Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТӨРКИ ТЕЛДӘР

ТӨРКИ ТЕЛДӘР, генетик ҡәрҙәшлек м‑н берләштерелгән телдәр ғаиләһе (ҡара: Телдәр классификацияһы). Т.т. башлыса Евразияла таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 110 млн ашыу кеше. Грамматик тибы б‑са монгол телдәренә һәм тунгус‑манжур телдәренә яҡын, улар м‑н гипотезаға ярашлы алтай телдәре, ш. уҡ урал‑алтай...

ТӨРӨК ТЕЛЕ

ТӨРӨК ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уғыҙ төркөмө). Төрөктәрҙең милли теле, Төркиәнең һәм Кипрҙың (грек теле м‑н бер рәттән) дәүләт теле. Шулай уҡ Австрияла, Болгарияла, Германияла, Грецияла, Иранда, Румынияла һәм БДБ илдәрендә (Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Әзербайжан һ.б.) таралған....

ТӨРӨКМӘН ТЕЛЕ

ТӨРӨКМӘН ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уғыҙ төркөмө). Төрөкмәндәрҙең милли теле, Төркмәнстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Афғанстанда, Ираҡта, Иранда, Ҡаҙағстанда, Тажикстанда, Төркиәлә, Үзбәкстанда һәм Ставрополь крайында таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 5 млн ашыу кеше. БР‑ҙа Т.т. 1300‑ҙән ашыу кеше белә...

ТРАНСКРИПЦИЯ

ТРАНСКРИПЦИЯ (лат. transcriptio, күсереп яҙыу), 1) яңғырашты макс. теүәл итеп биреү маҡсатында махсус тамғалар ярҙамында телдән әйтелгән телмәрҙе яҙма теркәү ысулы. Фонематик Т. (һүҙҙәрҙең фонемалар составын фонемаларҙың позицион‑комбинаторлы үҙгәрештәрен иҫәпкә алмайынса тапшырыуға нигеҙләнә) һәм фонетик...

ТУВА ТЕЛЕ

ТУВА ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Туваларҙың милли теле, Тыва Респ. дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Красноярск крайында, Монголияла, Ҡытайҙа таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 200 меңдән ашыу кеше (2002). Тофа теленә яҡын. Боронғо уйғыр һәм уғыҙ ҡәбиләләре телдәренә барып тоташа. Әҙәби...

УДМУРТ ТЕЛЕ

УДМУРТ ТЕЛЕ, фин‑уғыр телдәренең береһе (Пермь төркөмө). Удмуртияның дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Киров, Свердловск өлк., Пермь крайында, БР‑ҙа, ТР‑ҙа, Марий Эл Респ. һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 464 меңгә яҡын кеше; БР‑ҙа У.т. 21475 кеше белә, ш. иҫ. 19 меңдән...

УКРАИН ТЕЛЕ

УКРАИН ТЕЛЕ, славян телдәренең береһе (көнсығыш‑славян төркөмсәһе). Украинаның рәсми теле. Шулай уҡ РФ‑та, Белоруссияла, Польшала, Словакияла, Чехияла, Канадала таралған. Һөйләшеүселәр һаны 39 млн яҡын кеше (1993). Урыҫ теленә һәм белорус теленә яҡын. Боронғо урыҫ теленә барып тоташа. У.т. диалекттары...

УРАЛ-АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ

УРАЛ-АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ, гипотеза б‑са урал (фин‑уғыр телдәре һәм самодий теле) һәм алтай (төрки телдәр, монгол телдәре һәм тунгус‑манжур телдәре) тармаҡтарынан торған телдәр макроғаиләһе; ҡайһы бер ғалимдар ш. уҡ корея һәм япон телдәрен индерә. У.‑а.т. генетик ҡәрҙәшлеге т‑да гипотеза Б.Я.Владимирцов, Ж.Ғ.Кейекбаев,...

УРЫҪ ДИАЛЕКТОЛОГИЯҺЫ

УРЫҪ ДИАЛЕКТОЛОГИЯҺЫ, урыҫ теленең диалекттарын өйрәнгән урыҫ тел ғилеме бүлеге. У.д. сығанаҡтары 18 б., М.В.Ломоносов хеҙмәттәренә барып тоташа, ул мәскәү, төньяҡ һәм бәләкәй урыҫ диалекттарын айырып күрһәтә. Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге терр‑яһында урыҫ теленең диалекттарын фәнни нигеҙҙә айырымлап күрһәтеү...

УРЫҪ ТЕЛЕ

УРЫҪ ТЕЛЕ, славян телдәренең береһе (көнсығыш славян төркөмсәһе). РФ‑тың, Белоруссияның дәүләт теле; Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандың рәсми теле; БМО‑ның рәсми һәм эш телдәренең береһе. Шулай уҡ Европаның һәм Азияның башҡа илдәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 250 млн ашыу кеше (1990); БР‑ҙа — 3,9 млн ашыу...

УРЫҪ ТЕЛЕНӘН ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР

УРЫҪ ТЕЛЕНӘН ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР. Башҡорттарҙың урыҫтар м‑н оҙайлы бәйләнеше һөҙөмтәһендә башҡорт теленә үтеп ингән. Урыҫ теленән иртә, башҡ. әҙәби теле формалашҡанға тиклемге, һәм һуң үҙләштерелгән һүҙҙәргә бүленә. Иртә У.т.ү.һ. башҡ. теленең орфоэпия нормаларына буйһона: урыҫ һүҙҙәре протеза (урыҫса...

ҮЗБӘК ТЕЛЕ

ҮЗБӘК ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (ҡарлыҡ төркөмө). Үзбәктәрҙең милли теле, Үзбәкстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Афғанстанда, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, РФ‑та, Тажикстанда, Төркмәнстанда таралған. Һөйләшеүселәр һаны — яҡынса 20 млн (1995), ш. иҫ. БР‑ҙа — 19 меңдән ашыу кеше (2002). Уйғыр теленә яҡын....

ФАРСЫ ТЕЛЕНӘН ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР

ФАРСЫ ТЕЛЕНӘН ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР. Төрки һәм фарсы телле халыҡтарҙың тығыҙ иҡт. һәм мәҙәни бәйләнештәре Ф.т.ү.һ. таралыуына булышлыҡ итә. Фарсы һүҙҙәренең башҡорт теленә үтеп инеүендә бер нисә этап күҙәтелә. Беренсе ҡатламды башҡ. теле үҫешенең иртә осоронда (ҡара: Этногенез) үҙләштерелгән, башҡ. теленең...

ФӘТҠУЛЛИНА Флүзә Ғабдулла ҡыҙы

ФӘТҠУЛЛИНА Флүзә Ғабдулла ҡыҙы (17.1.1958, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй районы Һыуыҡҡул а.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2002), профессор (2011). БР‑ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2011), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2015). БДУ‑ны тамамлаған (1983), 1984 й. алып шунда...

ФОНЕТИКА

ФОНЕТИКА (гр. phōnētikós — өнлө, тауышлы), телдең өн системаһын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Ф. телдең тәғәйенләнешен, телмәр аппараты ағзаларының эшен, өндәр яһалышының урынын һәм ысулдарын, ш. уҡ акустик характеристикаһын, көсөн, тембрын, һуҙылыуын һ.б. өйрәнә. Өн күренештәре һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе...

ФРАЗЕОЛОГИЯ

ФРАЗЕОЛОГИЯ (гр. phrásis, эйәлек килештә phraseos — әйтем һәм ...логия), 1) телдең хәҙ. торошондағы һәм тарихи үҫешендәге фразеологик составын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Фразеологизмдарҙың тәбиғәтен һәм уның категориаль билдәләрен тикшереү, уларҙың телмәрҙә йәшәү законлыҡтарын асыҡлау Ф. предметы булып...

ФРАНЦУЗ ТЕЛЕ

ФРАНЦУЗ ТЕЛЕ, роман телдәренең береһе (галл‑роман төркөмсәһе). Франция, Гаити, Монаконың рәсми теле; Андорра, Бельгия, Канада, Люксембург, Швейцарияның рәсми телдәренең береһе; ҡайһы бер Африка илдәренең берҙән‑бер рәсми теле йәки рәсми телдәренең береһе. БМО‑ның рәсми һәм эш телдәренең береһе. Шулай...

ФУНКЦИОНАЛЬ СТИЛДӘР

ФУНКЦИОНАЛЬ СТИЛДӘР, кешенең билдәле аралашыу сфераһында ҡулланылған әҙәби тел төрҙәре. Китап сфераһында — әҙәби‑художестволы, фәнни, публицистик, рәсми эш, эпистоляр, дини Ф.с., ш. уҡ ауыҙ-тел ижады стиле һәм реклама стиле; йәнле һөйләштә һөйләү стилдәре айырыла. Шулай уҡ стиль төрҙәре һәм Ф.с. телмәр...

ХАҠАС ТЕЛЕ

ХАҠАС ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Хаҡастарҙың милли теле, Хакасияның дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Красноярск крайында, Тыва Респ. таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 52 меңгә яҡын кеше (2002). Айырыуса һары уйғыр теленә, шор теленә, сулым‑төрки теленә яҡын. Боронғо уйғыр һәм ҡырғыҙ...

ХӘБӘРЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ

ХӘБӘРЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ, бер үк ваҡытта затты һәм уның билдәһен белдергән грамматик категория; башлыса исем һүҙ төркөмдәренә хас. Х.к. формаһындағы һүҙ үҙ структураһында субъект һәм предикатты берләштерә. Башҡорт телендә Х.к. төп белдереү саралары булып берлек һәм күплек һандарҙағы 1‑се һәм 2‑се зат күрһәткестәре...