Список материалов
ЭНЕРГЕТИКА
ЭНЕРГЕТИКА, 1) энергетика ресурстарын сығарыу һәм күсереү, электр һәм йылылыҡ энергияһын етештереү, энергосистемаларҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау б‑са пр‑тиеларҙы берләштергән яғыулыҡ‑энергетика комплексы.
2) Төрлө энергия төрҙәрен алыу, үҙгәртеү, тапшырыу, бүлеү һәм файҙаланыу мәсьәләләрен өйрәнгән...
ЭНЕРГЕТИКА КОЛЛЕДЖЫ
ЭНЕРГЕТИКА КОЛЛЕДЖЫ, 1961 й. Өфө электромеханика техникумының (ҡара: Радиоэлектроника колледжы) уҡыу‑консультация пункты нигеҙендә киске энергетика техникумы булараҡ асыла, 1964 й. башлап энергетика техникумы, 1996 й. — Өфө энергетика колледжы. 2003 й. Нефть техникумы м‑н Яғыулыҡ‑энергетика колледжына...
ЭНЕРГЕТИКА ҠОРОЛМАЛАРЫ
ЭНЕРГЕТИКА ҠОРОЛМАЛАРЫ, энергетика объекттары (электростанциялар, ҡаҙанлыҡтар, подстанциялар, электр энергияһы тапшырыу линиялары, йылылыҡ һәм газ селтәрҙәре) комплексындағы инженер ҡоролмалары. Коммуникациялар һалыу йәки билдәле технологик функциялар башҡарыу өсөн ҡулланыла. Э.ҡ. гидроэлектростанцияларҙың...
ЭНЕРГЕТИКА ҠУЛАЙЛАМАЛАРЫ
ЭНЕРГЕТИКА ҠУЛАЙЛАМАЛАРЫ, электр энергияһын етештереү йәки үҙгәртеү, тапшырыу, туплау һәм бүлеү өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар һәм ҡоролмалар комплексы. Төҙөлөшө һәм эшләү принцибы б‑са газ һәм пар турбиналы, пар‑газ, ел энергияһы, тулҡын, газ поршенлы, дизель, Ҡояш, ядро һәм пар винты машинаһы, яғыулыҡ...
ЭНЕРГИЯ ҮҘГӘРТКЕСТӘРЕ
ЭНЕРГИЯ ҮҘГӘРТКЕСТӘРЕ, энергияның бер төрөн энергияның икенсе төрөнә үҙгәрткән техник ҡоролмалар. Механик энергияны электр энергияһына һәм киреһенсә үҙгәртеү электр машиналары, йылылыҡ энергияһын механик энергияға — поршенлы йәки роторлы ысул (мәҫ., йылылыҡ электростанцияларының газ һәм пар турбиналары),...
ЭНЕРГОРЕСУРСТАРҘЫ КҮСЕРЕҮ ПРОБЛЕМАЛАРЫ ИНСТИТУТЫ
ЭНЕРГОРЕСУРСТАРҘЫ КҮСЕРЕҮ ПРОБЛЕМАЛАРЫ ИНСТИТУТЫ, ДУП. 1959 й. Өфөлә Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑ның нефтте күсереү һәм һаҡлау бүлеге нигеҙендә Нефтте һаҡлау һәм күсереү ҒТИ булараҡ асыла, 1970 й. башлап Бөтә Союз нефть һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ, 1992 й. хәҙ. статусын ала (БР...
ЭНТОДОН
ЭНТОДОН (Entodon), энтодондар ғаиләһенә ҡараған мүк һымаҡтар заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, күбеһенсә ике ярымшарҙың да уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда һомғол Э. һәм Шлейхер Э. үҫә. Йәшел йәки һары‑йәшел төҫтәге кәүшәк ялтыр кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ бер, һирәк...
ЭНТОМОЛОГИК ЕЛЕМ
ЭНТОМОЛОГИК ЕЛЕМ, йәбешкәк шыйыҡ елемдәрҙең бер төрө, иҫәпләү һәм идентификациялау маҡсатында культуралы үҫемлектәрҙең ҡоротҡос бөжәктәрен тотоу һәм теркәү өсөн файҙаланыла. Бөжәк тотоу елемдәренең нигеҙе сифатында сайыр, терпендар, нефть ыҫмалалары, тәбиғи ыҫмалалар һ.б. йәбешкәк материалдар ҡулланыла....
ЭНТОМОЛОГИЯ
ЭНТОМОЛОГИЯ (грек телендәге éntoma — бөжәктәр һәм ...логия), зоологияның бөжәктәрҙе өйрәнгән бүлеге. Дөйөм (бөжәктәрҙең төҙөлөшөн һәм йәшәү эшмәкәрлеген, индивидуаль үҫешен, эволюцияһын, формалар төрлөлөгөн тикшерә) һәм ғәмәли (ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, паразиттар, инфекцион...
ЭНЦЕФАЛИТ
ЭНЦЕФАЛИТ (гр. enkе— phalos баш мейеһе), баш мейеһенең шеш ауырыуы. Патологик процестың урыны б‑са полиоэнцефалит (баш мейеһе ҡабығының һоро матдәһендә йәки олон өлөшөндә), лейкоэнцефалит (мейенең аҡ матдәһендә), панэнцефалит (аҡ һәм һоро матдәләрҙә), менингоэнцефалит (шешеүҙең мейе матдәһенән шекәрәгә...
ЭНЦИКЛОПЕДИЯЛАР
ЭНЦИКЛОПЕДИЯЛАР (фр. encyclopedie), фәнни, фәнни‑популяр йәки популяр белешмә баҫмалары. Э. системаға һалынған белем йыйылмаһы булып тора, алфавит, тематик йәки алфавит‑тематик тәртиптә урынлашҡан ҡыҫҡа мәҡәләләр рәүешендә бирелгән фән һәм ғәмәли эшмәкәрлектең айырым йәки бөтә тармаҡтары б‑са төп мәғлүмәттәрҙе...
ЭҢЕР МИЛӘҮШӘҺЕ
ЭҢЕР МИЛӘҮШӘҺЕ, аймиләүш ә, төн миләүшәһе (Hesperis), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Урта диңгеҙ буйында, Көнсығыш Европала, Урта һәм Көнбайыш Азияла таралған. Башҡортостанда себер Э.м. үҫә. Ҡуйы төклө ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, өҫкө өлөшөндә тарбаҡлы, бейеклеге...
ЭҢЕР ЯРҒАНАТЫ
ЭҢЕР ЯРҒАНАТЫ (Nyctalus leisleri), ярғанаттар отрядының шымаморон ярғанаттар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Көнбайыш, Үҙәк, Көнсығыш Европала, Төньяҡ Африкала, Кавказда һәм төньяҡ‑көнбайыш Гималайҙа таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 5—7,2 см, ауырлығы 12—20 г. Йөнө оҙон, ҡуйы, арҡаһында ерәнһыу‑көрән, ҡорһағында...
ЭОС
ЭОС, гибрид клевер сорты. 2005 й. И.П.Леонтьев, А.Л.Золотов, А.Д. Карасов [Балаҡатай р‑нының “Карасов А.Д.” крәҫтиән (фермер) хужалығы] тарафынан ҡырағай популяцияларҙан күпләп һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 50—60 см, төҙ, 6—7 быуын араһы бар, бер аҙ тарбаҡлы. 35—40%‑ын япраҡ ҡаплаған....
ЭПЕНТЕЗА
ЭПЕНТЕЗА (гр. epеnthesis — йәбештереү), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәренең береһе, һүҙҙә өҫтәмә өндөң барлыҡҡа килеүе. Башҡорт телендә Э. һүҙ башында һәм һүҙ аҙағында тартынҡыларҙың бергә килеүенә юл ҡуймаған телдең орфоэпик закондарына үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең (башлыса урыҫ теленән һәм уның аша)...
ЭПИГРАММА
ЭПИГРАММА (гр. epígramma — яҙма), публицистика жанры; ниндәй ҙә булһа бер кешенән көлгән йәки йәмғиәт тормошондағы актуаль ваҡиғаларға арналған ҡыҫҡа сатирик шиғыр. Башҡорт әҙәбиәтендә Э. 20 б. башында М.Ғафури, Я.Ғ.Йомаев, С.Ҡудаш, С.С.Яҡшығолов ижадында үҫеш ала. Ш.Бабичтың “Китабеннас” (1916—1918;...
ЭПИГРАФИКА
ЭПИГРАФИКА (гр. epigraphē — яҙма), ҡаты материалдарҙағы (таш, металл, ағас, балсыҡ һ.б.) яҙмаларҙы (күбеһенсә боронғо һәм урта быуат) өйрәнгән өҫтәмә тарихи һәм филол. фән. Яҙма ҡомартҡыларҙың билдәле бер мәҙәниәткә ҡарағанлығын асыҡлай, уларҙы дешифровкалай, тулыландыра һәм датаһын билдәләй. Палеография,...
ЭПИДЕМИОЛОГИЯ
ЭПИДЕМИОЛОГИЯ (гр. epidēmia — күмәк ауырыу һәм ...логия), төрлө ауырыуҙарҙың башланып китеү законлыҡтарын һәм киң таралышын өйрәнгән, уларҙы иҫкәртеү һәм ҡаршы көрәшеү ысулдарын эшләгән фән. 20 б. уртаһына тиклем инфекцион ауырыуҙар, 20 б. аҙ. алып ш. уҡ йөрәк‑ҡан тамырҙары, онкология, нервы‑психик...
ЭПИДОТ
ЭПИДОТ (гр. epidosis — үҫеш), утрау силикаттары ярым класы минералы, Ca2(Fe3+,Al)3•[SiO4] [Si2O7]O(OH). Составына магний, марганец, тимер, титан, ерҙә һирәк элементтар ҡушылмалары инә. Тимерһеҙ клиноцоизит м‑н изоморф рәт барлыҡҡа килтерә (цоизит, клиноцоизит, пьемонтит, алланит, йәки ортит). Кристалдары...
ЭПИЗООТОЛОГИЯ
ЭПИЗООТОЛОГИЯ (гр. epí — өҫтөндә, zṓon — хайуан һәм ...логия), хайуандарҙың инфекцион ауырыуҙарының барлыҡҡа килеү, үҫеш, таралыу сәбәптәре һәм законлыҡтары, иҫкәртеү һәм улар м‑н көрәш ысулдары т‑дағы ветеринария фәне. Дөйөм һәм айырым төрҙәргә бүленә. Зоогигиена, микробиология, паразитология, эпидемиология...