Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗИМИНА Нина Николаевна

ЗИМИНА Нина Николаевна (11.9.1942, Белорет ҡ. — 24.6.2014, шунда уҡ), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). Магнитогорск педагогия институтын тамамлағандан һуң (1966) 1976 й. тиклем Белорет ҡ. мәктәптәрендә уҡыта. “Йәйғор” (“Радуга”) исемле тәүге китабы 1984 й. сыға. “Мөхәббәт менән йәшәйем” (“Живу...

ЗЛОБИН Степан Павлович

ЗЛОБИН Степан Павлович (11.11.1903, Мәскәү — 15.9.1965, шунда уҡ), яҙыусы. “Буян утрауы” (“Остров Буян”; 1948), “Степан Разин” (1951) тарихи романдары, “Хәбәрһеҙ юғалғандар” (“Пропавшие без вести”; 1962) автобиографик романы һ.б. әҫәрҙәр авторы. З. әҫәрҙәренең төп образдары — героик шәхестәр, халыҡтың...

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Ғәли Камал улы

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Ғәли Камал улы [20.3.1905, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Һарыкүлмәк а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 24.4.1982, Өфө], тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1954). Башҡ‑н юғары а.х. мәктәбен (Өфө, 1934), ВКП(б) эргәһендәге Юғары пропагандистар мәктәбен (Мәскәү, 1937) тамамлаған. 1937 й. алып —...

ИБРАҺИМОВ Ғәли Ғизетдин улы

ИБРАҺИМОВ Ғәли Ғизетдин улы (16.1.1919, Стәрлетамаҡ ҡ. – 26.11.1989, Өфө), яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1951), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы...

ИБРАҺИМОВ Ғәлимйән Ғирфан улы

ИБРАҺИМОВ Ғәлимйән Ғирфан улы [28.2.1887, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Солтанморат а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) – 21.1.1938, Ҡазан], яҙыусы. Хеҙмәт геройы (1932). Ырымбур ҡ. мәҙрәсәһендә (1898—1905), “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә (1906—08) уҡыған. Һул социалист‑революционерҙар (интернационалистар) партияһы ағзаһы....

ИВАНОВ Константин Васильевич

ИВАНОВ Константин Васильевич [15.5.1890, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ыҫлаҡбаш а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) — 13.3.1915, шунда уҡ], сыуаш шағиры. Сембер сыуаш уҡытыусылар мәктәбендә уҡый (1903—07), 1914 й. тиклем (өҙөклөктәр м‑н) шунда уҡ эшләй. “Ике ҡыҙ” (“Две дочери”) әкиәте, “Тимер талҡы” (“Железная мялка”)...

ИГЕБАЕВ Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы

ИГЕБАЕВ Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы [2.7.1930, БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Күсей а. (БР-ҙың Баймаҡ р‑ны) — 27.9.2016, Өфө], шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2010). РФ-тың (1991) һәм БАССР-ҙың (1980) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1950), М.Горький ис....

ИГЕҘЙӘНОВА Нажиә Заһир ҡыҙы

ИГЕҘЙӘНОВА Нажиә Заһир ҡыҙы (1.9.1946, БАССР-ҙың Ҡыйғы р-ны Абзай а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). БДУ‑ны тамамлаған (1988). 1974 й. алып “Һәнәк” ж., 1982 й. — “Башҡортостан ҡыҙы” ж., 1983 й. — БАССР Яҙыусылар союзы, 1986—2002 йй. “Ағиҙел” ж. хеҙм‑ре (1991 й....

ИҘЕЛБАЕВ Мирас Хәмзә улы

ИҘЕЛБАЕВ Мирас Хәмзә улы (9.12.1945, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ишбирҙе а.), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филол. ф. д‑ры (2001), проф. (2014). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009), БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1995). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1987). БДУ‑ны тамамлаған (1971). 1970 й. алып...

ИҘЕЛБАЙ Нәжип

ИҘЕЛБАЙ Нәжип (ысын исеме Иҙелбаев Нәжип Сафа улы; 12.3.1912, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҙелбай а., хәҙ. Медногорск ҡ. составында, — 1.10.1991, Өфө), шағир, тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыған (1937—38). 1931 й. алып “Ҡыҙыл...

ИҘРИС Ғабдулла

ИҘРИС Ғабдулла [Иҙрисов Абдулла Ғәббәс улы; 1910, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1952 й. декабре (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1953 й. октябре), шунда уҡ], драматург. Мәскәү тарих, философия һәм әҙәбиәт ин‑тында уҡыған (1935—38). Яҙыусылар союзы ағзаһы. 30‑сы йй. “Коммуна” (ҡара:...

ИЗИЛЯНОВА Валентина Михайдаровна

ИЗИЛЯНОВА Валентина Михайдаровна (1.1.1959, БАССР-ҙың Мишкә р-ны Андреевка а.), шағирә. Мари Эл Респ. атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2016). Мари пед. ин‑тын (Йошкар-Ола, 1982), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1991) тамамлаған. 1982—89 йй. Мари китап нәшриәте хеҙм-ре, 2005—08 йй....

ИЛЬИНА Елена

ИЛЬИНА Елена (ысын исеме Прейс Лия Яковлевна; 16.6.1901, Воронеж губ. Острогожск ҡ. – 2.11.1964, Мәскәү), яҙыусы, тәржемәсе. “Был минең мәктәбем” (“Это моя школа”; 1955), “Арыу‑талыуҙы белмәҫ юлсы” (“Неутомимый путник”; 1964) повестары, балалар өсөн хикәйәләр һәм шиғырҙар авторы. Бөйөк Ватан һуғышы...

ИЛЬЯСОВ Йәүҙәт Хәсән улы

ИЛЬЯСОВ Йәүҙәт Хәсән улы [16.2.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Исламбаҡты а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) – 19.6.1982, Ташкент], яҙыусы. 1952 й. “Ленинец” гәз. бүлек мөдире, 1953—58 йй. Ташкенттың матбуғат органдарында эшләй [1957 й. алып “Звезда Востока” (“Көнсығыш йондоҙо”) ж. бүлек мөдире]. И. әҫәрҙәренә...

ИЛЬЯСОВА Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы

ИЛЬЯСОВА Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы (1.11.1957, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Аҡъюл а.), шағирә. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2008), БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2002). Журналистар союзы (1985), Яҙыусылар союзы (1995) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Йәншишмә” гәз. хеҙм‑р, 1990 й....

ИМАНҒОЛОВ Сулпан Ғоссам улы

ИМАНҒОЛОВ Сулпан Ғоссам улы [1.1.1932, БАССР-ҙың Маҡар р‑ны Урман‑Бишҡаҙаҡ а. (БР-ҙың Ишембай р‑ны) – 9.1.2001, Мәләүез ҡ., тыуған яғында ерләнгән], шағир, журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы (1981), Журналистар союзы ағзаһы. 1958 й. алып “Ударсы” гәз., 1962 й. — “Путь Октября”...

ИСКӘНДӘРИӘ Тамара Ишбулды ҡыҙы

ИСКӘНДӘРИӘ (Юлдашева) Тамара Ишбулды ҡыҙы [10.6.1958, БАССР-ҙың Маҡар р‑ны Ҡыяуыҡ а. (БР-ҙың Ишембай р‑ны)], шағирә. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2012). Яҙыусылар союзы (1992), Журналистар союзы (2004) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) “Башҡортостан пионеры” гәз., 1990 й. алып...

ИСҠУЖИН Бүребай Мәхмүт улы

ИСҠУЖИН Бүребай Мәхмүт улы (15.1.1952, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Байыш а. — 14.4.2009, шунда уҡ), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Баймаҡ һәм Хәйбулла р‑ндары мәктәптәрендә уҡыта, 1980—85 йй. “Октябрь байрағы” (ҡара: “Баймакский вестник”) гәз. хеҙм‑ре. Буранбай Исҡужин,...

ИСЛАМОВ Динис

ИСЛАМОВ Динис [Денис Фәтхи улы; 15.12.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Муса а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 14.4.1973, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. Көйөргәҙе р‑нының Таймаҫ урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1947 й. алып “Кызыл таң” гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1950 й. —...

ИСМӘҒИЛ БИКМӨХӘМӘТ

ИСМӘҒИЛ БИКМӨХӘМӘТ (ысын исеме Бикмөхәмәтов Исмәғил Бикмөхәмәт улы; 18 б., Ырымбур губ. ш. уҡ исемле провинцияһы Сәйет биҫтәһе, хәҙ. Ырымбур өлк. Татар Ҡарғалыһы а.), яҙыусы. 1751 й. тирәһендә сауҙа юлдарын асыу маҡсатында 4 ауылдашы м‑н Һиндостанға сәйәхәт ҡыла. И.Б. маршруты Урта Азия, Афғанстан,...