Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АНАЛИТИК ФУНКЦИЯ

АНАЛИТИК ФУНКЦИЯ, голоморф функция, үҙгәреүсәндең дәрәжәләре рәте ярҙамында күрһәтергә мөмкин булған матем. функция. Математикала һәм уның тәбиғәт белемдәренә ҡараған ҡушымталарында ҡулланыла. Математика институтында комплекслы яҫылыҡтың ҡабарынҡы өлкәләрендә булған аналитик функцияларҙы экспоненталар...

АНАЛИТИК ХИМИЯ

АНАЛИТИК ХИМИЯ, матдәләрҙең химик составын һәм бер ни тиклем уларҙың химик төҙөлөшөн билдәләүсе ысулдар һәм саралар т‑дағы фән. Хәҙ. А.х. төп йүнәлештәре — химик анализдың яңы ысулдарын эшләү, булғандарын камиллаштырыу һәм үлсәүҙәрҙе автоматлаштырыу (айырыуса технол. процестарҙы тикшергәндә). Башҡортостанда...

АНАНЬИН МӘҘӘНИӘТЕ

АНАНЬИН МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 8 б. аҙ. — 3 б. ҡарай. 1858 й. Ананьин а. (ТР) янында П.В.Алабин һәм И.В.Шишкин асҡан ҡәберлек исеме м‑н аталған. Башҡортостанда А.м. ҡараған 50‑гә яҡын ҡомартҡы асылған, улар Ағиҙел, Кама, Өфө йй. басс. тупланған (Бөрө ҡаласығы, Камышинка...

АНАРХИСТАР

АНАРХИСТАР (гр. anarchia — власһыҙлыҡ), дәүләтте һәм хосуси милекте юҡ итеү, ижт. продукт етештереүсе һәм уны үҙ ағзалары араһында һәр береһенең башҡарған эше күләменә ярашлы бүлеп биреүсе ирекле хеҙмәтсәндәр ассоциациялары йәки коммуналар федерациялары төҙөү өсөн сығыш яһаусы ижт.‑сәйәси ағым яҡлылар....

АНАТОЛИЙ (Кузнецов Евгений Власович)

АНАТОЛИЙ (донъяуи исеме Кузнецов Евгений Власович, 28.5.1930, Иркутск ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы (1979—90). Дини тәғлимәт канд. (1960). Архиепископ (1993), архимандрит (1968). Монахлыҡ ҡабул иткән (1960). Мәскәү дини акад. тамамлағандан һуң (1960) Мәскәү урта һәм юғары дини уҡыу йорттарында...

АНАТОМИЯ

АНАТОМИЯ (гр. аnatome — ярыу), организмдың, уның айырым ағзаларының формаһы һәм төҙөлөшө т‑дағы фән; морфологияның бүлеге. Кеше А., хайуандар А. һәм үҫемлектәр анатомияһын айырып йөрөтәләр. Кеше А. һәм хайуандар А. патологик анатомияға һәм остеологияны (һөйәктәрҙең формаһы һәм структураһы), миологияны...

АНАЭРОБТАР

АНАЭРОБТАР (гр. аn- — кире приставка һәм аэробтар), молекуляр кислород бөтөнләй йәки өлөшләтә булмаған мөхиттә йәшәүгә һәм үҫеүгә һәләтле организмдар. Йәшәү өсөн энергияны А. органик, һирәгерәк органик булмаған матдәләрҙе, ирекле кислород ҡатнашлығынан тыш йәки яҡтылыҡ энергияһын файҙаланып (пурпур...

АНГИДРИТ, минерал

АНГИДРИТ (грек телендәге an- — кире приставка һәм hydor — һыу), 1) сульфаттар класы минералы, Ca[SO4], составында барий, стронций, магний ҡушылмалары булыуы мөмкин. Кристалдары пластинка, ҡалын пластинка һәм призма рәүешендә. Агрегаттары тығыҙ, бөртөклө, сүсле һ.б. Төҫһөҙ, аҡ, зәңгәрһыу. Быяла кеүек...

АНГИНА

АНГИНА (лат. аngina — быуылыу), кешенең аңҡау миндалиналары шешеүҙән барлыҡҡа килгән киҫкен инфекцион ауырыуы. А. тыуҙырыусылар — бактерияларҙың Staphylococcus, Streptococcus һ.б. төркөмдәренә ингән патоген төрҙәре. А. аңҡау миндалиналарының лайлалы тиресәһе шешеүе һәм ҡыҙарыуы хас булған катараль,...

АНДРЕЕВ Вадим Евгеньевич

АНДРЕЕВ Вадим Евгеньевич (17.8.1955, Өфө), тау инженеры, нефтсе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2009), техник ф. д‑ры (1998), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй: 1983 й. өлкән инженер, 1985 й. алып лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1988 й. башлап каф. мөдире....

АНДРЕЕВ Владимир Петрович

АНДРЕЕВ Владимир Петрович (24.7.1910, Өфө — 24.10.1955, Октябрьский ҡ., Өфөлә ерләнгән), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1934). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1930; педагогы И.И.Урядов). 1935—37 йй. БДХМ директоры. 1949—51 йй. “Башхудожник” ширҡәте (ҡара: Ижади‑производство комбинаты) рәйесе. Башҡ....

АНДРЕЕВ Григорий Александрович

АНДРЕЕВ Григорий Александрович (7.1.1976, БАССР‑ҙың Мишкә районы Иҫке Ҡолсобай а.), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). ӨЮИ‑не тамамлаған (1999). Комплекслы СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.), 2000—13 йй. БР юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры...

АНДРЕЕВ Иван (суҡынғанға тиклем Баҡай)

АНДРЕЕВ Иван (суҡынғанға тиклем Баҡай; ? — 21.2.1791, Өфө), Өфө провинцияһының яңы суҡындырылғандарынан (дәүләт крәҫтиәндәренән һәм типтәрҙәрҙән) Уложенный комиссия депутаты. Суҡындырылған татарҙарҙан. 1767 й. Өфө провинцияһы Түбәләс а., 80‑се йй. Стәрлетамаҡ өйәҙе Аҫаутамаҡ а. йәшәй. Крәҫтиәндәр һуғышында...

АНДРЕЕВ Игорь Владимирович

АНДРЕЕВ Игорь Владимирович (28.9.1956, Мәскәү), спортсы. Хәҙерге бишбәйге б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). ӨНИ‑не тамамлаған (1978). “Динамо” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары — В.А.Абрамов, В.С.Голиванов, Г.Г.Ефимов). СССР йыйылма командаһы составында Европа...

АНДРЕЕВ Кирилл Дементьевич

АНДРЕЕВ Кирилл Дементьевич [7.7.1901, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Баҙлыҡ‑Васильевка а. (БР‑ҙың Бишбүләк районы) — 2.1.1972, БАССР‑ҙың Бишбүләк районы Бишбүләк а.]. Советтар Союзы Геройы (1943). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1941—45 йй. Төньяҡ‑Көнбайыш, Воронеж, 1‑се һәм 2‑се Украина фронттарында...

АНДРЕЕВ Прокофий

АНДРЕЕВ Прокофий, Вознесенка (Ырғыҙлы) заводында эшләүсе заводҡа теркәлгән крәҫтиәндәрҙән Уложенный комиссия депутаты. Ҡазан губернаһы Хмелевка а. дәүләт крәҫтиәндәренән. Комиссияға завод эштәре күләмен кәметеү һәм завод адм. башбаштаҡлыҡтарына сик ҡуйыу т‑да наказ индерә. Сауҙа ирке т‑дағы сығыштарға...

АНДРЕЕВА Әлфиә Васильевна

АНДРЕЕВА Әлфиә Васильевна (23.1.1958, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Ерекле а.), ветеринар врач. Биол. ф. д‑ры (2003). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй: 1988 й. алып уҡытыусы, 2008 й. — паразитология, эпизоотология, зоогигиена һәм ветеринар‑санитар экспертиза каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре хайуандар...

АНДРЕЕВКА УРТА МӘКТӘБЕ

АНДРЕЕВКА УРТА МӘКТӘБЕ, Илеш р‑ны. 1863 й. мәхәллә училищеһы булараҡ нигеҙ һалына, 1920 й. башлап 1‑се баҫҡыс мәктәп, 30‑сы йй. башынан — тулы булмаған урта мәктәп, 1938 й. хәҙ. статусын ала. Интернаты, уҡытыу оҫтаханалары бар. 1946 й. алып мәктәпте 3,1 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында...

АНДРЕЕВКА, Бишбүкән, Илеш р‑нындағы ауыл

АНДРЕЕВКА, Бишбүкән, Илеш р‑нындағы ауыл, Андреевка а/с үҙәге; пристань. Район үҙәгенән Т. 30 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 139 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2302 кеше; 1920 — 2598; 1939 — 2036; 1959 — 1521; 1989 — 826; 2002 — 877; 2010 — 896 кеше. Башҡорттар, урыҫтар,...

АНДРЕЕВКА, Шмитов, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

АНДРЕЕВКА, Шмитов, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Туҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 33 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 165 кеше; 1920 — 210; 1939 — 588; 1959 — 288; 1989 — 207; 2002 — 227; 2010 — 235 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...