Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШУТОВ Александр Павлович

ШУТОВ Александр Павлович [13.7. 1925, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Андреевка а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) – 27.3. 2008, Өфө], скульптор. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1975). Рәссамдар союзы ағзаһы (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1946–50 йй. скульптор В.М.Цветков оҫтаханаһында уҡыған (Сталинград ҡ.). 1960 й. алып Өфөлә...

ШУШНУР, Краснокама р‑нындағы ауыл

ШУШНУР, Краснокама р‑нындағы ауыл, Шушнур а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 44 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 387 кеше; 1920 — 383; 1939 — 597; 1959 — 536; 1989 — 403; 2002 — 458; 2010 — 471 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

ШҮДЕК, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ШҮДЕК, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Шүдек а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Шүдек й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 351 кеше; 1920 — 441; 1939 — 409; 1959 — 474; 1989 — 495; 2002 — 486; 2010 — 525 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

ШҮЛГӘН, йылға

ШҮЛГӘН, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Шүлгән тауының көньяҡ итәгенән башлана. Бөрйән р‑ны буйлап төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай аға. Түбәнге ағымында 3 км ер аҫтынан, үҙе барлыҡҡа килтергән Шүлгәнташтың аҫҡы ярусы буйлап үтә, мәмерйәнең ауыҙы янында ер өҫтөнә сыға һәм 150—170 м аҡҡандан һуң Ағиҙел й. (тамағынан...

ШҮЛГӘН, образ

ШҮЛГӘН, башҡорт мифологияһы образы. “Урал батыр” эпосында Йәнбирҙе м‑н Йәнбикәнең (ҡара: Тәү ата-баба) өлкән улы, Урал батырҙың антагонисы. Был кешеләр йыһан тәңреләре Самрау, Ҡояш, Ай, Һомай кеүек үлемһеҙ була. Урта донъяла изге йола хакимлыҡ иткән: Йәнбирҙе м‑н Йәнбикә үҙҙәре һунарҙа үлтергән иркәк...

ШҮЛГӘНТАШ

ШҮЛГӘНТАШ, Ағиҙел мәмерйәһе, Көньяҡ Уралдағы иң ҙур мәмерйә, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965—2014). Бөрйән р‑ны Ғәҙелгәрәй а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. үҙәненең уң битләүендәге Шүлгәнташ ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, визе ярусы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ,...

ШҮЛГӘНТАШ ҠУРСАУЛЫҒЫ

ШҮЛГӘНТАШ ҠУРСАУЛЫҒЫ. 1986 й. киң япраҡлы Европа урмандары зонаһының тәбиғәт һәм ландшафт комплексын һаҡлап алып ҡалыу, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һәм хайуандарҙың һирәк төрҙәрен һаҡлау маҡсатында Башҡорт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы нигеҙендә ойошторола. Бөрйән р‑ны сиктәрендәге Ағиҙел һәм Нөгөш...

ШҮЛГӘНТАШ ҠУРСАУЛЫҒЫ

ШҮЛГӘНТАШ ҠУРСАУЛЫҒЫ. 1986 й. киң япраҡлы Европа урмандары зонаһының тәбиғәт һәм ландшафт комплексын һаҡлап алып ҡалыу, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һәм хайуандарҙың һирәк төрҙәрен һаҡлау маҡсатында Башҡорт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы нигеҙендә ойошторола. Бөрйән р‑ны сиктәрендәге Ағиҙел һәм Нөгөш...

ШҮЛГӘНТАШ, археологик ҡомартҡы

ШҮЛГӘНТАШ, яңы палеолитҡа ҡараған археологик ҡомартҡы. Б.э.т. 16—14 бб. ҡарай. Шүлгәнташ ҡурсаулығы территорияһында Шүлгәнташ мәмерйәһендә урынлашҡан. 1959 й. А.В.Рюмин асҡан, 1961—78 йй. О.Н.Бадер, 1982—91 йй. В.Е.Щелинский, 2004—05 йй. Т.И.Щербакова, Ю.С.Ляхницкий, А.К.Солодейников, 2008 й. Ю.С.Ляхницкий,...

ШҮЛКӘ, Баймаҡ р‑нындағы утар

ШҮЛКӘ, К о м м у н а р, Баймаҡ р‑нындағы утар, 1‑се Этҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 46 км һәм Сибай т. юл ст. Көнс. табан 91 км алыҫлыҡта Шүлкә й. (Ялан Йылайыры й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 200 ке­ше; 1920 — 191; 1939 — 87; 1959 — 228; 1989 — 248; 2002 — 235; 2010 — 181...

ШҮРӘЛЕ

ШҮРӘЛЕ, башҡорт мифологияһында яуыз зат. Хөрәфәти хикәйәләр персонажы. Оҙон бармаҡлы һәм осло баҡыр тырнаҡлы, мөгөҙө булған кеше йәки һары сәсле, һәлберәп торған түшле һәм үксәһе алға ҡараған ҡатын‑ҡыҙ сүрәтендә, ҡайһы ваҡыт бү­рәнә, ағас рәүешендә күренә. Шырлыҡтарҙа, тауҙарҙа, йылға ярҙарында йәшәй....

ШЫҒАЙ, Белорет р‑нындағы ауыл

ШЫҒАЙ, Белорет р‑нындағы ауыл, Шығай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 703 кеше; 1920 — 849; 1939 — 511; 1959 — 491; 1989 — 581; 2002 — 599; 2010 — 571 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

ШЫҒАНАЙ БОРСАҠОВ

ШЫҒАНАЙ БОРСАҠОВ, мәғдән эҙләүсе (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр). Себер даруғаһы Көҙәй улу­сы Шығанай а. (хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны) башҡорто. Шул уҡ улус старшинаһы. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫ­тырыуҙа ҡатнашыусы. 1735—40 йй. ихтилал барышында Төлкөсура Алдағоловты әсиргә алыуҙа...

ШЫЙЫҠ КРИСТАЛДАР

ШЫЙЫҠ КРИСТАЛДАР, үҙсәнлектәре шыйыҡлыҡтарҙыҡы (ағыусанлыҡ) һәм ҡаты кристалдарҙыҡы кеүек (үҙсәнлектәрҙең анизотропияһы) булған ҡайһы бер органик матдәләр. Шыйыҡ кристалл торошо молекулалары пластинка, таяҡса йәки диск формаһында булған матдәләргә хас. Термотроп (билдәле т‑ра интервалында барлыҡҡа килә:...

ШЫЙЫҠ КРИСТАЛЛЫ ПРИБОРҘАР

ШЫЙЫҠ КРИСТАЛЛЫ ПРИБОРҘАР, шыйыҡ кристалдар нигеҙендә эшләнгән электрон приборҙар. Һанлы, хәреф­һанлы (сегментлы, пакетлы һәм матрица‑нөктәле) һәм мнемоник Ш.к.п. айырыла. Улар шыйыҡ кристалдарҙың тышҡы тәьҫирҙәр йоғонтоһонда оптик күрһәткестәрҙе (йотолоу, сағылыу, сәселеү коэф., һыныу күрһәткесе, мөйөшләтә...

ШЫҠТЫМ

ШЫҠТЫМ, п и о н (Paeonia), шыҡтым һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, күбеһенсә Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда янтайыусан Ш. һәм дала Ш. үҫә. Тарбаҡлы тамырһабаҡлы һәм ҡеүәтле тамырлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары...

ШЫЛВА ЗАВОДЫ

ШЫЛВА ЗАВОДЫ, Б о р о в е ц к з а в о д ы, 1731 й. Шылва й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында И.Е.Небогатов тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына, 1749 й. завод өсөн ерҙәр Ҡазан даруғаһы Ҫарылы‑Мең улусы башҡорттарынан ҡуртымға алына. Хужалары: Небогатовтар, 1755 й. алып К.И.Небогатов һәм П.Л.Красильников...

ШЫЛТЫРАУЫҠ

ШЫЛТЫРАУЫҠ (Rhinanthus), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер йыллыҡ ярымпаразит үләндәр. Һабаҡтары ябай йәки бер аҙ тарбаҡлы, яланғас тиерлек йәки бер аҙ төклө, ҡуйы ҡуңыр һыҙыҡлы,...

ШЫМА КҮРӘН

ШЫМА КҮРӘН (Juncus), шыма күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 250‑нән ашыу төрө билдәле, баш­лыса ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәттәрендә, ш. уҡ бейек тау тропиктарында һәм субтропиктарында таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә: альп Ш.к., быуынлы Ш.к., ҡара Ш.к., өймәксәскә Ш.к., әрмәнде...

ШЫМА ҠУРАЙ

ШЫМА ҠУРАЙ (Angelica), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 50 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 80) төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа һәм Яңы Зеландияла таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: дарыулы Ш.ҡ., йәки айыу көпшәһе, урман Ш.ҡ., һаҙ Ш.ҡ. Ике йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, йыуан,...