Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИФТАР

МИФТАР (гр. myјthos — риүәйәт, хикәйәт), ысынбарлыҡтың үҙ аллы күренештәре тип һаналған күреп‑тойоп булған образдар ярҙамында кисерештәрҙе һәм ысынбарлыҡты аңлатыу формаһы; тәүтормош ҡоролошонда — донъяны аңлауҙың төп ысулы. М. өсөн тәбиғи һәм мәҙәни (соц.) объекттарҙы метафорик сағыштырыу, тирә‑яҡ...

РИҮӘЙӘТ

РИҮӘЙӘТ, фольклорҙа үткән замандың ысын хәл‑ваҡиғалары т‑да мәғлүмәт биреүгә ҡоролған хикәйә. Йыш ҡына шаһиттарҙың һөйләгәндәренән башланып китеп (ҡара: Хәтирә), телдән телгә һөйләнгән Р. ирекле поэтик интерпретацияға, ижади фараздарға, үҙгәртеүҙәргә дусар була. Р. һүрәтләнгән хәл‑ваҡиғаларҙың дөрөҫлөккә...

ТИҘӘЙТКЕС

ТИҘӘЙТКЕС, фольклор жанры, ауыр әйтелешле өндәрҙең, һүҙҙәрҙең, фразаларҙың ҡушылмаһынан, ҡабатланыуынан төҙөлгән һәм балалар телмәренең үҫешенә булышлыҡ иткән ритмға һалынған сәсмә йәки шиғри әҫәр. Т. көндәлек тормоштоң реаль ваҡиғалар картинаһын һүрәтләй, күп осраҡта юмористик йөкмәтке хас. Һәр текст...

ТОНЙОҠУҠҠА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА

ТОНЙОҠУҠҠА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА, боронғо төрки әҙәбиәт әҫәре. Көнсығыш төрки ҡағанатының 3 ҡағаны — Илтереш, Ҡапаған һәм Билгенең (ҡара: Билге ҡағанға арналған ташъяҙма) кәңәшсеһе, ышаныслы кешеһе һәм ғәскәр башлығы Тонйоҡуҡ хөрмәтенә төҙөлгән ерләү комплексындағы тура мөйөшлө 2 таш бағанаға соҡоп яҙылған...

УСМАНОВ Ғиндулла Ғариф улы

УСМАНОВ Ғиндулла Ғариф улы [18.6.1875, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ғүмәр а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) – 1956, шунда уҡ], шағир‑импровизатор. 1884—91 йй. Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Арыҫлан а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) мәҙрәсәлә уҡый. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән фәлс. йөкмәткеле “Ваҡыт”, “Бәхет”,...

ФОЛЬКЛОР

ФОЛЬКЛОР (ингл. folklore), х а л ы ҡ и ж а д ы, кешеләрҙең тормошон, фекерен, идеалдарын сағылдырған халыҡтың художестволы коллектив ижади эшмәкәрлеге; халыҡ тарафынан тыуҙырылған һәм халыҡ массаларында йәшәп килгән поэзия (халыҡ ауыҙ‑тел шиғри ижады), музыка (ҡара: Халыҡ музыкаһы), театр (ҡара: Халыҡ...

ФОЛЬКЛОР ФОРМУЛАЛАРЫ

ФОЛЬКЛОР ФОРМУЛАЛАРЫ, традицион, нығынған, ритмик тәртиптәге һүҙ конструкциялары. Ф.ф. фольклор поэтикаһының характерлы күренештәренең береһе булараҡ традицияның мөһим терәге булып тора. Тамамланған фекер итеп бирелә. Ф.ф. төрҙәре 1) инициаль (башлаусы), мәҫ., бәйеттәрҙең башы: “Бисмилла итеп башланым...

ФОЛЬКЛОРИСТИКА

ФОЛЬКЛОРИСТИКА. Фольклор, уның барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше, идея‑эстетик тәбиғәте, жанр һәм художество үҙенсәлектәре, башҡорт әҙәбиәте м‑н үҙ‑ара бәйләнеше т‑дағы фән. Башҡорттарҙың фольклоры т‑да айырым мәғлүмәттәр Ибн Фаҙлан, Плано Карпини, В.Рубрук һ.б. көндәлек яҙмаларында һәм иҫтәлектәрендә бирелә....

ХӨРӘФӘТИ ХИКӘЙӘ

ХӨРӘФӘТИ ХИКӘЙӘ, фольклор жанры, кешенең тәбиғи булмаған йән эйәһе м-н осрашыуы т-да ҡыҫҡа хикәйә. Һөйләүсенең үҙе йәки танышы м-н булған ваҡиға кеүек һүрәтләнә; уйҙырма хәл-ваҡиғаларҙы ысынбарлыҡ итеп һөйләү принцибы жанрҙың ойоштороусы эстетик башланғысы булып тора. Һөйләүсенең төп маҡсаты — көсөргәнешле...

ХУЖА НАСРЕТДИН

ХУЖА НАСРЕТДИН, Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Урта Азия халыҡтары фольклорында аҡыл эйәһенең, тапҡыр һүҙле һәм шаян кешенең дөйөмләштерелгән образы. Х.Н. ҡомһоҙ, ике йөҙлө кешеләрҙе, ришүәт алыусы хакимдарҙы, муллаларҙы һ.б. фаш итә, аҡылы һәм тапҡырлығы арҡаһында төрлө хәлдәрҙән еңеүсе булып сыға, бер ҡатлы...

ҺЫНАМЫШ

ҺЫНАМЫШ, фольклор жанры, тәбиғәт күренештәрен, үҫемлек үҙенсәлектәрен, хайуандарҙың, ҡоштарҙың, бөжәктәрҙең холҡон һауа торошо үҙгәреүенә бәйләп оҙайлы ваҡыт күҙәтеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән юрау. Боронғо заманда Һ. метеорологик белемдең яҙылмаған йыйынтығы булып торған. Төҙөлөшө, форма билдәләре...