Список материалов
ЭКЗЕМА
ЭКЗЕМА (гр. ekzema— тән тиреһе сабыртмаһы), т и м е р ә ү, тән тиреһенең хроник шешеү ауырыуы, уға сабыртма һәм ҡысытыу хас. Балалар Э., ысын, микроблы, һөнәри һәм себореялы Э. айырыла. Ауырыуҙың башланып китеүенә аллергик реакцияларға нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, тиренең төрлө ҡуҙғытҡыстарға юғары...
ЭКЗОГАМИЯ
ЭКЗОГАМИЯ (гр. еxo — тышҡы һәм gаmos — никах), туғандаш ғаиләләр төркөмө, ырыу бүленеше, ырыу ағзалары араһында никахты тыйыу. Башҡорттарҙа традицион йола, эндогамия м‑н йәнәш килә. Башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошо тарҡалғандан һуң Э. атай яғынан етенсе быуынға, һуңынан дүртенсе быуынға тиклем тарала...
ЭКЗОГЕН ПРОЦЕСТАР
ЭКЗОГЕН ПРОЦЕСТАР, Ер өҫтөндә һәм литосфераның өҫкө өлөштәрендә атмосфера, гидросфера, биосфера м‑н тәьҫир итешеү ваҡытында барған геол. процестар. Ҡояш радиацияһы энергияһына, ауырлыҡ көсөнә, организмдарҙың йәшәйешенә һ.б. бәйле. Ел, ер өҫтө һыуҙары, ер аҫты һыуҙарының һ.б. геол. эшмәкәрлеге Э.п....
ЭКЛОГИТ
ЭКЛОГИТ, юғары баҫымлы магматик һәм метаморфик тау тоҡомо. Пироп‑гроссуляр‑альмандинлы гранаттың, жадеит‑диопсидлы клинопироксендың (омфацит), рутилдың критик минераль ассоциацияларынан, икенсе дәрәжәләге минералдарҙан (кварц, коэсит, кианит, цоизит, мөгөҙ обманкаһы, ильменит) тора. Химик составы б‑са...
ЭКОЛОГИК МОНИТОРИНГ
ЭКОЛОГИК МОНИТОРИНГ, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге йоғонтоһонда тирә‑яҡ мөхит, биологик ресурстар, халыҡ һаулығы торошондағы үҙгәрештәрҙе даими күҙәтеүҙәр системаһы. Э.м. төп мәсьәләләре: тирә‑яҡ мөхиткә тәьҫир иткән факторҙарҙы асыҡлау, уның торошон баһалау һәм ундағы үҙгәрештәрҙе, техноген һәләкәттәр...
ЭКОЛОГИК ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
ЭКОЛОГИК ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК, 1) тәбиғи мөхиттең һәм кеше ғүмере өсөн мөһим мәнфәғәттәрҙең хужалыҡ һ.б. эшмәкәрлектең кире йоғонтоһонан, тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән, уларҙың эҙемтәләренән һаҡланған булыуы; 2) Ерҙәге экологик балансты тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сәйәси, хоҡуҡи, иҡт.,...
ЭКОЛОГИК ХОҠУҠ
ЭКОЛОГИК ХОҠУҠ, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлауҙа һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыуҙа ижт. мөнәсәбәттәрҙе көйләгән юридик нормаларҙы үҙ эсенә алған хоҡуҡ тармағы. Э.х. составына административ хоҡуҡ, ер хоҡуғы, граждандар һәм енәйәт хоҡуғы һ.б. нормалар инә. Рәсәйҙә үҙ аллы тармаҡ булараҡ Э.х. 20 б....
ЭКОЛОГИЯ
ЭКОЛОГИЯ (гр. oikos — йорт, торлаҡ, урынлашҡан ер һәм ...логия), организмдарҙың, улар булдырған төркөмдәрҙең үҙ‑ара һәм тирә‑яҡ мөхит м‑н бәйләнеше т‑да фәндәр комплексы. Э. термины Э.Геккель тарафынан тәҡдим ителә (1866). 20 б. 1‑се ярт. Э. төп ҡағиҙәләре формалаша: төрҙәрҙең мөхит шарттарына адаптацияһы,...
ЭКОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ
ЭКОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, экология, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәтте рациональ файҙаланыу өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Биология буйынса белем биреү, география буйынса белем биреү, нефть буйынса белем биреү, химия һәм химик технология белеме биреү һ.б. м‑н...
ЭКОЛОГИЯ СӘЙӘСӘТЕ
ЭКОЛОГИЯ СӘЙӘСӘТЕ, дәүләттең тотороҡло үҫешен, халыҡтың тормош сифатын һәм һаулығын яҡшыртыу, биологик төрлөлөктө һаҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында тирә‑яҡ мөхиттең сифатын көйләүгә һәм тәбиғәтте рациональ файҙаланыуға йүнәлтелгән дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге. Э.с. соц.‑иҡт. үҫеште...
ЭКОЛОГИЯ ҮҘӘГЕ
ЭКОЛОГИЯ ҮҘӘГЕ, БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт учреждениеһы. 1992 й. Өфөлә Башҡ‑н респ. ғилми‑тикшеренеү экология үҙәге булараҡ асыла. Эшмәкәрлегенеңтөпйүнәлештәре:полихлорлы бифенилдарҙы, диоксиндарҙы, пестицидтарҙы һ.б. экотоксиканттарҙы анализлау һәм юҡ итеү алымдарын...
ЭКОНОМЕТРИЯ
ЭКОНОМЕТРИЯ, э к о н о м е т р и к а, иҡт. объекттарҙың һәм процестарҙың үҙ‑ара аныҡ һан б‑са бәйләнештәрен матем. һәм статистик ысулдар, моделдәр ярҙамында өйрәнгән фән. Э. информатика, математика, статистика, иҡт. теорияһы м‑н бәйле. Э. параметрик һәм параметрик булмаған, теоретик һәм ғәмәли бүлектәре...
ЭКОНОМИК ХӘҮЕФ
ЭКОНОМИК ХӘҮЕФ, и ҡ т и с а д и х ә ү е ф, хужалыҡ ҡарарын тормошҡа ашырыу йәки билдәле эште башҡарыу һөҙөмтәһендә финанс, матди һ.б. яҡтан зыян күреү ихтималлығы. Э.х. иҡт. эшмәкәрлек шарттарының үҙгәреүсәнлегенә бәйле. Микрокимәлдә уңайһыҙ иҡт. хәл пр‑тиены банкротлыҡҡа килтереүе мөмкин. Э.х. кәметеү...
ЭКОНОМИКА И УПРАВЛЕНИЕ: НАУЧНО‑ПРАКТИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ”
“ЭКОНОМИКА И УПРАВЛЕНИЕ: НАУЧНО‑ПРАКТИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ” (“Иҡтисад һәм идаралыҡ: фәнни‑ғәмәли журнал”). Ойоштороусылары — Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., БР ФА. Өфөлә 2 айға 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 1 мең дана. 1994 й. апр. алып “Экономика и управление” (“Иҡтисад һәм идаралыҡ”) исеме,...
ЭКОСИСТЕМА
ЭКОСИСТЕМА (гр. oikos — торлаҡ, урынлашҡан ер һәм система), матдә һәм энергия ағыштары м‑н бәйле булған организмдар һәм уларҙың йәшәү мөхите шарттары йыйылмаһы. Ҡояш (фототроф Э.) йәки химик реакциялар (хемотроф Э., океандар төбөндәге гидротермаль оазистар, ер аҫты һыуҙары Э. һ.б.) энергияһы ҡулланылған...
ЭКСПЕРТ СИСТЕМА
ЭКСПЕРТ СИСТЕМА, эшмәкәрлектең билдәле бер өлкәһендә ҡулланыусыға ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеген биргән белешмә характерҙағы ғәмәли программалар пакеты. Э.с. нигеҙендә мәсьәләләрҙе сисеүҙең эвристик принцибы ята. Нейрокомпьютер һәм нейроселтәр технологиялары альтернатив йүнәлеш булып тора, унда белемдең...
ЭКСТЕРНАТ
ЭКСТЕРНАТ (лат. externus — сит), мәғариф учреждениеһына мәжбүри йөрөмәйенсә белем алыу формаһы. РФ‑тың һәм БР‑ҙың “Мәғариф тураһында” (1992) закондарына, РФ Мәғариф министрлығының “Экстернат формаһында башланғыс профессиональ белем алыу тураһында” (1995), “Рәсәй Федерацияһының дәүләт, муниципаль юғары...
ЭКСТРАГЕНТТАР
ЭКСТРАГЕНТТАР, экстракция өсөн һайланма эреткестәр. Э. нейтраль — алифатик спирттар, һыу, карбониллы берләшмәләр, нефть сульфоксидтары, фосфиноксидтар, фосфорорганик берләшмәләр, эфирҙар һ.б.; әсе — алкилфенолдар, нафтен, фосфорорганик, карбон кислоталары, сульфокислоталар, хелат барлыҡҡа килтергән...
ЭКСТРАКТИВ ДИСТИЛЛЯЦИЯЛАУ
ЭКСТРАКТИВ ДИСТИЛЛЯЦИЯЛАУ, экстрактив ректификация, ҡайнау т‑раһы яҡын булған, сағыштырмаса түбән осоусан (азеотроп аналогы) компоненттарҙың углеводород ҡатышмаларын (башлыса газ) бүлеү процесы. Селектив эреткестә (ҡара: Экстрагенттар) компоненттарының төрлөсә эреүенә нигеҙләнә, унда уларҙың сағыштырмаса...
ЭКСТРАКЦИЯ
ЭКСТРАКЦИЯ, һайланма эреткестәр (экстрагенттар) ярҙамында шыйыҡ йәки ҡаты матдәнең ҡатышмаһын айырыу процесы. Ҡаты есемдән һыу м‑н Э. —һелтеһеҙләндереү. Экстрагент м‑н бүленә торған ҡатышманың үҙ‑ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә алынған матдә эреткескә күсә; яңынан барлыҡҡа килгән фазалар тондороу, фильтрлау,...