Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“АБЗЕЛИЛ”, гәзит

“АБЗЕЛИЛ” (“Әбйәлил”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР-ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР-ҙың «“Осҡон” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Әбйәлил р‑ны Асҡар а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1957 й. “Осҡон” гәз. тәржемә баҫмаһы булараҡ “Искра” исеме м‑н нәшер ителә башлай,...

“АВАНГАРД”, гәзит

“АВАНГАРД”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР-ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Авангард” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Яңа көн” — “Яңы көн”) телдәрендә сыға. 1932 й. мартынан татар телендә “Яңа җиңүләргә”...

“АГИТАТОР-ПРОПАГАНДИСТ”, журнал

“АГИТАТОР-ПРОПАГАНДИСТ”, ижтимағи‑сәйәси журнал. РКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитеты органы. 1923 й. Өфө ҡ. айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Журналда совет власын яҡларға саҡырған агитацион мәҡәләләр баҫтырыла, большевизм идеялары пропагандалана. Тәрж. Р.М.Шәрипова    ...

“АГРОНОМ И ПАХАРЬ”

“АГРОНОМ И ПАХАРЬ” (“Агроном һәм һабансы”), “Власть труда” гәзитенә ҡушымта. Өфө ҡ. аҙнаһына бер тапҡыр урыҫ телендә баҫыла. 1924 й. 5 апреленән 21 авгусына тиклем нәшер ителә. Барлығы 12 һаны сыға. Баҫмала ауыл хужалығы темаһына материалдар, республикала сәсеү эштәре барышы хаҡында мәғлүмәттәр яҡтыртыла. Тәрж....

“АҒИҘЕЛ”, журнал

  “АҒИҘЕЛ”, әҙәби‑нәфис һәм ижт.-сәйәси журнал. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Яҙыусылар союзы һәм редакция коллективы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы — 1,7 мең дананан ашыу (2015). 1923 й. мартынан “Яңы юл” исеме м‑н БашҮБК, БАССР ХКС‑ы, БАССР мәғарифы ХК һәм...

“АЗАД ХАТЫН” (“Азат ҡатын”), гәзит

“АЗАД ХАТЫН” (“Азат ҡатын”), ижтимағи‑сәйәси гәзит. РКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитетының ҡатын‑ҡыҙҙар бүлеге органы. Уралда ҡатын‑ҡыҙҙар өсөн тәүге гәзит. Берҙән‑бер һаны Стәрлетамаҡ ҡ. 1921 й. 7 ноябрендә иҫке башҡорт телендә сыға. Мәҡәләләр революция (1917) юбилейына, әхлаҡ, әсәлек һәм балалыҡ...

“АЙМАҠ”

“АЙМАҠ”, Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтенең фәнни хеҙмәттәр йыйылмаһы. Өфө ҡ. 3 айға 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1925 й. октябренән 1929 й. авгусына тиклем “Башҡорт аймағы”, 1930 й. ғинуарынан 1931 й. авгусына тиклем “А.” (2 һаны сыға) исеме менән нәшер ителә. Башҡортостандың тарихы, этнографияһы,...

“АҠ ИҘЕЛ”, ижтимағи-сәйәси гәзит

“АҠ ИҘЕЛ”, ижтимағи-сәйәси гәзит. Нәшер итеүселәре — Л.Ғәзизов, Н.Уталиев. Өфө ҡ. 1919 й. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. “Шәреҡ” типографияһында нәшер ителә. Гәзит биттәрендә Рус армияһының Юғары баш командующийы А.В.Колчактың бойороҡтары, ҡарарҙары, хәрби бәрелештәр хаҡында мәғлүмәттәр,...

“АҠМУЛЛА”, журнал

“АҠМУЛЛА”, рәсемле сатирик-юмористик журнал. Нәшер итеүсеһе — Х.Ғ.Ғәниев. 1911 й. июленән 1916 й. ғинуарына тиклем Ырымбур губернаһы Троицк ҡ. айына 2 тапҡыр төрки телендә сыға. Х.Сосновскийҙың “Энергия” типографияһында баҫтырыла. Баҫма биттәрендә Ш.Бабич, Я.Ғ.Йомаев, К.Ҡәрипов һ.б. сатирик һәм юмористик...

“АЛГА”, гәзит

“АЛГА” (“Алға”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Алға” редакция-нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Борай р‑ны Борай а. аҙнаһына 3 тапҡыр татар телендә сыға. 1930 й. февр. алып Бөрө ҡ. (1930 й. авг. башлап — Борай а.) “Ленин планы өчен” (“Ленин...

“АЛҒА”, гәзит

“АЛҒА”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө губернаһы РСДРП(б) ҮБК‑ның башҡ.‑тат. секцияһы органы. 1917 й. авгусынан алып ноябренә тиклем Өфө ҡ. иҫке төрки телендә сыға, “Тормош” гәзите типографияһында баҫыла. Барлығы 7 һаны донъя күрә (6‑сы һаны 20 ноябрҙә; һуңғы һанының сыҡҡан ваҡыты билдәһеҙ). “А.” башҡ....

“АЛЛАҺЫҘ”, журнал

“АЛЛАҺЫҘ”, ижтимағи‑сәйәси, фәнни һәм әҙәби журнал. Һуғышсан аллаһыҙҙар союзының Башҡортостан өлкә советы органы. Өфө ҡ. айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға (1929 й. айырым һандарҙың исемдәре һәм текст өлөштәре — татар телендә). 1928 й. майынан “Дәһри”, 1929 й. ғинуарынан алып 1935 й. июненә тиклем “А.”...

“АЛЬШЕЕВСКИЕ ВЕСТИ”, гәзит

“АЛЬШЕЕВСКИЕ ВЕСТИ” (“Әлшәй хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Әлшәй р‑ны Раевка а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ, башҡ. (“Әлшәй хәбәрҙәре”), татар (“Әлшәй хәбәрләре”) телдәрендә...

“АМАНАТ”, журнал

“АМАНАТ”, балалар һәм үҫмерҙәр журналы. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы — 17 мең дананан ашыу (2010). 1929 й. мартынан — БАССР мәғарифы ХК органы булараҡ “Керпе”, 1930 й. алып “Пионер” (1933 й. тиклем башланғыс мәктәптең...

“АРМИЯ И НАРОД”, гәзит

“АРМИЯ И НАРОД” (“Армия һәм халыҡ”), ижтимағи‑сәйәси гәзит. Халыҡ армияһы штабының матбуғат бюроһы, 1918 й. декабренән алып Рус армияһының Кама төркөмө органы. Өфө ҡ. 1918 й. көн һайын урыҫ телендә сыға. Гәзит биттәрендә большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр һәм материалдар, хәрби бойороҡтар һәм ҡарарҙар,...

“АРХАНГЕЛЬСКИЙ ВЕСТНИК”, гәзит

“АРХАНГЕЛЬСКИЙ ВЕСТНИК” (“Архангел хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, БР‑ҙың «“Архангел хәбәрҙәре” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Архангел р‑нының ш. уҡ исемле ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1933 й. июленән урыҫ телендә...

“АСКИНСКАЯ НОВЬ”, гәзит

“АСКИНСКАЯ НОВЬ” (“Асҡын яңылығы”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары –БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Асҡын р‑ны Асҡын а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Ышаныч” –“Ышаныс”) телдәрендә сыға. 1931 й. нояб. алып урыҫ һәм...

“АСҠЫНЫМ-ЙӘНТӨЙӘГЕМ”, гәзит

“АСҠЫНЫМ — ЙӘНТӨЙӘГЕМ”, ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Асҡын районы Асҡын а. аҙнаһына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыҡҡан. 2002 й. ноябренән алып “Йәнтөйәк”, 2007—16 йй. “А.-Й.” исеме менән нәшер ителгән. Тәрж. Р.М.Шәрипова      ...

“АУЫЛ ГАЗЕТАҺЫ”

“АУЫЛ ГАЗЕТАҺЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлеге органы. 1921 й. Өфө ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. Гәзит биттәрендә илдәге сәйәси, иҡтисади һәм хәрби хәл, ауылда наҙанлыҡты бөтөрөү проблемалары яҡтыртыла. Тәрж. Р.М.Шәрипова  ...

“АУЫЛ КӨНКҮРЕШЕ”

“АУЫЛ КӨНКҮРЕШЕ”, “Уфимский сельско-хозяйственный листок” баҫмаһының тәржемәүи ауыл хужалығы журналы. Өфө губерна земствоһы органы. 1914 й. ғинуарынан алып 1917 й. февраленә тиклем Өфө ҡ. айына 2—3 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. “Шәреҡ” типографияһында нәшер ителә. Журналда ауыл хужалығы, сауҙа, сәнәғәт...