Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АБДУЛЛИН Әнүәр Абдулла улы

АБДУЛЛИН Әнүәр Абдулла улы [5.6.1917, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Дөмәй а., хәҙер БР‑ҙың Илеш районы Дөмәй а., — 28.10.2002, Өфө ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1960)....

АБДУЛЛИН Мансур Иҙиәт улы

АБДУЛЛИН Мансур Иҙиәт улы [15.9.1919, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ‑Миәкә а. (БР‑ҙың Миәкә районы) — 8.6.1996, Өфө ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ....

АВДОШКИН Семён Егорович

АВДОШКИН Семён Егорович (15.8.1918, Орлов губ. Волосово а. — 9.3.1962, Стәрлетамаҡ ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Үҙәк, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армияның 350‑се ...

АВЕРЬЯНОВ Вячеслав Юрьевич

АВЕРЬЯНОВ Вячеслав Юрьевич (15.9.1959, Белорет ҡ.), лётчик, капитан (1985). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). РФ‑тың атҡаҙанған һынаусы лётчиғы (2006). Ейск юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын (1980), Һынаусы лётчиктар мәктәбен (Жуковский ҡ., 1986) тамамлаған. 1976—85 йй. Совет армияһында. 1980—85...

АЗУРИТ

АЗУРИТ (фр. azur — асыҡ зәңгәр), карбонаттар класы минералы, Cu3[СO3]2(OH)2. Пластинка һәм ҡыҫҡа призма рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Агрегаттары ҡатлаулы, бөртөклө. Төҫө ҡуйы зәңгәр, сағыу, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,4—4,0; тығыҙлығы 3770—3890 кг/м3; йәбешкәклеге уртаса; мурт, кислотала...

АҠТУҒАНОВ Мәхмүт Сафа улы

АҠТУҒАНОВ Мәхмүт Сафа улы [25.12.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны (БР‑ҙың Мишкә районы) Яңы Сәфәр а. — 24.1.1971, Ленинград ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). Майор (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби пехота училищеһын тамамлаған (Боровичи ҡ., 1956). 1942 й. алып Совет армияһында. 1943 й. сентябренән...

АЛЕКСЕЕВ Павел Фёдорович

АЛЕКСЕЕВ Павел Фёдорович (7.7.1912, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Белорет Заводы а., хәҙер Белорет ҡ., — 28.4.1985, Дондағы Ростов ҡ.), лётчик, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ульяновск инструктор‑лётчиктар авиация мәктәбен тамамлаған (1937). 1932—33 йй. һәм...

АЛЫМОВ Алексей Михайлович

АЛЫМОВ Алексей Михайлович (18.3.1923, Орлов губернаһы Маслово а. — 22.2.2009, БР‑ҙың Өфө районы Михайловка а.), Советтар Союзы Геройы (1945). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур педагогия институтын тамамлаған (1967). 1943 й. октябренән алып 2‑се Балтик буйы һәм 1‑се...

АЛЯЕВ Иван Павлович

АЛЯЕВ Иван Павлович (5.1.1918, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Николаевка а., хәҙер БР‑ҙың Фёдоровка районы Иҫке Николаевка а., — 21.3.2000, Мәскәү ҡ.), инженер, полковник (1961). Советтар Союзы Геройы (1940). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби транспорт академияһын...

АНДРЕЕВ Кирилл Дементьевич

АНДРЕЕВ Кирилл Дементьевич [7.7.1901, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Баҙлыҡ‑Васильевка а. (БР‑ҙың Бишбүләк районы) — 2.1.1972, БАССР‑ҙың Бишбүләк районы Бишбүләк а.]. Советтар Союзы Геройы (1943). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1941—45 йй. Төньяҡ‑Көнбайыш, Воронеж, 1‑се һәм 2‑се Украина фронттарында...

АНИСКИН Михаил Александрович

АНИСКИН Михаил Александрович (19.11.1922, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Костин Күле артеле — 25.6.1944, Белорус ССР‑ының Студёнка а. янында, Пустынки а. ерләнгән), танкист, гвардия лейтенанты (1943). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау танк училищеһын тамамлаған (1943). 1941 й....

АНТИПИН Иван Алексеевич

АНТИПИН Иван Алексеевич (11.9.1921, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Еҙем а., хәҙер БР‑ҙың Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем а., — 21.12.2005, Луцк ҡ., Украина), лётчик, Украина Ҡораллы һауа көстәре генерал‑майоры (2004). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында, 1950—53 йй. Корея һуғышында ҡатнашыусы....

АНТИПИН Филипп Лукьянович

АНТИПИН Филипп Лукьянович [1900, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ямаш а. (БР‑ҙың Бөрө районы) — 26.3.1944, Вознесенск ҡ. янында], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1918—22 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. октябренән Калинин, Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында...

АНТОШКИН Николай Тимофеевич

АНТОШКИН Николай Тимофеевич (19.12.1942, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Кузьминовка а. — 17.1.2021, Мәскәү ҡ., Мытищи ҡ. ерләнгән), лётчик, генерал‑полковник (1994). Советтар Союзы Геройы (1986). Хәрби фәндәр докторы (1996), профессор (1996). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1993). Совет‑Ҡытай сик буйы...

АРТАМОНОВ Владимир Иванович

АРТАМОНОВ Владимир Иванович [20.11.1906, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Требият ҡсб (Силәбе өлкәһе Ноғайбәк районы) — 29.9.1944, Чита өлкәһе Хилок ҡсб янында, Чита ҡ. ерләнгән], лётчик, полковник (1943). Советтар Союзы Геройы (1939). 1939 й. Халхин-Гол й. буйында совет‑япон ҡораллы конфликтында,...

АРЫҪЛАНОВ Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы

АРЫҪЛАНОВ Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы (20.9.1915, Ырымбур губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе 1‑се Кинйәабыҙ а., хәҙер БР‑ҙың Көйөргәҙе районы Кинйәабыҙ а., — 5.1.1945, Венгрия), танкист, гвардия майоры (1944). Советтар Союзы Геройы (1940). Арыҫлановтар нәҫеленән. 1939 й. Көнбайыш Украинала хәрби хәрәкәттәрҙә,...

АСЕЕВ Алексей Александрович

АСЕЕВ Алексей Александрович (14.3.1922, Өфө — 10.5.1980, Красноярск ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. алып Карелия фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се армия 272‑се уҡсылар див. 1063‑сө уҡсылар полкы уҡсыһы рядовой А. 1944 й. 21—23 июнендә Лодейное Поле ҡ. эргәһендә...

АСКИН Ғәйфетдин Ғәфиәт улы

АСКИН Ғәйфетдин Ғәфиәт улы [10.10.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Сураш а. (БР‑ҙың Нуриман районы) — 27.9.2007, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. көҙөнән Сталинград, Дон, Резерв, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия армияһы...

АХМЕДОВ Михаил Владимирович

АХМЕДОВ Михаил Владимирович (24.4.1925, Яңы Николаевка губ. Васильково а. — 27.8.1989, Воронеж ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943), полк. (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР ЮС‑ы ис. Мәскәү пехота уч‑щеһын тамамлаған (1957). 1943 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. авг. башлап Үҙәк, 1‑се Белоруссия...

ӘБДРӘШИТОВ Шамил Монасип улы

ӘБДРӘШИТОВ Шамил Монасип улы [19.5.1921, Ырымбур ҡ.; башҡа мәғлүмәттәр буйынса, АСБР‑ҙың Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантоны Зәк‑Ишмәт а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе районы) — 4.5.1944, Севастополь ҡ. янында], лётчик, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944).Б.В.һуғышында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов исемендәге Беренсе Чкалов...