Список материалов
ЭКСТРАПОЛЯЦИЯ
ЭКСТРАПОЛЯЦИЯ, экстра ‑полировкалау (лат. extra — юғары сифатлы, тыш һәм polio — һыйпайым, төҙәтәм, үҙгәртәм), функцияның бирелгән функциялар класында уның билдәләнеү өлкәһе ситендәге дауамы, аппроксимация төрө, интерполяцияның ҡапма‑ҡаршыһы. Техникала һәм иҡтисадта — ҡыҫҡа ваҡытлы прогноз, статистикала...
ЭЛАСТИК‑КУМУЛЯТИВ ЗАРЯДТАР
ЭЛАСТИК‑КУМУЛЯТИВ ЗАРЯДТАР, детонаторға ҡапма‑ҡаршы булған өлөштә урынлашҡан сфера йәки конус кеүек уйымлы шартлаусан матдәләр заряды. Хәрәкәт шартлау ваҡытында химик реакция продукттарынан уйым тарафынан бирелгән йүнәлеш б‑са ташланған юғары тиҙлекле ағым барлыҡҡа килеүгә нигеҙләнә. Ағымдың үтеп инеү...
ЭЛЕГИЯ
ЭЛЕГИЯ (гр. elegeia), лирик шиғриәт жанры; эстәлеге эмоциональ (йышыраҡ болоҡһоу һәм хәсрәтле) биҙәлгән фәлс. уйланыуҙарға ҡоролған медитатив характерҙағы шиғыр, лирик монолог. Төп мотивтары: төңөлөү, бәхетһеҙ мөхәббәт, яңғыҙлыҡ, ерҙәге йәшәйештең фанилығы. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге Э. 18 б. Салауат...
ЭЛЕКТР ДВИГАТЕЛЕ
ЭЛЕКТР ДВИГАТЕЛЕ, электр энергияһын механик энергияға үҙгәрткән электр машиналары. Сәнәғәттә һәм көнкүрештә үҙгәреүсән ток Э.д. киң таралған. Башҡортостанда Э.д. Өфө агрегат производство берекмәһе һәм “Автоприбор” ЯСЙ (ҡара: “Автокомплект”) тарафынан сығарыла. ӨАПБ‑ла 20 б. 50‑се йй. — самолёттар өсөн...
ЭЛЕКТР МАШИНАЛАРЫ
ЭЛЕКТР МАШИНАЛАРЫ, механик энергияны — электр энергияһына (электр машинаһы генераторҙары) йәки электр энергияһын — механик энергияға (электр двигателдәре), ш. уҡ электр энергияһының бер төрөн икенсе төргә (трансформаторҙар, электр машинаһы үҙгәрткестәре һ.б.) үҙгәртә. Э.м. ҡайтмалылыҡ үҙсәнлеге бар...
ЭЛЕКТР СЕЛТӘРЕ
ЭЛЕКТР СЕЛТӘРЕ, бирелгән пр‑тие йәки терр‑я ҡулланыусыларын электр энергияһы м‑н тәьмин итеү системаһын барлыҡҡа килтергән электр энергияһы тапшырыу линиялары һәм трансформатор подстанциялары йыйылмаһы. Тәғәйенләнеше б‑са урындағы (көсөргәнеше 0,4; 6 һәм 10 кВ булған; ҡулланыусылар электр энергияһы...
ЭЛЕКТР ТЕХНИКАҺЫ СӘНӘҒӘТЕ
ЭЛЕКТР ТЕХНИКАҺЫ СӘНӘҒӘТЕ, электр энергияһын етештереү, тапшырыу һәм ҡулланыу өсөн электр техникаһы продукцияһын сығарған машиналар эшләү тармағы. Башҡортостанда 1941 й. Өфөгә бер нисә Э.т.с. пр‑тиеһы эвакуацияланғандан һуң үҫеш ала, 1961 й. Октябрьский түбән вольтлы электр аппаратураһы з‑ды (ҡара:...
ЭЛЕКТР ТОГЫ ГЕНЕРАТОРЫ
ЭЛЕКТР ТОГЫ ГЕНЕРАТОРЫ, электр энергияһы эшләп сығарған ҡоролма, аппарат йәки машина. Эшләү принцибы б‑са электр машиналары (даими йәки үҙгәреүсән ток бирә), магнитогидродинамик, термоэмиссион, термоэлектрик, фотоэлектрик Э.т.г. айырыла. Үҙгәреүсән ток биргән электр машиналары генераторҙары бер, өс...
ЭЛЕКТР ЭЛЕМТӘҺЕ
ЭЛЕКТР ЭЛЕМТӘҺЕ, мәғлүмәт радио йәки электр сигналдары аша тапшырыла торған элемтә. Э.э. принцибы хәбәр сигналдарын (тауыш, оптик мәғлүмәт) электр сигналдарына үҙгәртеүгә нигеҙләнә. Э.э. урынлаштырыу өсөн мәғлүмәтте ебәреүсе (сығанаҡ) м‑н алыусы (хәбәр алғыс) араһында ос аппараттары (тапшырғыс һәм ҡабул...
ЭЛЕКТР ЭНЕРГЕТИКАҺЫ
ЭЛЕКТР ЭНЕРГЕТИКАҺЫ, электр энергияһын етештереү, тапшырыу һәм бүлеүгә махсуслашҡан сәнәғәт тармағы; энергетиканың төп өлөшө булып тора. Сеймал сифатында һоро күмер, тәбиғи газ, мазут файҙаланыла. Башҡортостанда тәүге электр станциялары 19 б. аҙ. — 20 б. башында Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Дәүләкән, Өфө,...
ЭЛЕКТР ЭНЕРГИЯҺЫ ТАПШЫРЫУ ЛИНИЯҺЫ
ЭЛЕКТР ЭНЕРГИЯҺЫ ТАПШЫРЫУ ЛИНИЯҺЫ, электр энергияһын электростанцияларҙан һәм подстанцияларҙан алып ҡулланыусыларға тиклем тапшырыу йәки бүлеү өсөн тәғәйенләнгән техник ҡоролма. Э.э.т.л. подстанциялар м‑н бергә — электр селтәрҙәрен, электростанциялар м‑н электр энергетикаһы системаларын тәшкил итә....
ЭЛЕКТР ЯРҘАМЫНДА УЛТЫРТЫУ
ЭЛЕКТР ЯРҘАМЫНДА УЛТЫРТЫУ, электр‑химик ҡайтарыу һөҙөмтәһендә электрод өҫтөндә фазаның барлыҡҡа килеүе. Ябай тоҙло һыу эретмәләренән металдарҙы (алтын, көмөш, баҡыр, ҡурғаш, кадмий, тимер, цинк, марганец һ.б.); юғары кире электрод потенциалы булған һыуһыҙ эретмәләрҙән йәки тоҙҙар иретмәһенән (алюмин,...
ЭЛЕКТРО...
ЭЛЕКТРО... (гр. ēlektron — гәрәбә), ҡушма һүҙҙәрҙең электрға мөнәсәбәтле булыуын күрһәткән өлөшө (мәҫ., электродинамика, электр элемтәһе, электростанция).
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов
ЭЛЕКТРОДИНАМИКА
ЭЛЕКТРОДИНАМИКА, зарядланған есемдәрҙе үҙ‑ара тәьҫирләштергән электромагнит ҡырының үҙсәнлектәрен һәм торошо законлыҡтарын өйрәнгән физика бүлеге. Классик (Максвеллдың электромагнит ҡыры теорияһы һәм Лоренцтың электрондар теорияһы), квант (электромагнит ҡыры һәм уның зарядланған өлөшсәләр м‑н тәьҫир...
ЭЛЕКТРОН КОММУТАТОР
ЭЛЕКТРОН КОММУТАТОР, ярымүткәргес коммутация элементтары нигеҙендә мәғлүмәт сигналдарын үҙенең теләһә ниндәй инеү урынынан теләһә ниндәй сығыу урынына бүлеп ебәреү өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма. Арауыҡ аналоглы һәм цифрлы (арауыҡ, ваҡытлы һәм арауыҡ‑ваҡытлы) Э.к. айырыла. Цифрлы Э.к. күп функциональ мөмкинлектәр...
ЭЛЕКТРОН МИКРОСКОПИЯ
ЭЛЕКТРОН МИКРОСКОПИЯ, электрон микроскоптар ярҙамында есемдәрҙең атом‑молекулалар кимәленә тиклем структураһын, уларҙың локаль элементар составын һәм есемдәрҙең микрокүләмдәрендәге электр, магнит ҡырҙарын тикшереү ысулдары; электрон микроскоптар булдырыу, өйрәнелгән объекттарҙы әҙерләү, алынған мәғлүмәтте...
ЭЛЕКТРОН ОПТИКА
ЭЛЕКТРОН ОПТИКА, вакуумда электрон йәки ион шәлкемдәренең (ағымдарының) формалашыуын, уларға статик электр һәм магнит ҡырҙары ярҙамында идара итеүҙе өйрәнгән фән һәм техника бүлеге; улар нигеҙендә приборҙар һәм тикшереү ысулдарын эшләү. Геом. (тышҡы ҡырҙар тәьҫирендә электрон шәлкемдәренең формалашыуын...
ЭЛЕКТРОН ХИСАПЛАУ МАШИНАҺЫ
ЭЛЕКТРОН ХИСАПЛАУ МАШИНАҺЫ, иҫәп‑хисап башҡарыу, мәғлүмәтте эшкәртеү, автоматлаштырылған идара итеү һ.б. өсөн ҡоролма; компьютер. Тиҙ эшләүе, мәғлүмәт һыйҙырышлығы, идара итеү һәм мәғлүмәт эшкәртеү ысулдары һ.б. м‑н айырыла. Эшләү принцибы б‑са аналоглы (мәғлүмәт өҙлөкһөҙ үҙгәреп торған үҙгәреүсәндәр...
ЭЛЕКТРОН‑ПАРАМАГНИТ РЕЗОНАНСЫ (ЭПР)
ЭЛЕКТРОН‑ПАРАМАГНИТ РЕЗОНАНСЫ (ЭПР), даими магнит ҡырында урынлаштырылған парамагнит өлөшсәле матдәләрҙә электромагнит нурланышы энергияһын резонанслы йотоу күренеше; радиоспектроскопия ысулы. Парлы электрондарһыҙ системаларҙа магнит моменттары даими магнит ҡыры булмағанда — ирекле, булғанда ҡыр буйлап...
ЭЛЕКТРОНИКА
ЭЛЕКТРОНИКА, электрондарҙың электромагнит ҡырҙары м‑н тәьҫир итешеүе һәм электромагнит энергияны үҙгәртеү (мәғлүмәт тапшырыу, уны эшкәртеү һәм һаҡлау) өсөн тәғәйенләнгән электрон приборҙар һәм ҡоролмалар (вакуум, газ разрядлы, ярымүткәргес) төҙөүысулдарыт‑дағы фән. Классик механикаға һәм квант механикаһына,...