Список материалов
ҠӘРИПОВ Низам Ҡәрип улы
ҠӘРИПОВ Низам Ҡәрип улы (25.7.1905, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Хәлил а., хәҙ. Дыуан р‑ны Иҫке Хәлил а., – 26.10.1942, Сталинград өлк. Котлубань ҡсб), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Татар коммунистик ун‑тында уҡыған (Ҡазан, 1929—33). 1925—27 йй. Мәсетле улусы ком‑ты секретары,...
ҠОЛ‑ДӘҮЛӘТ Рәмил
ҠОЛ‑ДӘҮЛӘТ Рәмил (ысын исеме Дәүләтҡолов Рәмил Хөснөтдин улы; 30.5.1958, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әлмөхәмәт а. – 12.1.1998, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), шағир, драматург. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлаған (1988). 1981 й. алып Бөрйән район мәҙәниәт һарайында эшләй, 1988 й. башлап — “Китап”...
ҠОЛМОЙ Яҡуп Хәйрулла улы
ҠОЛМОЙ (Ҡолмөхәмәтов) Яҡуп Хәйрулла улы [7.9.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡанаҡай а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) – 11.10.1994, Өфө], шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1979), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1988). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВЛКСМ ҮК эргәһендәге Юғары...
ҠОТИП Зиннәт Ҡотип улы
ҠОТИП (Ҡотипов) Зиннәт Ҡотип улы [1918, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Арый а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) – 6.7.1944], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Дәүләкән пед. уч‑щеһында уҡыта. Фронтта һәләк була. Тәүге әҫәрҙәре 30‑сы йй....
ҠОТЛОГИЛДИНА Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы
ҠОТЛОГИЛДИНА Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы (20.8.1951, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Ялсыҡай а.), шағирә, журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995). Журналистар союзы (1979), Яҙыусылар союзы (1989) ағзаһы. М.С.Хисамованың һеңлеһе. БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1969—70 йй. “Путь Ильича” (“Ильич юлы”, ҡара: “Кумертауское...
ҠУНАҠБАЙ Хөсәйен Әхмәтйән улы
ҠУНАҠБАЙ (Ҡунаҡбаев) Хөсәйен Әхмәтйән улы [12.2.1912, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Нурғәле а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Түб. Таһир а., — 15.2. 1943, Курск өлк. Ольховатка а. янында], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А. Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыған (1932—36). 1929...
ҠЫПСАҠ ИБРАҺИМ
ҠЫПСАҠ ИБРАҺИМ, Ҡараҡыпсаҡ И. [ысын исеме Ибраһимов Ғабдулла Ғәбделғәлләм улы; 1895, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сапыҡ а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) – 27.9.1937, Мәскәү], яҙыусы, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Я.М.Свердлов ис. Коммунистик ун‑тын тамамлаған (1919)....
ЛЕБЕДЕВ Дмитрий Алексеевич
ЛЕБЕДЕВ Дмитрий Алексеевич, яҙыусы. “Ҡояшты эҙәрләгәндә” (“В погоне за солнцем”), “Иблес ҡаны” (“Кровь дьявола”) романдары, “Яҡты донъя буйлап” (“По белу свету”) хикәйәләр циклы, Марокколағы азатлыҡ өсөн көрәш т‑дағы “Риф республикаһы” (“Республика Риф”; 1931), “Астурия баррикадаларында” (“На баррикадах...
ЛЕРМОНТОВ Михаил Юрьевич
ЛЕРМОНТОВ Михаил Юрьевич (3.10.1814, Мәскәү – 15.7.1841, Пятигорск ҡ., 1842 й. Пенза губ. Тархан а. күсереп ерләнгән), урыҫ шағиры. Л. ижадында гражданлыҡ, фәлс. һәм тәрән шәхси мотивтар тығыҙ бәйләнгән. Ул урыҫ шиғриәтенә героик яңғыраш, уй һәм тойғоларҙы бығаса булмаған энергия м‑н биреү, киң һәм...
ЛИПКИН Семён Израилевич
ЛИПКИН Семён Израилевич (6.9. 1911, Одесса ҡ. – 1.4.2003, С.‑Петербург), яҙыусы, тәржемәсе. “Шаһит” (“Очевидец”; 1967), “Яҙыу тамғалары” (“Письмена”; 1991) шиғри йыйынтыҡтары, “Декада” (1989), “Кешелә фатирҙа тороусы яҙмалары” (“Записки жильца”; 1992) һ.б. повестар авторы. Көнсығыш әҙәбиәте әҫәрҙәрен...
ЛОҠМАНОВ Ғаян Лоғоман улы
ЛОҠМАНОВ Ғаян Лоҡман улы [30.6.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Яугилде а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) — 19.10.1988, шунда уҡ], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөрө уҡытыусылар ин‑тын тамамлаған (1951). Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй: 1944 й. алып Яугилде тулы булмаған урта...
ЛОСИЕВСКИЙ Владимир Степанович
ЛОСИЕВСКИЙ Владимир Степанович (1808, Чернигов губ. — 1891), урыҫ яҙыусыһы. 50 йылға яҡын Өфөлә йәшәй, ер үлсәүсе булып эшләй. Байтаҡ гербарийҙар йыйған, метеорология м‑н шөғөлләнгән. 40—50 йй. “Оренбургские губернские ведомости”, “Уфимские губернские ведомости” гәз. уның Башҡортостанға арналған “Айыуға...
ЛУШНИКОВ Леонид Алексеевич
ЛУШНИКОВ Леонид Алексеевич (26.8.1929, Урал өлк. Бәләкәй Сайгатка а. – 28.6.2010, Өфө), яҙыусы. Туризм б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1966). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). 1954 й. алып Өфөлә: 1‑се ТЭЦ‑та, 1960—89 йй. Башҡ‑н туристик экскурсия идаралығында эшләй. “Ветлянка” исемле тәүге китабы 1976 й....
ЛЬВОВ Михаил Давыдович
ЛЬВОВ Михаил Давыдович [ысын исеме Ғәбитов Рәфҡәт Дәүләтша улы; 4.3.1917 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 22.12.1916), Өфө губ. Златоуст өйәҙе Нәсибаш а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 25.1.1988, Мәскәү], шағир. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1941). 30‑сы йй. “Пролетарская...
МАҒАЗОВ Азат Шәйехйән улы
МАҒАЗОВ Азат Шәйехйән улы [17.12. 1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Баязит а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 13.12.2015, Өфө], яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Р.Ш.Мағазовтың ағаһы. Харьков пед. ин‑тын тамамлаған (1953). 1951 й. алып Харьков...
МАМИН-СИБИРЯК Дмитрий Наркисович
МАМИН-СИБИРЯК (Мамин) Дмитрий Наркисович (25.10.1852, Пермь губ. Висимо‑Шайтан з‑ды – 2.11. 1912, С.‑Петербург), урыҫ яҙыусыһы. Урал һәм Себерҙең тау сәнәғәте тормошона арналған “Тау ояһы” (“Горное гнездо”), “Ҡырағай бәхет” (“Дикое счастье”; икеһе лә – 1884), “Өс тамамланыш” (“Три конца”; 1890), “Алтын”...
МАНСУРОВ Зөфәр Хәйретдин улы
МАНСУРОВ Зөфәр Хәйретдин улы (15.3.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Васильевка а., хәҙ. БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Уҫаҡкисеү а., – 4.10.1942, Ленинград өлк. Коломна а. ерләнгән), шағир, журналист. Яҙыусылар союзы ағзаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимиря- зев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған ...
МАРАТ Мөслим
МАРАТ Мөслим [ысын исеме Мөслимов Миңлемулла Нәбиулла улы; 10.5.1909, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Борай а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) – 17.8.1975, Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1935). 1931 й. алып “Аллаһыҙ”, 1932 й. ғин. — “Үктәбер” (ҡара: “Ағиҙел”) ж. хеҙм‑ре, апр. — “Ленинсы” гәз. мөхәррир урынбаҫары, 1933...
МАРТЫНОВ Леонид Николаевич
МАРТЫНОВ Леонид Николаевич (9.5.1905, Омск ҡ. – 21.6.1980, Мәскәү), шағир, тәржемәсе. “Диңгеҙ ҡултығы” (“Лукоморье”; 1945), “Өҫтөнлөк” (“Первородство”; 1965), “Гипербола” (1972), “Алтын запас” (“Золотой запас”; 1981) шиғри йыйынтыҡтары, “Һауа фрегаттары” (“Воздушные фрегаты”; 1974) автобиографик новеллалар...
МАТЮШИН Сергей Иванович
МАТЮШИН Сергей Иванович (14.9.1943, Коми АССР‑ы Весляна ст. — 10.11.2012, Салауат ҡ.), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1983). Калинин мед. ин‑тын (1968), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын (Мәскәү, 1981) тамамлаған. 1968 й. алып Салауатта стоматология поликлиникаһында эшләй, 1999—2001 йй. Мәскәүҙә “Тридент”...