Список материалов
ШИШМӘ РАЙОНЫ
ШИШМӘ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Кушнаренко, төньяҡ‑көнсығышта — Өфө, көньяҡ‑көнсығышта — Ҡырмыҫҡалы, көньяҡта һәм көньяҡ‑көнбайышта — Дәүләкән, көнбайышта һәм төньяҡ‑көнбайышта Благовар р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына...
ШИШМӘ ТАТАР ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ
ШИШМӘ ТАТАР ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Шишмә район мәҙәниәт һарайының татар халыҡ теа т р ы. 1959 й. татар‑башҡорт драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1970 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 1973 й. “халыҡ” исемен ала. Тәүге постановкаһы — В.Б.Ғүмәровтың “Таныш ҡапҡа, таныш баҡса” спектакле. 1970—2009 йй. 40‑тан ашыу...
ШИШМӘ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ
ШИШМӘ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ. 1956 й. Шишмә р‑ны Шишмә ҡасабаһында БНИИСХ‑ның Ш.т.‑п.х. булараҡ ойошторола, 1991 й. алып “Башҡортостан” ҒПБ‑ның “Шишмә” тәж.‑производство хужалығы, 2001 й. — ФДУП, 2007 й. ябыла. Башҡортостандың Урал алды дала зонаһы өсөн селекция, орлоҡсолоҡ, үҫемлекселек, мал...
ШИШМӘ ТОРАҺЫ II
ШИШМӘ ТОРАҺЫ II, Энеолитҡа ҡараған археологик ҡомартҡы. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ уртаһына ҡарай. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Шишмә а. көньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Өршәк й. бейек булмаған уң ярында урынлашҡан. 1980 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм 1981—82 йй. өйрәнелә. 252 м2 ер ҡаҙылған. Ярым ер өй рәүешендәге...
ШИШМӘ УРТА МӘКТӘБЕ №1
ШИШМӘ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Шишмә р‑нының ҡала тибындағы Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан. 1939 й. асыла. 2 компьютер класы, китапханаһы, тамаша, 2 спорт һәм уҡыу залдары, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, мед. һәм 2 методика кабинеты бар. Мәктәпте 4,2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2010), улар араһында Р.Б.Асаев,...
ШИШМӘ УРТА МӘКТӘБЕ №2
ШИШМӘ УРТА МӘКТӘБЕ №2, Шишмә р‑нының ҡала тибындағы Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан. 1912 й. урыҫ земство мәктәбе булараҡ асыла, 1914 й. алып урыҫ-башҡорт халыҡ училищеһы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — башланғыс мәктәп, 1932 й. — өлгөлө тулы булмаған урта мәктәп, 1957 й. башлап...
ШИШМӘ ҺЫУЫТЫУ КОМБИНАТЫ
ШИШМӘ ҺЫУЫТЫУ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Аҙыҡ‑түлек м‑н күмәртәләп һатыу итә, тауарҙарҙы ваҡытлыса һаҡлау хеҙмәтен күрһәтә. Составына 18 һыуытыу камераһы (бер үк ваҡытта һаҡлау һыйҙырышлығы — 10,2 мең т); “Шишмә һыуытыу комбинаты” ЯСЙ, “Шишмә һыуытыу комбинаты” сауҙа йорто (икеһе лә – Өфө) инә. 2010 й. 89 кеше...
ШИШМӘ ШӘКӘР ЗАВОДЫ, ААЙ
ШИШМӘ ШӘКӘР ЗАВОДЫ, ААЙ. Сөгөлдөр шәкәре, патока, ҡоро һығынты етештерә. Составына төп производство, механизация, автомобиль һәм т. юл транспорты цехтары, механика оҫтаханаһы, Завод эргәһендәге сөгөлдөр ҡабул итеү пункты инә. 2010 й. 473 кеше эшләгән; 19,5 мең т сөгөлдөр шәкәре, 4,3 — патока, 1,7 мең...
ШИШМӘ‑БОРАЙ, Борай р‑нындағы ауыл
ШИШМӘ‑БОРАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 922 кеше; 1920 — 949; 1939 — 597; 1959 — 500; 1989 — 202; 2002 — 173; 2010 — 140 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...
ШИШМӘ‑УРАҠАЙ, Асҡын р‑нындағы ауыл
ШИШМӘ‑УРАҠАЙ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Арбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 136 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 625 кеше; 1920 — 768; 1939 — 754; 1959 — 598; 1989 — 434; 2002 — 370; 2010 — 245 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...
ШИШМӘ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл
ШИШМӘ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Солтанморат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Түрҫәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 341 кеше; 1959 — 174; 1989 — 116; 2002 — 99; 2010 — 96 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...
ШИШМӘ, Әлшәй р‑нындағы ауыл
ШИШМӘ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 124 кеше; 1989 — 188; 2002 — 195; 2010 — 158 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.
Ауылға 20 б. 50‑се йй. “Заготскот” Бөтә союз...
ШИШМӘ, Балтас р‑нындағы ауыл
ШИШМӘ, Балтас р‑нындағы ауыл, Үрге Янаҡтай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 16 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 85 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 532 кеше; 1920 — 440; 1939 — 368; 1959 — 281; 1989 — 185; 2002 — 168; 2010 — 152 кеше. Башҡорттар,...
ШИШМӘ, Бөрө р‑нындағы ауыл
ШИШМӘ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Шишмә а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 483 кеше; 1920 — 526; 1939 — 793; 1959 — 773; 1989 — 596; 2002 — 618; 2010 — 596 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...
ШИШМӘ, Бүздәк р‑нындағы ауыл
ШИШМӘ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Күҙәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 327 кеше; 1920 — 368; 1939 — 405; 1959 — 334; 1989 — 174; 2002 — 157; 2010 — 134 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.
Ауылға 19 б....
ШИШМӘ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл
ШИШМӘ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Исмаил а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 146 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 610 кеше; 1920 — 764; 1939 — 780; 1959 — 469; 1989 — 393; 2002 — 453; 2010 — 472 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Исмаил...
ШИШМӘ, ҡала тибындағы ҡасаба
ШИШМӘ, ҡала тибындағы ҡасаба, Шишмә р‑ны үҙәге (1946 й. алып); т. юл станцияһы. Өфөнән К.‑Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Дим й. басс.) буйында, Өфө—Шишмә, Шишмә—Аксёнов—Ҡырғыҙ‑Миәкә, Шишмә—Языков— Саҡмағош автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,1; 1920 — 0,9; 1939 —...
ШИШМӘ, Шишмә р‑нындағы ауыл
ШИШМӘ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шишмә а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К. табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1153 кеше; 1920 — 1975; 1939 — 1733; 1959 — 930; 1989 — 1651; 2002 — 1740; 2010—1806 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Шишмә урта мәктәбе №2, балалар баҡсаһы,...
ШИЯТОВ Степан Григорьевич
ШИЯТОВ Степан Григорьевич (24.12.1933, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Владимир‑Николаев утары), эколог. Биол. ф. д‑ры (1981), проф. (1997). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998). Урал урман‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1957) “Челяблес” тресында (Ҡытау‑Ивановка ҡ.) эшләй. 1958 й. алып Бөтә Союз...
ШКАПОВ ГАЗ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ
ШКАПОВ ГАЗ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ. Эйәрсен нефть газын һәм еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Бәләбәй р‑ны Приют ҡасабаһында урынлашҡан. Составына компрессор станцияһы (1959 й. асылған); газды көкөрттән таҙартыу (1982), май абсорбциялау, газ фракциялау ҡулайламалары; тауар‑резервуар...