Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯЛҒАН САЯНДАР

ЯЛҒАН САЯНДАР (Pseudoscorpiones), үрмәксе һымаҡтар класы. Яҡынса 2000 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа китап ялған саяны табылған. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 1—7 мм, 6 пар аяҡлы баш‑күкрәктән (хитин ҡалҡаны менән ҡапланған) һәм 11 сегментлы киң түңәрәк ҡорһаҡтан тора. Күҙҙәре 1—2 пар, баш‑күкрәктең ян‑яғында...

ЯЛКАЙН (Ялкаев) Яныш Ялкаевич

ЯЛКАЙН (Ялкаев) Яныш Ялкаевич [25.10.1906, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Сурай а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) – 17.9.1938, Мәскәү], яҙыусы. МДУ‑ны тамамлаған (1934). Мари өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейында (Йошкар‑Ола), СССР ФА‑ның Антропология һәм этнография ин‑тында (Ленинград) эшләй; “Советская этнография” (“Совет...

ЯЛМАН, е р ҡ у я н ы

ЯЛМАН, е р ҡ у я н ы (Allactaga major), кимереүселәр отрядының ялман һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Күбеһенсә Ҡаҙағстандың, Себер көньяғының, Европа көньяҡ­көнсығышының ярымсүлдәрендә, далаларында, урман‑далаларында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 19—26 см, ауырлығы 300—335 г. Башы ҡыҫҡа, киң, мороно...

ЯЛМАУЫҘ

ЯЛМАУЫҘ, башҡорт мифологияһында яуыз иблес. Әкиәттәрҙә(“Ҡараса батыр”, “Алтындуға батыр”) 7, 9 һәм 12 башлы йыланға йәки аждаһаға оҡшаш зат, ағастарын үҙе ул­тыртҡан баҡсала йәшәй. Ғәҙәттә батыр Я. ҡоллоҡҡа алған ҡыҙҙарҙы ҡотҡарыр өсөн уның м‑н алышҡа сыға һәм үлтерә. Хөрәфәттәр б‑са, Я. – кеше ашай...

ЯЛСЫ

ЯЛСЫ, 12—18 бб. башҡорт йәмғиәтенең социаль структураһында бойондороҡло халыҡ категорияһы. Үҙ хужалығы булмаған башҡорт аҫабалары Я. булып киткән. Байҙарға йышыраҡ йорт хеҙмәтсеһе сифатында ялланғандар. Хеҙмәт хаҡы бик түбән булған һәм бер нисә йыл эшләгәндән һуң бер тапҡыр (ғәҙәттә иген йәки мал) түләнгән. Тәрж....

ЯЛСЫ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Иртөбәк а/с ҡарай

ЯЛСЫ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Иртөбәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 24 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта 1‑се Мрәүешле й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 368 кеше; 1920 — 393; 1939 — 243; 1959 — 184; 1989 — 163; 2002 — 179; 2010 — 161 кеше. Башҡорттар...

ЯЛСЫ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ялсы а/с үҙәге

ЯЛСЫ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ялсы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 52 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 260 кеше; 1920 — 290; 1939 — 241; 1959 — 282; 1989 — 233; 2002 — 240; 2010 — 222 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы,...

ЯЛСЫҒОЛ Тажетдин әл‑Башҡорди

ЯЛСЫҒОЛ Тажетдин әл‑Башҡорди [яҡынса 1767—68 — 26.6.1838, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Имәнлебаш а. (ТР‑ҙың Зәй р‑ны)], башҡорт суфый шағиры. Әл‑Башҡорди псевдонимы м‑н Я. “Рисаләи Ғәзизә” (“Ғәзизәгә хат”; 1795; беренсе тапҡыр 1847 й. Петербургта нәшер ителә) китабын баҫтырып сығарған. Р.Ф. Фәхретдиновтың...

ЯЛСЫҒОЛ”, башҡорт халыҡ йыры

“ЯЛСЫҒОЛ”, башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр йырҙың көйөн 1939 й. Л.Н.Лебединский И.Ш.Дилмөхәмәтовтан (ҡара: Дилмөхәмәтовтар) яҙып ала, Ғ.З. Сө­ләймәнов яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Ялсығол исемле батрактың оптимистик йыры. Бейеү характерындағы көйө мажор пентатоникаһына нигеҙләнгән....

ЯЛСЫҠАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ЯЛСЫҠАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Таймаҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Күмертау т. юл ст. Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Шайтан й. (Оло Юшатыр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 246 кеше; 1920 — 456; 1939 — 357; 1959 — 346; 1989 — 355; 2002 — 355; 2010 — 386 кеше. Башҡорттар...

ЯЛТЫР ГАМАТОКАУЛИС

ЯЛТЫР ГАМАТОКАУЛИС (Hamatocaulis vernicosus), мүк һымаҡтар төрө. Йәшел йәки көрән төҫтәге ҙур ялтыр кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ ике өйлө япраҡ һабаҡлы мүк. Һабағы 5—15 см оҙонлоҡта, ҡыйғас‑тарбаҡлы, ботаҡ башы һәм остары ырғаҡ һымаҡ бөгөлгән. Япрағы оҙон, эйелгән, тәрән буй йыйырсыҡлы. Тамырсығы...

ЯЛЫҠ БЕЙ

ЯЛЫҠ БЕЙ, башҡорт ҡәбиләләренең береһе булған һарт ырыуы башлығы. 1391 й. Я.б. көнбайыш башҡорттарҙың Аҡһаҡ Тимергәҡаршы көрәшенә етәкселек итә. “Һуңғы һартай” башҡорт хикәйәтенә ярашлы, башҡорттар Аҡһаҡ Тимер ғәскәре м‑н һуғышта еңелә, һарт ырыуы ҡырып бөтөрөлә. Я.б. һәләк булған 2 улы хөрмәтенә Ҡармасан...

ЯМАҘЫ УРТА МӘКТӘБЕ

ЯМАҘЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Яңауыл р‑нында урынлашҡан. 1907 й. мәҙрәсәбулараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — А.С.Бубнов ис. колхозсы йәштәр мәктәбе, 1939 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Компьютер класы, китапханаһы, спорт залы, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, тыуған...

ЯМАҘЫ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ЯМАҘЫ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ямаҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Урман Гәрә й. (Гәрәй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 753 кеше; 1920 – 876; 1939 – 950; 1959 – 963; 1989 – 556; 2002 – 519; 2010 — 482 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ямаҙы...

ЯМАЕВА Лариса Әсхәт ҡыҙы

ЯМАЕВА Лариса Әсхәт ҡыҙы (7.11.1955, Улан‑Удэ), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлаған (1979). 1974—2003 йй. (өҙөклөктәр м‑н) ТТӘИ‑лә эшләй (1994 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). 1978—80 йй. СССР ФА БФ‑тың ВЛКСМ ком‑ты секретары, 1982—83 йй., 1987—94 йй. БДПУ‑ла уҡыта. 2003 й. башлап Көнсығыш...

ЯМАЕВА Маһира Сәйҙел ҡыҙы

ЯМАЕВА Маһира Сәйҙел ҡыҙы [15.7.1918, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) Иҫке Исай а. — 16.12.2003, Өфө], балет артисы. Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогы К.В.Матсон) 1963 й. тиклем БДОБТ‑ның солисы, бер үк ваҡытта 1959 й. алып балет студияһы уҡытыусыһы....

ЯМАҠАЙ, Благовар р‑нындағы ауыл

ЯМАҠАЙ, Благовар р‑нындағы ауыл, Ямаҡай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 17 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 175 кеше; 1939 – 220; 1959 – 229; 1989 – 217; 2002 – 192; 2010 — 232 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ЯМАЛЕЕВА Анна Александровна

ЯМАЛЕЕВА Анна Александровна (12.8.1944, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Бозор а.), биохимик. Биол. ф. д‑ры (2002), проф. (2002). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1967). 1972 й. алып Бөтә Союз үҫемлекселек ҒТИ‑нда (Ленинград), 1975 й. — БДУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәр...

ЯМАЛЕТДИН Мәүлит

ЯМАЛЕТДИН Мәүлит (ысын исеме Ямалетдинов Мәүлитбай Байгилде улы; 5.3.1947, БАССР‑ҙың Учалы районы Аһылай а. — 8.11.2020, Учалы ҡ.), яҙыусы, ҡурайсы. БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1983). А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү ҡ.,...

ЯМАЛЕТДИНОВ Ильис Миңлеәхмәт улы

ЯМАЛЕТДИНОВ Ильис Миңлеәхмәт улы (17.11.1936, БАССР‑ҙың Дәүләкән районы Дәүләкән эшселәр ҡсб, хәҙер Дәүләкән ҡ., — 23.2.2022, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән), рәссам. БАССР‑ҙың атҡаҙанған рәссамы (1977). Рәссамдар союзы ағзаһы (2002). Түбәнге Тагил педагогия институтын тамамлаған (1973). 1974 й. башлап...