Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АРА

АРА, башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошонда туғандаш ғаиләләр төркөмө йәки ырыу бүленеше. Әҙәб.: Аймаҡ мәҡ. ҡарағыҙ. Тәрж. М.Н.Моратшина...

АРАЛБАЕВА Әминә Кәшфи ҡыҙы

АРАЛБАЕВА Әминә Кәшфи ҡыҙы  [22.5.1928, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Күлләр а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 27.10.2014, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән], театр эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1999). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1950). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (Өфө, 1950; Ғ.С.Саттаров курсы), ГИТИС-ты...

АРАЛБАЙ Ҡәҙим Әбделғәлим улы

АРАЛБАЙ (Аралбаев) Ҡәҙим Әбделғәлим улы (1.9.1941, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Таңатар а.), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2011). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлаған (1968). 1973—77 йй. “Ағиҙел” журналының әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире, яуаплы...

АРАЛБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Заречье а/ с ҡарай

АРАЛБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Заречье а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Иртөбәк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 204 кеше; 1920 — 242; 1939 — 173; 1959 — 158; 1989 — 91; 2002 — 126; 2010 — 109 кеше. Башҡорттар...

АРАЛЫҠ КУЛЬТУРАЛАРЫ

АРАЛЫҠ КУЛЬТУРАЛАРЫ, төп культуралар үҫтереүҙән буш ваҡытта ултыртыла торған культуралар. А.к. бер ер майҙанынан йылына 2 уңыш алырға мөмкинлек бирә. Өҫтәп сәселгән (ҡара: Ҡаплам аҫтындағы сәсеүлектәр), ужым (көҙөн уңыш йыйып алынғандан һуң сәселә һәм яҙын төп культураларҙы сәскәнгә тиклем йыйып алына),...

АРАМЕЛЕВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Ильина Поляна а/ с ҡарай

АРАМЕЛЕВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Ильина Поляна а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Оло Иҙәк й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 384 кеше; 1920 — 540; 1939 — 328; 1959 — 229; 1989 — 198; 2002 — 165; 2010 — 193 кеше....

АРАХНОЛОГИЯ

АРАХНОЛОГИЯ (гр. аrachne — үрмәксе һәм ...логия), зоологияның үрмәксе һымаҡтарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Үрмәксе һымаҡтарҙың морфологияһын, систематикаһын, төр составын, таралыуын, уларҙың әһәмиәтен өйрәнә. Башҡортостанда үрмәксе һымаҡтар (амбар ҡоротҡостары) т‑да тәүге хеҙмәттәрҙе М.Ш.Үтәкәев (1933), А.П.Веретенников...

АРБАУ

АРБАУ, имләү, башҡ. йола фольклоры жанры, объектҡа тәьҫир итеүгә һәләтле һүҙ формулаһы. Исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа. Борон А. тылсымлы ғәмәлгә (ҡара: Магия, Йолалар) бәйле була, һуңыраҡ һүҙ формулаһы үҙе үк тылсымлы әһәмиәт ала. Шиғри, шиғри‑проза, проза формаларында йәшәй. А. шиғырҙары...

АРБАШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Арбаш а/ с үҙәге

АРБАШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Арбаш а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 139 км алыҫлыҡта Ар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 995 кеше; 1920 — 1112; 1939 — 982; 1959 — 784; 1989 — 379; 2002 — 343; 2010 — 209 кеше....

АРБИТРАЖ СУДЫ

АРБИТРАЖ СУДЫ, иҡт. бәхәстәрҙе хәл итеү һәм РФ Конституцияһы, 1995 й. 28 апр. ҡабул ителгән “РФ‑та арбитраж судтары тураһында” Федераль конституция законы, РФ‑тың Арбитраж процессуаль кодексы һ.б. федераль закондар тарафынан уның компетенцияһына индерелгән башҡа эштәрҙе ҡарау б‑са беренсе инстанция...

АРҒАЯШ БАШҠОРТ МИЛЛИ ОКРУГЫ

АРҒАЯШ БАШҠОРТ МИЛЛИ ОКРУГЫ, 1934 й. 17 ғин. Силәбе өлкәһе составында ойошторола. Округҡа БАССР составынан алынған Арғаяш районы һәм Ҡоншаҡ районы инә. Төньяҡта — Силәбе өлк. Наҙы‑Петровск, Өпәле һәм Ташлы, көнсығышта — Тинес, көньяҡта — Силәбе һәм Мейәс, көнбайышта Златоуст һәм Медведевск р‑ндары м‑н...

АРҒАЯШ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ

АРҒАЯШ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Арғаяш район мәҙәниәт йортоноң башҡорт халыҡ драма театры. Силәбе өлк. Арғаяш а. урынлашҡан. 1989 й. башҡ. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1991 й. алып хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге сәхнәләштергән әҫ. — С.Ш.Поварисовтың “Туй бүләге” спектакле. 1989—2010 йй. театрҙа...

АРҒАЯШ КАНТОНЫ

АРҒАЯШ КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. Кантонға Екатеринбург өйәҙе, Силәбе өйәҙе, Троицк өйәҙе, Шадринск өйәҙенең 18 улусы инә. Төньяҡта — Екатеринбург, көньяҡта Силәбе губерналары менән сиктәш була. Административ үҙәге — Арғаяш ауылы. Майҙаны — 5246 км2 (1922).  Халҡы: 1920...

АРҒАЯШ РАЙОНЫ

АРҒАЯШ РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең төньяғында урынлашҡан. 1930 й. 20 авг. БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны терр‑яһында ойошторолған (ҡара: Административ район). Майҙаны — 3306 км2. Район үҙәге — Арғаяш ауылы. Районда 1 ҡасаба һәм 17 ауыл советы, 163 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 54,9 мең кеше (1930), башҡорттар...

АРҒАЯШ, ауыл, Силәбе өлк

АРҒАЯШ, Ярғайыш, Ергәйеш, ауыл, Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны үҙәге; т. юл станцияһы. Силәбе ҡ. Т.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Арғаяш күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 1273 кеше; 1959 — 7373 (башҡорттар 9%); 1970 — 8683 (16%); 1979 — 9660 (18%); 1989 — 10462 (22%); 2002 — 10170 (26%); 2010 — 10061....

АРҒЫМАҠ, ауыл

АРҒЫМАҠ, ауыл, 1989 й. алып Дүртөйлө ҡ. составында. Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 122 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 381 кеше; 1920 — 474; 1939 — 529; 1959 — 249; 1989 — 399; 2002 — 469; 2010 — 451 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ат спорты комплексы, “Ағиҙел” шифахана‑профилакторийы,...

АРҒЫНБАЕВА Светлана Роберт ҡыҙы

АРҒЫНБАЕВА Светлана Роберт ҡыҙы (8.1.1966, Сибай ҡ.), йырсы (меццо‑сопрано). БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1995) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1993; Р.Ғ.Ғәлимуллина класы) БДОБТ солисы. Бай тембрлы матур тауышлы йырсы, сағыу актёрлыҡ һәләтенә эйә. БДОБТ‑ла төп партиялары: Розина (“Севилья цирюльнигы” —...

АРҒЫШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Сарлаҡ а/ с ҡарай

АРҒЫШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Сарлаҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 37 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 119 км алыҫлыҡта Сайғаш й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 200 кеше; 1920 — 360; 1939 — 477; 1959 — 312; 1989 — 159; 2002 — 132; 2010 — 112 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

АРҘАҠТЫ, Әрҙәкте, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт

АРҘАҠТЫ, Әрҙәкте, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Бөрйән р‑ны буйлап Кесе Нөгөш й. тамағынан Берәтәк й. (Нөгөш й. ҡушылдығы) тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 30 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 8 км, абс. бейеклеге 762 м (Ҡарағай Маяҡ тауы). Һыртта бейеклеге 500—762 м булған...

АРҘАТ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мәҡсүт а/ с ҡарай

АРҘАТ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мәҡсүт а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 45 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Һаҙ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 355 кеше; 1920 — 695; 1939 — 425; 1959 — 288; 1989 — 192; 2002 — 228; 2010 — 191 кеше. Урыҫтар йәшәй...