Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СЮЖЕТ

СЮЖЕТ (фр. sujet — предмет), художестволы әҫәрҙә арауыҡ‑ваҡыт үҙгәрештәре, бер‑береһен алмаштырған урын‑торош һәм шарттар рәүешендә күҙ алдына баҫтырылған хәл‑ваҡиғалар йыйылмаһы. С. драматик, эпик һәм лиро‑эпик жанрҙарҙың ойоштороусы башланғысы булып тора; лирикала ла мөһим булырға мөмкин. С. структур...

ТАТАР ӘҘӘБИӘТЕ

ТАТАР ӘҘӘБИӘТЕ башҡорт әҙәбиәте м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. Быға Башҡортостан м‑н Татарстандың терр. яҡынлығы ғына түгел, ә башҡ. һәм татар халыҡтарының уртаҡ тарихи яҙмышы, башҡорт теле м‑н татар теленең оҡшашлығы булышлыҡ итә. Хәҙ. башҡ. һәм татар телдәре формалашҡанға тиклем башҡорттар һәм татарҙар...

ТРИЛОГИЯ

ТРИЛОГИЯ (гр. tri — өс һәм ...логия), бер‑береһе м‑н төп фекер, сюжет, персонаждар уртаҡлығы м‑н бәйләнгән өс үҙ аллы әҫәрҙең ҡушылмаһы. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге Т. А.М.Таһиров яҙа, ул Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышы ваҡиғаларына арналған “Һалдаттар” (1933; урыҫса тәржемәһе 1934), “Ҡыҙылгвардеецтар”...

ТУҒЫҘБАЕВА Факиһа Һаҙый ҡыҙы

ТУҒЫҘБАЕВА Факиһа Һаҙый ҡыҙы (1.1.1950, БАССР‑ҙың Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны а. — 20.3.2021, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), шағирә. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2014), РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1992) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1999). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). БДУ‑ны тамамлағандан...

УДМУРТ ӘҘӘБИӘТЕ

УДМУРТ ӘҘӘБИӘТЕ. Башҡортостанда тыуып үҫкән удмурт яҙыусылары Р.Г.Вәлишин, Ф.П.Пукроков, У.Ш.Бәҙретдинов, Р.О.Хәйҙәров һ.б. ижады У.ә. ҙур урын алып тора. Уларҙың ҡайһы бер әҫәрҙәре башҡ. темаһына арналған. Бәҙретдиновтың “Шордин” (2000), Вәлишиндың “Елдәр тауы” (“Гора ветров”; 1978) повестарында, Пукроковтың...

УКРАИН ӘҘӘБИӘТЕ

УКРАИН ӘҘӘБИӘТЕ. У.ә. м‑н башҡорт әҙәбиәтенең үҙ‑ара әүҙем мөнәсәбәттәре Б.В. һуғышы осоронда башлана һәм 1941 й. Украина ССР‑ы Фәндәр академияһының, Украина ССР‑ы Яҙыусылар союзының һ.б. ойошмаларҙың Өфөгә эвакуацияланыуына бәйле. Украина ССР‑ы Яҙыусылар союзы нәшриәте тарафынан “Фронт һәм тыл” серияһында...

УРЫҪ ӘҘӘБИӘТЕ

УРЫҪ ӘҘӘБИӘТЕ. Башҡортостандың У.ә. 19 б. алып үҫешә башлай. 1812 й. Т.С.Беляевтың “Ҡуҙыйкүрпәс, бер ҡурайсы тарафынан башҡорт телендә яҙылған һәм 1809 йылда Рифей тауҙары үҙәндәрендә урыҫ теленә тәржемә ителгән башҡорт повесы” (“Куз‑Курпяч, башкирская повесть, писанная одним курайчем и переведённая...

ФАДЕЕВ Александр Александрович

ФАДЕЕВ Александр Александрович (11.12.1901, Тверь губ. Кимры а. — 13.5.1956, Мәскәү), яҙыусы. 1939—44 йй. һәм 1954—56 йй. СССР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, 1946—54 йй. рәйесе. “Ҡыйралыш” (“Разгром”; 1927), “Һуңғы удэге” (“Последний из удэге”; 1—4‑се бүлектәр; 1929—1940), “Йәш гвардия” (“Молодая...

ФАЗЛЫЙ Камил

ФАЗЛЫЙ Камил (ысын исеме Фазлетдинов Камил Нәжми улы; 15.2.1949, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Туҙлыҡыуыш а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (2005), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994). Яҙыусылар союзы (1997), Журналистар союзы (2005) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Туҙлыҡыуыш урта мәктәбендә эшләй (1983—94 йй....

ФАНТАСТИКА

ФАНТАСТИКА (гр. phantastiké — хыял итеү сәнғәте) х у д о ж е с т в о л ы ә ҙ ә б и ә т т ә: тормошто сағылдырыу формаһы, ысынбарлыҡтағы хәл‑ваҡиғалар нигеҙендә логик яҡтан уларға тап килмәгән (“ғәҙәттән тыш”, “мөғжизәле”) Донъя картинаһын тыуҙырыу. Ф. өсөн юғары дәрәжәлә шартлылыҡ, реаль логик бәйләнештәрҙе...

ФӘЙЗИ Әхмәт Әхмәтсафа улы

ФӘЙЗИ (Фәйзуллин) Әхмәт Әхмәтсафа улы (26.2.1903, Өфө — 11.8. 1958, Ҡазан), яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1957) һәм ТАССР‑ҙың (1953) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1922 й. алып Төркөстан АССР‑ы, Өфө мәғариф учреждениеларында эшләй; 1924—26 йй. Донбаста мәҙәни‑ағартыу...

ФӘЙЗИ Мирхәйҙәр Мостафа улы

ФӘЙЗИ (Фәйзуллин) Мирхәйҙәр Мостафа улы (19.10.1891, Орск ҡ. эргәһендәге Күкшел утары — 9.7. 1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Баймаҡ а., хәҙ. Баймаҡ ҡ.), драматург. Орск ҡалаһындағы мәсет эргәһендәге (1902—05), “Хөсәйениә” (1907) мәҙрәсәләрендә уҡый. 1919 й. алып мәҙәни‑ағартыу эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнә,...

ФЕДИН Константин Александрович

ФЕДИН Константин Александрович (12.2.1892, Һарытау ҡ. — 15.7.1977, Мәскәү), яҙыусы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1967). СССР ФА акад. (1958). 1959 й. алып СССР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, 1971—77 йй. рәйесе. “Ағалы‑ҡустылы” (“Братья”; 1927—1928), “Тәүге шатлыҡтар” (“Первые радости”; 1945), “Ғәҙәти булмаған...

ФЁДОРОВ Александр Александрович

ФЁДОРОВ Александр Александрович (11.8.1945, Ставрополь ҡ. — 9.7.2022, Өфө ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) СДПИ‑ла уҡыта....

ФЁДОРОВ Александр Митрофанович

ФЁДОРОВ Александр Митрофанович (6.7.1868, Һарытау ҡ. — 1949, София), яҙыусы. “Мираҫ” (“Наследство”; 1899), “Тәбиғәт” (“Природа”; 1906) романдары, “Көнсығышҡа” (“На Восток”; 1904), “Океан аръяғына” (“За океан”; 1909) юл очерктары китаптары, “Сонеттар” (“Сонеты”; 1911) шиғырҙар йыйынтығы һ.б. авторы....

ФЁДОРОВ Евгений Александрович

ФЁДОРОВ Евгений Александрович (15.1.1897, Ковен губ. Видзы а. — 2.4.1961, Ленинград), яҙыусы. Бала сағы Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Магнитная станицаһында үтә. Граждандар һуғышы осоронда В.И.Чапаев командалығындағы бригада составында эскадрон командиры булып хеҙмәт итә, ағалы‑ҡустылы Кашириндар һәм...

ФЕЛЬЕТОН

ФЕЛЬЕТОН (фр. feuilleton), йәмғиәттең кәмселектәрен һәм кешеләрҙең етешһеҙлектәрен фашлауға йүнәлтелгән үткер художестволы публицистик әҙәби жанр. Йәмәғәтселек фекере формалашыуында ҙур роль уйнай. Ф. тәнҡитле, йыш комик, ш. иҫ. сатирик, башланғыс хас. Төп үҙенсәлектәре: хәбәр иткән йәки фекер йөрөткән...

ФИЛИППОВ Александр Павлович

ФИЛИППОВ Александр Павлович [7.11.1932, БАССР‑ҙың Мораҡ р‑ны Йомағужа а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 15.10.2011, Өфө], яҙыусы, журналист. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2004). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1965) ағзаһы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан...

ХАММАТОВА Гүзәл Яныбай ҡыҙы

ХАММАТОВА Гүзәл Яныбай ҡыҙы (28.10.1953, Өфө ҡ. — 3.11.2021, шунда уҡ), тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (2008). Я.Х.Хамматовтың ҡыҙы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1976) БДПИ-ла,1988—2008 йй. ӨЮИ-ла уҡыта. Р.Т.Бикбаевтың “Рәми” (2008) китабын, Я.Х.Хамматовтың “Хәсрәтле бала саҡ” (2002), “Салауат батыр”...

ХӘЗИӘХМӘТОВ Шамил Сафуан улы

ХӘЗИӘХМӘТОВ Шамил Сафуан улы (8.9.1941, БАССР‑ҙың Өфө районы Алексеевка а. — 22.12.2012, Өфө ҡ.), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). ӨНИ‑не тамамлаған (1967). 1960 й. алып Омск ҡ., Үзбәк ССР‑ының, Печора ҡ. төрлө предприятиеларында; 1970 й. башлап “Башсантехмонтаж” тресында эшләй. 1985—88 йй. “Вечерняя...