Список материалов
АРТЫШ
АРТЫШ (Juniperus), кипарис һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Яҡтылыҡ яратыусы мәңге йәшел ылыҫлы ике өйлө ҡыуаҡ йәки 100—200 йәшкә етеүсе, бейеклеге 1—3 м тиклем (ябай А....
АРТЫШ ВУЛЬПИЦИДАҺЫ
АРТЫШ ВУЛЬПИЦИДАҺЫ (Vulpicida juniperinus), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайник төрө. Талломы япраҡ һымаҡ, аныҡ булмаған формала, киңлеге 4—5 см, асыҡ һары төҫтә, үҙәгендә субстратҡа тығыҙ беркетелгән, ирекле күтәрелеүсән өлөшсәләр м‑н. Өлөшсәләре бер аҙ тармаҡлы, ситтәре тулҡынлы. Талломдың...
АРТЮШКОВ Игорь Викторович
АРТЮШКОВ Игорь Викторович (30.1.1950, Черкассы ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2004), профессор (2012). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007). О.В.Артюшкованың ҡустыһы. БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ уҡыта (өҙөклөктәр...
АРТЮШКОВА Ольга Викторовна
АРТЮШКОВА Ольга Викторовна (20.9.1948, Черкассы ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2010). И.В.Артюшковтың апаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Бөрө районының Осиновка урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1973 й. алып Геология институтында: өлкән лаборант, 1993 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр,...
АРХАНГЕЛ (ШАРАН) ЗАВОДЫ
АРХАНГЕЛ (ШАРАН) ЗАВОДЫ, 1754 й. Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында Г.С.Красильников (ҡара: Красильниковтар) баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары — Красильниковтар. 1754 й. эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе, 2 гармахер...
АРХАНГЕЛ БАҠЫР ИРЕТЕҮ ЗАВОДЫ
АРХАНГЕЛ БАҠЫР ИРЕТЕҮ ЗАВОДЫ, 1753 й. Нуғай даруғаһы Күрпәс‑Табын улусы Шәке а. башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С. Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышевтар һәм Мясниковтар, 1783 й....
АРХАНГЕЛ ЗАКАЗНИГЫ
АРХАНГЕЛ ЗАКАЗНИГЫ. 1967 й. һунар йәнлектәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Архангел р‑ны ш. уҡ исемле ауылдың көнсығыш ситендә Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) һыубаҫар туғайында урынлашҡан. Майҙаны 1,9 мең га, терр‑яның 45,1%‑ын урман ҡаплаған, бер өлөшө һаҙланған...
АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ
АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡ-көнсығышта — Силәбе өлк., көнсығышта — Белорет, көньяҡта — Ғафури, көнбайышта — Ҡырмыҫҡалы, төньяҡ-көнбайышта Иглин р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Өфө кантоны улустары инә. 1963 й. 1 февр....
АРХАНГЕЛ СУЙЫН ИРЕТЕҮ ЗАВОДЫ
АРХАНГЕЛ СУЙЫН ИРЕТЕҮ ЗАВОДЫ, Архангел баҡыр иретеү заводынан 2,1 км алыҫлыҡта Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында Өфө тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте тарафынан нигеҙ һалына. 1899 й. эшләй башлай. 2 домна мейесе, 3 һауа йылытҡысы, 4 пар ҡаҙаны, газ таҙартҡысы, мәғдән онтағысы, һауа өрҙөргөс машинаһы...
АРХАНГЕЛ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ
АРХАНГЕЛ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ААЙ. Ағас әҙерләү һәм эшкәртеү предприятиеһы. 1936 й. Архангел район-ара ағас, тара әҙерләү контораһы булараҡ нигеҙ һалына, 1938 й. алып Башҡортостан ағас әҙерләү контораһы, 1962 й. — А.у.с.х., 1995 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. 1958 й. башлап “Башлеспром” ААЙ‑на ингән....
АРХАНГЕЛ УРТА МӘКТӘБЕ №1
АРХАНГЕЛ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Архангел р‑ны. 19 б. 40‑сы йй. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1884 й. алып 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы, 1917 й. — юғары башланғыс уч‑ще, 1918 й. — 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — 7 йыллыҡ мәктәп, 1934 й. хәҙ. статусын ала. 1980 й. Архангел тулы булмаған урта...
АРХАНГЕЛ, ауыл, Архангел р‑ны үҙәге
АРХАНГЕЛ, Скимка, ауыл, Архангел р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Архангел а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнс. 100 км һәм Приуралье т. юл ст. К. табан 6 км алыҫлыҡта Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Инйәр—Белорет автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 2,7; 1920 — 3,2; 1939 —...
АРХАНГЕЛ, Ғафури р‑нындағы ауыл
АРХАНГЕЛ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Табын а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 24 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 974 кеше; 1939 — 790; 1959 — 392; 1989 — 141; 2002 — 198; 2010 — 145 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт...
АРХАНГЕЛЬСКИЙ Василий Викторович
АРХАНГЕЛЬСКИЙ Василий Викторович (1.4.1889, Пермь губ. Веретье а. — 1960, Мәскәү), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1906 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1906 й. алып РСДРП‑ның Өфө ком‑ты хәрби дружинаһы ағзаһы. 1906 й. һәм 1910 й. ҡулға алына. 1915—17 йй. рус армияһында, 1918 й. Ҡыҙыл...
АРХАНГЕЛЬСКИЙ МЕСТНЫЙ, клевер сорты
АРХАНГЕЛЬСКИЙ МЕСТНЫЙ, туғай клеверының урындағы селекция сорты. Бейеклеге 90 см тиклем, 7—9 быуын аралары булған төҙ һабаҡлы. Япраҡлылығы 40—50%, ҡайһы йылдарҙа 60%‑ҡа тиклем. Япрағы өсәрле, йәшел, йәймәһенең урта өлөшөндә аҡ таптары бар. Сәскәһе сағыу ҡыҙыл, сәскәлеге тумалаҡ. Орлоғо ваҡ, йөрәк формаһында....
АРХАНГЕЛЬСКИЙ Николай Васильевич
АРХАНГЕЛЬСКИЙ Николай Васильевич, сәйәси эшмәкәр. Социал‑революционерҙар партияһы ағзаһы. 1917 й. яҙында Силәбе крәҫтиән депутаттары советы рәйесе урынбаҫары һәм Силәбе эшсе һәм һалдат депутаттары советы ағзаһы. 27 июндән Ваҡытлы хөкүмәттең Ырымбур губернаһы б‑са комиссары, бер үк ваҡытта 1 июлдән Ырымбур...
АРХЕЙ
АРХЕЙ (гр. archaios — боронғо), археозой, архей эраһы, архей акротемаһы, кембрий алдының түбәнге бүлексәһе, Ерҙең геологик тарихында иң боронғоһо. 1 млрд йылдан ашыу дауам итә. Йәшенең үрге сиге — 2500±50 млн йыл. Түбәнге (400 млн йылдан ашыу) һәм үрге (650 млн йылға яҡын) эонотемаға бүленә. Архей ҡатламдары...
АРХЕО...
АРХЕО... (гр. archaios — боронғо), ҡушма һүҙҙәрҙең “боронғо”, “боронғолоҡҡа бәйләнеше булған” мәғәнәләрен аңлатыусы өлөшө (мәҫ., археография, археология).
Тәрж. Р.М.Шәрипова
АРХЕОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР
АРХЕОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, ҡулъяҙма китаптар, иҫке баҫма китаптар һ.б. тарихи сығанаҡтарҙы йыйыу һәм өйрәнеү б‑са фәнни‑тикшеренеү саралары. 1973 й. алып археография комиссияһының Көньяҡ Урал бүлексәһе тарафынан ТТӘИ м‑н берлектә үткәрелә. Башҡортостанда һәм башҡорттар тупланып йәшәгән төбәктәрҙә (ТР,...
АРХЕОГРАФИЯ
АРХЕОГРАФИЯ (архео... һәм ...графия), ҡулъяҙма, баҫма һ.б. документаль ҡомартҡыларҙы йыйыу, тасуирлау һәм нәшер итеү м‑н шөғөлләнеүсе махсус тарихи дисциплина. Сығанаҡтар өйрәнеү, архив ғилеме, палеография, текстология һ.б. м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. Ялан (ҡулъяҙмалар, боронғо баҫма китаптар һ.б. эҙләү...