Список материалов
АРХЕОГРАФИЯ КОМИССИЯҺЫ
АРХЕОГРАФИЯ КОМИССИЯҺЫ, ҡулъяҙма, баҫма һ.б. документаль ҡомартҡыларҙы йыйыу һәм нәшер итеү учреждениеһы. Император Николай I 1834 й. 24 дек. указы м‑н С.‑Петербургта Халыҡ мәғарифы министрлығы эргәһендә ойошторола. 1917 й. алып — РСФСР Мәғариф ХК, 1922 й. — Рәсәй ФА, 1925 й. СССР ФА эргәһендә: 1926 й....
АРХЕОЛОГИК ҠОМАРТҠЫЛАР
АРХЕОЛОГИК ҠОМАРТҠЫЛАР, кешелек йәмғиәте тарихын күҙ алдына килтерергә мөмкинлек биреүсе матди сығанаҡтар (кеше тарафынан эшләнгән, ер өҫтөндә, ер һәм һыу аҫтында һаҡланып ҡалған боронғо әйберҙәр, ҡоролмалар, зыяраттар). Археологик тикшеренеүҙәр объекты (ҡара: Археология). А.ҡ. иҫәбенә эш ҡоралдары,...
АРХЕОЛОГИК МӘҘӘНИӘТТӘР
АРХЕОЛОГИК МӘҘӘНИӘТТӘР, тотороҡло мәҙәни билдәләр (торамалар, торлаҡтар, керамика, ерләүҡомартҡылары, ҡоралдар һ.б. тибы) бәйләнешенә нигеҙләнгән, айырым дәүергә, билдәле бер терр‑яға ҡараған һәм урындағы үҙенсәлектәр м‑н айырылып торған археологик ҡомартҡылар берлеге. Билдәле бер терр‑яла бер уҡ ваҡытта...
АРХЕОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР
АРХЕОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, археологик мираҫ объекттарын (ҡара: Археологик ҡомартҡылар) асыҡлау һәм өйрәнеү б‑са ялан фәнни‑тикшеренеү саралары. Археологик разведка (археологик ҡомартҡыларҙы асыҡлау, улар т‑дағы мәғлүмәттәрҙе аныҡлау йәки уларҙың һаҡланыуын тәьмин итеү б‑са саралар үткәреү маҡсатында...
АРХЕОЛОГИЯ
АРХЕОЛОГИЯ (архео... һәм ...логия), кеше эшмәкәрлегенең матди ҡалдыҡтарына таянып, үткәндәрҙе өйрәнеүсе һәм тергеҙеүсе фән. Ерҙә кеше барлыҡҡа килгәндән алып хәҙ. осорға тиклемге киң тарихи‑мәҙәни үҫеш дәүерен өйрәнә. Археологик осорҙарға бүлеү б‑са дәүер таш быуатҡа, бронза быуатына, тимер быуатҡа...
АРХЕОЛОГИЯ ҺӘМ ЭТНОГРАФИЯ МУЗЕЙЫ
АРХЕОЛОГИЯ ҺӘМ ЭТНОГРАФИЯ МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1976 й. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эргәһендә ойошторола, 1993 й. алып РФА Өфө ФҮ Этнологик тикшеренеүҙәр ин-тының Археология һәм этнография музейы.
Экспозиция 1980 й. асыла. Музей фондында 227 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, уларҙың күпселеге Шүлгәнташ...
АРХИВ КОМИССИЯЛАРЫ
АРХИВ КОМИССИЯЛАРЫ, 1884—1919 йй. Рәсәйҙәге ғилми йәмғиәттәр. 1884 й. 13 апр. “Губерна тарих архивтары һәм ғилми архив комиссиялары тураһында положение” (“Положение о губернских исторических архивах и учёных архивных комиссиях”) нигеҙендә губерна ғилми архив комиссиялары булараҡ ойошторола. Император...
АРХИВТАР
АРХИВТАР (лат. archivum), ҡулланыусылар мәнфәғәтендә документтар ҡабул итеү һәм һаҡлау м‑н шөғөлләнгән учреждениелар йәки учреждение, ойошма, пр‑тиеларҙың структур бүлектәре, ш. уҡ дәүләт учреждениелары, пр‑тиелары, ғилми һәм йәмәғәт ойошмалары, сәйәси партиялар һәм айырым кешеләрҙең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә...
АРХИЕРЕЙ
АРХИЕРЕЙ (гр. archi — өлкән, баш һәм hiereus — рухани), юғары дәрәжә православие руханиҙары вәкилдәренең (патриарх, митрополит, архиепископ, епископтарҙың) дөйөм атамаһы. Православие дине тәғлимәтенә ярашлы, священство серле йолаһында рукоположение (архиерей хиротонияһы) аша тапшырылған Изге Рух шәфҡәте...
АРХИЕРЕЙ ЙОРТО
АРХИЕРЕЙ ЙОРТО, 1919 й. тиклем Рәсәйҙә айырым епархия мөлкәтенә идара итеүсе сиркәү хакимиәте учреждениеһы. Епархия архиерейы ҡарамағында була. Тәүҙә А.й. эре ер биләүсе була; ундағы вазифалы кешеләр һаны епархияның ҙурлығына һәм байлығына бәйле була. 18 б. алып элекке әһәмиәтен юғалта, ҡаҙнанан күскән...
АРХИМАНДРИТ
АРХИМАНДРИТ (гр. archimandritēs), юғары монахлыҡ итеүсе (ҡара: Монахлыҡ) руханиҙарҙың 2‑се (урта) дәрәжәһе (ҡара: Православие руханиҙары); эре ирҙәр монастырҙары башлыҡтарының почётлы титулы. 18 б. алып А. исеме юғары адм. вазифа биләүселәргә лә (уҡыу йорто ректоры, дини миссия башлығы һ.б.) бирелгән....
АРХИМАНДРИТ КҮЛЕ
АРХИМАНДРИТ КҮЛЕ, Ағиҙел й. басс. күл. Өфө р‑ны Чесноковка а. төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. һыу һаҡлау зонаһында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 0,78 км2, оҙонлоғо 6,1 км, киңлеге 0,13 км, уртаса тәрәнлеге 2,9 м (макс. — 4,5 м), һыу күләме 2,3 млн м3. Иҫке үҙән, дүртенсел осор тоҡомдарында (ваҡ...
АРХИПОВ Александр Викторович
АРХИПОВ Александр Викторович (1875—?), Ырымбур губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. Бөтә Рәсәй крәҫтиәндәр союзы ағзаһы. Ырымбур дини семинарияһын тамамлаған. 1899 й. алып Верхнеурал ҡ. священник. Думала хеҙмәтсәндәр фракцияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Д.А.Сафонов
Тәрж....
АРХИПОВА Ирина Константиновна
АРХИПОВА Ирина Константиновна (2.1.1925, Мәскәү — 11.2.2010, шунда уҡ), йырсы (меццо-сопрано), педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. СССР‑ҙың (1966), БР‑ҙың (1994), Ҡырғыҙстан Респ. (1993) халыҡ артисы, Молдова Респ. Маэстра Дель’Артеһы (1997). Соц. Хеҙмәт Геройы (1985). Проф. (1982). Мәскәү консерваторияһын...
АРХИТЕКТОРҘАР СОЮЗЫ
АРХИТЕКТОРҘАР СОЮЗЫ, ижади берекмә. 1935 й. Өфөлә СССР А.с. Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1982 й. алып РСФСР А.с. бүлексәһе, 1991 й. — БР А.с., 2004 й. — “Рәсәй архитекторҙар союзы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк ойошмаһы БР Архитекторҙар союзы. Башҡ‑н бүлексәһе ойошторолғанға тиклем респ....
АРХИТЕКТУРА
АРХИТЕКТУРА (лат. architectura), төҙөү сәнғәте, 1) кешенең матди йәһәттән ойошҡан йәшәү мөхитен булдырыусы биналар һәм ҡоролмалар — төҙөлөш объекттары йыйылмаһы. 2) Кешеләрҙең барлыҡ йәшәү мөхитен булдырыу һәм ойоштороу йәһәтенән йәмғиәттең техник мөмкинлектәренә һәм эстетик ҡараштарына ярашлы биналар...
АРХИТЕКТУРА (илл)
Турахан кәшәнәһе. 14 б. (Шишмә р‑ны)
Дәүләкән ҡ. мәсет. 19 б. аҙ. (көмбәҙе 20 б. 30-сы йй. һүтелә)
Өфө ҡ. Александр Невский часовняһы. 19 б. аҙ. (20 б. 20-се йй. һүтелә). Архитекторы А.Семёнов
Өфө ҡ. В.И.Видинеевтың Йәйге театры. 1894 (1991 й. һүтелә)
Стәрлетамаҡ ҡ. сауҙагәр Кузнецовтың...
АРХИТЕКТУРА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ
АРХИТЕКТУРА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, юғары квалификациялы архитекторҙар һәм техник‑архитекторҙар әҙерләү системаһы. Махсус А.б.б.б. түбәндәге дисциплиналарҙы үҙ эсенә ала: архитектура проектлауы, төҙөлөш механикаһы, архитектура һәм сәнғәт тарихы, һүрәт, скульптура, рәсем сәнғәте. Башҡортостанда юғары квалификациялы...
АРХИТЕКТУРА ҠОМАРТҠЫЛАРЫ
АРХИТЕКТУРА ҠОМАРТҠЫЛАРЫ, билдәле бер тарихи дәүерҙең, уның идеологияһының, архитектура‑төҙөлөш мәҙәниәтенең, йәмғиәттәге соц.‑иҡт. мөнәсәбәттәрҙең матди дәлилдәре булған төҙөлөш сәнғәте әҫәрҙәре (ҡара: Архитектура, Мәҙәни мираҫ объекттары). А.ҡ. дәүләт тарафынан һаҡлана (ҡара: Ғилми‑производство үҙәге,...
АРХИТЕКТУРА ҠОМАРТҠЫЛАРЫН ҺАҠЛАУ
АРХИТЕКТУРА ҠОМАРТҠЫЛАРЫН ҺАҠЛАУ, ҡара: Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау.
МӘҘӘНИ МИРАҪ ОБЪЕКТТАРЫН ҺАҠЛАУ, мәҙәни мираҫ объекттарын асыҡлауға, өйрәнеүгә, һаҡлауға, яҡлауға һәм файҙаланыуға йүнәлтелгән дәүләт саралары системаһы. БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекттары...