙар авторы. БР‑ҙың халыҡ артисы (2003). БДПИ‑ны тамамлаған (1980). “ДДТ” рок төркөмөн ойоштороусы һәм уның лидеры (Өфө, 1980). 1984 й. алып Чере­повец, Свердловск, Мәскәү ҡҡ., 1985 й. — С.‑Петербургта эшләй. 1995 й. башлап автор...

ШЕИН Пётр Александрович

ШЕИН Пётр Александрович (9.8. 1941, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Буғабаш а. — 17.8.2008, Өфө), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2000), РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1979) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте от­личнигы (1982). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). Бөтә Союз үҙәк проф. союздар...

ШЕЙКО Борис Иванович

ШЕЙКО Борис Иванович (5.6.1949, Мәскәү), тренер. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1999), 1‑се халыҡ‑ара (1995) һәм бөтә Союз (1991) категориялы судья. БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000), РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2006). Киев физик культура ин‑тын тамамлаған (1973). 1975...

ШЕКСПИР Уильям

ШЕКСПИР Уильям (23.4.1564, Стратфорд‑он‑Эйвон ҡ., Англия — 23.4. 1616, шунда уҡ), инглиз шағиры, драматург. “Венера һәм Адонис” (“Венера и Адонис”; 1593), “Лукреция” (1594) поэмалары, “Сонеттар” (“Сонеты”; 1609) шиғырҙар йыйынтығы, “Ричард III” (1593), “Йәйге төндәге төш” (“Сон в летнюю ночь”; 1596),...

ШЕЛКОВ Валентин Иванович

ШЕЛКОВ Валентин Иванович (23.9. 1906, Одесса ҡ. — 23.12.1980, Ленинград), балет артисы, педагог. РСФСР‑ҙың (1967), Ҡырғыҙ ССР‑ының һәм Бүрәт АССР‑ының (икеһе лә — 1956), Башҡорт (1957) һәм Сыуаш (1966) АССР‑ҙарының атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1933; педагогы...