Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДИССИМИЛЯЦИЯ

ДИССИМИЛЯЦИЯ (лат. dissimilatio — оҡшашмау), телмәр ағышында һүҙҙәге бер төрлө йәки оҡшаш өндәрҙең артикуляцион һәм акустик оҡшашмауы. Ассимиляцияның киреһе. Бер типтағы — һуҙынҡы (һуҙынҡылар Д.) йәки тартынҡы (тартынҡылар Д.) өндәр араһында осрай, ғәҙәттә әйтелеште еңеләйтеүгә йүнәлтелә. Йәнәш өндәр...

ДМИТРИЕВ Николай Константинович

ДМИТРИЕВ Николай Константинович (28.8.1898, Мәскәү — 22.12.1954, шунда уҡ), тел белгесе. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1943), РСФСР‑ҙың Пед. фәндәре академияһы акад. (1945), филол. ф. д‑ры (1938), проф. (1930). Төрөкмән ССР‑ының (1950), Башҡорт (1947) һәм Сыуаш (1953) АССР‑Ÿарының атҡ. фән эшмәкәре. МДУ‑ны...

ДОЛГАН ТЕЛЕ

ДОЛГАН ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (төньяҡ-көнсығыш төркөмө). Долгандарҙың милли теле. Красноярск крайының Таймыр (Долган-Ненец) р‑нында, ш. уҡ Саха (Яҡутия) Респ. Анабар р‑нында таралған. Д.т. һөйләшеүселәр һаны 5 мең (2002). Үҙ аллы тел булараҡ эвенк теле йоғонтоһонда айырым үҫеү һәм эске үҙгәртеп...

ДӨЙӨМ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ

ДӨЙӨМ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ, тел т‑дағы фән. Д.т.ғ. айырым телдәрҙе (мәҫ., Башҡорт тел ғилеме, Урыҫ тел ғилеме), телдәр ғаиләһен (мәҫ., Төрки телдәр, ҡара: Төркиәт, Фин-уғыр телдәре һ.б.) өйрәнеүсе лингвистикалар м‑н үҙ-ара мөнәсәбәттә тора. Д.т.ғ. төп бурыстары: аралашыуҙың материаль берәмектәре (өндәр, ижектәр,...

ДУДАРЕВА Зәйтүнә Мөхтәр ҡыҙы

ДУДАРЕВА Зәйтүнә Мөхтәр ҡыҙы (24.10.1954, Октябрьский ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2006). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). З.М.Тимербулатовтың һеңлеһе. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) СДПА‑ла эшләй: 1999 й. алып — ситтән тороп уҡыу һәм иҡт. мәсьәләләре б‑са, 2006 й. ситтән...

ЗӘКИЕВ Мирфәтих Зәки улы

ЗӘКИЕВ Мирфәтих Зәки улы (14.8.1928, ТАССР‑ҙың Зәйпе а.), тел белгесе, төркиәтсе. ТР ФА акад. (1991), филол. ф. д‑ры (1963), проф. (1964), БДУ‑ның почётлы д‑ры (2011). РСФСР-ҙың (1976) һәм ТАССР‑ҙың (1970) атҡ. фән эшмәкәре, СССР ҙың юғары мәктәп отличнигы (1972), мәғариф отличнигы (1974). ТАССР ЮС‑ы...

ЗДОБНОВА ЗОЯ ПЕТРОВНА

ЗДОБНОВА ЗОЯ Петровна (25.3.1926, Чистай ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1983), проф. (1986). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1949). 1953 й. алып БДУла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге көнсығыш диалект зонаһындағы (Башҡортостан,...

ИБРАҺИМОВ Ғәйнислам Дәүләтбай улы

ИБРАҺИМОВ Ғәйнислам Дәүләтбай улы (7.4.1968, БАССР-ҙың Баймаҡ районы 2-се Этҡол а. — 31.7.2020, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), тәржемәсе, тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2005). БДУ-ны (1994), Анкара университетын (Төркиә, 1996) тамамлаған. 2000 й. алып БДУ‑ла...

ИВАНОВА Светлана Викторовна

ИВАНОВА Светлана Викторовна (9.2.1960, Чита ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1982), 1983 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) шунда уҡ эшләй: 1992 й. башлап роман‑герман филологияһы ф‑ты деканы урынбаҫары, 2004 й. — инглиз филологияһы һәм мәҙәниәт‑ара коммуникациялар каф....

ИЗАФЕТ

ИЗАФЕТ (ғәр. аль-идафату – ҡушылыу, өҫтәлеү), ҡайһы бер төрки телдәрҙә, ш. иҫ. башҡорт телендә, ш. уҡ иран телдәре һәм ғәрәп телдәрендә аныҡлаусы конструкциялар тибы. Төркиәттә ике компоненты ла исемдән килгән һүҙбәйләнеш И. тип атала. И. 3 төрө айырыла: 1‑сеһе — йәнәшәлек нигеҙендә барлыҡҡа килгән...

ИНГЛИЗ ТЕЛЕ

ИНГЛИЗ ТЕЛЕ, герман телдәренең береһе (көнбайыш герман төркөмсәһе). Бөйөк Британия, АҠШ, Австралия, Яңы Зеландия, Һиндостан, ҡайһы бер Африка дәүләттәренең рәсми теле; БМО‑ның рәсми эш телдәренең береһе. Шулай уҡ Ирландия, Төньяҡ Америка, ҡайһы бер Азия илдәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 400 млн...

ИНТЕРНАЦИОНАЛИЗМДАР

ИНТЕРНАЦИОНАЛИЗМДАР, төрлө телдәрҙә тышҡы төҙөлөшө (һәр телдең фонетик һәм график үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып) һәм мәғәнәһе б‑са тап килгән һүҙҙәр; үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең бер төрө. Башҡорт телендә нигеҙҙә урыҫ теле аша үтеп ингән И. йәшәп килә (ҡара: Урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр). Улар ике төркөмгә...

ИРЕНЛӘШЕҮ ҺӘМ ИРЕНЛӘШМӘҮ

ИРЕНЛӘШЕҮ ҺӘМ ИРЕНЛӘШМӘҮ, өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәре; ирендәр ҡатнашлығы м‑н (иренләшеү; ирендәр түңәрәкләнә һәм бер аҙ алға һуҙыла) һәм ирендәр ҡатнашлығынан тыш (иренләшмәү) булған өҫтәмә артикуляция. Фонемаларҙы айырыусы билдәләр сифатында сығыш яһайҙар. Башҡорт телендә иренләшкән [о],...

ИҪӘНБАЕВ Николай Иҫәнбай улы

ИҪӘНБАЕВ Николай Иҫәнбай улы [27.2.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Түбәнге Ҡасмаш а. (БР‑ҙың Ҡалтасы районы) — 24.9.2020, Йошкар‑Ола ҡ.], тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (2002). Мари Эл Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Мари педагогия институтын тамамлаған (Йошкар‑Ола ҡ.,...

ИҪКЕ БАҪМА КИТАП

ИҪКЕ БАҪМА КИТАП, баҫма китап культураһы ҡомартҡыһы; китап баҫыу барлыҡҡа килгәндән һуң билдәле бер ваҡыт эсендә сығарылған китаптарҙың шартлы атамаһы; тышҡы биҙәлешендә ҡулъяҙма китап м‑н оҡшашлыҡтары бар. И.б.к. археография, кодикология, палеография, текстология һ.б. фәндәр өйрәнә. Башҡортостанда...

ИҪКЕРГӘН ҺҮҘҘӘР

ИҪКЕРГӘН ҺҮҘҘӘР, актив ҡулланылыштан төшөп ҡалған, әммә пассив һүҙлектә һаҡланған һәм күпселек һөйләшеүселәргә аңлайышлы булған һүҙҙәр. Телдә төҙөлөшө төрлө дәрәжәлә иҫкергән булыуы, архаизацияның төрлө сәбәптәре һәм ҡулланыу характеры м‑н билдәләнгән иҫкергән лексика системаһын барлыҡҡа килтерәләр;...

ИШБИРҘИН Эрнст Фәйзрахман улы

ИШБИРҘИН Эрнст Фәйзрахман улы (20.12.1934, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Ишбирҙе Руднигы ҡсб — 24.5.2019, Өфө ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) 1966 й. тиклем Баймаҡ мәктәп-интернатында, 1970—76 йй. СДПИ ла эшләй; 1969 й....

ИШБУЛАТОВ Нәғим Хажғәле улы

ИШБУЛАТОВ Нәғим Хажғәле улы [10.8.1928, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ҡаҙмаш а. (БР‑ҙың Әбйәлил районы) — 7.2.2006, Өфө ҡ.], тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1981). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1952)....

ЙӘНҒУЖИН Рим Зәйниғәбит улы

ЙӘНҒУЖИН Рим Зәйниғәбит улы (15.11.1941, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Айыусы а. — 11.11.2007, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), этнограф. Тарих ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2002), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997). БДУ‑ны тамамлаған...

КИРИЛЛИЦА

КИРИЛЛИЦА, славян яҙыуының ике тибының береһе (глаголица м‑н бер рәттән). Славяндар, ш. уҡ румындар тарафынан файҙаланылған (19 б. тиклем); Рәсәйҙә 10—11 бб. христианлыҡ таралыуына бәйле индерелә. К. нигеҙендә Рәсәй халыҡтарының, ш. иҫ. башҡорт теленең, хәҙ. алфавиты барлыҡҡа килгән. К. 9 б. аҙ. —...