Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПОРОЙКОВ Юрий Дмитриевич

ПОРОЙКОВ  Юрий Дмитриевич (23.2.1935, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Баймаҡ ҡсб, хәҙ. Баймаҡ ҡ.), яҙыусы. Филос. ф. канд. (1980). РСФСР‑ҙың (1985) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1956). 1958 й. алып СССР ФА БФ‑тың редакция‑нәшриәт бүлеге мөхәррире, 1960...

ПОЭМА

ПОЭМА (гр. póiema), поэтик жанр, ҙур күләмле шиғри әҫәр. Лирик һәм эпик башланғыстарҙың органик синтезы жанр поэтикаһының төп үҙенсәлеге булып тора. Тематикаһы б‑са – тарихи, тарихи‑революцион, проблематикаһы б‑са – фәлс., соц.‑тарихи, сюжет тибы б‑са — ассоциатив, хикәйәләү, төр билдәләре б‑са лирик,...

ПОЭТИКА

ПОЭТИКА (гр. poiētikḗ– поэтик сәнғәт), әҙәби әҫәрҙең структураһын һәм унда ҡулланылған эстетик саралар системаһын өйрәнеүсе, ш. уҡ уларҙағы үҙгәрештең тарихи ҡанундары, автор фекеренең художестволы тормошҡа ашырылыу ысулдары т‑дағы фән. П. тотош әҙәбиәттең дөйөм законлыҡтары һәм элементтары м‑н эш иткән...

ПРОЗА

ПРОЗА, б а ш ҡ о р т п р о з а һ ы. Башҡ. фольклоры, боронғо төрки әҙәбиәт һәм урта быуаттар төрки әҙәбиәте (С.Сараиҙың “Гөлөстан бит-төрки”, Хөсәм Кәтибтең “Жөмжөмә солтан”, Хәрәзмиҙең “Мөхәббәтнамә”, Ҡотбтың “Хөсрәү вә Ширин”, Мәхмүт Ғәлиҙең “Нәһж әл‑фәрадис” һ.б.) нигеҙендә үҫешкән. 18 б. аҙ. — 19...

ПРОКШИН Валериан Георгиевич

ПРОКШИН Валериан Георгиевич (17.1.1911, Вологда губ. Пополутково а. — 10.3.2000, Өфө), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1982), проф. (1982). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1987). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) шунда уҡ эшләй (өҙөклөктәр м‑н): 1941...

ПСЕВДОНИМ

ПСЕВДОНИМ (гр. pséudos — ялған, уйҙырма һәм ónyma — исем), авторҙар, йышыраҡ яҙыусылар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ижадта үҙҙәренең ысын исемен алмаштырған уйҙырма исем, ҡултамға йәки шартлы билдә. Ҡайһы берҙә П. ваҡыт үтеү м‑н ысын исемде (фамилияны) ҡыҫырыҡлап сығара һәм авторҙың даими исеме булып китә...

ПУБЛИЦИСТИКА

ПУБЛИЦИСТИКА (лат. publicus — йәмғиәт), әҙәбиәттең үҙендә художестволы һәм оратор прозаһы элементтарын берләштергән үҙенсәлекле төрө. Көнүҙәк соц., сәйәси, тарихи, әхлаҡи‑этик, экологик һ.б. проблемаларҙы яҡтырта. Уға экспрессивлыҡ һәм асыҡ тенденциозлыҡ хас. П. ысынбарлыҡты танып белеүҙең художестволы...

ПУГАЧЁВ Валерий Вениаминович

ПУГАЧЁВ Валерий Вениаминович (5.6.1944, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Мәләүез ҡсб, хәҙ. Мәләүез ҡ.), журналистика теоретигы, китап эше белгесе. Филол. ф. д‑ры (2005). МДУ‑ны тамамлаған (1969). 1971—77 йй. “Ленинец” гәз. редакцияһында эшләй: әҙәби хеҙм‑р, бүлек мөдире, яуаплы секретарь. 1981 й. алып БДУ‑ла...

ПУКРОКОВ Фёдор Пукрокович

ПУКРОКОВ Фёдор (Фатихян) Пукрокович (16.11.1937, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Вязовка а.), яҙыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Ижевск мед. ин‑тында уҡыта, 1974—75 йй. “Советская Удмуртия” (“Совет Удмуртияһы”) гәз., 1978 й. алып Удмурт китап нәшриәте, 1985— 86 йй. “Молот” (“Сүкеш”) ж., 1991—93 йй. “Инвожо”...

ПУШКИН Александр Сергеевич

ПУШКИН Александр Сергеевич [26.5.1799, Мәскәү — 29.1.1837, Петербург, Святогорск монастыры зыяратында ерләнгән (Псков губ.)], урыҫ яҙыусыһы. Яңы урыҫ әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы, урыҫ әҙәби телен булдырыусы. Ижадында бер нисә әҙәби осор (18 б. шартлы художестволы системаһынан алып үҫешкән реализмға тиклем)...

РАЗМАХНИН Павел Емельянович

РАЗМАХНИН Павел Емельянович (1796, Пермь ҡ. — 1835), яҙыусы. 19 б. 20‑се йй. Өфө ир балалар гимназияһында, Ырымбур өйәҙ уч‑щеһында уҡыта. П.М.Кудряшёвтың әҙәби түңәрәге ағзаһы була. Кудряшёв вафат булғандан һуң уның әҙәби архивын һаҡлай, яҙыусының әҫәрҙәрен баҫтырыу м‑н шөғөлләнә. Ырымбур ҡ. Пермгә...

РАМАҘАНОВ Ғилемдар Йыһандар улы

РАМАҘАНОВ Ғилемдар Йыһандар улы [16.6.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Балаҡ а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 25.8.1993, Өфө], шағир, әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1966). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1983). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын...

РАФИҠИ Ғәли Лотфрахман улы

РАФИҠИ (Рафиҡов) Ғәли Лотфрахман улы [29.7.1890, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Баязит а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 11.3.1945, Бәләбәй ҡ.], яҙыусы. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә (1906—09) һ.б. уҡыған. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен (яҡынса 1916 й.), К.А. Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (30‑сы йй.)...

РАФИҠОВ Булат Заһри улы

РАФИҠОВ Булат Заһри улы (4.8. 1934, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Дәүләтҡол а. — 26.4.1998, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Мәләүез р‑нының Юлдаш урта мәктәбендә дир. урынбаҫары. 1960 й. алып “Ленинец”...

РЕАЛИЗМ

РЕАЛИЗМ (лат. realis — матди, ысынбарлыҡ), художестволы методты формалаштырған художестволы фекерләү тибы һәм ысынбарлыҡты сағылдырыу ысулы, тормоштоң әһәмиәтле яҡтарын автор идеалының бейеклеге һәм хәҡиҡәтлеге м‑н яраштырыу уның төп принциптары булып тора; типик характерҙарҙы, конфликттарҙы, ситуацияларҙы...

РОБАҒИ

РОБАҒИ (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары шиғриәтенең жанр формаһы. Ғәзәл м‑н бер рәттән лирик кисерештәрҙе һәм фәлс. уйланыуҙарҙы сағылдыра. Логик һәм интонацион яҡтан тамамланған афористик 4 юллыҡтарҙан тора. 1‑се шиғырҙа шиғри тезис, 2‑һендә — уның үҫеше, 3‑сөһөндә — кульминация, 4‑сеһендә...

РОМАНТИЗМ

Р О М А Н Т И З М (фр. romantism), художестволы методты формалаштырған художестволы фекерләү тибы һәм ысынбарлыҡты сағылдырыу ысулы, кеше индивидуаллеген сикһеҙ эске раҫлау; бөтә көслөгә, сағыуға, юғарыға ҡыҙыҡһыныу; ысынбарлыҡ м‑н уртаҡ тел тапмауға ғазаплы көйөнөү; геройҙың абсолют азатлыҡҡа, рухи...

СӘҒИТОВ Тайфур Барый улы

СӘҒИТОВ Тайфур Барый улы (15.4.1936, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Аҙнағол а. — 26.4.2018, Өфө, БР‑ҙың Өфө р‑ны Михайловка а. ерләнгән), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Журналистар союзы (1963) һәм Яҙыусылар союзы (1980) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) 1964 й. тиклем һәм 1973—74 йй....

СИРАЖИ Муса Шәрәфетдин улы

СИРАЖИ (Сиражетдинов) Муса Шәрәфетдин улы [1.2.1939, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Төпкилде а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 15.9.2019, Туймазы ҡ.], шағир. РФ‑тың (2002) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы (1961) һәм Яҙыусылар союзы (1971) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1963). 1962 й. алып “Ҡыҙыл...

СЫУАШ ӘҘӘБИӘТЕ

СЫУАШ ӘҘӘБИӘТЕ, башҡорт әҙәбиәте м‑н боронғо тарихи бәйләнештәре бар. Байтаҡ күренекле сыуаш яҙыусылары, ш. иҫ. сыуаш милли әҙәбиәте классигы К.В.Иванов, Сыуашстандың халыҡ шағиры Я.Ухсай һ.б., Башҡортостанда тыуған. Башҡортостанда 20 б. башында сыуаш телендә китаптар нәшер ителә башлай. 1920–22 йй....