Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИБЛИОГРАФИЯ

БИБЛИОГРАФИЯ (гр. biblion — китап һәм ...графия), 1) документтар, ҡулъяҙма һәм баҫма әҫәрҙәр т‑да төп мәғлүмәттәрҙе әҙерләү һәм тәҡдим итеү. Әҫәрҙәрҙе фәнни нигеҙҙә айырыуҙы, уларҙы айырым билдәләр б‑са анализлау һәм туплауҙы, тасуирлауҙы, системаға һалыуҙы, белешмәләр, исемлектәр, әҙәбиәткә күҙәтеүҙәр...

БИИШЕВА Зәйнәб Абдулла ҡыҙы

БИИШЕВА Зәйнәб Абдулла ҡыҙы [2.1.1908, Ырымбур губ. ш. уҡ ис. өйәҙе Туйөмбәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) – 24.8.1996, Өфө], яҙыусы. БАССР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1949). Тәүге китабы – балалар өсөн “Партизан малай” (1942) хикәйәһе. “Көнһылыу” (1949), “Сәйер кеше” (1960), “Уйҙар,...

БИК (Бикмурзин) Анатолий Иванович

БИК (Бикмурзин) Анатолий Иванович [19.12.1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бөрөбаш а. (БР-ҙың Мишкә р-ны) — 19.12.1980, Йошкар-Ола], яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мари пед. ин‑тын тамамлаған (Йошкар-Ола, 1952). Мари АССР‑ында йәшәгән һәм эшләгән. Б. шиғриәте нескә лиризм м‑н һуғарылған. Күп әҫәрҙәрендә...

БИКБАЕВ Рауил Төхфәт улы

БИКБАЕВ Рауил Төхфәт улы (12.12.1938, Ырымбур өлкәһе Үрге Ҡунаҡбай а. — 23.4.2019, Өфө ҡ.), шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың халыҡ шағиры (1993). БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуашстан Республикаһының атҡаҙанған...

БИКБАЙ Баязит Ғаяз улы

БИКБАЙ (Бикбаев) Баязит Ғаяз улы (9.1.1909, Ырымбур өйәҙе ш. уҡ исемле губ. Ҡалта а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яңы Ҡалта а., — 2.9.1968, Өфө), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1957). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). 1929 й. “Сәсән” ж. (ҡара: “Ағиҙел”) эшләй, 1930—31 йй. “Ленинский путь” Туймазы...

БИКҠОЛ (Бикҡолов) Шәриф Сәғәҙәтулла улы

БИКҠОЛ (Бикҡолов) Шәриф Сәғәҙәтулла улы [28.5.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ҡарлыман а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 3.9.1995, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1980). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан...

БИКҠОЛОВ Хөрмәт Талха улы

БИКҠОЛОВ Хөрмәт Талха улы (22.3.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ҡалта а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яңы Ҡалта а., — 4.8.1997, шунда уҡ), тәржемәсе. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1987). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1980). Ә.Т.Бикҡолованың ағаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1959). 1954—55 йй. — “Ленинец” гәз.,...

БИКҠОЛОВ Шакир Сәлим улы

БИКҠОЛОВ Шакир Сәлим улы (15.1.1932, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Хәлил а. — 18.5.1983, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1968). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1955), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1975) тамамлаған. 1957 й. Шишмә р‑нының Түбәнге Хәжәт мәктәбе...

БИКЧӘНТӘЕВ Әнүәр Һаҙый улы

БИКЧӘНТӘЕВ Әнүәр Һаҙый улы (21.9.1913, Өфө — 18.5.1989, шунда уҡ), яҙыусы. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1970). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1947). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын (1941), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1956) тамамлаған....

БИРЮКОВ Владимир Павлович

БИРЮКОВ Владимир Павлович (10.7.1888, Пермь губ. Першино а. — 18.6.1971, Свердловск ҡ.), тыуған яҡты өйрәнеүсе, диалектолог, фольклорсы. “Уралда революцияға тиклемге фольклор” (“Дореволюционный фольклор на Урале”; 1936) һәм “Урал үҙенең тере һүҙендә” (“Урал в его живом слове”; 1953) йыйынтыҡтарында...

БОГДАНОВИЧ Татьяна Александровна

БОГДАНОВИЧ Татьяна Александровна (26.11.1873, С.‑Петербург — 31.12.1942, Свердловск ҡ.), яҙыусы. В.Г.Короленконың тормошо һәм ижадына арналған хеҙмәттәр, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн элекке замандағы реаль ваҡиғаларҙың мауыҡтырғыс донъяһын һүрәтләүсе тарихи повестар авторы. “Пётр III тау заводы. Пугачёвсылар...

БОҒҘАНОВ Фәрит Вәлинур улы

БОҒҘАНОВ Фәрит Вәлинур улы (7.10.1932, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Солтанморат а. — 12.3.2001, Өфө), драматург. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1977). Д.И.Курский ис. Һарытау юридик ин‑тын тамамлаған (1962). 1963—67 йй., 1976—88 йй. БАССР‑ҙың хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй....

БОРИСОВА Валентина Васильевна

БОРИСОВА Валентина Васильевна (16.4.1953, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Бишбүләк а.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1997), проф. (1997). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлаған (1976), 1982 й. алып шунда уҡ уҡыта, 1984 й. — Павлодар пед....

БОРОНҒО ТӨРКИ ӘҘӘБИӘТ

БОРОНҒО ТӨРКИ ӘҘӘБИӘТ, боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәрендә ижад ителгән әҫәрҙәрҙә сағылыш таба. Б.т.ә. өлгөләренең беҙгә тиклем килеп еткән иң боронғолары булып ҡәбер стелаларында һәм таштарында уйып яҙылған боронғо төрки руник яҙмалар (Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡылары телендә яҙылған) һанала. Орхон...

БРУСЯНИН Василий Васильевич

БРУСЯНИН Василий Васильевич (1.9.1867, Бөгөлмә ҡ. — 30.7.1919, Орёл губ., Өфөлә ерләнгән), яҙыусы. 1878 й. алып Өфө өйәҙ, һуңынан ерүлсәү уч‑щеларында уҡый. 90‑сы йй.2‑се ярт. С.‑Петербург ҡ. күсә: 1897 й. башлап “Новое слово” (“Яңы һүҙ”) ж. хеҙм‑ре, һуңыраҡ “Звезда” (“Йондоҙ”) ж. бүлек мөдире, 1903—05 йй....

БУРАҠАЕВА Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы

БУРАҠАЕВА Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы (27.3.1943, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993), РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2002). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) респ. киң мәғлүмәт сараларында һәм халыҡ мәғарифы системаһында...

БҮЛӘКОВ Динис Мөҙәрис улы

БҮЛӘКОВ Динис Мөҙәрис улы (18.5.1944, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Арыҫлан а. — 14.3.1995, Өфө), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1974). 1964—65 йй. “Знамя победы” (“Еңеү байрағы”) гәз. (ҡара: “Белебеевские известия”),...

БҮЛӘКОВ Флорид Миңлемулла улы

  БҮЛӘКОВ Флорид Миңлемулла улы (23.2.1948, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Оло Шаҙы а. — 18.1.2015, Өфө), драматург. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2013), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (1973). 1969 й. алып “Эрвел” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең муз. етәксеһе,...

ВАСИЛЬЕВ Серафим Алексеевич

ВАСИЛЬЕВ Серафим Алексеевич [21.6.1903, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һыуыҡҡул а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 22.6.1989, Түб. Троицк ҡсб (Туймазы ҡ.), хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны], шағир. Б.В. һуғышында, 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 1936—42 йй., 1945—63 йй. Түб. Троицк буҫтау ф‑каһында эшләй. “Әсә” (1969;...

ВӘЛИ (Вәлиев) Әкрәм Мөхәррәм улы

ВӘЛИ (Вәлиев) Әкрәм Мөхәррәм улы [28.7.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аблай а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 19.3.1963, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1937). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1932). 1934—41 йй. һәм 1945 й. алып Башҡ‑н дәүләт нәшриәтендә эшләй,...