Список материалов
АРҘАШИРОВА Өммөгөлсөм Тәлғәт ҡыҙы
АРҘАШИРОВА Өммөгөлсөм Тәлғәт ҡыҙы (7.4.1951, Өфө), педагог. Пед. ф. д‑ры (1994), проф. (1995). ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2010), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Өфөнөң урта махсус уҡыу йорттарында эшләй. 1978 й. алып БДПУ‑ның эстетик белем биреү...
АРЕАЛ
АРЕАЛ (лат. area — майҙан, аралыҡ), биологияла: үҫемлек һәм хайуандарҙың төрө, заты, ғаиләһенең йәки башҡа систематик төркөмдәренең (таксондарының) таралыу өлкәһе. А. климат шарттары, таксономик төркөмдөң үҫеш тарихы һәм экологик үҙенсәлектәре, үҙ‑ара көрәшеүсе төрҙәр булыуы һәм кеше эшмәкәрлеге м‑н...
АРЕКЕЕВ Александр Викторович
АРЕКЕЕВ Александр Викторович (10.4.1982, Ижевск ҡ.), спортсы. Велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). Ижевск ҡ. ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.В.Харин). 1997—2009 йй. “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Н.Латипов). Парлы һәм команда ярыштарында...
АРЕФЬЕВА Нина Алексеевна
АРЕФЬЕВА Нина Алексеевна (28.3.1941, Рыбинск ҡ.), оториноларинголог. Мед. ф. д‑ры (1991), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. табибы (1997), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1988). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй (1992 й. алып оториноларингология каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре иммунология...
АРИНИН Александр Николаевич
АРИНИН Александр Николаевич (29.11.1955, Киев), политолог. Тарих ф. канд. (1983), сәйәси ф. д‑ры (1999). БДУ‑ны тамамлаған (1979), 1983 й. алып шунда уҡ эшләй (1987 й. башлап совет осорондағы СССР тарихы каф. мөдире). 1989 й. алып РСФСР Коммунистар партияһының Башҡ‑н респ. ком‑тының милләт-ара мөнәсәбәттәр...
АРИСТАРХОВА Маргарита Константиновна
АРИСТАРХОВА Маргарита Константиновна (28.4.1952, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1999), проф. (2002), БР-ҙын атҡ. иҡтисадсыһы (2002), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2012). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй: 1993 й. алып ӨДАТУ эргәһендәге Төбәк тармаҡ-ара белгестәр квалификацияһын...
АРИСТОВ Николай Александрович
АРИСТОВ Николай Александрович (1847 — яҡынса 1918), шәрҡиәтсе. Действительный статский советник. Дворяндарҙан. 1868 й. алып Етеһыу өлкә идараһында (Верный ҡ.) хеҙмәт итә, 1881—89 йй. Етеһыу өлк. ген.‑губернаторы ярҙамсыһы. Фәнни тикшеренеүҙәре төрки халыҡтар этногенезы проблемаларына арналған. Башҡорттарҙың...
АРИТҠОЛОВ Рәмил Камил улы
АРИТҠОЛОВ Рәмил Камил улы (1.3.1978, Кәркә ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). Ҡазан пед. ун‑тын тамамлаған (2001). Туймазы ҡ. ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры С.А.Суханов). Бина эсендә 800 м йүгереүҙә Рәсәй чемп. (2006), 800 м, 1500 м (2002) һәм 800 м (2006)...
АРКАДИЙ, Фёдоров Григорий
АРКАДИЙ (донъяуи исеме Фёдоров Григорий; 1786, Владимир губ. — 8.5.1870, Александр Свирский монастыры, Олонец губ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1828—31). Архиепископ (1833), архимандрит (1818). Монахлыҡ ҡабул иткән (1814). Владимир дини семинарияһын тамамлаған (1808). 1818 й. алып Владимир...
АРКАЛЫ ЦЕРАТОНЕИС
АРКАЛЫ ЦЕРАТОНЕИС (Ceratoneis arcus), бер күҙәнәкле диатом ылымыҡтар төрө. Ҡайһы ваҡыт буй һәм арҡыры күсәрҙәре буйлап бөгөлгән ҡыҫҡа колониялар барлыҡҡа килтерә, буйға ҡырҡылған эллипс рәүешендә. Ҡапҡасы ураҡ формаһында, суҡыш һымаҡ йәки бер аҙ йомро остарына табан тарая; ҡорһаҡ сите ҡабарынҡы, уртаһында...
АРКТОУС
АРКТОУС (Arctous), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 4 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда альп А. үҫә. Түшәлеп үҫеүсе, япраҡ ҡойоусы бәләкәй ҡыуаҡ, бейеклеге 15—55 см. Һабағы һорғолт, тамырланыусы. Япрағы кире йомортҡа йәки оҙонса-эллипс формаһында,...
АРКТУР, йондоҙ
АРКТУР, Үгеҙ көтөүсе α‑һы, ҡыҙғылт һары гигант йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,00. Радиусы б‑са Ҡояштан яҡынса 24 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән яҡынса 40 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ ярымшар йондоҙлоғона ҡарай. БР терр‑яһында ҡалҡыусы һәм байыусы яҡтыртҡыс, йыл әйләнәһенә күренә. Апр.—майҙа,...
АРҠА
АРҠА, сағыштырмаса бейеклеге 200 м булған ялпаҡ түбәле һәм һөҙәк битләүле оҙонса ҡалҡыулыҡ. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре тектоника, эрозия, боҙлоҡ дәүере аккумуляцияларына бәйле. Респ. арҡалы рельеф Башҡортостандың Урал алдында күҙәтелә: Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә, Дөйөм...
АРҠАЙЫМ
АРҠАЙЫМ, Һынташты мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары комплексы. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙ. — 2‑се мең йыллыҡ башына ҡарай. Силәбе өлк. Александровка ҡасабаһы янында Оло Ҡараған й. (Урал й. ҡушылдығы) һәм уның һул ҡушылдығы Үтәгән буйында урынлашҡан. Арҡайым төбәге исеме м‑н аталған. 1987 й. Силәбе ун‑ты...
АРҠАУЫЛ УРТА МӘКТӘБЕ, Салауат р‑ны
АРҠАУЫЛ УРТА МӘКТӘБЕ, Салауат р‑ны. 1876 й. Монай 1 класлы башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑башҡ.) булараҡ нигеҙ һалына, 1914 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1910) алып 2 класлы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс (1920 й. алып Арҡауыл мәктәбе), 1934 й. — А.М.Таһиров ис. колхоз йәштәренең өлгөлө мәктәбе, 1937 й. хәҙ....
АРҠАУЫЛ ҺАҘЛЫҒЫ
АРҠАУЫЛ ҺАҘЛЫҒЫ, Асы, Йүрүҙән й. басс. һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Салауат р‑ны Арҡауыл а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 0,7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 150 га. Көслө минераллашҡан ер аҫты һыуҙары м‑н туйына, шишмәләре бар. А.һ. аша инеш аға, уның үҙәгендә күрәнле, ҡамышлы...
АРҠАУЫЛ, ауыл, 1997 й. алып Өфө составында
АРҠАУЫЛ, ауыл, 1997 й. алып Өфө составында, Орджоникидзе р‑нының Турбаҫлы а/с ҡарай. Өфөнән Т. 25 км һәм Черниковка т. юл ст. Т.-Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 91 кеше; 1959 — 86; 1989 — 66; 2002 — 71; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).
Фаразланыуынса, 20 б....
АРҠАУЫЛ, Благовещен р‑нындағы ауыл
АРҠАУЫЛ, Благовещен р‑нындағы ауыл, Иҫке Надеждин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 42 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Уҫы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 107 кеше; 1939 — 330; 1959 — 264; 1989 — 140; 2002 — 108; 2010 — 93 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға Өфө...
АРҠАУЫЛ, Салауат р‑нындағы ауыл
АРҠАУЫЛ, Салауат р‑нындағы ауыл, Арҡауыл а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 64 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1068 кеше; 1920 — 938; 1939 — 845; 1959 — 796; 1989 — 1279; 2002 — 1459; 2010 — 1439 кеше. Башҡорттар йәшәй...
АРЛАН НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ
АРЛАН НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, РФ‑та иң эре ятҡылыҡтарҙың береһе һәм БР‑ҙа иң ҙуры. Республиканың төньяҡ-көнбайышында Краснокама, Ҡалтасы, Дүртөйлө, Илеш райондарында һәм Удмурт Республикаһының көньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. Бөрө биләненең Арлан ҡалҡыуына тура килә. Оҙонлоғо яҡынса 120 км, киңлеге 10—25 км....