Список материалов
АНТИПИН Филипп Лукьянович
АНТИПИН Филипп Лукьянович [1900, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ямаш а. (БР‑ҙың Бөрө районы) — 26.3.1944, Вознесенск ҡ. янында], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1918—22 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. октябренән Калинин, Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында...
АНТИПИН Юрий Викторович
АНТИПИН Юрий Викторович (30.6.1939, Өфө — 6.7.2014, шунда уҡ), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1995). СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1989), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре скважиналарҙы...
АНТИПОВ Яков Степанович
АНТИПОВ Яков Степанович (? — 6.3.1774, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле провинцияһы Пронкин а.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Яйыҡ казактарынан. 1773 й. сент. алып Берда баш күтәреүселәр үҙәгендә була. Нояб. аҙағында Пугачёв бойороғо б‑са И.Н.Зарубин һәм И.И.Ульянов м‑н...
АНТИПОВ‑КАРАТАЕВ Иван Николаевич
АНТИПОВ‑КАРАТАЕВ Иван Николаевич [1.9.1888, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәнәй а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 3.7.1965, Баҡы], тупраҡ белгесе. Тажик ССР‑ы ФА‑һы акад. (1951). Тажик ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре. МДУ‑ны тамамлаған (1926). 1927 й. алып В.В.Докучаев ис. Тупраҡ ин‑тының (Мәскәү), бер үк ваҡытта...
АНТИФРИКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ
АНТИФРИКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ, ышҡылыу шарттарында эшләүсе деталдәрҙе, башлыса шыуыу подшипниктары деталдәрен яһау өсөн материалдар. Файҙаланыу шарттарына бәйле А.м. сифатында металдар, иретмәләр, композиттар, керамика һ.б. ҡулланалар. А.м. подшипникты һәм валды ашалыуға сыҙамлы итә, ышҡылыу коэффициентын...
АНТИЦИКЛОН
АНТИЦИКЛОН (анти... һәм циклон), үҙәктән периферияға табан яйлап түбәнәйә барған юғары атмосфера баҫымы өлкәһе. Төньяҡ ярымшарҙа һауа сәғәт уғы ыңғайына хәрәкәт итә (һүрәт), Көньяҡ ярымшарҙа — сәғәт уғына ҡаршы һәм шул уҡ ваҡытта үҙәк өҫтөнә төшә, был ваҡытта һауа динамик рәүештә йылына һәм туйыныу...
АНТОЛОГИЯ
АНТОЛОГИЯ (гр. anthologiá — сәскәләр йыйылмаһы), төрлө авторҙарҙың билдәле бер осорҙо, йүнәлеште, халыҡты сағылдырған һайлап алынған әҫәрҙәре (әҙәби, фәлсәфәүи, муз.) йыйынтығы. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге А. — М.М.Биксурин төҙөгән “Башҡорт хикәйәләре һәм повестары” (1845—1849) китабы. Башҡ. халыҡ йырҙары...
АНТОНИЙ I
АНТОНИЙ I (донъяуи исеме Шокотов Алексей Андреевич; 1800, Харьков губ. Изюм ҡ. — 13.3.1871, Кишинёв), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1853—58). Дини тәғлимәт магистры (1834). Архиепископ (1861), архимандрит (1836). Монахлыҡ ҡабул иткән (1834). Киев дини акад. тамамлағандан һуң (1823) шунда уҡ филос....
АНТОНИЙ II
АНТОНИЙ II (донъяуи исеме Радонежский Александр; 1808, Түбәнге Новгород губ. Тепелев а. — 23.12.1872, Смоленск ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1858—59). Дини тәғлимәт бакалавры (1844), проф. (1846). Архимандрит (1848). Монахлыҡ ҡабул иткән (1841). Мәскәү дини акад. тамамлағандан һуң (1834)...
АНТОНИЙ III
АНТОНИЙ III (донъяуи исеме Храповицкий Алексей Павлович; 17.3.1863, Новгород губ. — 10.8.1936, Белград), дин әһеле һәм сәйәси эшмәкәр, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1900—02). Дини тәғлимәт ф. д‑ры (1890). Архиепископ (1902), архимандрит (1890). Монахлыҡ ҡабул иткән (1885). С.‑Петербург дини акад. тамамлағандан...
АНТОНИМДАР
АНТОНИМДАР (анти… һәм гр. onyma — исем), бер үк һүҙ төркөмөнә ҡараған, ҡапма‑ҡаршы мәғәнә аңлатҡан һәм контраст күренештәрҙе билдәләү өсөн ҡулланылған һүҙҙәр. А., бер үк ваҡытта сифат, үҙенсәлек, ваҡиға һ.б. сиген билдәләү менән бергә, ҡапма‑ҡаршылыҡтарҙың айырылғыһыҙ бәйләнешен күрһәтә.
Мәғәнәләре...
АНТОНОВКА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/ с ҡарай
АНТОНОВКА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Аҡкүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 542 кеше; 1920 — 687; 1939 — 894; 1959 — 905; 1989 — 627; 2002 — 652; 2010 — 592 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...
АНТОНОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/ с ҡарай
АНТОНОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 13 км һәм Таҙлар т. юл ст. Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Сағыл й. (Ҡарлыман й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 101 кеше; 1939 — 188; 1959 — 198; 1989 — 188; 2002 — 222; 2010 — 238 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002)....
АНТОНОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Шевченко а/ с үҙәге
АНТОНОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Шевченко а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Ҡарабуғат й. (Мәләүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 642 кеше; 1939 — 504; 1959 — 178; 1989 — 364; 2002 — 370; 2010 — 443 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002)....
АНТОШКИН Виктор Николаевич
АНТОШКИН Виктор Николаевич (26.9.1956, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Бала Сытырман а.), социолог. Философия фәндәре кандидаты (1990), социология фәндәре докторы (2005), профессор (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Орск ҡ. 31‑се мәктәбендә, 1986 й. алып БАХИ‑ла, 1989 й. башлап БДУ‑ла, 1991 й. — БДПУ‑ла...
АНТОШКИН Николай Тимофеевич
АНТОШКИН Николай Тимофеевич (19.12.1942, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Кузьминовка а. — 17.1.2021, Мәскәү ҡ., Мытищи ҡ. ерләнгән), лётчик, генерал‑полковник (1994). Советтар Союзы Геройы (1986). Хәрби фәндәр докторы (1996), профессор (1996). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1993). Совет‑Ҡытай сик буйы...
АНТРОПО...
АНТРОПО... (гр. anthropos — кеше), ҡушма һүҙҙәрҙең “кешегә ҡағылышлы” мәғәнәләрен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., антропология, антропонимика).
Тәрж. Р.М.Шәрипова
АНТРОПОГЕН ЙӨКЛӘНЕШ
АНТРОПОГЕН ЙӨКЛӘНЕШ, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлегенең экосистемаларға йоғонтоһо интенсивлығын сағылдырыусы комплекслы күрһәткес. А.й. тирә-яҡ мөхитте бысратыу (сығарған һәм ташыған ваҡытта нефть түгелеүе һ.б.), ерҙәрҙе һөрөү, урмандарҙы ҡырҡыу һ.б. м‑н бәйле (ҡара: Антропоген ландшафт). А.й. айырыуса...
АНТРОПОГЕН ЛАНДШАФТ
АНТРОПОГЕН ЛАНДШАФТ, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә үҙгәргән йәки барлыҡҡа килгән географик ландшафт. Ф.Н.Мильков классификацияһына ярашлы, барлыҡҡа килеүенә ҡарап техноген, пироген, дигрессион, һөрөнтө ер һ.б. айырыла; антропоген йөкләнеш характерына ҡарап — а.х. (культуралы көтөүлектәр,...
АНТРОПОГЕН ТАШЛАНДЫҠТАР
АНТРОПОГЕН ТАШЛАНДЫҠТАР, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә атмосфераға таралған матдәләр. Стационар (сәнәғәт пр‑тиелары, а.х. объекттары) һәм күсмә (транспорт) сығанаҡтар А.т. айыралар. Айырыуса йыш осраусы А.т. — саң-туҙан, газдар (азот, көкөрт һәм углерод оксидтары, углеводородтар), парҙар,...