Список материалов
ЭССЕ
ЭССЕ (фр. essai), ниндәй ҙә булһа бер күренешкә авторҙың шәхси күҙаллауын сағылдырған һәм баштан уҡ уны тулыһынса аңлатыуға дәғүә итмәгән бәләкәй күләмле һәм ирекле композициялы проза әҫәре. Эссеистика синкретизмға тартыла (асылда художестволы башланғыстар публицистик һәм фәлс. башланғыстар м‑н ҡушыла);...
ЭССЕН Пётр Кириллович
ЭССЕН Пётр Кириллович (11.8.1772—23.9.1844, С.‑Петербург, Орёл губ. ерләнгән), дәүләт эшмәкәре. Инфантериянан генерал (1819). Граф (1833). А.В.Суворовтың 1799 й. Швейцария походында, 1806—07 йй. рус‑прусс‑француз һуғышында, 1806—12 йй. рус‑төрөк, 1812 й. Ватан һуғыштарында, рус армияһының 1813—14 йй....
ЭСТЕТИКА
ЭСТЕТИКА (гр. aisthētikos — һиҙемле), кешенең донъяны эстетик үҙләштереүенең дөйөм законлыҡтары, матурлыҡ ҡануны б‑са ижадтың асылы һәм формалары т‑дағы философия фәне. Э. термины тәүге тапҡыр 18 б. уртаһында нем. философы А.Г.Баумгартен тарафынан индерелә. Э. структураһында Э. теорияһы һәм тарихы,...
ЭСТОНИЯ
ЭСТОНИЯ, Эстон Республикаһы, Көнсығыш Европала, Балтик буйында урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 43,5 мең км2. Баш ҡалаһы — Таллин. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 1,3 млн кеше (2016): эстондар, урыҫтар, украиндар, белорустар һ.б.; 112 башҡорт йәшәй (2011). Рәсми тел — эстон теле. Диндарҙарҙың күпселеге...
ЭСТРАДА МУЗЫКАҺЫ
ЭСТРАДА МУЗЫКАҺЫ, киң аудиторияға күңел асыу өсөн тәғәйенләнгән музыка сәнғәте төрө.
Башҡортостанда эстрада мәҙәниәте формалашыуына урындағы артистарҙың һәм танылған йырсыларҙың, инструменталистарҙың, драма труппаларының концерттары, Волковтар, Пекарскийҙар, Тимашевтар һ.б. имениеларында крепостной...
ЭҪЕМ ЗАВОДТАРЫ
ЭҪЕМ ЗАВОДТАРЫ, Себер даруғаһының Шайтан‑Көҙәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Эҫем й. буйында нигеҙ һалына, Үрге Эҫем суйын иретеү һәм тимер етештереү з‑ды 1759 й. И.Б. Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар), Түб. Эҫем тимер етештереү з‑ды 1782 й. Я.Б.Твердышев...
ЭҪЕМ, Иглин р‑нындағы ауыл
ЭҪЕМ, А л е к с е е в к а, Н о в и к о в к а, Иглин р‑нындағы ауыл, Ауструм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 42 км һәм Таутөмән т. Юл ст. К.‑Көнс. табан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 154 кеше; 1920 — 279; 1939 — 465; 1959 — 431; 1989 — 99; 2002 — 114; 2010 — 82 кеше. Белорустар йәшәй...
ЭҪЕМ, йылға, Ағиҙел й. ҡуш
ЭҪЕМ, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Силәбе өлк. Амшар һыртының төньяҡ битләүенән башлана. Силәбе өлк. буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, Әшә й. тамағынан — БР‑ҙың Иглин р‑ны, Ләмәҙ й. тамағынан — Иглин һәм Архангел р‑ндары сиге, Инйәр й. тамағынан Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы р‑ндары буйлап...
ЭТ ДЕГӘНӘГЕ
ЭТ ДЕГӘНӘГЕ, һ ы р л а н (Bidens), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр.
Һабаҡтары төҙ, тарбаҡлы йәки ябай. Япраҡтары ҡапма‑ҡаршы теҙелгән (өҫкөләре...
ЭТ ҠАҠЫҺЫ
ЭТ ҠАҠЫҺЫ (Sisymbrium), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 90 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә: бейек Э.ҡ., дарыулы Э.ҡ., иҙел Э.ҡ., Лёзель Э.ҡ., төҙ Э.ҡ., төрләнсек Э.ҡ. Бер, ике һәм күп йыллыҡ үлән кеүек үҫемлектәр. Һабаҡтары...
ЭТ МУЙЫЛЫ
ЭТ МУЙЫЛЫ (Frangula), эт муйылы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың һәм Африканың субтропик, уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ерек рәүешле, йәки мурт Э.м. үҫә. Япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡлыҡ йәки ағас, бейеклеге 1,5 — 7 м, шыма, ҡара...
ЭТ ЭСӘГЕ
ЭТ ЭСӘГЕ, с ы р м а л с ы ҡ (Convolvulus), эт эсәге һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда баҫыу Э.э. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Тамыр системаһы тупраҡҡа 2 м тиклем тәрәнлеккә үтеп инә, үҫемлек тамырҙарының дөйөм оҙонлоғо...
ЭТ ЭСӘГЕ ҺЫМАҠТАР
ЭТ ЭСӘГЕ ҺЫМАҠТАР, сырмалсыҡтар (Convolvulaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 50‑нән ашыу заты, 1500 төрө билдәле, башлыса Азияның, Американың һәм Африканың тропик һәм субтропик бүлкәттәрендә, һирәгерәк ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәтендә таралған. Үләндәр, һирәк осраҡта ҡыуаҡлыҡтар йәки ҙур булмаған ағастар;...
ЭТАЛА ҠАҘ
ЭТАЛА ҠАҘ (Rufibrenta ruficollis), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Гыдан, Таймыр, Ямал ярымутрауҙарының тундраларында таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 53—56 см, ауырлығы 1 1,7 кг, ҡанат йәйеме 116—135 см. Ҡауырһыны сағыу төҫтә: маңлайы, башының һәм муйынының өҫкө яғы, арҡаһы,...
ЭТАЛОНДАР
ЭТАЛОНДАР (фр. etalon), үлсәү берәмегенең күсермәһен алыу, һаҡлау һәм тапшырыу өсөн техник сара. Дәүләт һәм халыҡ‑ара; метрологик тәғәйенләнеше б‑са — беренсел, икенсел, эш, сағыштырыу һәм башҡа Э. айырыла. Халыҡ‑ара Э. Халыҡ‑ара үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр бюроһында (Севр ҡ., Франция) һаҡлана һәм күҙәтеп...
ЭТАНОЛАМИНДАР
ЭТАНОЛАМИНДАР, дөйөм формулаһы RR’NCH2CH2OH [R=R’=H — моноэтаноламин (2‑аминоэтанол, этаноламин, коламин), R=H,R’=CН2СН2ОН — диэтаноламин (иминодиэтанол), R= =R’=CH2CH2••OH — триэтаноламин (нитрилотриэтанол)] булған амин спирттары. Ҡайһы бер Э. (моноэтаноламин) һәм уларҙың сығарылмалары (мәҫ., холин)...
ЭТӘЙ, Илеш р‑нындағы ауыл
ЭТӘЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Этәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 13 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 120 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 757 кеше; 1920 — 926; 1939 — 833; 1959 — 686; 1989 — 551; 2002 — 544; 2010 — 506 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы,...
эти статьи ещё не переведены
Перевод статей на эту букву ещё не завершён.
ЭТИКА
ЭТИКА (гр. әхлаҡтың асылын, килеп сығышын, тарихи үҫеше һәм йәшәү ēthika), законлыҡтарын өйрәнгән философия фәне. Э. термины б.э.т. 4 б. боронғо грек философы Аристотель тарафынан индерелә. Норматив (кеше тормошоноң әхлаҡ, йәшәү мәғәнәһе проблемаларын, рухи бурысын өйрәнә) һәм ғәмәли (үлем язаһы, эвтаназия,...
ЭТИКЕТ
ЭТИКЕТ (фр. etiquette), аралашыуҙың билдәле ситуацияларында үҙеңде тотоуҙың уңайлы моделдәрен тәҡдим иткән һәм кешеләрҙең үҙ‑ара мөнәсәбәтенең тышҡы сағылышын көйләгән нормалар һәм ҡағиҙәләр йыйылмаһы. Хәрби, дипломатик, дөйөм граждан, һөнәри һ.б. төрҙәргә бүленә. Гуманизм, эстетизм принциптарына нигеҙләнә,...