Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЛЪЯҒЫШ, Асҡын р‑нындағы ауыл

АЛЪЯҒЫШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡаҙансы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 40 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Алъяғыш й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 153 кеше; 1920 — 159; 1939 — 266; 1959 — 238; 1989 — 132; 2002 — 123; 2010 — 94 кеше....

АЛЫМОВ Алексей Михайлович

АЛЫМОВ Алексей Михайлович (18.3.1923, Орлов губернаһы Маслово а. — 22.2.2009, БР‑ҙың Өфө районы Михайловка а.), Советтар Союзы Геройы (1945). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур педагогия институтын тамамлаған (1967). 1943 й. октябренән алып 2‑се Балтик буйы һәм 1‑се...

АЛЫҪЛЫҠТЫ ҮЛСӘГЕС

АЛЫҪЛЫҠТЫ ҮЛСӘГЕС, объектҡа тиклем араны контактһыҙ (уға теймәйенсә тороп) билдәләү өсөн ҡоролма. Эшләү принцибына ҡарап оптик (алыҫлыҡты үлсәү билдәле булған нигеҙе һәм уға ҡаршы ятҡан мөйөшө б‑са тура мөйөшлө өсмөйөштө сығарыуға ҡайтып ҡала); акустик, радиотулҡынлы, электрооптик (ебәрелгән һәм, объекттан...

АЛЬБАНОВ Валериан Иванович

АЛЬБАНОВ Валериан Иванович (26.5.1882, Өфө ҡ. — 1919, ?), алыҫҡа йөҙөү штурманы, поляр тикшеренеүсе. 1891—94 йй. Өфө ир балалар гимназияһында уҡый. Санкт‑Петербург ҡ. алыҫҡа йөҙөү училищеһын тамамлағандан һуң (1904) Балтик флоты судноларында хеҙмәт итә. 1905 й. башлап төрлө гидрографик һәм сауҙа судноларында...

АЛЬГОЛОГИЯ, фикология

АЛЬГОЛОГИЯ (лат. аlga — ылымыҡ һәм ...логия), фикология, ботаниканың ылымыҡтарҙы өйрәнеүсе бүлеге. 20 б. уртаһынан А. үҫеше электрон техника, биохимик анализ һәм таҙа культура ысулдары, ылымыҡ штамдары коллекцияларын төҙөүҙе ҡулланыу м‑н бәйле. Хәҙ. А. ылымыҡтарға морфологик, физиологик‑биохимик, флористик,...

АЛЬДЕБАРАН, йондоҙ

АЛЬДЕБАРАН, Буға α‑һы, эргәһендә һүрән (13‑сө йондоҙ дәүмәле) ҡыҙыл йондоҙо булған гигант ҡыҙыл йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,86. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 50 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән 50 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Зодиакаль йондоҙлоҡҡа инә. БР терр‑яһында ҡалҡыусы һәм байыусы яҡтыртҡыс....

АЛЬДЕГИДТАР, ҡара: Карбониллы берләшмәләр

АЛЬДЕГИДТАР, ҡара: Карбониллы берләшмәләр.

АЛЬМАНАХ

АЛЬМАНАХ (ғәр. әл‑манах — календарь), ниндәй ҙә булһа билдә (тема, жанр, төбәк) б‑са берләшкән әҙәби әҫәрҙәр тупланған периодик булмаған йыйынтыҡ. Башҡортостанда Яҙыусылар союзының бер нисә А. сыға. “Литературный альманах” (“Әҙәби альманах”; 1934) һәм “Литературная Башкирия” (“Әҙәби Башҡортостан”; 19...

АЛЬПИНАРИЙ

АЛЬПИНАРИЙ, бейек тау үҫемлектәрен үҫтереү өсөн ташлы тау рәүешендә эшләнгән баҡса йәки парктың бер өлөшө. А. тупраҡта һауа алмашыныуы яҡшы булған ҡояшлы битләүҙәргә урынлаштырыла, көнсығышҡа йәки көньяҡ-көнсығышҡа йүнәлтелә. А. өсөн материал булып таш, ҡырсынташ, ваҡ таш, ҡом, торф һәм тупраҡ тора....

АЛЬПИНИЗМ

АЛЬПИНИЗМ, спорт төрө, юлһыҙ тау түбәләренә менеү. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. аҙағынан үҫешә. 1961 й. “Буревестник”, “Зенит”, “Спартак”, “Хеҙмәт” ДСО‑лары эргәһендә А.И.Аҡтуғанов, Н.А.Накеева, В.П.Поспелов етәкс. тәүге секциялар асыла. 1993 й. “Ирәмәл” альпинистар клубы (Өфө) ойошторола. 1964 й....

АЛЬТАИР, йондоҙ

АЛЬТАИР, Ҡарағош α‑һы, аҡ йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,77. Радиусы б‑са Ҡояштан яҡынса 2 тапҡырға ҙурыраҡ һәм 10 тапҡырға күберәк яҡтылыҡ сәсә. Ерҙән яҡынса 16 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Экваториаль йондоҙлоҡҡа ҡарай. БР терр‑яһында ҡалҡыусы һәм байыусы яҡтыртҡыс. Авг., төн уртаһында...

АЛЬШЕЕВСКИЙ, ҡандала үләне сорты

АЛЬШЕЕВСКИЙ, һары ҡандала үләне сорты. 20 б. 50‑се йй. Н.С.Соломатин (БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Антонов ис. к‑з) тарафынан ҡырағай ҡандала үләненең урындағы популяцияһынан киң һайлап алыу ысулы м‑н сығарылған. Һабағының бейеклеге 2 м тиклем, төҙ, ныҡ тармаҡлы. Япрағы ҡатмарлы, өсәрле, япраҡсалары эллипс...

АЛЮМИН ИРЕТМӘЛӘРЕ

АЛЮМИН ИРЕТМӘЛӘРЕ, баҡыр, магний, цинк, кремний, марганец, литий һ.б. легирлау элементтары ҡушылған алюмин нигеҙендәге иретмәләр. Эшкәртеү алымдарына ҡарап деформацияланыусан һәм ҡойоу А.и. айыралар. 20 б. 60—90‑сы йй. Авиация техник университетында һәм махсуслаштырылған “Тантал” конструкторлыҡ-технологик...

АЛЮМИНОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

АЛЮМИНОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, составында “алюмин—углерод” бәйләнеше һәм дөйөм химик формулаһы RnAlХ3‑n (n=1—3, R — органик радикал, Х — галоген, водород, RO, R2N йәки башҡа урын алмаштырыусылар) булған органик берләшмәләр. А.б. — реакцияға инеү һәләте һәм дымға, кислородҡа ҡарата һиҙгерлеге үтә көслө булған...

АЛЮМИНОРГАНИК СИНТЕЗ

АЛЮМИНОРГАНИК СИНТЕЗ, алюминорганик берләшмәләр һәм комплекслы алюмин гидридтары реакцияһы нигеҙендә органик һәм элементорганик матдәләр алыу. Шулай уҡ А.с. билдәле бер йүнәлештә барған алюминорганик берләшмәләрҙе синтезлауҙы ла аңлата. Башҡортостанда А.с. б‑са фундаменталь тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй....

АЛЯБЬЕВ Александр Александрович

АЛЯБЬЕВ Александр Александрович (15.8.1787, Тубыл ҡ. — 6.3.1851, Мәскәү), композитор. 1812 й. Ватан һуғышында ҡатнашыусы. А. ижады классицизм осорона тиклемге урыҫ музыкаһы формалашыуының мөһим этабын тәшкил итә. Урыҫ вокаль лирикаһының танылған оҫтаһы, 150‑нән ашыу, ш. иҫ. А.С.Пушкин шиғырҙарына, романстар...

АЛЯЕВ Иван Павлович

АЛЯЕВ Иван Павлович (5.1.1918, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Николаевка а., хәҙер БР‑ҙың Фёдоровка районы Иҫке Николаевка а., — 21.3.2000, Мәскәү ҡ.), инженер, полковник (1961). Советтар Союзы Геройы (1940). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби транспорт академияһын...

АМАНАТ

АМАНАТ (ғәр.), 1) килер быуындарға тапшырылған, улар ҡәҙерләп һаҡлаған һәм ихтирам иткән күрһәтмә, өгөт, васыят. 2) Килешеүҙе тәьмин итеү өсөн бирелгән кеше. Башҡорттарҙа аманатлыҡ институты Монгол империяһы заманынан билдәле (Р.Ғ.Кузеев, Ә.Н.Усманов һ.б. фекеренсә, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан...

АМАНГИЛДЕ, Сансар, Учалы р‑нындағы ауыл

АМАНГИЛДЕ, Сансар, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 65 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 182 кеше; 1920 — 228; 1939 — 241; 1959 — 171; 1989 — 95; 2002 — 138; 2010 — 110 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға Ырымбур...

АМАНГИЛДЕ, Тоҡомбәт, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

АМАНГИЛДЕ, Тоҡомбәт, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 25 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 77 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 336 кеше; 1920 — 228; 1939 — 479; 1959 — 420; 1989 — 571; 2002 — 835; 2010 — 651 кеше....