Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯГОДКИН Василий Максимович

ЯГОДКИН Василий Максимович (1.7.1939, Брянск өлк. Княгинино а. — 24.1.2015, Өфө), инженер‑конструктор. Физика‑матем. ф. д‑ры (2002). Куйбышев авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) 2010 й. тиклем БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге микроэлектроникаға арналған. Я. тарафынан полиэфирсульфондарҙың, полидифениленфталидтарҙың,...

ЯГОДНАЯ ПОЛЯНА, Өфө р‑нындағы ауыл

ЯГОДНАЯ ПОЛЯНА, Өфө р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 224 кеше; 1989 — 330; 2002 — 392; 2010 — 417 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Я.П. “БР Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге” урынлашҡан....

ЯГОДНЫЙ һырты

ЯГОДНЫЙ, Башҡортостан­ (Көнь­яҡ)­ Уралындағы һырт. БР‑ҙың Учалы р‑ны һәм Силәбе өлк. сиге буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 15 км, киңлеге 2—4 км, абс. бейеклеге 1205 м (Оло Ягодный тауы). Бейеклеге 932—1205 м булған 3 түбәһе асыҡ күренеп тора. Рельефыуртаса тауҙарҙан ғибәрәт;...

ЯГОДНЫЙ, Иглин р‑нындағы ауыл

ЯГОДНЫЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Иглин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 46 кеше; 1959 — 192; 1989 — 362; 2002 — 409; 2010 — 471 кеше. Баш­ҡорттар йәшәй (2002). 2 балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Госпитомник...

ЯҒЫУЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ

ЯҒЫУЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ, яғыулыҡтың төрлө төрҙәрен сығарыу һәм эшкәртеү б‑са сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы; нефть ­сығарыу сәнәғәтен,­ нефть­ эшкәртеү­ сәнәғәтен,­газ­ сә­нәғәтен, күмер­ сәнәғәтен, торф һәм һәүерташ сәнәғәттәрен үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Я.с. үҫеше 20 б. 30‑сы йй. Ишембай­ нефть­ ятҡылы­ғын,­...

ЯҒЫУЛЫҠ‑ЭНЕРГЕТИКА КОЛЛЕДЖЫ

ЯҒЫУЛЫҠ‑ЭНЕРГЕТИКА КОЛЛЕДЖЫ, 2003 й. Нефть­ техникумын һәм Энергетика­ колледжын берләштереү һөҙөмтәһендә Өфө яғыулыҡ энергетика колледжы булараҡ асыла. 2007 й. колледж составына 61‑се ПУ инә. Ағиҙел (2000 й. ойошторолған), Баймаҡ (2004) ҡалаларында филиалдары бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу...

ЯҒЫУЛЫҠТЫ КӨКӨРТТӘН ТАҘАРТЫУ

ЯҒЫУЛЫҠТЫ КӨКӨРТТӘН ТАҘАРТЫУ, нефтте, нефть продукттарын көкөрт ­һәм уның берләшмәләренән таҙартыу. Химик (көкөрт к‑таһы, һелте, гипохлорит м‑н һәм окисландырыу, ш. иҫ. металл, уның оксидтары, тоҙҙары һ.б. м‑н эшкәртеү), физик‑химик (экстракция — шыйыҡ плюмбит, селектив эреткестәр м‑н; адсорбция — боксит,...

ЯҒЫУЛЫҠТЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ

ЯҒЫУЛЫҠТЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ, сифаттарын яҡшыртыу, әүерелеү дәрәжәһен күтәреү һәм сәнәғәттә ҡулланыу өсөн химик продукттар алыу маҡсатында углеводород сеймалын (тәбиғи­газ, нефть, ҡаты­ яғыулыҡ) һәм уның беренсел эшкәртеү продукттарын термик тарҡатыу технологик процесы. Я.т.ы.м.э. тик юғары...

ЯДРЕННИКОВ Василий Иванович

ЯДРЕННИКОВ Василий Иванович (19.11.1929, Урал өлк. Бродокалмакский р‑ны Борово а., хәҙ. Силәбе өлк. Красноармейский р‑ны Боровое а.), хужалыҡ эшмәкәре.РСФСР‑ҙың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. төҙөүсеһе. Харьков инженерлыҡ‑төҙөлөш ин‑тын тамамлаған (1957). 1948—55 йй. һәм 1958 й. алып “Стерлитамакстрой”...

ЯДРЕННИКОВ Василий Иванович

ЯДРЕННИКОВ Василий Иванович (19.11.1929, Урал өлк. Бродокалмакский р‑ны Борово а., хәҙ. Силәбе өлк. Красноармейский р‑ны Боровое а. — 5.12.2017, Стәрлетамаҡ ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. төҙөүсеһе. Харьков инженерлыҡ‑төҙөлөш ин‑тын тамамлаған (1957). 1948—55 йй. һәм...

ЯДРО ФИЗИКАҺЫ

ЯДРО ФИЗИКАҺЫ, атом ядроһының төҙөлөшөн, радиоактив тарҡалыу процестарын һәм ядро реакцияларының механизмын өйрәнгән физика бүлеге. Элементар өлөшсәләр физикаһын, нейтрондар физикаһын (нейтрондарҙың матдә м‑н тәьҫир итешеүен һәм нейтрондар тәьҫиренән барған ядро реакцияларын өйрәнеү), түбән (ядро төҙөлөшө,...

ЯДРО‑МАГНИТ РЕЗОНАНСЫ

ЯДРО‑МАГНИТ РЕЗОНАНСЫ (ЯМР), йүнәлештәрен үҙгәртеүгә бәйле ядролары нуль булмаған магнит моментлы (1Н, 13С, 15N, 19F, 29Si, 31P һ.б.) матдәнең электр‑магнит энергияһын резонанслы йотоу күренеше; радиоспектроскопия ысулы. Бер төрлө даими магнит ҡырында көсһөҙ радио йышлыҡлы ҡырҙы һалғанда магнит һәм...

ЯҘ ЙОНДОҘҘАРЫ

ЯҘ ЙОНДОҘҘАРЫ (Notodontidae), күбәләктәр отрядының бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 2 мең төрө билдәле, Ер шарының уртаса һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. БР‑ҙа 33 төрө осрай: оло гарпия, оҙон ҡойроҡло суҡҡойроҡ, көмөш соҡорсоҡ, кәкерсәкле Я.й., осло башлы Я.й. һ.б. Кәүҙәһе йыуан, йөнтәҫ. Ҡанаттарының йәйеме...

ЯҘ ЙОНДОҘО

ЯҘ ЙОНДОҘО (Corydalis), тиле­ ки­шер­ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 380 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә, 1 төрө тропик Африканың тау урмандарында таралған. БР‑ҙа тиле кишер кеүек Я.й. (үҙәк тамырлы бер йәки ике йыллыҡ үлән) һәм тығыҙ Я.й. (үҫешкән...

ЯҘ ҺӨЙӘРҘӘР

ЯҘ ҺӨЙӘРҘӘР (Plecoptera), бө­жәк­тәр отряды. 5 ғаиләһе, яҡынса 2 мең төрө билдәле; БР‑ҙа 17 төрө осрай. Кәүҙәһе оҙонса, йомшаҡ, оҙонлоғо 3—30 мм, төҫө асыҡ көрәндән алып ҡараға тиклем. Ҡанат (2 пар) йәйеме 10 мм алып 80 мм тиклем, ярылы. Башы ҙур, оҙон нәҙек мыйыҡтары бар, ауыҙ аппараты йыш осраҡта...

ЯҘҒЫ ТАШҠЫН

ЯҘҒЫ ТАШҠЫН, йылғаның һыу режимы фазаһы, йыллыҡ һыу күләменең артыуы, кимәленең күтәрелеүе, һыуҙың үҙәндәрҙән сығып туғайҙарҙы баҫыуы м‑н билдәләнә. Йыл һайын бер үк миҙгелдә төрлө көсөргәнешлелек һәм оҙайлылыҡ м‑н ҡабатлана; көслө һәм оҙайлы һыу ағымынан барлыҡҡа килә, был яҙ көнө тигеҙлектәрҙәге ҡарҙың...

ЯҘҒЫЙОРТ, Салауат р‑нындағы ауыл

ЯҘҒЫЙОРТ, Салауат р‑нындағы ауыл, Лағыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 44 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 258 кеше; 1959 — 455; 1989 — 329; 2002 — 280; 2010 — 259 кеше. Баш­ҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20...

ЯҘЛАУ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ЯҘЛАУ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 233 кеше; 1959 — 192; 1989 — 164; 2002 — 207; 2010 — 163 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй....

ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫ

ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫ Башҡортостан Республикаһының төбәк йәмәғәт ойошмаһы, яҙыусыларҙың һәм әҙәбиәт белгестәренең ижади берекмәһе. 1934 й. мартында Өфөлә яҙыусыларҙың 1‑се съезында ойошторола. Уға тиклем төрлө әҙәби түңәрәктәр һәм Баш­ҡор­тостан пролетар ­яҙыусылар­ ассоциацияһы ­була. Төп маҡсаттары һәм...

ЯҘЫУСЫЛАР СЪЕЗДАРЫ

ЯҘЫУСЫЛАР СЪЕЗДАРЫ. Башҡортостан яҙыусылар съезы БР Яҙыусылар союзының юғары етәксе органы булып тора; кәмендә 5 йылға 1 тапҡыр саҡырыла. Съезд идараны ойоштора һәм яңынан һайлай, Уставты раҫлай һәм кәрәк булғанда уға үҙгәрештәр индерә, Яҙыусылар союзы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләй, идараның,...