Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨФӨ УҠЫУ ЙОРТТАРЫ УҠЫУСЫЛАРЫН ФИЗИК ТӘРБИӘЛӘҮ ЙӘМҒИӘТЕ

ӨФӨ УҠЫУ ЙОРТТАРЫ УҠЫУСЫЛАРЫН ФИЗИК ТӘРБИӘЛӘҮ ЙӘМҒИӘТЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1907 й. 15 дек. А.С.Цветков тарафынан ойошторола. Ир‑ат та, ҡатын‑ҡыҙ ҙа, бөтә дин кешеләре лә дәрәжәһенә һәм мөлкәтенә ҡарамай ҡабул ителгән. Йәмғиәт ағзаларының физик тәрбиәләү системаһына саңғыла йүгереү, һыбай йөрөү, гимнастика,...

ПАРАЛИМПИЯ УЙЫНДАРЫ

ПАРАЛИМПИЯ УЙЫНДАРЫ, терәк‑хәрәкәт аппараты зарарланған һәм күреү һәләтен юғалтҡан инвалидтар өсөн бөтә донъя спорт ярыштары. Олимпия уйындарынан һуң ш. уҡ спорт ҡоролмаларында үткәрелә. Тәүге йәйге паралимпия уйындары Италияла (Рим, 1960), ҡышҡыһы Швецияла (Эрншёльдсвик ҡ., 1976) уҙғарыла. 1964 й....

ПАРАШЮТ СПОРТЫ

ПАРАШЮТ СПОРТЫ, авиация спорты төрө, осоу аппараттарынан (самолёт, аэростат һ.б.) яңғыҙ һәм төркөмдә парашют м‑н һикереү. П.с. парашют классикаһы, пара‑ски, парашют‑атлетик күпбәйге, төркөм һәм көмбәҙле акробатика һ.б.инә. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. башынан үҫешә (ҡара: Авиация‑техник спорт клубтары)....

ПАУЭРЛИФТИНГ

ПАУЭРЛИФТИНГ (ингл. powerlifting), спорт төрө, көс талап итә торған өсбәйге, яурында штанга м‑н приседание эшләүҙе, эскәмйәлә ятып штанга күтәреүҙе, стан тартыуҙы (штанганы түшәмәнән айырыу) үҙ эсенә ала. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. башынан атлетик гимнастика булараҡүҫешә. 1986 й. ӨАИ (Б.Г.Лукьянов...

ПОЛИАТЛОН

ПОЛИАТЛОН, спорт төрө, комплекслы күпбәйге. Ҡышҡы П., йәки ҡышҡы өсбәйге (саңғы ярышы, көс гимнастикаһы, пуля менән атыу) һәм йәйге, йәки йәйге бишбәйге (төрлө дистанцияға йүгереү, спорт снарядын ырғытыу, йөҙөү, пуля м‑н атыу, көс гимнастикаһы) айырыла. Башҡортостанда П. үҫеше 1992 й. Өфөлә БДМИ, ӨДАТУ...

ПУЛЯ МЕНӘН АТЫУ

ПУЛЯ МЕНӘН АТЫУ, спортта атыуҙың бер төрө, ата торған һәм пневматик ҡоралдан сәпкә атыу. Башҡортостанда П.м.а. 20 б. 20‑се йй. аҙ. Башосоавиахимда (ҡара: Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте) үҫешә. 1931 й. П.м.а. “СССР‑ҙа хеҙмәткә һәм оборонаға º´ер” күпбәйге комплексына...

РАДИОСПОРТ

РАДИОСПОРТ, ҡыҫҡа һәм ультраҡыҫҡа тулҡындарҙа радиоэлемтә булдырыу, спорт радиопеленгацияһы (“төлкөгә һунар”), тиҙләтелгән радиотелеграфтар һәм радиокүпбәйге б‑са ярыштар. Тура һәм ситтән тороп ҡатнашыу формаларын айыралар. Башҡортостанда 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1924 й. Е.Н.Грибанов, К.П.Краузе...

РӘСӘЙ АРМИЯҺЫНА, АВИАЦИЯҺЫНА ҺӘМ ФЛОТЫНА БУЛЫШЛЫҠ ИТЕҮ ИРЕКЛЕ ЙӘМҒИӘТЕ

РӘСӘЙ АРМИЯҺЫНА, АВИАЦИЯҺЫНА ҺӘМ ФЛОТЫНА БУЛЫШЛЫҠ ИТЕҮ ИРЕКЛЕ ЙӘМҒИӘТЕ, дөйөм Рәсәй йәмәғәт‑дәүләт ойошмаһы. Рәсәй ДОСААФ‑ының БР төбәк бүлексәһе тарихы 1920 й. Өфө губ. бүлегенең Өфө гарнизонында Хәрби‑фәнни йәмғиәт (1926 й. башлап Оборонаға булышлыҡ итеү йәмғиәте) асылыуҙан башлана. 1925 й. Башҡ‑н...

РӘСӘЙ ДОСААФ-ЫНЫҢ АВИАЦИЯ СПОРТ КЛУБЫ

РӘСӘЙ ДОСААФ-ЫНЫҢ АВИАЦИЯ СПОРТ КЛУБЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1933 й. Башосоавиахимдың (ҡара: Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте) Өфө аэроклубы булараҡ асыла, 1949 й. алып ВЛКСМ‑дың 30 йыллығы ис. авиация спорт клубы, 1965 й. — авиация уҡыу үҙәге, 1967 й. — ДОСААФ‑тың...

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ СПОРТ КЛУБЫ

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ СПОРТ КЛУБЫ, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенә ҡарай. 1961 й. алып Спорт һарайы (Өфө), 1992—95 йй. Салауат Юлаев исемендәге спорт‑һауыҡтырыу комплексы базаһында эшләй. Клуб составына ДЮСШ комплексы, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы инә. Ауыр атлетика, велосипед спорты,...

САМОЛЁТ СПОРТЫ

САМОЛЁТ СПОРТЫ, төрлө ауырлыҡтағы һәм төрлө двигателле самолёттарҙа тиҙлеккә, бейеклеккә, алыҫлыҡҡа, оҙайлыҡҡа рекордтар ҡуйыу; юғары пилотаж б‑са ярыштар (спорт самолёттарында). С.с. Як‑18, Як—18А, Як‑18П, Z‑226, Z‑326 һ.б. самолёттар ҡулланылған. Башҡортостанда С.с. 20 б. 50‑се йй. аҙ. РОСТО Авиация...

САҢҒЫ БУЙЫНСА ИКЕБӘЙГЕ

САҢҒЫ БУЙЫНСА ИКЕБӘЙГЕ, саңғы ярышы һәм трамплиндан саңғыла һикереүҙе үҙ эсенә алған спорт төрө. Башҡортостанда С.б.и. 20 б. 30‑сы йй. уртаһынан үҫешә. Артабанғы үҫеше 1962 й. Өфөлә “Трамплин” спорт комплексы асылыу м‑н бәйле. 60‑сы йй. башында Өфөлә “Локомотив”, “Спартак”, “Хеҙмәт” ДСО‑лары эргәһендә...

САҢҒЫ ЯРЫШЫ

САҢҒЫ ЯРЫШЫ, спортсыларға саңғыла үтер өсөн бирелгән араны ваҡытҡа үтә торған спорт төрө. С.я. классик һәм ирекле стилдәр айырыла. Башҡортостанда С.я. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1935 й. Өфө—Ырымбур—Өфө маршруты б‑са (оҙонлоғо 1120 км), 1936 й. Өфө—Пермь—Киров—Ҡазан—Горький маршруты б‑са (1938 км)...

САФИН Тимур Марсель улы

САФИН Тимур Марсель улы (4.8.1992, Ташкент ҡ.), спортсы. Фехтование буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2012), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2016). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2014). Башҡ. физик культура институтын тамамлаған (Өфө ҡ., 2018). 19‑сы СДЮСШОР (тренеры — Ф.Й.Арыҫланов)...

СӘХӘБЕТДИНОВ Эдуард Радик улы

СӘХӘБЕТДИНОВ Эдуард Радик улы (11.6.1982, Өфө), спортсы. Грек‑рим көрәше б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡ. физик культура ин‑тын (2006), БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тын (2007) тамамлаған. “Өфөлө” ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Н.Ю.Мазов). Чехияла (Хомутов ҡ., 1998) һәм Португалияла (2001)...

СОФТБОЛ

СОФТБОЛ (ингл. soft — йомшаҡ һәм ball — туп), спорт төрө, бейсболдың бер төрө, туп һәм бита м‑н команда уйыны. Башҡортостанда С. үҫеше 1987 й. Өфө р‑ны Николаевка а. урта мәктәбендә беренсе секция асылыуға бәйле (ҡара: “Башҡортостан”). Өфөлә (18‑се һәм 90‑сы урта мәктәптәр), Булгаков, Нөрлө, Чесноковка,...

СПАРТАКИАДА

СПАРТАКИАДА, традицион комплекслы күмәк спорт ярыштары. СССР‑ҙа беренсе С. 20 б. 20‑се йй. башынан үткәрелә башлай. 1928 й. БАССР йыйылма командаһы тәүге тапҡыр РСФСР‑ҙың авт. респ. һәм өлкә спартакиадаһында ҡатнаша, 1932 й. 1‑се Урал‑Кузбасс спартакиадаһының бронза призёры була. 1956—91 йй. СССР һәм...

СПОРТ

СПОРТ (ингл. sport), физик культураның состав өлөшө, физик тәрбиәләү сараһы һәм ысулы, төрлө физик күнекмәләр б‑са ярыштар ойоштороу системаһы. Һәүәҫкәр (күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы) һәм проф. С. айырыла. Башҡортостанда күп халыҡ ҡатнашлығындағы С. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1923 й. Башҡ‑н ҮБК эргәһендә...

СПОРТ ГИМНАСТИКАҺЫ

СПОРТ ГИМНАСТИКАҺЫ, гимнастик снарядтарҙа, ирекле күнегеү һәм таяныслы һикереү ярыштарын үҙ эсенә алған спорт төрө. Айырым төрҙәрҙәге һәм күпбәйгеләге ярыштар айырыла. Башҡортостанда С.г. үҫеше 20 б. 20‑се йй. башында “Сокол” Өфө гимнастика клубы асылыуға бәйле. 1923 й. С.г. 1‑се Бөтә башҡорт олимпиадаһы...

СПОРТ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ

СПОРТ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ, физик культура, спорт һәм туризмды үҫтереү маҡсатында булдырылған күмәк йәмәғәт берекмәләре. Башҡортостанда тәүге С.й. 1925 й. Өфөлә ойошторола (ҡара: “Динамо”). Респ. “Динамо”, “Спартак” С.й. һәм Профсоюздар спорт йәмғиәте эшләй (2008). Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина...