Список материалов
КОПТЯЕВА Антонина Дмитриевна
КОПТЯЕВА Антонина Дмитриевна (25.10.1909, Амур өлк. Южный приискыһы — 12.11.1991, Мәскәү), яҙыусы. “Иптәш Анна” (“Товарищ Анна”; 1946), “Урал йылғаһында” (“На Урале-реке”; 1969—1978) романдары, “Иван Иванович” (1949), “Дуҫлыҡ” (“Дружба”; 1954), “Дәртле ынтылыш” (“Дерзание”; 1958) трилогияһы һ.б. авторы....
КОРОЛЕНКО Владимир Галактионович
КОРОЛЕНКО Владимир Галактионович (15.7.1853, Житомир ҡ. — 25.12.1921, Полтава ҡ.), яҙыусы, публицист. Петербург ФА‑ның (1900—02) һәм РФА‑ның (1918) почётлы академигы. “Һуҡыр музыкант” (“Слепой музыкант”; 1886), “Телһеҙ” (“Без языка”; 1895) повестары, “Йылға уйнай” (“Река играет”; 1891), “Ғәжәп” (“Чудная”;...
КӨНСЫҒЫШ ӘҘӘБИӘТЕ
КӨНСЫҒЫШ ӘҘӘБИӘТЕ, Көнсығыш халыҡтары әҙәбиәте. К.ә. формалашыу һәм үҫеү осорҙары бер төрлө түгел: б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡта — мысыр һәм шумер, б.э.т. 2‑се мең йыллыҡта — һинд һәм ҡытай, б.э.т. 2—1‑се мең йыллыҡтарҙа фарсы әҙәбиәттәре барлыҡҡа килә; урта быуаттарҙа ғәрәп, япон һ.б. әҙәбиәттәр формалаша....
КРАШЕНИННИКОВ Николай Александрович
КРАШЕНИННИКОВ Николай Александрович (14.11.1878, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Илек ҡ., хәҙ. Соль‑Илецк ҡ., — 11.10.1941, Өфө), яҙыусы. МДУ‑ның юридик ф‑тын тамамлаған (1905). 1905—07 йй. “Новое слово” (“Яңы һүҙ”; Мәскәү) ж. мөхәррир‑нәшер итеүсеһе. “Туташтар” (“Барышни”; 1911), “Сафлыҡ” (“Девственность”;...
КУГУЛЬТИНОВ Дауыт Никитич
КУГУЛЬТИНОВ Дауыт Никитич (13.3.1922, Ҡалмыҡ авт. өлк. Гахан‑Авганара а. – 17.6.2006, Элиста), шағир. Ҡалмыҡ АССР‑ының халыҡ шағиры (1969). Соц. Хеҙмәт Геройы (1990). “Моабит тотҡоно” (“Моабитский узник”; 1958), “Аҡыл сыуалышы” (“Бунт разума”; 1965—71) поэмалары, “Йөрәк күҙҙәре менән” (“Глазами сердца”;...
КУДРЯШЁВ Пётр Михайлович
КУДРЯШЁВ Пётр Михайлович (1797, Ырымбур губ. Верхнеурал ҡ. — 9.5.1827, Ырымбур ҡ.), урыҫ яҙыусыһы, тарихсы. Верхнеурал хәрби етемдәр уч‑щеһын тамамлағандан һуң Ырымбур айырым корпусында (1817—1827) хеҙмәт итә. Фольклор мотивтары б‑са яҙылған “Абдрахман” поэмаһында (ҡулъяҙмаһы табылмаған; өҙөктәре 1826—27 йй....
КУЗНЕЦОВ Александр Игнатьевич
КУЗНЕЦОВ Александр Игнатьевич (15.8.1915, Өфө — 11.2.1991, шунда уҡ), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1945 й. алып Благовещен р‑нында эшләй: 1946 й. — урта мәктәп дир., 1948 й. — ВКП(б) район ком‑тының пропаганда бүлеге мөдире; 1950—79 йй. Өфөнөң 6‑сы ПТУ‑нда уҡыта....
КУЛИБАЙ Сәләх Ғәбит улы
КУЛИБАЙ (Кулибаев) Сәләх Ғәбит улы (2.7.1910, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Нурәли а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Түб. Таһир а., – 15.10.1976, Өфө), яҙыусы. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1969). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 30—50‑се йй. “Башҡурдистан” гәз. (ҡара: “Башҡортостан”),...
КУЛИЕВ Ҡайсын Шувай улы
КУЛИЕВ Ҡайсын Шувай улы (1.11.1917, Терск өлк. Үрге Чегем а. – 4.6.1985, Нальчик), шағир. Ҡабарҙы- Балҡар АССР‑ының халыҡ шағиры (1967). “Яралы таш” (“Раненый камень”; 1964), “Ер китабы” (“Книга земли”; 1972), “Кис” (“Вечер”; 1974), “Ер матурлығы” (“Краса земная”; 1980) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы....
ҠАДИР ҒӘЛИ
ҠАДИР ҒӘЛИ, Ҡадир ‑ Ғәлибәк Жалайырлы (16 б. уртаһы – 17 б. башы), яҙыусы. Жалайыр ҡәбиләһенән. 16 б. 70—80-се йй. Себер ханлығында карачибәк булған. Ермакка ҡаршы һуғышҡан. 1587 й. урыҫтарға әсиргә төшә. 1600—10 йй. Ҡасим ханы Ураҙ-Мөхәммәт хан һарайында бәк була. “Жәмиғәт‑тәуарих” (“Йылъяҙмалар йыйынтығы”;...
ҠАРАМЫШ Таңһылыу
ҠАРАМЫШ Таңһылыу (ысын исеме Мәхмүтова Таңһылыу Фаяз ҡыҙы; 3.3.1948, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Байназар а.), шағирә. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Ҡарамышевтар нәҫеленән. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). БДУ‑ны (1971), КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Партия, совет һәм идеология кадрҙарының...
ҠАРҒАЛЫ Әбелмәних
ҠАРҒАЛЫ Әбелмәних (ысын исеме Ғәбдессәләмов Әбелмәних Әбделфәиз улы; 1782, Ырымбур губ. ш. уҡ өйәҙе Сәйет посады, хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны Татар Ҡарғалыһы а., — яҡынса 1833, шунда уҡ), суфый шағир. Ахун ғаиләһенән. Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһендә, Бохара ҡ. мәҙрәсәһендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы телдәрен...
ҠАСИДӘ
ҠАСИДӘ (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Көньяҡ‑Көнбайыш Азия халыҡтары шиғриәтенең моноримик жанры. Маҡтау рәүешендә яҙыла; ш. уҡ сатирик, элегик һәм дини Ҡ. була. 20—200 бәйеттән (ике юллыҡтарҙан) тора. Ҡ. рифма схемаһы: аа, ба, ва, га... Композицияһы: лирик инеш (насиб) – тәбиғәтте, тирә‑яҡты тасуирлау;...
ҠӘРИПОВ Кәшфи
ҠӘРИПОВ Кәшфи (Кәшфеласрар Мәғҙәннур улы) [1892, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Байталлы а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 1918, Бөрө ҡ.], башҡ. шағиры. “Ғосмания” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1915) шунда уҡ уҡыта, “Тормош”, “Алға” гәз. эшләй. 1910—13 йй. “Нур” гәз. (С.‑ Петербург), “Аҡмулла” ж. тәүге шиғырҙарын...
ҠӘРИПОВ Низам Ҡәрип улы
ҠӘРИПОВ Низам Ҡәрип улы (25.7.1905, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Хәлил а., хәҙ. Дыуан р‑ны Иҫке Хәлил а., – 26.10.1942, Сталинград өлк. Котлубань ҡсб), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Татар коммунистик ун‑тында уҡыған (Ҡазан, 1929—33). 1925—27 йй. Мәсетле улусы ком‑ты секретары,...
ҠИТҒА, моноримик форма жанры
ҠИТҒА (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары шиғриәтенең моноримик форма жанры; фәлс. йәки дидактик характерҙағы ҡыҫҡа шиғыр. 1 йәки унан да күберәк бәйеттән тора. Көнсығыш әҙәбиәтендә Ҡ. өлгөләрен Науаи, Низами, Рудаки һ.б. ижад итә. Башҡорт әҙәбиәтендә Ҡ. формаһына 19—20 бб. баштарында Аҡмулла,...
ҠОЛ ҒӘЛИ
ҠОЛ ҒӘЛИ (12—13 бб.), шағир. “Ҡисса-и Йософ” әҫәренең авторы. Ҡ.Ғ. тормошо т‑да мәғлүмәттәр аҙ һаҡланған. Уның нәҫел‑нәсәбен Т.Ялсығол үҙенең “Тарихнамә-и Болғар” (ҡара: “Тәуарихи Болғарийа”) хеҙмәтендә башҡорттарҙың әйле ырыуына бәйләй. Хеҙмәттә бирелгән мәғлүмәттәргә таянып, татар ғалимы Х.Мөхәмәтов...
ҠОЛ‑ДӘҮЛӘТ Рәмил
ҠОЛ‑ДӘҮЛӘТ Рәмил (ысын исеме Дәүләтҡолов Рәмил Хөснөтдин улы; 30.5.1958, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әлмөхәмәт а. – 12.1.1998, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), шағир, драматург. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлаған (1988). 1981 й. алып Бөрйән район мәҙәниәт һарайында эшләй, 1988 й. башлап — “Китап”...
ҠОЛМОЙ Яҡуп Хәйрулла улы
ҠОЛМОЙ (Ҡолмөхәмәтов) Яҡуп Хәйрулла улы [7.9.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡанаҡай а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) – 11.10.1994, Өфө], шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1979), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1988). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВЛКСМ ҮК эргәһендәге Юғары...
ҠОТБ, төрки шағиры
ҠОТБ (13 б. аҙ. – 14 б. уртаһы), төрки шағиры. Ҡ. т‑да документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Ҡ. биографияһының ҡайһы бер факттары уның “Хөсрәү вә Ширин” әҫәрендә бирелгән. Әҫәрҙән күренеүенсә, 14 б. 30—40‑сы йй. Ҡ. Алтын Урҙа ханы Үзбәк һәм уның улы Тәнибәктең һарайы эргәһендә йәшәгән (?—1342).
Әҙәб.:...