Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯҠШЫМБӘТОВ Малик Нәсих улы

ЯҠШЫМБӘТОВ Малик Нәсих улы (18.4.1944, Кемерово ҡ. — 18.2. 1993, Өфө, БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а. ерләнгән), кинорежиссёр. Бөтә Союз дәүләт кинематография ин‑тын тамамлағандан һуң (1969; Г.Н.Чухрай оҫтаханаһы) “Казахфильм” к/ст, 1985 й. алып “Казахтелефильм” студияһында (Алма‑Ата) эшләй. 1991—93 йй....

ЯЛАЛОВ Фәрит Ғәбделғәзиз улы

ЯЛАЛОВ Фәрит Ғәбделғәзиз улы (11.4.1951, БАССР‑ҙың Илеш районы Һеңрән а.), педагог. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2003). ТР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң (1973) Илеш районының Рсай урта мәктәбе директоры. 1983 й. алып 11‑се урта мәктәптең...

ЯЛАН БӨРКӨТӨ

  ЯЛАН БӨРКӨТӨ (Aquila rapax), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Төньяҡ Африкала, Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 65— 86 см, ауырлығы 2,3—4,9 кг (инә ҡоштар эрерәк), ҡанат йәйеме 175—260 см. Ҡауырһыны ҡуйы ҡуңыр төҫтә, арҡаһында...

ЯЛАН ЗАВОДЫ

ЯЛАН ЗАВОДЫ, 1724 й. Себер­ да­руғаһы Терһәк, Һалйот һәм Һеңрән улустары башҡорттарының ерҙәрендә Ялан й. (Кама й. басс.) буйында ҡаҙна тарафынан баҡыр иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: ҡаҙна, 1759 й. алып һәм 1864—1912 йй. Турчаниновтар (1832— 61 йй. һәм 1896—1912 йй....

ЯЛАН ЗАКАЗНИГЫ

ЯЛАН ЗАКАЗНИГЫ, зоол. заказник. Дүртөйлө р‑ны Әңгәсәк а. төнь­яҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң яр буйында урынлашҡан. Майҙаны — 3,9 мең га, терр‑яһының 70,1%‑ын урман, 9,0%‑ын һаҙлыҡ ҡаплаған. Заказникта тәби­ғәт­ ҡомартҡыһы булып торған Ҙур Ялан күле ята. Рельефы һыубаҫар туғайҙарҙан,...

ЯЛАН ЗӘҢГӘР КҮБӘЛӘГЕ

ЯЛАН ЗӘҢГӘР КҮБӘЛӘГЕ (Neolycaena rhymnus), күбәләктәр отрядының зәңгәр күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанат йәйеме 2,3—2,5 см, өҫкө яғы ҡуңыр төҫтә; аҫҡы яғы — ваҡ аҡ таплы көрән йәки аҡһыл көрән. Инә күбәләк йомортҡаларын ҡыуаҡ селектең бер йыллыҡ ботаҡтарына һала. Ҡарышлауыҡтарының...

ЯЛАН ЙӘРКӘЙ”, башҡорт халыҡ йыры

“ЯЛАН ЙӘРКӘЙ”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон­көй. Тәүге тапҡыр 20 б. 30‑сы йй. М.А.Буранғолов Ырымбур өлк. Яңы Сергиевка р‑ны Мерәҫ а. яҙып ала, варианттары “Башҡорт халҡ ­йырҙары” йыйынтығында (Х.Ф.Әхмәтов Ғ.Ғ. Ушановтан яҙып алған инструменталь варианты) һәм “Башҡорт халыҡ ижады” китабында (1‑се том, 1954;...

ЯЛАН ЙЫЛАЙЫРЫ, Крепостной Йылайыр, йылға

ЯЛАН ЙЫЛАЙЫРЫ, Крепостной Йылайыр, йылға, Һаҡмар й. уң ҡушылдығы. Баймаҡ р‑ны Шүлкә утарынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 12 км алыҫлыҡта башлана. Баймаҡ һәм Йылайыр р‑ндары буйлап төньяҡтан көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға һәм Һаҡмар й. (тамағынан 584 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 100 км, басс. майҙаны 897 км2,...

ЯЛАН КАНТОНЫ

ЯЛАН КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. Кантонға Силәбе өйәҙенең­ Карасевка, Ҡатай, Һарт‑Ҡалмаҡ һәм Һарт‑Әбдрәшит улустары инә. Си­лә­бе­ өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Тәңрекүл ауылы. Майҙаны — 4620 км2. Халҡы: 1920 й. — 40921 кеше. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1922 й. 14 июнендәге...

ЯЛАН КӨЙГӘНӘГЕ

ЯЛАН КӨЙГӘНӘГЕ (Circus macrourus), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 43—53 см, ата ҡоштарҙың ауырлығы 300—500 г, инә ҡоштарҙыҡы — 370—600 г, ҡанат йәйеме 95—120 см. Ата ҡоштоң ҡауырһыны аҡһыл күк, түше, ян‑яғы, ҡорһағы аҡ төҫтә....

ЯЛАН ТӘГӘРЛӘГЕ

ЯЛАН ТӘГӘРЛӘГЕ, т ә г ә р ҙ ә к (Chettusia gregaria), сәпсәү һымаҡтар отрядының сәпсәүҙәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Волга буйында, Алтайҙа таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 22—30 см, ауырлығы 170—270 г, ҡанат йәйеме 65—70 см. Арҡаһындағы ҡауырһыны ҡыҙғылт һары һәм һоро төҫмөрлө ҡом төҫөндә, түше ҡыҙғылт...

ЯЛАН ТОРОМТАЙЫ

ЯЛАН ТОРОМТАЙЫ (Falco naumanni), ыласын һымаҡтар отрядының ыласындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Африканың төньяҡ‑көнбайышында таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 29—33 см, ауырлығы 90—180 г (инә ҡоштар эрерәк), ҡанат йәйеме 58—75 см. Ата ҡоштоң ҡауырһыны ҡыҙыл‑ерән, башы һәм ҡойроғо һорғолт,...

ЯЛАН ҺАРЫ

ЯЛАН ҺАРЫ (Buteo rufinus), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Төньяҡ‑Көнбайыш Африкала, Көньяҡ‑Көнсығыш Европала, Алғы һәм Урта Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 55—64 см, ауырлығы 1,0—1,8 кг, ҡанат йәйеме 126—155 см. Ҡауырһыны асыҡ ерән төҫтә, башы һәм түше тоноҡ һары,...

ЯЛАН ШПАТТАРЫ

ЯЛАН ШПАТТАРЫ, минералдар, натрийҙың, кальцийҙың, калийҙың, барийҙың алюмосиликаттары. Составында стронций, рубидий, литий, цезий, тимер ҡушылмалары бар. Күпселек Я.ш. өс ҡатлы альбит Na[AlSi3O8] — ортоклаз (микроклин, санидин) K[AlSi3O8] — анортит Ca[Al2Si2O8] системаһына инә. Я.ш. төп төрҙәре: һелтеләр...

ЯЛАН‑ШИШМӘ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

ЯЛАН‑ШИШМӘ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Приют т. юл ст. Т. табан 47 км алыҫлыҡта Стивинзя й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 904 кеше; 1920 — 1081; 1939 — 984; 1959 — 839; 1989 — 400; 2002 — 452; 2010 — 438 кеше. Сыуаштар йәшәй...

ЯЛАН, ҡылсыҡһыҙ ваҡ­ күстерә сорты

ЯЛАН, ҡылсыҡһыҙ ваҡ­ күстерә сорты. 1984 й. Н.В.Руднев, Р.Й. Ғәлимуллин (БНИПТИЖиК) тарафынан ике сортты һеркәләндереп ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерәнең гибрид популяцияһынан индивидуаль‑төркөм һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Я. урман‑дала экологик төркөмөнә ҡарай. Һабағы төҙ, бейеклеге 1,5 м, йығылмай, кәүшәк...

ЯЛАНҒАС ОРЛОҠЛОЛАР

ЯЛАНҒАС ОРЛОҠЛОЛАР (Pinophyta, йәки Gymnospermae), орлоҡ үҫемлектәренең боронғо бүлеге. 4 хәҙ. (гинкго һымаҡтар, саголылар, тышсалы орлоҡлолар, ылыҫлылар) һәм 2 ҡаҙылдыҡ (беннеттиттар һәм орлоҡ абағалары) үҫемлектәр класын берләштерә. Бөтә Ер шары буйлап таралған. Яҡынса 700 төрө билдәле. Башҡортостанда...

ЯЛАНҒАС, Балтас р‑нындағы ауыл

ЯЛАНҒАС, Балтас р‑нындағы ауыл, Яланғас а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 101 км алыҫлыҡта Яланғас күле (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 633 кеше; 1920 — 719; 1939 — 726; 1959 — 447; 1989 — 245; 2002 — 245; 2010 — 211...

ЯЛАНҒАС, Башҡортостан ­(Көньяҡ) ­Уралындағы һырт

ЯЛАНҒАС, Башҡортостан ­(Көньяҡ) ­Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Урта һәм Һул Отнурок йй. (Ағиҙел й. басс.) араһында субкиңлек йүнәлешендә һуҙылған. Оҙонлоғо 8 км, киңлеге 6 км, абс. бейеклеге 1297 м. Бейеклеге 688—1297 м булған 5 түбәһе бар. Рельефы уртаса бейеклектәге тауҙарҙан тора; түбәләрендә...

ЯЛАНКҮЛ, Ағиҙел й. басс. күл

ЯЛАНКҮЛ, Ағиҙел й. басс. күл. Бөрө р‑ны Үгеҙ а. эргәһендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны — 1,64 км2, оҙонлоғо — 16,5 км, уртаса киңлеге — 99,3 м, уртаса тәрәнлеге — яҡынса 2,4 м. Иҫке үҙән, квартер тоҡомдарында (балсыҡтар, ҡомдар) барлыҡҡа килгән, соҡоро һуҙылған. Ағар күл, унан Старица күлен һәм Ағиҙел...