Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“БАШҠОРТОСТАН ХӘРБИ ИНҠИЛАБИ КОМИТЕТЫНЫҢ МӨХБИРЕ”, гәзит

“БАШҠОРТОСТАН ХӘРБИ ИНҠИЛАБИ КОМИТЕТЫНЫҢ МӨХБИРЕ” (“Башҡортостан хәрби‑революцион комитетының хәбәрҙәре”), ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт хәрби‑революцион комитеты органы. Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Темәс а. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. 1919 й. март‑апрелендә (Башҡорт ғәскәре совет власы...

“БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ТЕЛЕ”, гәзит

“БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ТЕЛЕ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бюроһы органы. Ырымбур ҡ. 1918 й. 20 авгусынан аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡ. телендә (материалдарҙың бер өлөшө урыҫ телендә) сыға башлай. “Башҡорт” һәм “Башҡорт тауышы” гәзиттәре берләшеүе һөҙөмтәһендә булдырыла....

“БАШҠОРТОСТАН”, нәшриәт, ДУП

“БАШҠОРТОСТАН”, нәшриәт, ДУП. Гәзиттәр, журналдар, китаптар, календарҙар, буклеттар, брошюралар һ.б. баҫма продукция сығара. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составы: брошюралау, гәзит, баҫмаға тиклем әҙерлек, баҫыу цехтары һ.б. 2010 й. 409 кеше эшләгән; 91 төр гәзит (дөйөм тиражы 283,3 млн дана), 61 төр журнал...

“БАШҠОРТОСТАН”, телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы

  “БАШҠОРТОСТАН”, телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы, “Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы” ФДУП‑ы филиалы. Мәғлүмәт материалдарын йыйыу, эшкәртеү, анализлау, теле- һәм радиотапшырыуҙарҙы, кино-, видео- һәм аудиопродукцияны ҡабул итеү, трансляциялау, эшләү һәм күбәйтеү,...

“БАШҠОРТОСТАН”, телерадиотапшырыуҙар компанияһы

“БАШҠОРТОСТАН”, телерадиотапшырыуҙар компанияһы, ДУП. Ойоштороусылары — БР Дәүләт милке м‑н идара итеү б‑са дәүләт ком‑ты һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. 2001 й. нояб. ойошторола. Мәғлүмәт йыйыу, эшкәртеү, анализлау, теле‑ һәм радиотапшырыуҙарҙы, кино‑, видео‑ һәм аудиопродукцияны ҡабул итеү,...

“БАШҠУРДИСТАН” (“Башҡортостан”), гәзит

“БАШҠУРДИСТАН” (“Башҡортостан”), ижтимағи‑сәйәси гәзит (ҡара: “Башҡортостан”). Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы органы. Ырымбур ҡ. 1918 й. 1 мартынан 25 мартына тиклем төрки телендә сыға. Барлығы 5 һаны донъя күрә. Гәзит “Йәшәһен Башҡурдистан!”, “Йәшәһен халыҡ власы нигеҙендә Рус ҡушма штаттары!”...

“БӘХЕТ КӨНӨ”, рәсемле альбом

“БӘХЕТ КӨНӨ”, Башҡ. дивизияһының сәйәси бүлегенең рәсемле альбомы. 1920 й. февралендә Петроград ҡ. иҫке башҡ. телендә сыға. Башҡорт ғәскәренең большевиктар яғына сығыуына бер йыл тулыуға арнала. Ижтимағи‑сәйәси, тарихи һәм әҙәби‑нәфис мәҡәләләрҙе, Башҡорт милли хәрәкәте лидерҙары, сәйәси хеҙмәткәрҙәр,...

“БЕДНОТА, ОРГАНИЗУЙСЯ!”, гәзит

“БЕДНОТА, ОРГАНИЗУЙСЯ!” (“Ярлылар, тупланығыҙ!”), ижт.‑сәйәси гәзит. Бөрө рев‑ция ком‑ты һәм РКП(б) органы. Бөрө ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1919 й. ғин.—мартында нәшер ителә. Барлығы 12 һаны сыға. Гәзит биттәрендә совет власы органдарының бойороҡтары, ҡарарҙары, күрһәтмәләре баҫыла, Граждандар...

“БЕҘ — БАШҠОРТТАР”, гәзит

“БЕҘ — БАШҠОРТТАР”, ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — “Шоңҡар” Башҡ. милли-мәҙәни автономияһы (Яр Саллы ҡ.). Яр Саллыла квартал һайын башҡ. телендә сыға. 2002 й. алып “Шоңҡар” булараҡ, 2006 й. — хәҙ. исемдә нәшер ителә. Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина...

“БЕҘҘЕҢ ЮЛ”, гәзит

“БЕҘҘЕҢ ЮЛ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө мосолман милли советы, 1917 й. 29 октябренән алып Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы, башҡ.‑тат. социалист‑революционерҙары һәм Өфө мосолман хәрби комитеты, 1918 й. мартынан Урал‑Волга штаттарын ойоштороу комитетының Өфө бүлексәһе органы. Өфө ҡ. төрки телендә...

“БЕЛЬСКИЕ ПРОСТОРЫ”, журнал

“БЕЛЬСКИЕ ПРОСТОРЫ” (“Ағиҙел киңлектәре”), ижт.‑сәйәси һәм әҙәби‑нәфис журнал. Ойоштороусылары — Башҡортостан РеспубликаһыХөкүмәте, Яҙыусылар союзы. Өфөлә айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — яҡынса 1,3 мең дана (2015). 1998 й. дек. нәшер ителә башлай. “Б.п.” респ. йәшәгән халыҡтарҙың тарихын,...

“БЕР ТУҒАН”, журнал

“БЕР ТУҒАН”, журнал. Нәшер итеүсеһе — А.Ф.Тайсина. Вайлер а. (Германия) квартал һайын башҡ., урыҫ, тат. (айырым материалдары) һәм немец телендә сыға. 2002 й. алып “Татарҙар Германияла” исеме аҫтында нәшер ителә, 2003—09 йй. — “Б.т.”. Германияла йәшәүсе башҡорттар һәм татарҙарҙың ижтимағи һәм мәҙәни...

“БЕРЛЕК”, гәзит

“БЕРЛЕК”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Бәләбәй өйәҙ земствоһы органы. Бәләбәй ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. 1918 й. авгусында чехословак фетнәһе осоронда нәшер ителә, “Таң” типографияһында баҫтырыла. Гәзит биттәрендә большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр донъя күрә. Тәрж. Р.М.Шәрипова...

“БИБЛИОТЕКИ БАШКИРИИ”, йыйынтык

“БИБЛИОТЕКИ БАШКИРИИ” (“Башҡортостан китапханалары”), Милли китапхана йыйынтығы. Өфө ҡ. 1965—1994 йй. урыҫ телендә нәшер ителә. Барлығы 8 һаны сыға; һуңғыһы “Библиотеки Башкортостана” тип аталған. Йыйынтыҡ биттәрендә республика китапханаларының эш тәжрибәһе яҡтыртыла; халыҡҡа китапхана‑библиографик...

“БИРСКАЯ НАРОДНАЯ ГАЗЕТА”, гәзит

“БИРСКАЯ НАРОДНАЯ ГАЗЕТА” (“Бөрө халыҡ гәзите”), либераль‑буржуаз йүнәлештәге ижт.-сәйәси гәзит. Бөрө өйәҙе халыҡ ком‑ты органы. Бөрө ҡ. көн һайын урыҫ телендә сыға. 1917 й. 10 апр. алып 18 июненә тиклем нәшер ителә (барлығы 56 һан). Мөхәррирҙәре: Н.И.Лобанов, Б.А.Соболевский, С.Я.Флоринский. Тәрж....

“БЛАГОВАРСКИЕ ВЕСТИ”, гәзит

“БЛАГОВАРСКИЕ ВЕСТИ” (“Благовар хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Хеҙмәт байрағы” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Благовар р‑ны Языков а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Благовар хәбәрләре”) телдәрендә сыға. 1935 й....

“БОЛЬШЕВИК”, гәзит

“БОЛЬШЕВИК”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. РКП(б)‑ның Өфө губкомы органы. Өфө ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1919 й. 25 сентябренән алып 1920 й. 4 ғинуарына тиклем нәшер ителә. 1919 й. 26 һаны сыға, 1920 й. — 1. “Б.” совет власы органдарының бойороҡтары, күрһәтмәләре, ҡарарҙары баҫыла, Өфө губернаһындағы...

“БОРЬБА”, гәзит

“БОРЬБА” (“Көрәш”), ижт.‑сәйәси гәзит. РКП(б)-ның Златоуст өйәҙ ком‑ты һәм революцион ком‑т органы. Златоуст ҡ. урыҫ телендә сыға. 1919—22 йй. РККА‑ның 27-се уҡсылар див. поход типографияһында нәшер ителә. 1919 й. 28 һаны сыға, 1920 й. — 144, 1921 й. — 202, 1922 й. — 105. Гәзит биттәрендә совет власы...

“БУЗДЯКСКИЕ НОВОСТИ”, гәзит

“БУЗДЯКСКИЕ НОВОСТИ” (“Бүздәк яңылыҡтары”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Бүздәк яңылыҡтары” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Бүздәк р‑ны Бүздәк а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Бүздәк яңалыклары”) телдәрендә сыға. 1931 й. татар...

“БҮЗДӘГЕМ ЙӘНТӨЙӘГЕМ”, гәзит

“БҮЗДӘГЕМ ЙӘНТӨЙӘГЕМ”, ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Бүздәк яңылыҡтары” редакция-нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. 2006 й. алып Бүздәк р‑ны Бүздәк а. айына 2 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина...