Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВӘЛИД Батыр Хажиәхмәт улы

ВӘЛИД (Вәлидов) Батыр Хажиәхмәт улы [20.4.1905, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Туҡтағол а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 26.2.1969, Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1936). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) “Ҡыҙыл Баймаҡ” (ҡара: “Баймакский вестник”) гәз. хеҙм‑ре,...

ВӘЛИЕВ Ғәйфулла Хәмит улы

ВӘЛИЕВ Ғәйфулла Хәмит улы [6.11.1930, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Имәнлек а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) – 1.8.1982, Өфө], яҙыусы. Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1978) ағзаһы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1980). Ленинград юғары партия мәктәбен тамамлаған (1963). 1957—58 йй. “Совет Башҡортостаны”...

ВӘЛИЕВ Фәйзи

ВӘЛИЕВ Фәйзи [Фәйзрахман Ислам улы; 1892, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Шәрип а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 29.11.1941, Өфө], яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә (1912), Г.В.Плеханов ис. Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тында (30‑сы йй. башы) уҡыған. 1919 й. алып РСФСР‑ҙың...

ВӘЛИЕВ Ярулла Носрат (Носратулла) улы

ВӘЛИЕВ Ярулла Носрат (Носратулла) улы [10.3.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бикмырҙа а. (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) — 6.1.1981, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1966). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1981). ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге бер йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен (Өфө, 1946), К.А.Тимирязев...

ВӘЛИТОВ Ишбулды Ғиниәт улы

ВӘЛИТОВ Ишбулды Ғиниәт улы (13.5.1935, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Эткөсөк а., хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Яңауыл а. — 12.2.2013, Стәрлетамаҡ ҡ.), әҙәби тәнҡитсе. Филол. ф. канд. (1973). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). Стәрлетамаҡ пед....

ВӘЛИШИН Роман Григорьевич

ВӘЛИШИН Роман Григорьевич (Ғәлиәскәр улы) (13.12.1937, БАССР-ҙың Ҡалтасы р‑ны Үрге Тиктәм а. — 10.11. 1979, Ижевск), яҙыусы. Удмурт пед. инт‑ын тамамлағандан һуң (Ижевск, 1961) Удмурт АССР‑ында йәшәй һәм эшләй: 1967 й. алып Грахов р‑нының “Сельская новь” (“Ауыл сиҙәме”) гәз. баш мөхәррире, 1970 й. —...

ВӘХИТОВ Әнүр Хисмәт улы

ВӘХИТОВ Әнүр Хисмәт улы [20.12. 1932, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Туғай а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 24.12.1984, Өфө], әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филол. ф. канд. (1965). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 1961 й. тиклем шунда уҡ уҡыта, 1964 й. алып ТТӘИ‑нең өлкән ғилми хеҙм‑ре....

ВӘХИТОВА (Әхмәлетдинова) Әлфинур Зарип ҡыҙы

ВӘХИТОВА (Әхмәлетдинова) Әлфинур Зарип ҡыҙы (20.11.1931, БАССР-ҙың Мәләүез р-ны Килтәй а.), шағирә. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994). 1953—56 йй. Мәләүез р‑ны мәктәптәрендә эшләй, 1958 й. “Совет Башҡортостаны” гәз., 1959—93 йй. “Йәншишмә” гәз. хеҙм‑ре. “Сәскә ата...

ВИЛДАНОВ Әхәт Ханнан улы

ВИЛДАНОВ Әхәт Ханнан улы (1.8. 1944, БАССР-ҙың Маҡар р-ны Кәбәс ҡсб, хәҙ. БР-ҙың Ишембай р-ны Кәбәс а.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. канд. (1978). БР-ҙың атҡ. мәғариф хеҙм-ре (2007), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2009), БР-ҙың мәғариф отличнигы (2006). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994)....

ВОЛОВИК Михаил Яковлевич

ВОЛОВИК Михаил Яковлевич (21.12. 1917, Украина ССР‑ы Глухов ҡ. — 7.3.1994, Өфө), шағир, тәржемәсе. РСФСР‑ҙың атҡ. рационализаторы (1949), БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1977). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1961). Запорожье машиналар эшләү ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) 1987 й. тиклем ӨМЭПБ‑ла эшләй. “Ҡояш...

ВУКОЛОВ-ЭРЛИК

ВУКОЛОВ-ЭРЛИК (Вуколов) Филипп Николаевич [18.11.1902, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Кесе Мәнәүез а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 28.7. 1979, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Серафимовка ҡсб], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1932—35) Сыуаш АССР‑ының Мәғариф ХК...

ГАРСИЯ ЛОРКА

ГАРСИЯ ЛОРКА Федерико (5.6.1898, Фуэнтевакерос а., Испания – 19.8.1936, Гранада ҡ. янында, ерләнгән ере билдәһеҙ), испан шағиры һәм драматургы. “Йырҙар” (“Песни”; 1927), “Сиған романсероһы” (“Цыганский романсеро”; 1928), “Канте хондо тураһында поэма” (“Поэма о канте хондо”; 1931) шиғри йыйынтыҡтары,...

ГАШЕК Ярослав

ГАШЕК Ярослав (30.4.1883, Прага — 3.1.1923, Чехословакия, Липнице ҡ.), чех яҙыусыһы. “Йылғыр һалдат Швейктың донъя һуғышы ваҡытындағы мажаралары” (“Похождения бравого солдата Швейка во время мировой войны"; 1921—1923, тамамланмаған) романы, сатирик хикәйәләр һәм фельетондар авторы. 1918—19 йй. Өфөлә...

ГӘРӘЕВ Әмир Сәлимгәрәй улы

ГӘРӘЕВ Әмир Сәлимгәрәй улы [18.2.1928, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Түб. Әрмет а. (БР-ҙың Ишембай р-ны) – 2.11.2008, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы, тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976). БДУ-ны тамамлаған (1961). 1953 й. алып “Совет Башҡортостаны" гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1958 й. – бүлек мөдире,...

ГӘРӘЙ

ГӘРӘЙ, йылға, Тере Танып й. уң ҡушылдығы. Тәтешле р‑ны Юрми‑ яҙбаш а. көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта башлана. Төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа табан аға, Гәрәбаш а. янында йүнәлешен көньяҡ‑көнбайышҡа үҙгәртә, артабан Тәтешле, Яңауыл, Борай, Ҡал‑ тасы р‑ндары буйлап аға һәм Тере Танып й. (тамағынан...

ГЕРАСИМОВ Владимир Иванович

ГЕРАСИМОВ Владимир Иванович [24.1.1925, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Асҡын а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны) — 31.5.2010, Екатеринбург ҡ.], шағир. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын (Мәскәү, 1959) тамамлағандан һуң 1980 й. тиклем Мәскәүҙә эшләй: РСФСР Журналистар союзының ижад секциялары мөдире,...

ГОГОЛЬ Николай Васильевич

ГОГОЛЬ Николай Васильевич (20.3.1809, Полтава губ. Оло Сорочинцы а. — 21.2.1852, Мәскәү), урыҫ яҙыусыһы. “Диканька эргәһендәге утарҙа кистәр” (“Вечера на хуторе близ Диканьки”; 1831—1832), “Танау” (“Нос”; 1835), “Шинель” (1842) повестары, “Үле йәндәр” (“Мёртвые души”; 1842—1855) поэма-романы, “Ревизор”...

ГОНЧАР Олесь

ГОНЧАР Олесь (Александр Терентьевич; 3.4.1918, Полтава губ. Суха а. –14.7.1995, Киев), яҙыусы. Украина ССР-ы ФА акад. (1978). Соц. Хеҙмәт Геройы (1978). 1959—86 йй. СССР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, бер үк ваҡытта 1971 й. тиклем Украина ССР-ы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышы...

ГОРЬКИЙ Максим

ГОРЬКИЙ Максим (ысын исеме Пешков Алексей Максимович; 16.3.1868, Түбәнге Новгород ҡ. – 18.6.1936, Мәскәү өлк. Ленинские Горки ҡсб, Г. көлө һалынған урна Мәскәүҙә Кремль диуарына ҡуйылған), яҙыусы. СССР Яҙыусылар союзы идараһының тәүге рәйесе (1934—36). “Фома Гордеев” романы (1899), “Бала саҡ” (“Детство”;...

ГРАХОВ Николай Леонидович

ГРАХОВ Николай Леонидович (26.11.1946, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1985) “Китап” нәшриәте хеҙм‑ре, 2003 й. алып “Бельские просторы” ж. бүлек мөдире. “Мин бында йәшәйем” (“Я просто здесь живу”) исемле тәүге китабы 1985 й. сыға. Г. әҫ. оптимизм, еңелсә юмор хас....