Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШТЕЙНБЕРГ Исаак Захарович

ШТЕЙНБЕРГ Исаак (Исаак‑Нахман) Захарович (13.7.1888, Витебск губ. Динабург ҡ. — 2.1.1957, Нью‑Йорк ҡ., АҠШ), революция хәрәкәте эшмәкәре. Социал-революционерҙар партияһы ағзаһы. Гейдельберг ун‑тын тамамлаған (Германия, 1910). 1911 й. алып Мәскәүҙә присяжный ярҙамсыһы, 1915 й. ғин. “Наша жизнь” (“Беҙҙең...

ШТЕЙНБЕРГ Эмануил Соломонович

ШТЕЙНБЕРГ Эмануил Соломонович (15.3.1919, Одесса ҡ. – 2.6. 1973, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. элемтәсеһе. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Одесса элемтә инженерҙары ин‑тын тамамлаған. 1942 й. алып Үзбәк ССР‑ының Радиотрансляция селтәрҙәре дирекцияһында эшләй: Сурхан‑Даръя филиалы...

ШТЕХЕР Геннадий Гиляриевич

ШТЕХЕР Геннадий Гиляриевич (6.10. 1891, Өфө — 24.5.1970, шунда уҡ), педагог, халыҡ мәғарифы эшмәкәре. Пед. ф. канд. (1954). Мәскәү ун‑тын тамамлаған (1917). 1920 й. алып Өфө халыҡ мәғарифы ин‑тының уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са про­ректоры, 1924 й. башлап Өфө физика ин‑тының биология бүлеге, 1929 й. — Һамар...

ШТОК‑РОЗА

ШТОК‑РОЗА (Alcea), мальва һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 80 төрө билдәле, Урта диңгеҙ буй­ында, Урта, Үҙәк һәм Көньяҡ‑Көнбайыш Азияла һәм уларға сиктәш булған Евразия һәм Африка терр‑яларында таралған. Башҡортостанда йыйырсыҡлы Ш.‑р. үҫә. Йыуан тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ,...

ШТОКМАН Георгий фон

ШТОКМАН Георгий фон, хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор (1739). Ихтилалды (1747) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Яңы Кама аръяғы сик һыҙығында ландмилиция ҡарамағында хеҙмәт итә. 1742 й. июленән Ырымбур экспедицияһында (1734–44) ҡатнаша, уның барышында Ырымбур ҡ. нигеҙ һалыуға һәм төҙөүгә етәкселек итә. 1747 й. Ырымбур...

ШТРИТЕР Виктор Альфредович

ШТРИТЕР Виктор Альфредович (6.11.1898, С.‑Петербург—22.1.1971, Өфө), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1941). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1941). 1‑се Ленинград мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1923) Ленинградтың мед. учреждениела­рында эшләй. 1931 й. алып Бөтә Союз эксперименталь мед. ин‑тында: өлкән ғилми...

ШУБЕРТ Карл Богданович

ШУБЕРТ Карл Богданович (25.2. 1811, Магдебург ҡ., Германия — 10.6. 1863, Цюрих ҡ., Швейцария), виолончелист, ком­позитор. Ф.Дотцауэр уҡыусыһы. 1835 й. алып Рәсәйҙә: Каменный (Ҙур) театр (С.‑Петербург) оркестры, Урыҫ музыка йәмғиәтенең С.‑Петербург бүлексәһендә ҡыллы квартет солисы, 1842 й. башлап С.‑Петербург...

ШУБИН Георгий Иванович

ШУБИН Георгий Иванович [28.8. 1918, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Петровка а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 4.3.1945, Данциг ҡ., Польша], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935 й. алып БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Түбә эшселәр ҡасабаһында машинист булып эшләй. 1942 й. мартынан Ленинград һәм...

ШУВАЛОВТАР

ШУВАЛОВТАР, завод хужалары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Иң билдәлеләре: Александр Иванович Ш. (1710—1771), граф (1746), ген.‑фельдмаршал (1761). 1741 й. дәүләт түңкәрелешендә ҡатнаша. 1742—62 йй. Йәшерен эҙләү эштәре канцелярияһы начальнигы. Нуғай даруғаһының Һыуын‑Ҡыпсаҡ һәм Үҫәргән улустары башҡорттарынан...

ШУЛҒАН, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ШУЛҒАН, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Шулған а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 40 км алыҫлыҡта Гәрәй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1168 кеше; 1920 — 1278; 1939 — 1282; 1959 — 1272; 1989 — 1059; 2002 — 1038; 2010 — 925 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ШУЛЬМАН Филипп Евгеньевич

ШУЛЬМАН Филипп Евгеньевич (6.10.1980, Өфө), спортсы. Биатлон б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). ӨЮИ‑ны тамамлаған (2005). Биатлон б‑са СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе, 2000 й. алып “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте (Өфө; тренеры В.В.Малинский), 2005—08 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе һәм...

ШУЛЬЦ Эльвира Эдуардовна

ШУЛЬЦ Эльвира Эдуардовна (30.1. 1953, Макинск ҡ.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1994), проф. (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1975) “Башпромбелок” ПБ‑нда эшләй (БАССР‑ҙың Благовещен ҡ.). 1979 й. алып Органик химия ин‑тында (1988 й. – өлкән ғилми хеҙм‑р), 1995 й. – РФА Себер бүлексәһенең Н.Н.Ворожцов...

ШУМЕЙКО Григорий Григорьевич

ШУМЕЙКО Григорий Григорьевич (12.12.1923, Стәрлетамаҡ ҡ. — 1.5. 1977, Киев), танкист, полковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Сталинград танк уч‑щеһын (1944), В.М.Молотов ис. Ленинград юғары офицерҙар бронетанк мәктәбен (1945), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1966) тамамлаған....

ШУМИЛОВ Олег Александрович

ШУМИЛОВ Олег Александрович (18.12.1950, Ҡурған ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2017) һәм атҡ. (1998) артисы. Воронеж сәнғәт ин‑тын тамамлағандан һуң (1977; А.К.Дундуков курсы)А.П.Чехов ис. Таганрог драма театры, 1980 й. алып М.Ю.Лер­монтов ис. Грозный урыҫ драма театры, 1981 й. — БР Урыҫ драма театры (Өфө)...

ШУМИЛОВ ШАРЛАУЫҒЫ

ШУМИЛОВ ШАРЛАУЫҒЫ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2010). Туймазы р‑ны Түб. Троицк а. көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Казённый лог шишмәһенең (Кама й. басс.) һул ярында урынлашҡан. Майҙаны 4,6 га. Ҡазан ярусының карбонат­лы тоҡомдарынан һәм эзбизле туф ултырмаларынан торған (ҡалынлығы 8—10 м) текә битләүҙән...

ШУМИЛОВА Марина Владимировна

ШУМИЛОВА Марина Владимировна (5.2.1954, Өфө), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2002). БДУ‑ны тамамлаған (1976). 1977 й. алып Өфө авиациятехникумында уҡыта,1987й.— Интернациональ дуҫлыҡ музейы (Өфө) директоры.1995—2013йй. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында: мәғлүмәт хеҙмәтенең киң мәғлүмәт сараларын...

ШУМКОВА Марта Даниловна

ШУМКОВА Марта Даниловна (5.3. 1928, Житомир ҡ. — 1.2.2003, Өфө), бейеүсе. 1946 й. алып Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, 1966—68 йй. Башҡорт филармонияһының балет артисы. Үҙенсәлекле пластикаға, сәхнә темпераментына эйә булған. Бейеүҙәре...

ШУРУПОВ Евгений Васильевич

ШУРУПОВ Евгений Васильевич (28.5.1951, Стәрлетамаҡ ҡ. — 22.10. 1998, шунда уҡ), химик‑технолог. СССР‑ҙың химия сәнәғәте отличнигы (1985), СССР‑ҙың почётлы химигы (1990), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлаған (1973). 1975 й. алып “Каустик” ЯАЙ‑нда эшләй: лаб., цех, ғилми‑техник үҙәк начальнигы....

ШУСТЕР Лёва Шмульевич

ШУСТЕР Лёва Шмульевич (7.1.1936, Тирасполь ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1981). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй: 1976—84 йй. һәм 1990 й. алып...

ШУТКО Александр Степанович

ШУТКО Александр Степанович (18.7. 1890, Харьков губ. Люботино а. — 25.2.1972, Өфө), агроном, селекционер. А.х. ф. д‑ры (1950), проф. (1950). Воронеж уҡытыусылар ин‑тын (1917), Воронеж а.х. ин‑тын (1923) тамамлаған. 1936—59 йй. БАХИ‑ла эшләй: селекция һәм орлоҡсолоҡ каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1937 й....